Тәүге уңыш15.09.2017

Тәүге уңыш9 сентябрҙә «Таусы» боҙ аренаһында ошо уҡ исемдәге хоккей командаһының яңы уйынсылары менән танышыу-презентация ойошторола.
- Бөгөн беҙҙең хоккей тарихының яңы бите асыла, быйыл команданы бик дәрәжәле ҡаршылаштар менән уйындар, халыҡ-ара осрашыуҙар көтә, - тип телмәр тотто «Таусы» хоккей клубы директоры Ильяс Әхмәтйәнов. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы, «УГМК-Холдинг» (Урал тау-металлургия компанияһы) һәм «Автомобилсе» хоккей клубы етәкселеге ҡарары менән, «Таусы» Юғары хоккей лигаһының даими чемпионатында ҡат-наша. Әйткәндәй, «Таусы» - Екатеринбургтағы «Автомобилсе» хоккей клубының фарм-клубы статусында, ябайлаштырып әйткәндә - төп ко-манданың резервы, йәш уйынсыларҙы тәжрибә туплатыу майҙансығы.

Ә 11 сентябрҙә «Таусы» хоккей клубы өсөн Юғары лигала яңы уйын миҙге-ле асылды. Учалылар Красноярск ҡалаһында урындағы «Ыласын» ко-мандаһы менән осрашты. Беҙҙекеләр овертаймда (төп уйында еңеүсе бил-дәләнмәү арҡаһында би-релгән өҫтәмә ваҡытта) 3-кә 4 иҫәбе менән еңде.
- Юғары лигала беренсе осрашыуҙа еңгәс, әлбиттә, ыңғай хис-тойғолар ташып тора! - тип белдерә «Таусы» клубының баш тренеры Венер Сафин, - өҫтәүенә, «Сокол» - бик оҫта команда. Тәүге ике периодта беҙҙе туҡтауһыҙ «дөмбәҫләнеләр», ярар ҙа йәш команда булһаҡ та, егеттәребеҙ ҡойо-лоп төшмәне. Ҡапҡасы Игорь Устиновҡа айы-рым рәхмәт - ныҡ торҙо.
Беҙҙең яҡтан гол ин-дереүселәр: Пилипенко Кирилл (Сетдиков Ни-кита һәм Митякин Евге-нийҙар ярҙамында), Мин-ғәлиев Денис (Антонов Дмитрий ярҙамында), Антонов Дмитрий (Лы-сенко Владислав һәм Минғәлиев Денистың ярҙамында). Еңеү шай-баһын Антонов Дмит-рий ярҙамында шул уҡ Д.Минғәлиев индерә. Был осрашыуҙың иң һөҙөмтәле уйынсыһы Денис Рәфис улы Мин-ғәлиев 1994 йылда Ека-теринбург ҡалаһында тыуған, спортсы булғас, тән параметрҙары ла сер түгел: буйы - 178 сантиметр, ауырлығы 78 килограмм. Алда-ғы миҙгелдәрҙә «Авто-мобилсе» һәм «Торос» хоккей клубтары коман-даларында уйнаған.
Тренер Венер Сафин-дың, яңы уйынсылар-ҙы презентациялағанда: «Стадионда тамашасы трибуналары һәр саҡ шығырым тулһа, шат булыр инек - көйәр-мәндәрҙең ярҙамына мохтажбыҙ. Үҙ сира-тыбыҙҙа вәғәҙә итәбеҙ - һәр уйында көс йәллә-мәй, бар күңелде биреп көрәшәсәкбеҙ!» - тигәне тормошҡа ашты.
Яңы хоккей миҙгелен-дә 27 клуб ҡатнаша. Һәр команда 52 матч үткә-рәсәк, бер осрашыу - үҙ майҙансығында, икен-сеһен «ҡунаҡта» үткә-реү системаһы ҡарал-ған. Плей-оффҡа, йәғни ярыштарҙың һуңғы дә-үерҙәренә сыҡҡас, Юға-ры хоккей лигаһының баш призы - Владимир Петров исемендәге ку-бок өсөн алыштарҙы 16 иң көслө команда дауам итәсәк.
Турнирҙа тәүләп «Тау-сы» (Учалы), «Металлург» (Новокузнецк), Хәрби-Һауа Көстәренең Үҙәк спорт клубы (Һамар), Ҡытайҙан «Куньлунь Ред Стар Хэйлунцзян» (Харбин) һәм «Ценг Тоу» (Цзилинь) командалары ҡатнаша, тип хәбәр ителә «Таусы» клубының рәсми сайтында. Уңыштар теләп ҡалайыҡ, ә Учалыла үткән осрашыуҙарҙы барығыҙ ҙа ҡарарға килегеҙ - ма-уыҡтырғыс тамашалар көтөлә.
Конкрет көн һәм сәғәт тураһында мәғлүмәт «Таусы» хоккей клубының рәсми сайтына ҡуйыла, электрон адрестары - scgornyak.ru
Илфат ЯНБАЕВ.


Вернуться назад