» Гәзиттең номеры: № 26-27

Беләйек ҡәҙерҙәрен…16.03.2015

Беләйек ҡәҙерҙәрен…Һиңә, һеңлекәшем!
Ошо сығарылыштан ғәмәлгә индерелгән «Рухи сылбыр» акцияһын һуңғы арала модаға ингән флешмоб исеме менән атау бигүк дөрөҫ булмаҫтыр. Формат икенсерәк. Ә иң мөһиме - файҙалы, яҡындарыбыҙға йылы мөнәсәбәтебеҙҙе белдертергә форсат биргән һәм милли тамырҙарыбыҙға тоғролоҡто раҫлаған сара итеп күҙаллайбыҙ.
Ошо биттә баҫылған беренсе өлгөнө уҡығас, акцияның айышына тамам төшөнөрһөгөҙ. Ҡыҫҡаһы, «рухи сылбыр» эстафетаһы таяҡсаһы тапшырылған кеше тәү сиратта гәзиткә үҙе яҙыла һәм үҙ ҡарамағы буйынса кемгәлер «Яйыҡ» гәзитенә подписка бүләк итә. Һуңынан берәй иптәш-коллегаһын ошо миҫалды ҡабатларға өндәй.


Зариф Ғадинан улы Ғарипов 1963 йыл Наурыҙ ауылында тыуа. Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағас, Ремонт-техник предприятиеһында технолог булып эш башлай, «Озерный» совхозында («Оҙонгүл» халыҡ предприя-тиеһында) механиктан хужалыҡ етәксеһе вазифаһына тиклем үрләтелә, 1998-2000 йылдарҙа Ҡаҙаҡҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. Инженер ғына түгел, оҫта бейеүсе һәм ойоштороусы булараҡ, 2002-2011 йылдарҙа район мәҙәниәт бүлеген етәкләне. Йәмәғәт башланғысында байтаҡ ваҡыт территориаль һайлау комиссияһы рәйесе итеп тә тәғәйенләнә. 2012 йылдың 16 мартынан бөгөнгө көнгә тиклем - Учалы районы Советы секретары.
(№ № 26-27)

Сифатлы һыу эсәбеҙ16.03.2015

Сифатлы һыу эсәбеҙҺыуһыҙ бер көн дә тора алмайбыҙ, ауылда, исмаһам, һыуҙы ҡоҙоҡ-шишмәләрҙән алырға була, ә бына ҡала халҡы өсөн һыуһыҙ ҡалыу оло бәләгә әйләнә. Минут һайын кранды борғослайбыҙ, ниңә һаман һыу бирмәйҙәр, тип түҙемһеҙләнәбеҙ. Шул мәлдә төҫһөҙ, еҫһеҙ ошо шыйыҡсаның кеше өсөн нисек мөһим һәм кәрәкле булыуын аңлайбыҙ. Район-ҡала халҡының өҙлөкһөҙ таҙа, сифатлы һәм тәмле һыу менән тәьмин ителеүе, әлбиттә, «Водоканал» йәмғиәтенә, уның тәжрибәле хеҙмәткәрҙәренә бәйле.

Көндәлек эскән һыуыбыҙ махсус лабораторияла тикшерелә. Бында көн һайын тейешле анализдар башҡарыла. Эсәр һәм ағып төшөп йыйылған һыуҙың сифатын контролдә тотоу лабораторияһын 20 йыл инде хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған, тәжрибәле етәксе Фәриҙә Рәүил ҡыҙы Хажиева етәкләй. Фәриҙә Рәүил ҡыҙының ошо көндәрҙә һөнәри байрамдары айҡанлы РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүе уның эшенә үтә яуаплы ҡарағанын һәм тырышлығын тағы бер иҫбатланы.
Фәриҙә Хажиева мәктәп йылдарынан уҡ уҡырға әүәҫ була, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Айырыуса химия, биология фәндәрен яратып өйрәнә. Ҡаланың 1-се мәктәбен тамамлап, Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә. Бында ла һынатмай, уҡыу йортон тик яҡшы билдәләргә тамамлай.
(№ № 26-27)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.