» Гәзиттең номеры: 101

Халыҡ өсөн бик кәрәк19.12.2017

Илсеғол участка дауаханаһында физиотерапия бүлмәһенең ябылыуы (бынан 10 йыл элек) халыҡтың бәкәленә ифрат ныҡ һуҡты.
Депутат булып һайланғас, өҫтәүенә социаль-гуманитар комиссия рәйесе булараҡ, ошо бүлмәне тергеҙеү, халыҡҡа файҙа килтереү уйы тынғылыҡ бирмәне.
Беҙҙең дауаханаға ун ике ауыл халҡы беркетелгән. Ололарҙың, инвалидтарҙың Туңғатар амбулаторияһының физиотерапия бүлмәһенә йөрөй алмаясаҡтары көн кеүек асыҡ ине.
2016-20-17 йылдарҙа йыйылыштарҙа физиотерапия бүлмәһен яңынан асырға кәрәклеге тураһында сығыш яһаным. Үҙәк ҡала дауаханаһына йөкмәткеле хат менән мөрәжәғәт иттем. Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенкоға ла хат яҙҙым. «Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина килә, уға мөрәжәғәт итергә теләйһегеҙме?» - тигәс, шатландым, мәсьәләнең ыңғай хәл ителеренә ышанысым бермә-бер артты.
(№ 101)

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән19.12.2017

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмәнРәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017» премияһын биреү тантанаһында киләһе йылды Ирекмән йылы итеп билдәләү тураһында иғлан итте, был хаҡта Указға ҡул ҡуйҙы.
Был сарала яҡташыбыҙ Анна Мөхәмәтйәрова ла ҡатнашыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
- «Башҡортостан йәнлектәрҙе һаҡлау» төбәк йәмәғәт ойошмаһының волонтерҙар мәктәбе етәксеһе һәм БР Йәмәғәт Палатаһының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриә һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы эксперты булараҡ, 4-6 декабрҙә Бөтә Рәсәй ирекмәндәр форумында ҡатнаштым, - тип бәйән итте беҙгә Анна, - Былтыр үҙем «Рәсәй ирекмәне - 2016» конкурсында еңеүсе булғайным, быйыл да сара бик сағыу, күләмле һәм тулҡынландырғыс итеп ойошторолдо.
(№ 101)

Был донъяла ниҙәр бар?19.12.2017

Был донъяла ниҙәр бар? АҠШ президенты Дональд Трамп  Айҙы йәнә тикшерә башлау, кеше осороу тураһында директиваға ҡул ҡуйҙы. Уйлап ҡараһаң, ысынлап та, сәйер - башта Ер юлдашын үҙләштереү уңышлы башлана ла программа 1972 йылда тулыһынса туҡтатылған була. Әллә сит планета цивилизацияларына инаныусылар дөрөҫөн һөйләйме, йәғни, космоновтарыбыҙҙы ниндәйҙер сит көс ҡыуып ебәргән буламы? Тик шуныһы бар инде - иң ышаныслы космос караптарының моторҙары тик Рәсәйҙә яһала, ә хәҙер ике ил араһында санкциялар кәртәһе.

БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары федераль законға үҙгәрештәр ин-дереү тәҡдиме өҫтөндә эшләй. Баҡһаң, РФ Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерелеп, 2017 йылдан балаға исем биргәндә вазифа, титул, һөнәргә ишара яһаған һүҙҙәрҙе ҡулланыу тыйылды. Закон сығарыусылар «Князь мира» йә «Принцесса расцвета» кеүек «тоҙһоҙ» исемдәрҙе күҙ уңында тотһа, беҙҙә был тыйыуға инерлек Әмир, Хан, Солтандар күп. Шуға ла йолаға ингән беҙҙең «титул-исемдәрҙе» ҡалғандарҙан айырыу зарур.
(№ 101)

Байрамдар тыныс үтһен19.12.2017

Байрамдар тыныс үтһенТиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп алған сихри Яңы йыл етәсәк.
Мәҙәниәт усаҡтарында, мәғариф учреждениеларында күңелле кисәләр һәм иртәлектәр, мауыҡтырғыс конкурс-ярыштар ойошторолор. Байрамдар яҡшы, әлбиттә, шулай ҙа именлек, хәүефһеҙлек кеүек төшөнсәләрҙе лә оноторға ярамай. Мәҫәлән, ауыл эсендәге юлдарҙы, мәктәп, клуб, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эргәһен ҡарҙан таҙартыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмаһалар ине. Был иң элек махсус техника - янғын һүндереү, ашығыс ярҙам машиналары иркен үтә алһын өсөн эшләнә. Ҡышҡы каникулдар ваҡытында, балаларҙы транспорт менән экскурсияларға йөрөткәндә, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәү ҙә көнүҙәк булып ҡала.
Ауыл ултыраҡтарында халыҡ дружиналары хасил булһа, оҙайлы байрам ваҡыттарында әллә күпме күңелһеҙ осраҡтарҙы, шул иҫәптән террористик юҫыҡтағыһын да, иҫкәртеп буласаҡ бит.
(№ 101)

Ҡайҙа ҡиммәтерәк?19.12.2017

Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы саҡырыу иң ҡиммәте?
Мәскәүҙә иң ҡиммәте икән. Уртаса хаҡ 3100 һумға етә. Икенсе баҫҡыста - Санкт-Петербург. Бында Ҡыш бабай хеҙмәте уртаса 2300 һум тора. Тәүге өс ҡала исемлегенә Өфө лә инә - «ҡыш тылсымсыһын» саҡырыу 1600 һумға төшә.
Учалыла уртаса 700-1200 һум самаһы аҡса талап ителә.
(№ 101)

Асылымды таптым20.12.2016

Хәмбәлиева Наилә Нәжип ҡыҙы 1966 йылдың 22 июнендә Учалы районының Наурыҙ ауылында доньяға килгән. Урта мәктәпте 1983 йылда тамамлай.
Профессиональ белемде Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ала. 1988 йылда, уҡыуҙы бөткәс, йүнәлтмә буйынса Яңы Байрамғол ауылына «Байрамғол» совхозының 7-се бүлексәһенә бухгалтер ярҙамсыһы итеп ебәрелә. 1989 йылда шул ауылдың егете Хәмбәлиев Нәғимгә тормошҡа сыға. 1992 йылда, «Байрамғол» совхозынан айырылып, «Яңы Байрамғол» совхозы барлыҡҡа килә. Наиләне совхоздың баш бухгалтеры итеп тәғәйенләйҙәр. 2000 йылға тиклем ошо вазифаны биләй. 1996-2000 йылдарҙа Башҡорт аграр университетында ситтән тороп экономист һөнәрен үҙләштерә.
2005 йылдан Яңы Байрамғол ауыл Советында эшләй. Башта ер эштәре буйынса белгес, 2010 йылдан 2016 йылға тиклем (хаҡлы ялға сыҡҡансы) эштәр менән идара итеүсе булып хеҙмәт итә. Ситтән тороп юрист һөнәрен үҙләштерә. 2015 йылда шиғырҙар яҙа башлай. Быйыл «Башҡортостан ҡыҙы» иғлан иткән «Әсә йөрәге» шиғырҙар конкурсында беренсе урын яулай. Наилә Нәжип ҡыҙы - Учалы яҙыусылар ойошмаһының әүҙем ағзаһы. Ошо көндәрҙә уның «Асылымды таптым» тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.
Әҙәбиәт һөйөүселәр иғтибарына Наиләнең шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.
Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе.

Башкирия түгел!
Башҡортостан!
Быуаттарҙы быуаттарға ялғап,
Халҡым булған көрәш юлында.
Йырын һуҙған милләтемде данлап,
Уҡ-ҡылысы булған ҡулында.

Уралымдың мәғрүр ҡаялары
Салауаттың рухын һаҡлайҙар.
Батыр аманаты - васыяты
Беҙҙең дәүерҙә лә хаҡ, тиҙәр.
(№ 101)

Иҫтамғолдар ҙа ҡушылды20.12.2016

Иҫтамғолдар ҙа ҡушылды«Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы дауам итә. Миндәктәр эстафета таҫмаһын Уральск ауыл Советына тапшырған ине. Оҙаҡ көттөрмәй, Иҫтамғол ауылы мәҙәниәт йортона гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осрашыуға юлландыҡ. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, бында ла беҙҙе йыр-гармун, йор һүҙҙәр менән бик йылы ҡаршы алдылар.
Уральск ауыл Советына Уральск, Баҙарғол, Иҫтамғол, Ишкен һәм Октябрьск ауылдары ҡарай. Бөтәһе 3 меңдән ашыу кеше көн итә. Ауыл Советы хакимиәте башлығы - Фәнил Әхмә-ҙиев. Иҫтамғолдоң үҙендә иһә 64 йорт иҫәпләнә.
(№ 101)

Уңыш әүештәргә йылмайҙы20.12.2016

Уңыш әүештәргә йылмайҙыАлдан иғлан иткәнебеҙсә, яҡташыбыҙ, һәләтле йырсы Ирек Ноғомановтың «Шаулай урман» исемле концертында гәзитебеҙ подписчиктары араһында приздар отторҙо. Тамашасылар өсөн икеләтә байрам булды: концерттан ял минуттарын, ә яратҡан баҫманан бүләктәр алдылар. Лотереяла ҡатнашҡан берәү ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы, төп бүләктәрҙе алыусыларҙан башҡа ҡалғандарға 2017 йылға «Яйыҡ» календарҙары тапшырылды.
Тәүгеләрҙән булып Рәйлә Шакированың квитанцияһы сыҡты. Яратҡан артисының кон-цертын ҡарайым тип ул Ҡунаҡбай ауылынан килеп еткән. Рәйлә Әмирхан ҡыҙы 72 йәше менән бара. Дүрт бала әсәһе: ике ҡыҙы, ике улы бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы ғаиләле, матур итеп донъя көтәләр. Бөгөн Рәйлә апай ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә өләсәй.
(№ 101)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.