» Гәзиттең номеры: 10

Тартыр үҫкән тупрағың07.02.2017

Сафиуллина Жөмәдиә Мөждәбә ҡыҙы 1952 йылдың 7 февралендә Рәсүл ауылында тыуған. Рәсүл, Иман-ғол мәктәптәрендә, һөнәрселек училищеһында белем ала. Магнитогорск ҡалаһындағы индустриаль-педагогия техникумын тамамлағас, үҙе уҡыған 45-се һөнәрселек училищеһында мастер булып эшләй. Артабан 15 йыл район элемтә үҙәгендә бухгалтер булып хеҙмәт итә. 1998 йылдан ҡала һәм райондың архив бүлегендә - архив белгесе, ә 2001 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы архив мөдире булып эшләй. Тырыш һәм һөҙөмтәле хеҙмәте БР Почет грамотаһы менән билдәләнгән.
Хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәй. Үҙенең күптәнге хыялын тормошҡа ашырып тағы күңел күтәренкелеге менән шиғыр яҙыуын дауам итә. Шиғырҙары гәзитебеҙҙә лә бер-нисә тапҡыр доъя күрҙе. Ә 2014 йылда «Үкенеү ҡатыш һағыш» исемле китабы донъя күрҙе.
(№ 10)

Был донъяла ниҙәр бар?07.02.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Рәсәй хөкүмәтенең иң сәйер ҡарары - «Алыҫ Көнсығыш гектары» тураһында закон былтырҙан ғәмәлдә. Әммә быйылғы 1 февралдән генә 1 гектар бушлай бирелгән майҙанға бар Рәсәй граждандары дәғүә итә ала. Тәүге сәғәттәрҙә үк 1400 заявка килә, төп өлөштә Мәскәү менән Санкт-Петербургтан. Ни ҡыҙығын тапҡандарҙыр - ҡараңғы урман. Йәһәннәм тишегендәге участкаларҙы һатырға ла, ҡуртымға бирергә лә, «запас итеп» һалып ҡуйырға ла ярамай, алған кеше мотлаҡ үҙе биләргә һәм үҙләштерергә тейеш. Ер кәрәк икән, байтаҡҡа яҡыныраҡтан табырға мөмкин түгелме ни?
(№ 10)

Учалының моңло тауыштары07.02.2017

Учалының моңло тауыштарыӨсөнсө йыл ойошторолған «Тауыш. Балалар. Учалы» конкурсы ҡала-райондың йыр-моңға һәләтле ҡыҙҙарын һәм егеттәрен тағы бер үҙенә йыйҙы. Уҙған йылда уҡ старт алған ярыштың финалы ошо көндәрҙә ҡала филармонияһында үтте. Тамаша залы халыҡ менән шығырым тулы ине, алма төшөрлөк тә урын булманы. Касса эргәһендә лә кешеләр байтаҡ, әммә финал тамашаһына билеттар алдан уҡ һатылып бөткәйне шул.
Ярыш өс йәш төркө-мөндә уҙғарылды: 6-10, 11-14 һәм 15-18 йәштәр. Конкурс дауамында ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе остаздары ҡурсалай, өйрәтә барҙы. Улар - Учалы филармонияһы солисы Ынйы Әхмәтова, Ижад һарайының вокал буйынса уҡытыусыһы Юлиә Кәримова, сәнғәт һәм мәҙәниәт коллед-жы, Иманғол мәктәбе уҡытыусыһы Минзәлә Яхина, сәнғәт һәм мә-ҙәниәт колледжы, 1-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Валерий Фишер.
(№ 10)

Был донъяла Ниҙәр бар09.02.2016

[b]Хәйерлегә булһын инде, РФ Оборона министрлығының рәсми вәкиле Игорь Конашенков Төркиәне Сирияға бәреп инергә әҙерләнеүҙә ғәйепләне. Көньяҡ күршеләр «Асыҡ күк тураһында» килешеүҙе боҙоп, Рәсәй хәрбиҙәренә үҙ биләмәләрен самолеттан күҙәтергә ирек бирмәүҙәре лә быға дәлил (Рәсәй өҫтөнән былтыр Көнбайыш илдәре, шул иҫәптән Төркиә һәммәһе 32 бындай авиарейс башҡара). Әммә йыһан юлдаштарынан да асыҡ күренә инде: сик тирәләй техника туплана, яғыулыҡ-яһаҡ запастары булдырыла. Эх, берәй мөғжизә менән һуғыш тоҡандырған сәйәсмәндәрҙе, ҡан ҡойоштан байыған капиталистарҙы, уларҙың балаларын һуғыш ҡупҡанда алғы һыҙаттағы окопҡа ултыртырға ине! Юҡ шул, борон-борондан үлтереш-ҡырылыш «ҡара халыҡ» өсөн бәлә, «аҡһөйәктәр» өсөн бизнес һәм дан.
(№ 10)

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы09.02.2016

 Һорауҙар  яуапһыҙ ҡалманыҺәр йылдағыса студенттарҙың каникул ваҡытында район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев улар менән осрашыу ойошторҙо. 5 февраль көнө үткән сараға дүрт-биш тиҫтәгә яҡын ҡыҙ һәм егет килде. Төп өлөштө Учалы тау сәнәғәте һәм Салауат Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенттары, Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Мәскәү ҡалалары университеттарын вәкилләүселәр ҙә булды.
-Доклад уҡып тормайыҡ, «түңәрәк өҫтәл» рәүешендә аралашайыҡ, - тип баштан уҡ тәҡдим итте Фәрит Фәтих улы, - сетерекле проб-лемалар күтәреүҙән дә тартынмағыҙ, урындағы властарға йәштәрҙең уй-фекерҙәрен, тын алыштарын белеү бик тә файҙалы.
Йәштәр тартынып торманы. Осрашыу ике сәғәткә яҡын һуҙылды. Беҙ ҙә сараны һорау-яуаптарға туплап бирәбеҙ.
(№ 10)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.