» Гәзиттең номеры: 100-101

Сәйер ҡараҡ01.09.2014

Алтмыш йортло ауыл халҡы, өйҙән-өйгә йөрөп, ғәжәп хәлде аҙна тирәһе һөйләне. Ишеткән бере был хәлгә аптыраны, олораҡтары - «Әстәғәфирулла» әйтеп бот сапты. Ҡыҫҡаһы, ваҡиғаны һәр кем үҙ уй-ҡарашынан сығып фекерләне. Берәүҙәре, хеҙмәт әрмеһенән ҡасҡан үткенсе эшелер тигән фекерҙә булһа, икенселәре, үҙ кешебеҙ аслыҡ касафатынан енәйәткә еткәндер, тип фаразланы. Ҡайһылай ғына булмаһын, һарайҙан ғәйеп булған һарыҡ бәрәне - сәйер хәл ине.
Аптырарлыҡ ине шул был яңылыҡ. Өс йыл инде илдәге ауыр һуғыш осоро. Күп ғаилә ас-яланғас, көнгә-көн ялғап йәшәргә тырыша. Тол ҡатындар балаларын юҡсылыҡтан, аслыҡ биләүенән ҡотҡарырға теләп, хәләл ефеттәренең арыуыраҡ кейемен, эш йәки музыка ҡоралын, хатта ваҡ малын күрше ауылда йәшәгән урыҫтарға илтеп картуфҡа алмаштырырға мәжбүр саҡта, мә һиңә, әлеге ваҡиға ауыл кешеләрен ҡуҙғытты.
Һөйләргә оят, туған-тыумасаһыҙ көн иткән үкһеҙ йәтим әйшә әбейҙең үҫеп килгән көҙгө һарыҡ бәрәсе юғалһын әле! Нисек аптырамаһын ауыл халҡы? Быға тикле һарай-ҡура ғына түгел, хатта өйҙәр йоҙаҡһыҙ ҡалған саҡтар ғәҙәти күренеш ине ләһә.
Әйткәндәй, күрше-тирә үҙ-ара ғына хәбәрләшеп ҡалманы әле. Ғәйшә ҡарсыҡтың йортона барып һорашып, үҙ ҡолаҡтары менән ишетәһеләре килде. Шулай итеп, әйшә әбейҙең йорто «ҡабул итеү пунктына» әйләнде. Һораштылар, белештеләр, ах та ух килделәр, әбейҙе йәлләнеләр, кем эше булыуы хаҡында фекер йөрөтөп, бәхәсләштеләр.
әйшәнең ҡаршылағы күршеһе Мәстүрә: «Бурҙың кем икәне фашланһа, бер ергә ялыу яҙып тормайынса, енәйәтсене хөкөм язаһына үҙебеҙ тарттырырбыҙ», тигәнерәк тә ҡырсынып ҡуйҙы.
- Һе күрше, бер генә урлашҡан ҡараҡты табып ҡара әле башта. Бүрене аслыҡ йүгертә, тигәндәй, аслыҡ көслө, ирекһеҙҙән ҡылынған эштер, бәлки…
- Һүҙгә әйшә әбейҙең яҡын әхирәте, дини белемле Сәхип абыстай ҡушылды:
- Йән һыҙлауы теш һыҙлауынан да яман инде ул, әхирәт. Хәләл малыңды юғалтыу ауыр икәне аңлашыла. Мин шуны уйлап йөрөйөм әле. Ҡайҙа юғалды теге гел килеп йомошоңдо атҡарған Заян? Кисә диләнкәнән ағаһы йомошон йомошларға килгәйне. «Нишләптер ҡустым өйҙә юҡ, әллә белешебеҙ Маня ҡарсыҡҡа сығып киткән», - тип торҙо. Әсәһе Тәслимә, мәрхүмә, еңеләйеп йөрөп үлде ләһә, бахырҡай. Уйлайым, уйлайым да, Заян әсәһе һымаҡ яңылыша башланымы икән? - тип тә ҡуям. Ул, мәхлүктең, биғәләш холҡо булғылай, тиҙәр бит. Аҡылға еңеләйеп йөрөһә, Заяндың эше түгелме әле, тим, әхирәт.
- Юҡ, юҡ, унан булмаҫ. Эшемде эшләһә, сәйгә лә рәхмәттәр әйтеп ҡайта ул. Тағы эшең булһа, үҙемә генә әйтерһең, тигән була, бисара.
(№ 100-101)

«Аллаһты күрһәтһәң, мин дә ышанырмын…»01.09.2014

Татарстан республикаһында сыҡҡан баҫманан иман көсө хаҡында мәҡәлә уҡыным. Фәһемле хикәйәт менән «Яйыҡ» уҡыусыларын да таныштырырға теләйем.

Ислам Әғзәм Әбү Хәнифәнең балалыҡ йылдары ине. Аллаһтың барлығына ышанмаған, һәр нәмәне тәбиғәт тарафынан бар ителгән тип һөйләп йөрөгән һәм яйы сыҡҡан һайын ғалимдар менән бәхәсләшә торған бер динһеҙ кеше бер ваҡыт Күфә ҡалаһына килеп сыҡҡан (хәҙерге Сирияла).
Үҙенең боҙоҡ фекерҙәрен башҡаларға тағырға маташҡан был динһеҙ бәндә Күфә ҡалаһы ғалимдары менән дә бәхәс ҡорорға теләгән. Уның был ҡылығына мосолмандар көлөп ҡараған: «Беҙҙең арала бер ғалим бар. Ул әлегә кесе йәштә. Әгәр бәхәстә уны еңә алһаң, беҙҙең оло ғалимдарыбыҙ менән дә көс һынашып ҡарарһың,» - тип яуаплағандар.
(№ 100-101)

Яҙмышыңа хужа бул01.09.2014

Яҙмышыңа хужа булТормошоң нимәнән ғибәрәт, унан нимә көтәһең һәм үҙең был донъяла ниндәй роль үтәйһең - былар хаҡында журналист Сара Бан Бреатнах та 1991 йылдың 31 декабрендә «Вашингтон Пост» журналында донъя күргән мәҡәләһендә ошо юҫыҡтағы уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. Ҡәләм оҫтаһы уҙған быуаттың 90-сы йылдарында киң тарала башлаған күренеш - дауншифтинг тураһында яҙа.

Дауншифтинг - «үҙең өсөн йәшәү», күңелеңә ятмаған, сит-ят тарафынан тағылған маҡсаттарҙан баш тартыу» кеүек тормош фәлсәфәһен аңлатҡан термин. Инглиз теленән ниндәйҙер процесты яйлатыу мәғәнәһендә тәржемә ителә.
Үҙен дауншифтер тип иҫәпләгәндәр йәмғиәт менән пропагандаланған бай тормошҡа ынтылыуҙан туҡтай, үҙе йәки ғаиләһе өсөн йәшәүҙе өҫтөн күрә. Мәҫәлән, Рим императоры Диоклетиан властан китеп, бөтөнләйгә поместьеһына ҡайтып китә. Уны кире власҡа килергә ни тиклем генә өгөтләмәһендәр, элекке император риза булмай, өҫтәүенә: «Минең ниндәй кәбеҫтә үҫтергәнемде күрһәгеҙ, башымды буш нәмә менән ҡатырмаҫ инегеҙ», - тигән.
(№ 100-101)

Яңы уҡыу йылында - яңы үҙгәрештәр01.09.2014

Яңы уҡыу йылында - яңы үҙгәрештәрЙәйге каникулдар күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Уҡыусылар, студенттар, ата-әсәләр йыйған көстәрен туплап яңы уҡыу йылына аяҡ баҫырға әҙерләнә. Сентябрь башланғас та мәғариф өлкәһен ниндәй яңылыҡтар көтә - һүҙебеҙ ошолар хаҡында.


Инша кире ҡайтарыла. Ул - рус теле һәм әҙәбиәте буйынса БДИ-ға ҡағылмаған айырым имтихан буласаҡ. 1 сентябргә Мәғариф һәм фән министрлығы эксперттары инша темаларының яҡынса 5 йүнәлешен тәҡдим итергә ниәтләй. Инша декабрь айында яҙыласаҡ. Инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар уның урынына изложение һайлай ала. Барыһы ла ғәҙел үтһен өсөн һәр ваҡыт бүлкәтенә айырым темалар комплекты ҡаралған. Инша өсөн баһалар түгел, ә «зачет» ҡуйыласаҡ. Бирә алмаған хәлдә имтиханды яңынан тапшырыу мөмкин - февраль йәки апрель-май айҙарында. Зачет алмайынса БДИ-ға рөхсәт булмаясаҡ.
(№ 100-101)

Именлек һағында01.09.2014

Именлек һағындаРФ Президентының былтыр ҡабул иткән Указына ярашлы, быйыл 31 август тәү тапҡыр Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Әйткәндәй, христиандарҙың Флор һәм Лавр көнөнә тура килә. Был әүлиәләрҙең әруахтары йорт малын ҡурсалай, тип ышаналар. Нисек кенә булмаһын, ауыл халҡы йәшәйеше мал аҫрауға үтә тығыҙ бәйле, шуға ла был датаға тейешле әһәмиәт биреү зарур.

Төбәгебеҙҙә 33-34 мең баш һыйыр малы, 6 мең самаһы йылҡы, 25 меңгә яҡын һарыҡ-кәзә аҫрала. Ә малҡайҙарҙың именлеге һағында тороусылар, ветеринарҙарға фельдшер менән санитарҙарҙы, хужалыҡ белгестәрен ҡушып иҫәпләгәндә лә, йөҙ кешенән артмай. Ошо һандан сығып ҡына ла, эштең ни ҡәҙәр күләмле икәнлеген күҙ алдына килтереү ҡыйын түгел.
«Учалы ветеринария станцияһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы составына 11 ветеринария участкаһы, 1 ветпункт һәм 4 дауалау йорто (лечебница) инә.
(№ 100-101)

Ситтә ҡалмайыҡ!01.09.2014

Ситтә ҡалмайыҡ!Алдан иғлан итеүебеҙсә, 28 август редакция гәзит уҡыусылар менән территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Зәки Билалов араһында тура телефон бәйләнеше ойошторҙо. Халыҡ әүҙемлек күрһәтте, тик бәғзе яҡташтарыбыҙ үҙҙәре менән таныштырмағас йә исем-шәрифтәрен гәзиткә яҙмауҙы һорағас, береһенекен дә күрһәтеп тормаҫҡа булдыҡ. Быныһы мөһим дә түгел инде, бар маҡсат - республикабыҙ тормошонда иң әһәмиәтле ваҡиға көнө еткәнсе, бер генә лә аңлашылмаған һорау ҡалмаһын. 14 сентябрь - барыбыҙ ҙа Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауға!

Беренсе шылтыратыу Көсөк ауылынан яңғыраны. Һорау бирелмәһә лә, һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән стенограмманан төшөрөп ҡалдырырға ҡыйманыҡ.
-Һаумыһығыҙ. Әлбиттә …………. кандидатураһына тауыш бирәсәкмен (фамилияны күрһәтергә хоҡуғыбыҙ юҡ. Агитация итеп баһаланасаҡ. - Ред.). Тормошобоҙ шөкөр итерлек. Пенсияһы ваҡытында түләнә, юл идаралығы начальнигы Морат Илһамов юлыбыҙға таш түшәтте, электр селтәрҙәре хужаһы ариф Әйүпов хәленән килгәнсә ярҙам итергә генә тора. Район етәкселегенә бер генә үпкәм дә юҡ. Халыҡ тип тырышҡас, рәхмәт инде, балаҡайҙар! Донъяларыбыҙ ғына имен булһын.
(№ 100-101)

Был донъяла ниҙәр бар?01.09.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* РФ Көнбайыш илдәренән айырым төр аҙыҡ-түлекте алыуҙан баш тартҡас, АҠШ дәүләт департаменты, улайһа, һеҙ ҙә Рәсәйгә һатмағыҙ, тип Көнсығыш илдәренә ялбарып ҡараны. Әммә ауыҙға килеп эләккән ҡалъяны кире төкөрөргә алйот түгелдәр шул, Ҡытай ҙа, Корея ла, Сингапур менән Малайзия ла үтенесте ҡырҡа кире ҡаҡтылар. Ә Һиндостан эшҡыуарҙары берекмәһе президенты Сэмми Котвани әфәнде: «Кемдең кем икәнлеген күреү өсөн санкциялар файҙалы булғандыр. Беҙ Рәсәйҙең һыналған дуҫтары. өмүмән, БРИКС илдәренә тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлек итеп, ҡеүәтле альянс булдырырға кәрәктер », - тип сығыш яһай.
…ә санкциялар ике осло шул. Ҡайҙа ҡуйырға белмәгәнлектән 20 тонна АҠШ-та етештерелгән тауыҡ итен ошо арала Ҡаҙағстан сиге аша йәшерен рәүештә индерергә аҙапланып ҡарағайнылар, сик һаҡсылары тотоп кире борҙо. Ҡаҙағстан властарына уяуыраҡ булыуҙарын һорап рәсми хат ебәрелә.

* Илдә тормошто күсәренән сығарыу, бәлки, кемгәлер «ҡыҙыҡ» та булып күренгәндер, кемдер ихлас күңелдән тормош яҡшырыр, тип тә өмөтләнгәндер. Ләкин ыҙғыш-талаштың аҙағы билдәле инде. Ҡот ҡасҡан Украинанан быйыл Польшаға ғына 181 мең кеше гастарбайтер булып киткән. Күбеһе - милли ғорурлыҡтарына сыҙаша алмай тилергән Көнбайыш Украинанан, ти.
(№ 100-101)

Интенсив терапия кәрәк!01.09.2014

Интенсив терапия кәрәк!Ошо көндәрҙә район һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы президиумының киңәйтелгән ултырышы үтте. Көн тәртибендәге төп мәсьәлә - медицина хеҙмәтләндереүе һәм дарыуҙар менән тәьминәт кимәле.
Үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рәмил ибәҙәтовтың сығышындағы мәғлүмәттәр бөтә гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ, ҡыҫҡаса ғына яҙып китәйек.


Дауахана үҙ аҡсаһына поликлиникала ремонт үткәрҙе. Аңлатма бирергә кәрәктер - элек муниципаль учреждение статусында булһалар, һуңғы 2 йыл Һаулыҡ һаҡлау министрлығы составында дәүләт автоном учреждениеһы. Финанслауҙың сама менән 80 проценты - медицина страховкаһы фондынан, 10 проценты - бюджеттарҙан, 10 проценты - бюджетҡа ҡарамаған сығанаҡтарҙан (спонсорҙар, дауаханалар үҙҙәре эшләп алған аҡса).
(№ 100-101)

Автобустар килде01.09.2014

Автобустар килдеТығыҙ, төҙөк булмау арҡаһында ҡышын һыуыҡ, йәйен тынсыу йәмәғәт транспортында йөрөү берәүҙең дә күңеленә хуш килмәй. Ошоларҙы иҫәпкә алып «Башавтотранс» предприятиеһының Учалы АТП-һы филиалы ҡала-район халҡы өсөн өр-яңы автобустар һатып алды. Үткән йыл ҡала юбилейы айҡанлы бүләк ителгән 4 автобусҡа бөгөн тағы унау өҫтәлде. Уларҙың барыһы ла «Паз» маркаһына ҡарай. Автобустарҙың асҡысын АТП водителдәренә тантаналы рәүештә хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов тапшырҙы.

Әлеге көнгә Учалы АТП-һы 20 ҡала яны һәм 5 ҡала-ара маршруттары буйынса 62 дана транспортта халыҡты хеҙмәтләндерә. Яңы «Паз»дар лизинг схемаһы буйынса АТП аҡсаһына һатып алынған. Филиал директоры Фәнүз Шаймарҙанов белдереүенсә, бер автобустың хаҡы 1,5 млн һум тора.
- Автопаркты яңыртыу 15 млн һумға төштө, шуларҙың 3,5 миллионын түләнек. Ҡалғанын 2,5 йыл эсендә ҡайтарып бирергә иҫәп тотабыҙ. Ун автобустың өсөһө Белорет филиалына йүнәлтеләсәк, икеһе ҡала халҡын хеҙмәтләндерәсәк, ҡалғандары Учалы (2 автобус), Илсеғол, Вознесенка, Ҡолош ауылдары маршруттары буйынса нығытыласаҡ. Элекке автопарк иҫкергән ине. Уңайлыҡтарҙың булмауы, бигерәк тә «Мерседес»тарҙа тығыҙлыҡ мәсьәләһе арҡаһында кешеләрҙән йыш ҡына ризаһыҙлыҡ һүҙҙәрен ишетергә тура килә.
(№ 100-101)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.