» Автор: Әлиә ДАУЫТОВА.

Ҡултамғалар йыйылаКисә, 09:25

Ҡултамғалар йыйылаВладимир Путин былтыр 6 декабрҙә Рәсәй президентына кандидатураһын күрһәтеү тураһында уйы барлығын белдергәйне. 14 декабрь көнө матбуғат конференцияһы барышында 2018 йылдың 18 мартында үтәсәк һайлауҙа үҙен үҙе тәҡдим итәсәге хаҡында әйтте.
Владимир Путин дүртенсе президент һайлауҙарында үҙен үҙе тәҡдим итә. Бынан алда Владимир Владимирович «Берҙәм Рәсәй» партияһынан күрһәтелгәйне.
Был юлы ла партия Путинға бар яҡлап ярҙам күрһәтеүе һәм уның өсөн һайлаусыларҙың өс йөҙ мең ҡултамғаһын йыйыуҙа ҡатнашыуы хаҡында аныҡ белдерҙе.
Ниһайәт, Рәсәй буйынса ил башлығы өсөн ҡултамғалар йыйыу башланды. Төбәктәргә кәмендә 7,5 мең ярым ҡултамға тура килә. Был сараға Башҡортостаныбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды. Әлеге ваҡытта республикала ун биш ҡултамға йыйыу пункты ойошторолған, уларҙың береһе - Учалы ҡалаһында - «Евразия» сауҙә үҙәгенең беренсе ҡатында урынлашҡан. Был сара 9 ғинуарҙа башланып китте.
(№ 4)

Дауаханаға ике машина килде09.01.2018

Дауаханаға ике машина килдеҮҙәк ҡала дауаханаһы Яңы йыл алдынан бүләкле булды, учреждениеның автомобиль паркы өр-яңы ике «УАЗ» маркалы тиҙ ярҙам машиналары менән тулыландырылды.
Автомобилдәр моноҡалаларҙы махсус техника менән тәьмин итеү маҡсатында федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған. Учалылар менән бер рәттән РФ-тың, БР-ҙың төрлө төбәктәренә 27 берәмек машина ҡайтарылған. Ҡайһыларына берәр техника эләкһә, Нефтекама, Благовещенск, Белорет, Бәләбәй ҡалаларына һәм беҙҙең Учалыға ике-өс автомашина бүленде. Медицина хеҙмәткәрҙәренә бынан һуң кәрәкле урындарына барып етеү бер ни тормаясаҡ. Иң мөһиме һаулыҡ өлкәһенең дәүләт иғтибарынан ситтә ҡалмауы. Мәҫәлән, киләһе йылға бушлай дауаланыуға ла аҡсаны күберәк бүлеүҙәре Хөкүмәт етәкселегенең кеше һаулығына битараф түгеллеген күрһәтә.
(№ 1-2)

Мөхәббәткә таянып09.01.2018

Мөхәббәткә таяныпТөбәгебеҙҙә тырыш, уңған ғаиләләр бихисап. Шуларҙың береһе Ҡунаҡбай ауылынан Айгөл һәм Самат Ғатауллиндар.
Мәҡәлә геройҙарыбыҙ шау-шыулы ҡалаға ҡарғанда, ауылды хуп күргән. Самат Булат улы - Илтабандыҡы, ә Айгөл Рәис ҡыҙы ҡалабыҙҙа үҫкән. Ҡала ҡыҙы булһа ла, тормош иптәшенең Ҡунаҡбайға күсеү теләгенә бер ҙә ҡаршы килмәй. Өс бала тәрбиәләйҙәр, өлкәндәре Тимурға ун туғыҙ йәш. Үҫмер Учалы ауыл хужалығы колледжында уҡый, ҡыҙҙары Альбинаға - 16, кинйәләре Салауатҡа 4 йәш. Тимур киләсәккә пландарын аныҡ билдәләмәгән, шулай ҙа Себер тарафтарына барып, эшләп ҡайтырға ниәте бар. Альбина иһә кинолог булырға хыяллана, эттәр тураһында байтаҡ мәғлүмәт туплаған. Йорт дуҫтары Динго менән Борханды күнектереү менән мәшғүл. Салауат балалар баҡсаһына йөрөй. Һөйкөмлө, тиктормаҫ малай. Ғатауллиндар ҙур, күркәм йорт һалалар. Төҙөлөш эштәрен тамамлап, киләһе йылда өй туйларға йыйыналар.
(№ 1-2)

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!29.12.2017

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы алырға тәҡдим ителә. Бөтә ғаилә ағзалары йыйылһа, бигерәк тә һәйбәт, шулай уҡ яҡын дуҫтарҙы ла саҡырырға мөмкин. Эт үҙен үтә шаштырып, әҙерләнеп ҡаршылағанды яратмай, байрам тип иҫергәнсе эсеүҙәр, йырлашып ултырыуҙар, шашып бейеүҙәр ҡәтғи тыйыла.

Байрам табынын
биҙәргә

Яңы йыл табынының төп һыйы булып, әлбиттә, иң беренсе сиратта йыл хужаһы яратҡан ит, һөйәк һәм эсәк-ҡарындан әҙерләнгән ризыҡтар тора. Уларҙы матур һауыттарға һалып, табын түренә урынлаштырығыҙ.
Бының менән һеҙ Этте йәһәт кенә ҡулға эйәләштереп, уның ышанысын яуллай алырһығыҙ. Һөҙөмтәһе - йылығыҙ уңышлы булыр.
Биҙәүестәр. Өҫтәлде үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән эт һәм көсөк һындары менән биҙәргә тәҡдим ителә. Уларҙы эшләү өсөн ағас, пенопласт, ҡатырға, төҫлө ҡағыҙ һәм пластилинды ҡулланырға була. Эшләгән һындар тәрилкәләр араһына урынлаштырылһын. Шулай уҡ йыл хужаһы өсөн ыҡсым ғына оя эшләп, янына ашарға тәгәс ҡуйырға мөмкин.
(№ 104)

Йәнә шыршы балҡыны29.12.2017

Йәнә шыршы балҡыныЯңы йыл байрамы алдынан ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркы ҡаршыһында боҙ ҡаласығын асыу күптән инде матур традицияға әйләнгән.
Уртала биҙәлгән ҡупшыҡай әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып тора. Халыҡ, күрәһең эштән тура бында килгән. Балаларын етәкләгән ата-әсәйҙәр, оло апай-ағайҙар һәм үҫмерҙәр шыршы тирәләй тамаша күҙәтергә йыйылды.
Ябалаҡлап ҡына яуған ҡар күңелгә сихри тойғолар өҫтәй, үҙең дә һиҙмәҫтән ниндәйҙер мөғжизә көтәһең. Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды, моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла...
Балалар гөрләшеп боҙ тауҙарынан шыуа, лабиринтта уҙышып уйнай. Әйткәндәй, һырғалаҡтарҙың һәр йәш арауығы өсөн айырым эшләнеүе яҡшы.
(№ 104)

Наркоманияға сик ҡасан ҡуйылыр?26.12.2017

Наркоманияға сик ҡасан ҡуйылыр?Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә наркотиктарға ҡаршы ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы үтте.
Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы, комиссия рәйесе Фәрит Дәүләтгәрәев алып барҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәгебеҙҙә был тәңгәлдә хәлдәр имен түгел. Көндән-көн яңы төр наркотиктар килеп сығып тора, наркотик һатыусылар интернет селтәрен әүҙем файҙалана, маҡсатына ирешер өсөн ниндәй генә юлдар һайламай - ванналар өсөн тоҙҙар, минераль ашламалар, бөжәктәрҙе юҡ итеү сараларын һатыу тураһындағы иғландарҙа ысынында үлемесле матдәләр тәҡдим ителә, уларҙың ҡапҡанына күпселектә үҫмерҙәр эләгә.
Район-ара прокурор ярҙамсыһы Алмас Исхаҡов билдәләүенсә, наркотиклы һәм психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше, наркотиктарҙы ҡулланыу буйынса законды боҙған утыҙ биш факт теркәлгән һәм прокуратура тарафынан тейешле саралар күрелгән.
(№ 103)

Ғаиләләргә - торлаҡ сертификаты26.12.2017

Ғаиләләргә  - торлаҡ сертификатыЙәш ғаиләләр өсөн торлаҡ иң сетерекле һәм мөһим мәсьәлә.
Ҡуртымға фатир алып йәшәү йәки уны һатып алыуға оҙаҡ йылдар аҡса йыйыу проблеманан сығыу юлы түгел. Дәүләт йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү йүнәлешендә төрлө программалар булдырҙы.
Шуларҙың береһе - ипотека. Артабан инде ғаиләлә балалар тыуған һайын ошо хаҡтың өлөшөнә дәүләт тарафынан ташлама яһала. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә ҡала-районыбыҙҙа йәшәүсе ун туғыҙ ғаилә күптән көтөлгән торлаҡ сертификаттарын алды. Бындай ярҙам «Йәш ғаиләләргә ярҙам итеү» республика программаһы сиктәрендә бирелде.
(№ 103)

Һөйөнөстәребеҙ уртаҡ15.12.2017

Һөйөнөстәребеҙ уртаҡЗАГС һүҙен ишетеү менән күҙ алдына шаулап-гөрләп үтеүсе туй тантаналары, аҡ күлдәкле кәләштәр, ыҫпай кейенгән кейәүҙәр, биҙәлгән машиналар, яңы донъяға килгән сабыйҙар күҙ алдына килә.
Әммә гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн тормош туйҙан ғына тормай. Улар башҡарған ҡолас еткеһеҙ эштәрҙең иҫәбе-һаны юҡ.
Һөнәри байрамдары алдынан ҡала-районыбыҙҙың ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ. Кеше тормошондағы бөтә мөһим хәл-ваҡиғаларҙы теркәү менән шөғөлләнгән был учреждение эшмәкәрлегенең мөһимлегенә үҙем шаһит булдым. Көнөнә уртаса алтмышҡа яҡын кешене ҡабул итергә тура килә уларға.
Бүлектә үҙ эшен яҡшы белгән, тәжрибәле белгестәр эшләй. Бүлек начальнигы Зифа Мотаһарова, баш белгес-эксперт Резеда Иҫәнғолова, әйҙәүсе белгес-эксперт Наталья Авсейцева, 2-се разрядлы өлкән белгес Гөлнара Сәлихованың юғары профессионализмын билдәләп үтергә кәрәк. Улар граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән мөһим бурыстарҙы атҡара, ғаилә һәм демографик сәйәсәт һағында фиҙаҡәр хеҙмәт итә.
(№ 100)

Кемгә ит, кемгә бал?12.12.2017

Кемгә ит, кемгә бал?Йәйен-көҙөн йәшелсә, бал үтемле булһа, ҡышын иһә - «ит осоро». Уҙған шәмбелә йәрминкәгә юл төштө.
Көн һалҡын ғына, етмәһә бер туҡтауһыҙ ҡар яуа, юлдарҙы көрт баҫҡан, атларлыҡ та түгел. Шуға ҡарамаҫтан, сауҙа майҙансығы һатыусылар һәм һатып алыусылар менән шығырым тулғайны. Ай башында ойошма-предприятиеларҙа эш хаҡы бирелә. Шуға ла был юлы кеше күп. Икенсенән, Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды, халыҡ аҙыҡ-түлек менән запасланып ҡалырға тырыша.
Сауҙа рәтендәге өҫтәлдәр йылҡы, һыйыр итенән һығылып тора. Ҡаҙ-өйрәк, тауыҡ, күркә, һарыҡ, ҡуян түшкәләре лә күренә. Үҙебеҙҙекеләрҙән тыш, күрше Үрге Урал районынан да ит һатыусылар килгән. Иттең хаҡы өс йыл элек нисек күтәрелде, әле лә шул уҡ кимәлдә. Һум ит 380 һум, ҡабырға - 250-260, умыртҡа буйы ите һөйәге менән - 270-280, муйын - 280-300, һыйыр теле - 380-400, башы - 200, бауырҙың килограмы 250 һум, тояҡтың берәүһе генә 150 һум тора. Итте күмәртәләп алырға ла була, артҡы бото - 280-300, ҡулы 270-280 һум. Әйткәндәй, йылҡы менән һыйыр итенең хаҡы бер үк. Ҡаҙылыҡтың килограмы - 450, ҡарындыҡы - 50 һум.
(№ 99)

Заманса ҡаҙанлыҡтар сафҡа инде08.12.2017

Заманса ҡаҙанлыҡтар  сафҡа индеПредприятиеның Үҙйылға руднигында өс яңы блоклы-модулле ҡаҙанлыҡтар сафҡа индерелде.
Заманса ҡорамалдар йылылыҡ менән тәьмин итеү системаһын модернизациялау программаһы сиктәрендә төҙөлгән. Ошо көндәрҙә объекттарҙы тантаналы рәүештә файҙаланыуға тапшырҙылар. Заманса ҡаҙанлыҡ Үҙйылға руднигының производство майҙансығын йылылыҡ менән тәьмин итәсәк.
- Объекттың сифаты менән ҡәнәғәтбеҙ, ойошма үҙенә алған йөкләмәне ваҡытында башҡарҙы. Әлбиттә, быйылғы йылытыу миҙгеле үтмәйенсә баһа биреү иртәрәк. Яңы ҡаҙанлыҡтарға күсеү программаһы артабан да дауам итәсәк, - тине Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зәкәриә Ғибәҙуллин.
(№ 98)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.