» Гәзиттең номеры: 105

Заман талабы - программаларҙа ҡатнашыу09.09.2014

Заман талабы - программаларҙа ҡатнашыу 4 сентябрҙә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев урындағы журналистар менән осрашып, хәҙер инде йолаға әйләнгән матбуғат конференцияһын үткәрҙе.
Ирекле темаға барған эшлекле әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.


- 8 айҙа район бюджетының килем өлөшө 107 процентҡа үтәлде. Бик мөһим күрһәткес, төбәк файҙаһына аҡса тотор алдынан, башта уны йыйып алыу шарт бит. Әммә был өлкәлә барыһы ла яҡшы тип әйтә алмайым. Мәҫәлән, тау-байыҡтырыу комбинатының ер һалымы һәм ер арендаһы хаҡын түләүҙе минималләштереү өҫтөндә эш алып барыуы урындағы бюджеттың төп сығанаҡтарының береһен кәметеүе ихтимал. Ғөмүмән, заман һалым системаһы камил түгел… Шул уҡ комбинатҡа төбәктә етештерелгән продукцияның 65-68 проценты тура килә, ә район бюджетын тулыландырыуҙағы өлөшө - 28-30 процент.
(№ 105)

Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?09.09.2014

Уңырбыҙмы, туңырбыҙмы?Һуңғы ваҡытта Украинала барған мәхшәр бар донъяны тетрәтте, уның «дауылы» беҙгә айырыуса ныҡ ҡағылды. АҠШ һәм Европа союзы илдәре Украинала барған һуғышта Рәсәйҙе ғәйепләп, сәйәси санкциялар менән берлектә иҡтисади өлкәлә лә сикләү саралары иғлан итте. Быға ҡаршы яуап итеп илебеҙ үҙ санкцияларын индерҙе. Һәм, ниһайәт, уның һөҙөмтәләре күренә лә башланы.

Президентыбыҙ Владимир Путин АҠШ-тан, Канаданан, Австралиянан, Европа союзы илдәренән аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы тыйыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Сикләүҙәр башлыса ит, һөт ризыҡтарына, йәшелсә, емеш-еләккә ҡағыла. Әммә беҙгә санкция индергән илдәрҙең етәкселәре үҙҙәренә соҡор ҡаҙыған булып сыҡты. Уңыш йыйыуҙың иң ҡыҙған мәлендә сикләүҙәр индерелеүе, Европа халҡына насар тәьҫир итте. Зәңгәр экрандарҙан күреүебеҙсә, был илдәрҙең етештереүселәре ризаһыҙлыҡ белдерә. Айырыуса Финляндия, Норвегия, Голландия быға ныҡ борсола. Элек Финляндияла етештерелгән һөт ризыҡтарының яртыһы тиерлек Рәсәйгә оҙатылған булған.
(№ 105)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.