» Гәзиттең номеры: 100

Исеме мәңгеләштерелде16.12.2016

Беҙҙең Учалы ере элек-электән һоҡланырлыҡ, үрнәк алырлыҡ шәхестәргә бай булды. Тарихҡа ингән ихтилалдар башлыҡтары, һуғыш һәм хеҙмәт геройҙары, мәшһүр сәсәндәр, сәнғәт әһелдәре, ғалимдар, яҙыусылар, журналистар... Һанап бөтөрлөк тә түгел. Шуларҙың береһе хаҡында ғына һүҙ алып бармаҡсымын.
Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы 1948 йылдың 1 ғинуарында Сораман ауылында тыуған. 1969 йылда БДУ-ның филология факультетын та-мамлағас, Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып хеҙмәт юлын башлай. 1971-1973 йыл-дарҙа Үзбәк ССР-ы Фәндәр Академияһының А.С. Пушкин исемендәге Тел һәм әҙәбиәт институтының тикшеренеүсе-стажеры. Унда ул төрки яҙма ҡомартҡыларҙың мәғәнәһен аңлатыу методикаһын үҙләштерә. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Акаде-мияһы Президиумының баш ғилми сәркәтибе, 1995 йылдан мөх-бир ағзаһы, филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994), Рәсәй Федерацияһы гуманитар Фәндәр Академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994), БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ-мәткәре (1986).
(№ 100)

Исеме халыҡ хәтерендә16.12.2016

Исеме халыҡ хәтерендә 8 декабрҙә Учалы филармонияһында Башҡорт халҡының автономия алыуына күп көс һалған, ҡаһарман полководец, легендар комбриг, дәүләт эшмәкәре булып танылған яҡташыбыҙ Муса Лут улы Мортазиндың тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған «Башҡорт автономияһының барлыҡҡа килеүе, тарих һәм ысынбарлыҡ» тип исемләнгән фәнни-ғәмәли конференция булып үтте. Сара Учалы районы хакимиәте, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты һәм Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллеге менән берлектә ойошторолдо.
Шәхестең юбилейына яҡташтарыбыҙ ентекле әҙерләнгән. Филармония ҡаршыһында Мортазиндың фотоһы һәм һүҙҙәре яҙылған матур баннер элгәндәр. Килгән ҡунаҡтар араһында ша-ярыу ҡатыш, Ленин ба-бай һәйкәле урынына Мортазиндыҡын ҡуй-һалар бигерәк тә шәп булыр ине, тигән тәҡдим дә яңғыраны. Иң мөһиме - һәйкәлде эшләтһендәр генә, ҡуйырға урын та-былыр ул.
(№ 100)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.