» Гәзиттең номеры: 104

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ29.12.2017

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙҠомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008)
Ундайҙар хаҡында тауҙар ҙа күсерергә һәләтле, тиҙәр. Эштә етәксегеҙҙе юғары сифатлы хеҙмәтегеҙ менән һоҡландырырһғыҙ. Башығыз менән мөхәббәт диңгеҙенә сумырға әҙер булығыҙ. Йыл хуҗаһы Һары Эт һезгә никах балдағы ла әҙерләп ҡуйган.
   
Үгеҙ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009)
Үгеҙ йылында тыуыусылар, ғәҙәттә үҙһүҙле, тиҫкәре, бер аҙ дорфараҡ та. Быйыл нәҡ шундай булырға кәрәк тә. Бындай сиффаттар килеп тыуған һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итер. Эш урынын алыштырыу буйынса ла тәҡдимдәр буласак. Үҙгәрештәрҙән ҡурҡып ҡалмағыҙ. Үҙегеҙҙе яңы өлкәлә лә һынап ҡарағыҙ. 
(№ 104)

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!29.12.2017

Төклө аяғың менән - Һары Эт, ырыҫлы һәм имен бул!Эт йылын өйҙә һәм иң яҡын кешеләр менән ҡаршы алырға тәҡдим ителә. Бөтә ғаилә ағзалары йыйылһа, бигерәк тә һәйбәт, шулай уҡ яҡын дуҫтарҙы ла саҡырырға мөмкин. Эт үҙен үтә шаштырып, әҙерләнеп ҡаршылағанды яратмай, байрам тип иҫергәнсе эсеүҙәр, йырлашып ултырыуҙар, шашып бейеүҙәр ҡәтғи тыйыла.

Байрам табынын
биҙәргә

Яңы йыл табынының төп һыйы булып, әлбиттә, иң беренсе сиратта йыл хужаһы яратҡан ит, һөйәк һәм эсәк-ҡарындан әҙерләнгән ризыҡтар тора. Уларҙы матур һауыттарға һалып, табын түренә урынлаштырығыҙ.
Бының менән һеҙ Этте йәһәт кенә ҡулға эйәләштереп, уның ышанысын яуллай алырһығыҙ. Һөҙөмтәһе - йылығыҙ уңышлы булыр.
Биҙәүестәр. Өҫтәлде үҙ ҡулығыҙ менән эшләгән эт һәм көсөк һындары менән биҙәргә тәҡдим ителә. Уларҙы эшләү өсөн ағас, пенопласт, ҡатырға, төҫлө ҡағыҙ һәм пластилинды ҡулланырға була. Эшләгән һындар тәрилкәләр араһына урынлаштырылһын. Шулай уҡ йыл хужаһы өсөн ыҡсым ғына оя эшләп, янына ашарға тәгәс ҡуйырға мөмкин.
(№ 104)

Йәнә шыршы балҡыны29.12.2017

Йәнә шыршы балҡыныЯңы йыл байрамы алдынан ҡаланың ял һәм мәҙәниәт паркы ҡаршыһында боҙ ҡаласығын асыу күптән инде матур традицияға әйләнгән.
Уртала биҙәлгән ҡупшыҡай әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып тора. Халыҡ, күрәһең эштән тура бында килгән. Балаларын етәкләгән ата-әсәйҙәр, оло апай-ағайҙар һәм үҫмерҙәр шыршы тирәләй тамаша күҙәтергә йыйылды.
Ябалаҡлап ҡына яуған ҡар күңелгә сихри тойғолар өҫтәй, үҙең дә һиҙмәҫтән ниндәйҙер мөғжизә көтәһең. Яңы йылға һанаулы ғына көндәр ҡалды, моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла...
Балалар гөрләшеп боҙ тауҙарынан шыуа, лабиринтта уҙышып уйнай. Әйткәндәй, һырғалаҡтарҙың һәр йәш арауығы өсөн айырым эшләнеүе яҡшы.
(№ 104)

Яңы йыл менән, дуҫтар!30.12.2016

Яңы йыл менән, дуҫтар!Уралыма, бына, йыл яңыртып,
Байрам бүләк итә ер-күгем.
Аҡ моңдарға сорнап яуған ҡарҙар
Керпектәргә элә бөртөгөн.

Шәмдәлдәрҙә, беҙҙең күңелдәрҙә
Төндәр яҡтырырлыҡ нурҙар бар.
Йөрәктәрҙе беҙҙең асып һалыр,
Күтәреп тә алыр йырҙар бар.

Һуға сәғәт!.. Матур
теләктәрҙең
Түбәһендә ваҡыт - тантана.
Ҡотлауҙарҙың йылылары йәндә
Ҡыуаныстар булып ятлана.

Күтәрәйек, дуҫтар,
байрам һыйын,
Күтәреләйек беҙ үҙебеҙ!
Яңы йылға күсһен табын йыры,
Яңы йылға күсһен һүҙебеҙ.

Именлектә беҙҙең йәшәүҙәрҙе
Ерем-күгем туйлай урамда.
Ризалатып, риза булып донъя
Яңы йылды башлай Уралда.
Хәсән НАЗАР.

(№ 104)

Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!11.09.2015

Барығыҙ ҙа - һайлауҙарға!13 сентябрь - Берҙәм һайлау көнөнә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Әһәмиәтле ваҡиға алдынан Учалы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әлфиә Ғәрифуллина менән осраштыҡ.
- Һайлауҙы ойоштороусылар кампанияның һуңғы нөктәһен ҡуйырға әҙерме?
- 24 июндә ауыл Советтары яңы состав депутаттарын һайлау тураһында ҡарар ҡабул итеү менән әҙерлек башланды. Вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалған депутат урынына ҡала ултырағының 5-се участкаһы буйынса ҡала ултырағы Советына ла ө¾тәмә һайлау үтә. 26 июлгә тиклем кандидаттар теркәлде. Ни бары 2 граждан башта теләк белдереп тә, аҙағынан кире уйланы. Береһенә шылтыратып, «Документтарҙы килтереү ваҡыты сығып бара, һуңлап ҡуймағыҙ», - тип иҫкәрткәйнек, «Уның менән булырға бушамайым!» - тиеү менән сикләнде. Һәр кемдең үҙ ирке. Шулай итеп, ауыл Советтарында 171 мандатҡа 387 кандидат, ҡала ултырағы Советында 1 мандатҡа 3 кандидат дәғүә итә.
(№ 104)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.