» Гәзиттең номеры: 1

Ауылдарҙа байрам рухы30.12.2016

Ауылдарҙа байрам рухыҺуңғы йылдарҙа ауылдарҙа Яңы йыл байрамы алдынан йорттарҙы, ағастарҙы гирляндалар, боҙ фигуралары менән биҙәй башланылар. Күптән матур традицияға әйләнгән был күңелле саранан береһе лә ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
Наурыҙ ауыл биләмәһе хакимиәте урамдар араһында иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы конкурсын иғлан иткән һәм ғәжәйеп күркәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәгән. Ошо уңайҙан беҙ Наурыҙға барып урындағы халыҡ үҙ ҡулдары менән булдырған матурлыҡты ҡарап, баһалап ҡайттыҡ.
Биләмәлә байрамға әҙерлек саралары бик әүҙем алып барылған. Хакимиәт башлығы Закир Ғарипов менән тәүҙә Тирәкле урамында туҡталдыҡ. Бында кү-ңелле тамаша менән ҡаршы алдылар. Түрҙә мул табынлы өҫтәл әҙер-ләнгән, боҫрап самауыр ҡайнай, усаҡтағы ҡаҙанда аш бешә. Ҡыш бабай (Әхмәр Ибраһимов) ме-нән Ҡарһылыу (Миңнур Байғарина), йыл хужаһы - Әтәс (Әлфиә Ибраһимо-ва) ҡатнашлығында ҡы-ҙыҡлы инсценировка күрһәтелде. Тирәклеләр йыр-моңға маһир икән-дәр, өҙҙөрөп гармунда ла уйнайҙар, йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә. Бергәлә-шеп тыпырлатып алдыҡ. Улар урамдарында боҙ ҡаласығы булдырған, ҡарҙан төрлө фигуралар һынландырғандар.
(№ 1)

Һәр яҡтан алдынғылар11.01.2016

Һәр яҡтан алдынғылар Яҡшы өлгәшеүсе, төрлө конкурс-ярыштарҙа еңеү яулаған ҡыҙҙар һәм малайҙарға йыл аҙағында БР башлығының шыршы байрамында күңел асыу форсаты тейә. Быйыл бындай бәхет республикабыҙҙың 780 уҡыусыһына йылмайҙы. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән осрашыуҙан бай тәьҫораттар туплап ҡайтыусы балалар араһында Сәфәр мәктәбенән Рәлиф Ғәфиәтуллин да бар.
6-сы класта белем алыусы Рәлиф тик «яҡшы» билдәләренә генә уҡый, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Бигерәк тә гуманитар фәндәр күңеленә яҡын уның. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр республика кон-курсының зональ һайлап алыу турының еңеүсеһе, бер нисә йыл рәттән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсында ҡатнашып, алдынғы урындарға өлгәшеүсе ул. Рәлиф Учалы ауылының музыка мәктәбендә ҡурай класында ла белем ала. «Халыҡ инструменттары» йәш музыканттарҙың бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып II урынға лайыҡ булған. Сольфеджио буйынса ла конкурста ҡатнашып, лауреат исемен алған.
(№ 1)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.