» Автор: Ирек АЗАТОВ.

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән19.12.2017

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмәнРәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017» премияһын биреү тантанаһында киләһе йылды Ирекмән йылы итеп билдәләү тураһында иғлан итте, был хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы.
Был сарала яҡташыбыҙ Анна Мөхәмәтйәрова ла ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
- «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының волонтерҙар мәктәбе етәксеһе һәм БР Йәмәғәт Палатаһының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы эксперты булараҡ, 4-6 декабрҙә Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында ҡатнаштым, - тип бәйән итте беҙгә Анна, - Былтыр үҙем «Рәсәй ирекмәне - 2016» конкурсында еңеүсе булғайным, быйыл да сара бик сағыу, күләмле һәм тулҡынландырғыс итеп ойошторолдо.
(№ 101)

Яҡташыбыҙ һынатманы08.12.2017

112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының ойошторолоуына 75 йыл тулыу айҡанлы күптән түгел Өфө ҡалаһында милли йәйәнән атыусылар араһында ябыҡ турнир үтте.
Был ярышта ҡатнашыу өсөн үткән йылдың һөҙөмтәләренә ҡарап, Башҡортостандың утыҙ иң мәргән уҡсыһы һайлап алына. Ярыш 11-се Олимпия резервы спорт мәктәбендәге йәйәнән атыу тирында уҙа.
- Был сараның маҡсаты - республикала һәм Рәсәйҙә танылған, донъя кимәлендә уҙғарылған «Һыбай һәм йәйәүле йәйәнән атыу, Мәргән уҡсы III» фестиваленә әҙер-лек, Башҡортостан уҡсыларының башҡа тарафтарҙа уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашыуы өсөн йыйылма команда төҙөү, - тип аңлатты бәйгене ойоштороусы, «Мәргән уҡсы» фестиваленә тәүләп нигеҙ һалыусы Юлай Ғәлиуллин.
Мәргәндәр сараға Өфө, Сибай, Учалы ҡалаларынан, шулай уҡ Бөрйән, Әбйәлил, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондарынан килгәндәр.
Утыҙ иң оҫта уҡсы араһында беренселекте яҡташыбыҙ Рөстәм Тләүбирҙин алды. Унан ҡала икенсе урынды Салауат Юлбирҙин (Бөрйән районы) яулаһа, «бронза миҙалға» йәнә Учалы уҙаманы, күп бәйгеләр еңеүсеһе Руслан Әхмәҙиев лайыҡ булды.Яҡташыбыҙ һынатманы
(№ 98)

Был беҙҙең тарих!15.11.2017

Был беҙҙең тарих!- 100 йыл элек донъя һәм илебеҙҙе тетрәткән ваҡиғаларҙы һәр кем төрлөсә баһалайҙыр. Әммә шуныһы бәхәсһеҙ - тап революциянан һуң илебеҙ бар йүнәлештәрҙә лә алға ынтыла, байтаҡ ҡаҙаныштарыбыҙ донъя кимәлендә лә беренсе ине.
Нисек кенә булмаһын - был беҙҙең тарих, ә үҙ тарихын һәр кем ихтирам итергә бурыслы. Хәҙер инде 26 йыл Октябрь револю-цияһына бағышланған демонстрациялар үткәрелмәй, ләкин барыбер был көндә күңел елкенә! Беҙҙең дә бала саҡ Советтар Союзында үтте бит, - тип телмәр тотто социалистик революцияның 100 йыллығына бағышланған митингыла район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко.
Ә үҙәк ҡала майҙанына халыҡ байтаҡ йыйылғайны. Хаҡлы ялға сығып, олоғайып, хәҙер кеше араһында бигүк күренеп бармаған иптәштәрҙең дә мөһим датаға хөрмәт күрһәтеп митингыға килеүҙәре иғтибарҙы йәлеп итте. Афариндан башҡа баһа юҡ.
(№ 91)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...

Ғаилә йылы буласаҡҒаилә йылы буласаҡ
Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов 2018 йылды...

Изге ғәмәл менән  үткәрәйекИзге ғәмәл менән үткәрәйек
Мөхәммәт пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм Миләди иҫәп...

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!
Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы...

Балҡып китте мәҙәниәт йортоБалҡып китте мәҙәниәт йорто
Капиталь ремонт үткәндән һуң тантаналы рәүештә...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.