» Гәзиттең номеры: 10-11

Әүҙем ялдың файҙаһы02.02.2015

Яңы технологиялар алға киткән, фән, мәҙәниәт һәм ғилем үҫешкән б өг өнг ө к өндә кешегә үҙ маҡсаттарына ирешергә, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә барлыҡ м өмкинлектәр ҙә етерлек. Ә инде кеше үҙенең һәм балаларының һаулығын һаҡлап ҡала алһа, тормош тағы ла матурыраҡ һәм бәхетлерәк буласаҡ.
Баланы сәләмәт, әҙәпле, кешелекле итеп тәрбиәләп үҫтереүҙә туризм менән ш өғ өлләнеүҙең дә әһәмиәте бик ҙур. Саф һауа һулау, йәйәү йөрөү йәш организмды сыныҡтыра, уның эшмәкәрлеген нығыта, тиҙ арыусанлығын кәметә. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында булыу, төрлө яңы ерҙәр күреү бала күңелендә тик ыңғай, шатлыҡлы хистәр уята, көндәлек уҡыу менән бәйле мәшәҡәттәрен оноттора, ғ өмүмән, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай. Хәрәкәт итеү, палаткаларҙа йоҡлау, усаҡ алдында йырҙар йырлау, һыу инеү - ниндәй илаһи минуттар!


Учалы ҡалаһының туризм үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр туризмы тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлеше менән бергә алып барыла. Шуға бәйле сәйәхәттәр ойошторолғанда уҡыусылар тыуған төйәгебеҙҙең һәм республикабыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, хужалығын өйрәнә, тәбиғәт үҙенсәлектәре менән яҡындан таныша. Уҡыусыларҙың туризм менән шөғөлләнергә мөмкинлектәре бар, үҙәктә дәрестәр бушлай, килеп яҙылаһы ғына ҡала.
Туристик походтар үҫмерҙәргә төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, тиҫтерҙәре менән аралашырға, бер-береһенә ярҙам итергә, ғөмүмән, йәш шәхестең характерының ныҡлы һәм д өр өҫ формалашыуына булышлыҡ итә. Ә бит күп балалар буш ваҡыттарын әрәм итеп ҡала урамдарын гиҙә, насар ғәҙәттәргә өйрәнә. Халыҡ-ара туризм үҫешкән мәлдә балалар ялдың ошо актив төрө менән шөғөлләнһә, уның аң даирәһе киңәйәсәк. Сит илдәр менән танышыу, яңы ерҙәр буйлап гиҙеү балаға тик ыңғай яҡтан ғына тәьҫир итәсәк. Бәләкәй саҡтан тыуған еренең матурлығын күреп, белеп, коллективта д өр өҫ тәрбиәләнеп, тиҫтерҙәре менән мәҙәниәтле аралашып, физик яҡтан сынығып үҫкән бала үҙ киләсәгенә өм өтл ө ҡараясаҡ.
(№ 10-11)

Йылдан-йыл кәмей02.02.2015

 Йылдан-йыл кәмейУчалы районында барлығы 47 китапхана иҫәпләнә. Уларҙың 5-һе ҡалала, 42-һе ауылдарҙа. Китапханалар селтәренең үҙәге - Учалы ауылында. Үҙәк район китапханаһы директоры Әлфиә арифуллина бына нисә йылдар инде райондағы китапханаларҙың ябылыуына юл ҡуймай, мәҙәни үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген һаҡлап килә.

Китапхананан уҡыусылар өҙөлмәй. Уларҙы китаптар ғына түгел, төрлө гәзит-журнал уҡыу мөмкинлеге лә ҡыҙыҡһындыра. Ә инде китапханасылар тарафынан үткәрелеп торған саралар айырыуса фәһемле.
Район үҙәк китапханаһындағы балалар китапханаһы ла буш тормай. Уның эшмәкәрлеге менән мөдир Г өлназ Мөхәмәтова таныштырҙы.
- 19 йыл ошо тармаҡта хеҙмәт итәм. Миңә балалар менән эшләүе бик оҡшай. Уларҙан үҙемә лә ниндәйҙер яңылыҡ алам, нимәгәлер өйрәнәм, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Барлығы 1700 китап уҡыусыбыҙ бар. Т өрл ө әҙәби саралар үткәрәбеҙ, библиот өн дә бик мажаралы үтә. Ғаилә байрамдары халыҡҡа оҡшай. Уҙған йыл «Әсәләр мәктәбе»н астыҡ, ҡурсаҡтар музейы булдырҙыҡ. Сараға ауырлы ҡатындарҙы ла саҡырабыҙ. Буласаҡ әсәләр тыуасаҡ са-быйҙарына әкиәттәр уҡыйҙар, - тине ул.
(№ 10-11)

Йомортҡаның йөйө юҡ02.02.2015

Йомортҡаның  йөйө юҡҠыш, һалҡын, к өрс өк һәм киҙеү… Әйҙәгеҙ, ошо мәлдә йомортҡа тураһында һ өйләшеп алайыҡ. Борон-борондан кеше уны яҙғы ҡояш, тереклеккә күсеү символы итеп ҡабул иткән бит. Оҙаҡламай христиандарҙың Пасха байрамы ла етер, йомортҡа буяй башларҙар. Ҡабыҡтағы ҡыҙыл т өҫ - айса пәйғәмбәрҙең ҡанын, йомортҡа аҡһымы иманлы кешенең пак күңелен кәүҙәләндерә, тип әйтелһә лә, был йоланың тамырҙары т өпкәрәк китә, буғай. Һәр хәлдә лә, христиандарға бөтөнләй ҡағылышы булмаған Иранда Наурыҙ байрамына йомортҡа буяу ғәҙәте әлегә тиклем һаҡлана, ти. Беҙҙә лә йомортҡа буяу йолаһы бер әҙер таралып алды: Яҙ һәм хеҙмәт байрамына бала-саға йомортҡа тәгәрәтергә сыҡҡанда акварель буяу менән биҙәр ине. Тик бына аҙыҡ-түлектә быға тәғәйен булмаған химик матдә менән эш итеү икелелер.

Түллелек үә уңдырышлыҡ
Фирҙәүес Хисаметдинованың «Башҡорт теленең мифологик һүҙлеге» китабында яҙылғанса, борон башҡорттар йомортҡаны түллелек, уңдырышлыҡ символы итеп ҡабул иткән. Шуға ла, балаһыҙ ҡатынды имләгәндә кендек тирәһенә йомортҡа һытып һылағандар. Ә ҡатындың бәпесе етлекмәй т өшһә, хәйергә йомортҡа бирергә кәңәш ителгән. Мәҫәлән, «һыу тотҡанда», йәғни һыуҙан берәй сир эләккән тип шикләнһәләр, ағынға йомортҡа һарыһын т өш өргәндәр. «Ерҙән тейгән» ауырыуҙан ҡотолоу ҙа шул уҡ йомортҡа ярҙамында башҡарылған - билдән уратып сығарып, баш аша кеше күрмәгән урынға ырғытып китеү талап ителә.
Ә тауға йомортҡа тәгәрәтергә сығыу йолаһы һаманға тиклем һаҡлана. Баҡһаң, мәжүсилек заманаларында ата-бабаларыбыҙ иген уңһын өс өн баҫыу өҫт өнән бешкән йомортҡа тәгәрәткән икән.
(№ 10-11)

Рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ02.02.2015

Ошо көндәрҙә ҡыштың сатлама һыуығына ҡарамай, Өфөнән, Магнитогорскийҙан, Учалынан, Әбйәлилдән шағирҙар, яҙыусылар, журналистар, һәүәҫкәр композиторҙар, драматургтар Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына, Башҡортостандың б өй өк яҙыусыһы Я. Хамматовтың 90 йыллығына арналған хәтер кисәһенә, шулай уҡ Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзалары һәм яңы ғына РФ һәм БР яҙыусылар союзы ағзалары итеп алынған шағирәләребеҙ - Зөлфирә Сөләймәнованың («Күңелем моңдары»), Зөһрә Үтәғолованың («Ҡунаҡ саҡырам») яңы ғына сыҡҡан китаптарының исем туйына йыйылдыҡ.

Кисәне Белорет районының Дауыт Юлтый исемендәге моделле үҙәк китапхана м өдире Флера Шакирова алып барҙы. Баш һүҙ менән Белорет районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Теләүбаев сығыш яһаны. «Башҡортостан» гәзите хәбәрселәре - Венер Исхаков, Айгиз Байм өхәмәтов, шағир Әфтәх Әхмәҙин, «Ватандаш» журналынан Сәлимйән Бәҙретдинов, Әбйәлилдән драматург, шағирә Г өлшат Әхмәтҡужина, шағирә Нуриҙә Илһамова, Учалынан Шәүлиә З өлҡәрнәева, Белореттан РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы Мансур Һиҙиәтовтың Я. Хамматов тураһында матур иҫтәлектәр һ өйләүе кисәгә бәҫ өҫтәне. Шағирәләр З.Үтәғолованы, З. С өләймәнованы ҡотлап, «Урал» гәзите м өхәррире Сатура Минһажетдинова ижади уңыштар теләне, шағир Мәүлит Кәримов бүләк тапшырҙы. Һәүәҫкәр композиторҙар М өхәррәм Сәлимовтың, Фәрит Хәсәновтың һәм Хәлим әйфуллиндың, Азамат Усмановтың йырҙары күңелдәргә хуш килде. Шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһынан килгән шағирәләр Файза Мәғәсүмова, Рәшиҙә Мансурова сығыш яһанылар. Учалы яҙыусылар ойошмаһы ла (Әҡлимә Сафина, Байгилде Янбулатов, Сәлимә Ғатауллина, Рәүеф Шаһиев һ.б.) осрашыуҙа әүҙем ҡатнашты. Әҡлимә Сафина был сараның т өп геройҙарына һәм яңы ғына Учалы яҙыусылар ойошмаһына ағза итеп алынған йәш шағирә Рәсимә Сәлиховаға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бындай әһәмиәтле, фәһемле, мәртәбәле, бай кисәнән рухи аҙыҡ алып ҡайттыҡ.
(№ 10-11)

Һәр саҡ асыҡ булһын02.02.2015

2004 йылда Салауат Мөхтәр улы Ғайсин ярҙамы менән Рәсүл ауылында асылған «Нәҡиә» мәсете бер йомала ла буш торғаны юҡ, Аллаһҡа ш өк өр. Элек мәсетебеҙҙә хәҙрәт Салауат Насиров эшләһә, б өг өнг ө к өндә Бурансы ҡасабаһында йәшәүсе Хәмит Шәмиғолов хәҙрәт етәкләй. Уның ярҙамсылары, Учалы ҡалаһынан Алик Исмәғилов, Ҡоҙаш ауылы егете Аусаф Усманов һәр саҡ йомаларға йөрөйҙәр.

Ҡорбан байрамдары ла мәсеттә йыл һайын ойошҡан рәүештә үтә. Үткән ҡорбан байрамында Радик Шәмиғолов, Аусаф Усманов, Белорет районы Абҙаҡ ауылында йәшәүсе Ринат Фазыловтар ҡорбан салып мәсеттә алтмышлаған ауыл халҡын, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы һыйланылар. Хәҙрәтебеҙ изге вәғәздәр һ өйләне, әрүахтарға аяттар бағышланы, ағинәйҙәр салауат әйтте. Ошо арала ҡорбан аштары әҙер булды. Ризыҡтарҙан өҫтәл һығылып торҙо, ҡунаҡтар ҙа буш килмәне. Артып ҡалған ризыҡты ололарға, күп балалы ғаиләләргә таратып бирҙеләр.
Венер Ниғәмәтуллин, Рәмзилә Йәнтурина, Фәнил Ғибәҙәтовтар, уларҙан тыш, Ҡоҙаш халҡы ла килеп, ҡорбандар салдырып, ашаттылар. Хоҙай барыһын да сауаплы итһен, һаулыҡтарын, имен тормоштарын, балалар изгелеген бирһен.
Мәсеткә бер йоманы ла ҡалдырмайынса й өр өүсе ағинәйҙәребеҙ: Сәлимә, М өслимә, Әнүзә Шәмиғоловалар, Сажидә М өхәмәтйәнова, Рәүлә Нурғәлина, Әсмә Хисамова, Таңһылыу Ғүмәрова, Нәсимә Байм өхәмәтова, Бәнәнә Ғибәҙәтоваларға ла ҙур рәхмәтемде еткерәм. С өнки һәр өмәгә, байрамға тотоп улар й өр өйҙәр. Хоҙай барығыҙға ла һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ бирһен.
Мәсетебеҙҙең ишеге һәр саҡ асыҡ булһын. Ирҙәр, йәштәр, бала сағалар йөрөһөн ине. Ул ваҡытта ауылда эскелеккә, ғәйбәткә, насар ғәҙәттәргә урын ҡалмаҫ.
(№ 10-11)

Намыҫлы хеҙмәт батыры02.02.2015

Хеҙмәт! Әгәр кешелек һинән айырылһа, тик бер генә айға, юҡ, улай ҙа түгел, тик бер генә к өнгә айырылһа, нимә булыр ине икән был донъяла?
Ысынлап та, күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Фәнил Әсәновтың һүҙҙәрендә оло хаҡлыҡ ята. Кеше донъяға яралғандан алып, б өг өнг ө к өнгә тиклем бары хеҙмәт арҡаһында ғына йәшәй, күңеленә йәм таба, рухи яҡтан байый. Һәм заманалар үткән һайын, ул камиллаша бара. Һәр хеҙмәт т өр ө юғары баһалана, уны яратып, б өтә й өрәгеңде һалып башҡарырға ғына кәрәк. Ә намыҫлы хеҙмәт ҡыуаныс килтерә.


Ҡотой ауылының алдынғы колхозсыһы, егерме өс йыл тракторсы, егерме биш йыл тракторсылар бригадаһының бригадир-механигы булып эшләгән Бәхтиәр Сәфәрғәлин дә эшенән ҡәнәғәтлек табып, х өрмәт татып йәшәне.
Бәхтиәр ағай Учалы районы Ҡотой ауылында 1927 йылдың 18 ғинуарында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Әсәләре Г өләйдә апай 1926 йылда Ситдыҡ исемле егеткә кейәүгә сыға. Ул йәшләй генә, аяғындағы гангрена к өсәйеп, яҡты донъянан китә. Балалар етем ҡала: Бәхтиәр - 6, Әхиәр - 3 йәштә.
Гөләйдә апай заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, әүҙем колхозсы була. 1933 йылда Башҡортостан колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарының I съезына Өф өгә район исеменән делегат итеп ебәрелә. Яҡшы эшләгәне өс өн миҙал бирәләр, фарфор тәрилкә, өс метр тауар менән бүләкләйҙәр. Учалы районы халыҡ судына заседатель булып та һайлана. Унда ла тырышлыҡ күрһәтә.
Бәләкәйҙән әсәһе ҡарамағында үҫкән Бәх-тиәр ағай 12 генә йәшендә хеҙмәт юлын башлай. Т өрл ө эштәр башҡара. Ә 1943 йылда Үрге Урал механизация мәктәбен тамамлап, тракторсы-комбайнер һ өнәрен үҙләштерә. Һәм Наурыҙ ауылында Байрамғол МТС-ына эшкә килә. Йәш егеткә иң тәүҙә иҫке трактор бирәләр. Ул уны ремонтлап ала. Тракторҙың кабинаһы б өт өнләй булмай. Һыуыҡта ла, эҫелә лә, ямғырмы, буранмы - ул баҫыуҙа. Ауыр шарттарға ҡарамай, ҡушҡанды үтәй. Трактор рукоятка менән тоҡандырыла. Ул сикһеҙ ауыр, йәш үҫмерҙең к өс ө етмәй. Хатта илаған саҡтары ла була. Яңы килгән ДТ-54 тракторын, әлбиттә, алдынғы механизатор Бәхтиәр ағайға бирәләр. Эш шарттары еңеләйә. 1964 йылдан тағы ла көслөрәк ДТ-75 маркалы тракторҙа хеҙмәт юлын дауам итә.
(№ 10-11)

Ҡармаҡҡа эләгә күрмәгеҙ02.02.2015

Был хаҡта ҡат-ҡат иҫкәртһәк тә, учалылар һаман шул уҡ тишек кәмәгә ултыртыла килә. Эске эштәр бүлегенең тәфтиш бүлексәһе начальнигы Радик Таипов хәбәр итеүенсә, аҙнаһына кәмендә 5 яҡташыбыҙ алдана икән.

Кеҫә телефоны аша килгән «Мин һинең улың (ҡыҙың, ҡустың һәм башҡа), юл-транспорт һәләкәтенә (башҡа бәләгә) ҡалдым, ашығыс ярҙам кәрәк!» тигән хәбәргә ышаналар ҙа, 2-3 меңдән алып 50 мең һумға тиклем аҡса күсерәләр. Тәбиғи, аҙағынан яҡындары иҫән-һау, аҡсаны билдәһеҙ кешеләргә күсереүҙәре асыҡлана. Ә был т өр енәйәттәрҙе асыҡлау ғына түгел, процессуаль тәртип буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу ҙа ҡатмарлы. Ҡыҫҡаһы, уяу булығыҙ, аҡса күсерер алдынан барыһын да асыҡлау ҡатмарлы түгел бит. Иң м өһиме - сәбәләнмәҫкә.
Әйткәндәй, был ҡармаҡҡа нер-вылары ҡаҡшаған, тиҙ ышаныусан оло кешеләр генә түгел, йәштәр ҙә эләгә, ти.
Бер ыңғайы һуңғы арала таралған имеш-мимешкә (йәнәһе лә, т өбәгебеҙҙән күпләп мал атып алып китәләр) асыҡлыҡ индерәйек. Юстиция майорының раҫлауынса, декабрь-ғинуар айҙарында мал урлауҙар теркәлмәгән. Һуңғы осраҡтар: былтыр октябрҙә Мулдаҡай яғында йылҡы, ноябрҙә Наурыҙ янында ике йылҡы (икеһе ике осраҡ) һәм Аҡҡужа яғында тана урлана. Енәйәтселәр әлегә тотолмаған, кем был хаҡта ниҙер белә, 02 йә 6-08-68 телефондары аша хәбәр итһен, тип һораны Радик Рәшит улы.
(№ 10-11)

Ҡарар үҙгәрешһеҙ ҡалды02.02.2015

Учалы район суды тарафынан ҡулланыусы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса граждан эше ҡаралды.

Ултырышта асыҡланыуынса, дәғүәсе яуап биреүсе менән 2013 йылдың декабрь айында 75 000 һумға «Dion BLUE » һыу диспенсеры һатыу-һатып алыу тураһында килешеү төҙөйҙәр. Дәғүәсе ошо маҡсатта банктан кредит ала, күрһәтелгән сумманы һатыусының иҫәбенә күсерә. Әммә һатыусынан килешелгән тауарҙы ала алмай. Килешеүҙе ғәмәлдән сығарыу һәм аҡсаны кире ҡайтарыуҙы юллауы ла яуапһыҙ ҡала. Шуға ла судта дәғүәсе килешеүҙе өҙ өүҙе, яуап биреүсенән үҙе күсергән 75 мең һумды ҡайтартыуҙы, неустойка, штраф, әхлаҡи зыянды түләтеүҙе, вәкил яллауға киткән сығымдарҙы ҡаплатыуҙы талап итте. Суд ултырышында яуап биреүсе аҡсаны алманым, шуға тауар бирелмәне, тип аңлатты.
Суд ҡарары менән дәғүәсенең әхлаҡи зыянды түләтеү тураһында талаптары өл өшләтә, ҡалғандары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде. Яуап биреүсе был ҡарар менән ризалашмай юғары суд инстанцияларына шикәйәт йүнәлтте, әммә БР Юғары судының граждан эштәре буйынса суд коллегияһының апелляцион ҡарары менән Учалы район судының ҡарары үҙгәрешһеҙ ҡалдырылды.
(№ 10-11)

«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»02.02.2015

«Һөҙөмтәле эшләргә тейешбеҙ»27 ғинуарҙа Өф өлә БР Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек мәсьәләләре буйынса киңәйтелгән ултырыш үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, кредит ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиеларының топ-менеджерҙары ҡатнашты.

- Башҡортостан - Рәсәйҙең эре аграр т өбәге, ул ауыл хужалығы етештереүе күләме буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды биләй һәм ил буйынса тәүге унау исемлегенә инә, - тип билдәләне Рөстәм Хәмитов, кәңәшмәне асып.
Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, былтыр республикала етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының күләме 135 миллиард һум тәшкил иткән, был 2013 йылғы күрһәткестәрҙән 1,1 процентҡа юғары. Ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы өс өн 7 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелгән. Башҡортостандың агро-сәнәғәт комплексында 20-гә яҡын эре проект ғәмәлгә ашырыла. 212 һөтсөлөк-тауар фермаһы «500 ферма» программаһында ҡатнаша, 304 малсылыҡ бинаһы яңыртылған һәм төҙөлгән.
(№ 10-11)

Табын йәме - туҡмас02.02.2015

Табын йәме - туҡмасӨй эсендәге тәртип, зауыҡ, аш табыны ҡатын-ҡыҙҙың бөтмөр, уңған, тәрбиәле булыуына бәйле. Күңеле таҙа, хыялы ысын һәм ниәте изгеләр генә ҡамыр аштары бешереүҙең ысын нескәлегенә т өш өнә алалыр. Башҡорт халҡының милли ризығы - туҡмаслы аш борон-борондан табындарҙың күрке булып һаналған. Аштың тәме туҡмастың нисек баҫылыуына һәм киҫелеүенә лә ныҡ бәйле. Хәҙер магазин кәштәләрендә уның т өрл өһ өн осратырға м өмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етештереүселәрҙең ҡайһы берәүҙәре был ҡамыр ризығының ысын сифаты хаҡында әллә ни баш ватмай, ә килем алыуҙы тәүге урынға ҡуя.

Оҙаҡ һаҡланһын өсөн төрлө ҡушылмалар, яһалма тәмләткестәр ҡулланалар. Шуға ла кибеттеке менән өйҙә үҙең киҫкән туҡмас араһында айырма - ер менән күк кеүек. Ҙур байрам тантаналарында, аяттарҙа ашың телеңде йоторлоҡ булыуын теләһәң, ҡулдан баҫылып, киҫелгәненә өҫт өнл өк бирергә кәрәк. Әлбиттә, күп ҡатын-ҡыҙҙың туҡмас йәйергә ваҡыты ла, теләге лә юҡ йә бөтөнләй киҫә белмәйҙәр. Ошондай мәлдә туған-тыумасаң араһында аш-һыуға оҫта кеше булһа, бигерәк шәп. Иманғол ауылында йәшәүсе Рәшиҙә Ишбаеваның яҡындары, таныштары был йәһәттән бик бәхетле. Табынға туҡмас әҙерләп өлгөрә алмаһалар, шундуҡ уңған хужабикәгә мөрәжәғәт итәләр.
(№ 10-11)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.