» Гәзиттең номеры: 103-104

Кейеҙ баҫыу - бәхет баҫыу09.09.2014

Кейеҙ баҫыу - бәхет баҫыу Заман телен ҡайһы саҡ аңлауы ҡыйын. Берәйһе эре генә: «Минең хобби - хенд-мейд, фелтингҡа өҫтөнлөк бирәм», - тип хәбәр һалһа, ҡаушап китмәгеҙ. Буш ваҡытта ҡул эштәре менән булышам, кейеҙ баҫам, тип аңларға кәрәк. Фелтинг менән шөғөлләнеүселәр доньяла күп икән хәҙер - һарыҡ йөнөнән биҙәкле туҡыма, йомшаҡ уйынсыҡ, панно, төрлө декоратив элементтар, кейем-һалым һәм аксессуар яһап кинәнәләр. Әйткәндәй, был эштәрҙең оҫтаһы, билдәле рәссам Наил Байбурин кейеҙҙе Башҡортостандың бренды (символы) итергә лә тәҡдим итә ине. Һәм нигеҙһеҙ түгел - башҡалар яңы өйрәнһә, башҡорттарҙа кейеҙ баҫыу шөғөлө борондан юғалмай һаҡланып килә бит.

…был юлдарҙың авторы, үҙе сабый саҡта урындыҡҡа түшәлгән кейеҙ өҫтөндә шыуышып үҫкән һуңғы быуын вәкиле булараҡ, ошо көнкүреш ҡомартҡыһы тураһында ентекләберәк яҙырға булды.
5 мең йыл элек
Башта тәүтормош кешеһе ҡырағай һарыҡтарҙан ҡойолоп ҡалған һәм уҡмашҡан йөндө ҡаралды итеп файҙаланырға өйрәнә. Археологтар раҫлауынса, үҫемлек сеймалынан туҡыма яһау күпкә иртәрәк тарала. Кейеҙ беҙҙең эраға 3 мең йыл ҡалғас ҡына күренә башлай. Баҡһаң, ныҡлы кейеҙҙе һарыҡ йөнөнән генә яһап була икән. Тап унда ғына кутикула тигән сайырлы тиресәнең өлөшө күп. Кейеҙ баҫҡанда ошо кутикулалар бер-береһенә уҡмашып-йәбешеп бөтөн туҡыма барлыҡҡа килтерә. Тап шуға көҙ ҡырҡылған һарыҡ йөнөнә өҫтөнлөк бирелә, сөнки унда сайыр күберәк була. Ә ҡырағай һарыҡтың йөнөндә был кутикулалар аҙ булған, йорт һарыҡтары пәйҙә булғас ҡына кейеҙ баҫыуға ныҡлап тотоналар. Кеше тәүҙә ат һәм этте эйәләштереп, һуңынан ҙур һарыҡ көтөүҙәре үрсетә башлай. Шөғөл өсөн йөн күп кәрәк бит инде, бәләкәй генә тирмә өсөн дә, кәмендә 100 килограмм талап ителә, ти.
(№ 103-104)

Капиталды нисек файҙаланабыҙ?09.09.2014

Капиталды нисек файҙаланабыҙ?«Әсәлек капиталын тиҙ арала!» «Әсәлек капиталы бер сәғәт эсендә!» «Әсәлек капиталын бөгөн үк аҡса итергә теләйһеңме? Һеҙҙән тик паспорт һәм сертификаттың күсермәһе генә кәрәк». Ошондай иғландарҙы хәҙер Интернет селтәрендә, туҡталыштарҙа, урамдағы бағаналарҙа, реклама гәзиттәрендә күп күрергә була.

Хөкүмәттең бер мәртәбә икенсе (өсөнсө һ.б.) сабыйҙар өсөн бирелгән Әсәлек капиталы тәүҙә 250 мең һумды тәшкил итә ине. Хәҙер ул яҡынса 430 мең һумға барып етте. Әсәлек капиталын, мәғлүм булыуынса, балаларҙы уҡытыуға, пенсияның тупланма өлөшөнә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, йәғни фатир һатып алыу йәки өй һалыуға ғына йүнәлтеп була. Әммә ҡайһы берәүҙәр Әсәлек капиталын тиҙерәк ҡулаҡсаға әйләндерергә теләй. Әлбиттә, закон буйынса капиталды аҡса килеш алыу ҡәтғи тыйыла. Ләкин төрлө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙең, көндән-көн арта барған яңы банктарҙың законһыҙ рәүештә табыш алыу маҡсатында сертификатты аҡсалата алырға ярҙам итеүҙәре бер кемгә лә сер түгел.
(№ 103-104)

Иртәгәһен уйлайҙар09.09.2014

Иртәгәһен уйлайҙарЯңы уҡыу йылы башланды, урта мәктәпте тамамлаған егет-ҡыҙҙар уҡыу йорттарына таралышты. Ҡайһы берәүҙәр 9-сы кластан һуң уҡ киләсәген хәл итергә өлгөргән. Улар нигеҙҙә техникумдарға, һөнәрселек училищеларына уҡырға ингән. Районыбыҙҙың 98-се һөнәрселек училищеһы I курсҡа 50 бала ҡабул иткән, төркөм тулы түгел, планға ярашлы тағы 50 уҡыусы алырға кәрәк. Яҡын арала планды үтәрҙәренә өмөт бар. Көҙөн байтаҡ егеттәр хәрби бурысын үтәп ҡайта. Уларҙың күбеһе һөнәр алыу маҡсатында тап был уҡыу йортона мөрәжәғәт итә.

Һөнәрселек училищеһы хеҙмәткәрҙәре бөгөнгө көн менән генә йәшәмәй, иртәгәһенә ҙур өмөт бағлайҙар. Белем биреү учреждениеһын ябыу, уны техникум менән берләштереү тураһында хәбәрҙәр күптән йөрөй. Шуға ҡарамаҫтан, учреждение етәксеһе лә, уҡытыусылар ҙа күңелдәрен төшөрмәйҙәр. Уҡыусыларға ныҡлы белем, тәрбиә биреү өсөн тырышалар. Уҡыу йортон тамамлаған комбайнсылар, водителдәр, механизаторҙар, иретеп йәбештереүселәр районда ғына ҡалмайҙар, сит ҡалаларҙа ҙур предприятиеларҙа, Себер тарафтарында лайыҡлы эшләп йөрөйҙәр. Ҡайһылары училищены тамамлағандан һуң уҡыуҙарын артабан юғары уҡыу йорттарында дауам итәләр.
(№ 103-104)

Сәйер ҡараҡ09.09.2014

(Дауамы. Башы 100-101-се һандарҙа)
… Батманы Заян. Көнө бөтмәгән, мәхлүктең. Әлеге уны иҫке, ялбыр туны үлем ҡосағынан тартып алды. Һарыҡ тиреһенән тегелгән тун ныҡлап һыу һеңдереп тә өлгөрмәне, тәүге боролошта уҡ көслө тулҡын сайҡалышы яр ереклегенә этәрҙе. Заян үҙе лә юғалып ҡалманы, сос хәрәкәттә муйыл ботағын эләктерә алды. Яйлап ботаҡ буйлап үрмәләне һәм икенсе муйыл ағасына йәбеште…
Был урында һай ине. Бер нисә аҙымдан һуң ул ҡоро ергә ятып ауҙы. Оҙаҡ ятманы - торҙо. «Нисек тә Маня апайға барырға кәрәк!» - тигән уйҙа туҡталды. Ҡайҙа атлап, ҡайҙа йүгереп, ҡатҡан тәненә ҡан йүгертте һәм төш ауыуға ниәтләгән урынға барып етте.
Үҙ ауылында ағаһы хәбәрҙәренә әллә ни иғтибар булманы, тиерлек. Дөрөҫөн әйткәндә, кем ҡайғыһы кемгә хәжәт заман ине бит. Аҙ инеме йәш ғүмерҙәре ҡыйылғандар…
«Бахыр ғына, ҡайҙарҙа юғалып йән бирҙе икән?» - тип үҙ-ара гәпләшкән әбей-һәбейҙән башҡалары әллә ни борсолоу һүҙҙәре ҡуҙғалтманы. Быға һис тә аптырарлыҡ түгел, сөнки һәр кемдең үҙ ҡайғы-хәсрәте, ауыр кисерештәре, хәстәрлектәре һанап бөткөһөҙ ине, әлбиттә. Замана тәьҫире, йән әрнеткес аслығы һәм башҡа етешһеҙлектәре халыҡтың дәрт-дарманын һүрелдергәйне.
…Маня ҡарсыҡ мунса яғып, белгәненсә төрлө ҡыр үләндәрен эҫе һыуҙа ебетеп, ағас мискәлә Заянды бер нисә тапҡыр ултыртып, кеше рәтенә еткерҙе тәки. Бер ҡайҙа сығып йөрөмәй, Заян әбей йортон һәм ҡыйыҡлы йылы мал ҡураһын тәртипкә килтерҙе, ҡыштан ҡалған тиҙәкте картуф баҡсаһына ташып түгеп таратты.
Балаһыҙ, ире фин һуғышында һәләк булған ҡатын егет ярҙамын, төрлө йомошон атҡарыуынан һөйөнөп бөтә алманы, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙе. Хатта үҙ алдына «Хоҙай теләге шулайҙыр» тип һөйөндө. Бесән әҙерләүе лә һәләк уңайлы булды. Башҡа бер кемде ялламай икәүһе ҡышлыҡ бесән әҙерләй алдылар.
Әбейҙең теле асылып китеп, үҫмер егеткә атаһы хаҡында байтаҡ яңылыҡтарҙы һөйләп ишеттерҙе:
- Атайың ифрат егәрле ине. Леспромхозда гел алдынғылар рәтендә йөрөнө. Ирем менән бер бригадала эшләп алдылар. Тап ана шул ваҡытта беҙ «знакум» булыштыҡ. Һин бәләкәй саҡта атайыңды ағас баҫып үлтерҙе. Һеҙҙе олатайың Сафа вафатына ҡәҙәре ҡарашты. Әсәйең өс бала менән ҡалғас, атайыңа ныҡ ҡайғырыуҙан, күрәһең, ауырыуға һабышты, - ти торғайнылар ауыл кешеләре.
(№ 103-104)

Изгелектәре үҙҙәренә ҡайтһын09.09.2014

Беҙ туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, күршеләребеҙ менән тиҫтәләрсә йылдар йәнәшә йәшәйбеҙ. Уларҙың яҡшы, кире ҡылыҡтарына өйрәнеп бөткәнбеҙ, шулай кәрәк кеүек ҡабул итәбеҙ. Ә уйлай китһәң һәр кеше тураһында күп яҡшы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Мин гәзит уҡыусыларҙы юбилярҙар - ветеран-уҡытыусы Зифа Фәхретдинова, эшҡыуар Кәриб Бжоян, ҡустым Ильяс Зарипов менән таныштырмаҡсымын. Өсөһө лә минең тормошомда ҙур роль уйнаған, минең генә түгел ауылдаштарымдың һәр береһенә яҡшы йоғонтоһо булған шәхестәр.

Февраль айында беҙҙең уҡытыусыбыҙ Зифа Фәхретдиноваға (Бузыкаева) 85 йәш тулды. Ул Вазифа һәм Миңғата Фәхретдиновтарҙың ҙур ғаиләһенә шатлыҡ өҫтәп Күгәрсен районы Үрге Бикҡужа ауылында донъяға килә. Бынан 65 йыл элек төпкөлдә ятҡан Малай Муйнаҡ ауылына уҡытыусы булып килә институт тамамлаған ерән сәсле татар ҡыҙы. Ул башҡорт балаларына башҡорт телен уҡыта. Ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша йәш уҡытыусы. Ауыл егете, Бузыкай кантон ейәне Салауат менән матур итеп сәхнәлә Ғәлиәбаныу менән Хәлил булып уйнайҙар улар. Аҙаҡтан Салауат ағай менән сәстәрен сәскә бәйләп, 50 йылдан ашыу ғүмер иттеләр. Ә сәхнәлә уларҙың уйнағанын Малай Муйнаҡ халҡы әҫәрләнеп хәтерләр ине. Улдарына Хәлил тип исем ҡушалар, ә килендәре Ғәлиә исемле. Зифа апай менән Салауат ағай тағы ике ҡыҙ үҫтерҙеләр, ҡыҙҙары икеһе лә Өфөлә йәшәй. Балаларын башлы-күҙле итеп үҙ аллы тормош юлына сығарып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана Зифа Ғата ҡыҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Салауат ағай 2011 йылда яҡты донъяларҙан китеп барҙы. Ул механизатор, страховка агенты булып эшләне, йор һүҙле, алсаҡ күңелле кеше ине. Уҡытыусы булмаһа ла, беҙҙе - Зифа Ғата ҡыҙы уҡыусыларын, һәр саҡ яҡты йөҙ, асыҡ күңел менән ҡаршыланы, ихтирам итте.
(№ 103-104)

Изге эш башҡарылды09.09.2014

Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлеләрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ мәҡәле. Тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, ваҡыт етмәүенә һылтанып, йыш ҡына мәңгелек йортҡа күскән олатай-өләсәйҙәребеҙҙе, атай-әсәйҙәребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы онотоп ебәрәбеҙ. Улар өсөн аяттар уҡытыу, ҡәберҙәрен, зыяратты тәртиптә тотоу беҙҙең бурысыбыҙ икәнде хәтеребеҙҙән сығармаһаҡ ине.

Аҡҡужа ауылының «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ауыл осондағы зыяраттың сеткаһын, бағаналарын буяу буйынса өмә ойошторҙо. Билдәләнгән көндө ауыл хакимиәте башлығы Фазила Шаймарҙанова иртәнге сәғәт ундарға буяуҙарҙы, бумалаларҙы, бирсәткәләрҙе килтереп тә еткерҙе. Өмәлә олоһо ла, кесеһе лә ҡатнашты. Оло йәштәге ата-әсәләре урынына балалары, ейәндәре килгән: Мәрйәм Шакирова апайҙың V класта уҡыусы ейәне менән ҡыҙы Зөлфиә, Мәрйәм Закирова апайҙың ҡыҙы Эльвира, Сафия Байрамғолова апайҙың ҡыҙы Зилә Ахунова ҡатнашты. Әйткәндәй, буяу алыу өсөн Зилә ике мең һум аҡса ла бирҙе. Алыҫ Себер тарафтарынан ялға ҡайтып, изге эштә ҡатнашыуына ул сикһеҙ шат ине.
Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Нурҙиҙә Ярова, Фәриҙә Әхтәмова, Сания Әхмәтова, Ғәлиә Ғәйфуллина, Гөлшат Собханғолова, Фатима Әхтәмовалар ҙә ситтә ҡалманылар.
- Зыяратҡа ҡарап эс боша ине, күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты, ҡарағыҙ, ҡалай матур була, - тип ҡыуанышып буянылар.
(№ 103-104)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.