» Гәзиттең номеры: 103

Ҡандыболаҡ Яйыҡҡа ҡушыла27.12.2016

Ҡандыболаҡ Яйыҡҡа ҡушылаШулай итеп, сираттағы «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» акцияһы Ҡоҙаш ауылында дауам итте.
Ҡоҙаштың бөгөнгө көнө тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреүҙән башлайыҡ. 131 йорт хужалығы иҫәпләнә, 448 кеше көн күрә. Балалар баҡсаһы, ауыл клубы, фельдшер пункты эшләп килә. Иң ҙур йәмәғәт бинаһы - Рәсүл менән Ҡоҙашты тоташтырып ултырған мөһабәт мәктәп. 70-ләп бала белем ала бында, 10-11-се кластарға Иманғолға йөрөтөп уҡытыу өсөн былтыр өр-яңы автобус бүленгән. Үкенес, элекке һөтсөлөк фермаһы ла, тауыҡсылыҡ фермаһы ла юҡ бында хәҙер. Халыҡ Межозерныйға, Учалы ҡалаһына, Себер яҡтарына йөрөп эшләй йә шәхси йорт хужалыҡтары иҫәбенә тамаҡ аҫрай.
(№ 103)

Был донъяла ниҙәр бар?27.12.2016

Был донъяла  ниҙәр бар?«Известия» гәзите хәбәр итеүенсә, киләһе йылдан бер ҡап тәмәкенең хаҡы 220 һумға етеүе ихтимал. Насар ғәҙәт, һүҙ ҙә юҡ, әммә ғүмер буйы тартҡан граждандарҙың барыһының да ҡапыл ғына ташлай алмаясаҡтары ла көн кеүек асыҡ. Бик күп халыҡта власҡа ҡарата ризаһыҙлыҡ көсәйәсәген сәйәсмәндәр аңламай микән? Әйткәндәй, Ель-циндың ҡуштандары 1991 йылда Рәсәйҙәге тәмәке фабрикаларын бер юлы ремонтҡа яптырып, тәмәке дефициты барлыҡҡа килтерҙе. Был, үҙ сиратында, СССР етәксеһе Горбачевҡа ҡарата халыҡ нәфрәтен артабан көсәйтте... Сәйәсмәндәр ҡайтанан бер үк тырмаға баҫырға йыйынһа, Рәсәй Эске эштәр министрлығы борсолоу белдерҙе - хаҡ саманан тыш күтәрелгәс, тәмәке күрше илдәрҙән контрабанда итеп күпләп килтерелә башлаясаҡ. Әйтерһең, халыҡтың «фанфуриктар»ҙан ҡырылыуы етмәгән, хәҙер бер ниндәй тикшереү үтмәгән, эсенә ни һалғандары билдәһеҙ сигареттар пәйҙә булыуы бик тә ихтимал шул. Ҡалған илдәрҙең тәжрибәһе тап шул хаҡта һөйләй.
(№ 103)

Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар27.12.2016

Хеҙмәте барҙың хөрмәте барЯңы йыл алдынан хеҙмәт алдынғыларын ҡотлау күптән матур традицияға әйләнгән. Ошо көндәрҙә район хакимиәтенең ҙур залында төрлө һөнәр эйәләрен тәбрикләнеләр. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре бар ине. Киләһе йылда йәнә лә һөҙөмтәлерәк эшләү, яңынан-яңы үрҙәр яулау теләген тыуҙырҙы был тантана.
Учалы районы Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов алдынғыларға федераль, республика һәм район кимәлендәге наградалар тапшырҙы. Һәр кемде яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән тәб-рикләп, ғаилә именлеге һәм эштәрендә уңыштар теләне.
- Был наградаларҙы фи-ҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән яулағанһығыҙ. Эшегеҙ менән йәмғиәткә өлгө күрһәтәһегеҙ. Әле илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, Ватанға хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәйек. Берҙәм көс менән генә был ҡыйын осорҙо лайыҡлы үтеп сығасаҡбыҙ, - тине ул.
(№ 103)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.