» Гәзиттең номеры: 106-107

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»29.09.2014

«ЯЙЫҠ ҺЫЛЫУЫ»Лидиә ҒАРИПОВА

1998 йылдың 7 сентябрендә Уральск ҡасабаһында тыуған.

«Ирәмәл» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнә.

Волейбол уйнарға ярата.

Киләсәктә Лондон ҡалаһын барып күрергә хыяллана.

Әсәһен бар яҡтан да үҙенә үрнәк тип иҫәпләй.
(№ 106-107)

Әүлиәләр иленә әүлиә килә26.09.2014

Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө, Үҙәк Диниә Назараты рәйесе Шәйех-әл-Ислам Тәлғәт Сафа улы Тажетдиндың рәсми саҡырыуы буйынса Башҡортостанға Кипрҙан билдәле дин эшмәкәре, Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәттәренең килеүе көтөлә.

Башҡортостан - әүлиәләр иле. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең башҡорт халҡына күп әүлиәләр ебәргән. Кемдәр һуң ул әүлиәләр? Әүлиәләр Аллаһтың яратҡан ҡолдары, саф, изге күңелле кешеләр. Улар дин таратҡан, киләсәгебеҙ иман юлында булһын өсөн гел Раббыбыҙға ялбарып доға уҡыған. Ә Аллаһы Тәғәлә уларҙың доғаларын был донъяла ла, әхирәттә лә ҡабул итә. Әүлиәләрҙе үлгән, тип әйтергә ярамай, сөнки уларҙың рухтары һәр ваҡыт тере. Беҙҙең бурысыбыҙ - изгеләр рухтарына зыярат ҡылып, доға ҡылыу. Был әүлиә ҡәберенә табыныу түгел, беҙ тик Аллаһтан ғына ярҙам һорайбыҙ һәм уға ғына һыйынабыҙ. Тик Аллаһ ҡына беҙҙе ярлыҡай, тик Ул ғына ярҙам итә. Аллаһ ҡолдарына биргән ниғмәтте кире алмай, ә Ул беҙҙең милләткә аманат, бүләк итеп дин, гүзәл ер, тел биргән. Улар беҙҙең милли үҙенсәлегебеҙгә әйләнгәндәр, башҡа халыҡтарҙан фәҡәт шул дингә, ергә, телгә мөнәсәбәтебеҙ менән айырылабыҙ ҙа. Ата-бабаларыбыҙ быуаттар буйы шуның өсөн көрәшеп йәшәгән, меңәрләп Аллаһ юлында шәһит булған, еребеҙ улар ҡаны менән һуғарылған. Улар бер ваҡытта ла иманын һатмаған, диндәренән баш тартмаған, телдәрен, йолаларын һаҡлап, бер-беренә, Бер Аллаһҡа тоғро ҡалған. Шуны әйтер кәрәк, беҙҙең ата-олатайҙарыбыҙ борондан Наҡшбәндиә тәриҡәтендә торғандар, диндәге йүнәлеш итеп шул юлды һайлағандар. Мәҫәлән, милләтебеҙҙең ғорурлығы булған олуғ шәхестәр: Алдар батыр, Кинйә Арыҫланов, Зәйнулла ишан, Ғатаулла ишан, Мифтахетдин Аҡмулла, Ғабдулла Сәйеҙи, Мөжәүир хәҙрәт һ.б..
(№ 106-107)

Тәбиғәт һалған үҙенсәлектәр12.09.2014

Тәбиғәт һалған үҙенсәлектәрБыл донъяла һәр кеше ҡабатланмаҫ шәхес. Шулай ҙа тәбиғәт үҙ ҡанундарына буйһондора. Бер миҙгелдә, йылда, йондоҙлоҡ аҫтында тыуғандар оҡшаш холоҡ-фиғелгә, һыҙаттарға эйә. Бындай тап килештәрҙе балаға тәрбиә биргәндә, кешеләр менән мөнәсәбәт ҡорғанда, теге йәки был ауырыуға бирешеүсәнлекте иҫкәртеүҙә, туҡланыу рационын һайлағанда иҫәпкә алыу зарур. Сираттағы «Шәмбе бите»ндә гәзит уҡыусыларҙы тәбиғәттән билдәләнгән үҙенсәлектәргә тағы бер иғтибар итергә саҡырабыҙ.

Астрологтар баланың тыуған көнөнә ҡарап уның холҡон һәм һаулығын ентекле һүрәтләп бирә ала. Әммә бер миҙгелдә тыуған балаларҙы дөйөмләштереүсе үҙенсәлектәр ҙә бар. Тыуған ваҡыт, нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, туранан-тура булмаһа ла, кешенең холҡона, хатта яҙмышына йоғонто яһай икән.
«Ҡышҡы» балалар
Ҡыш миҙгелендә тыуған сабыйҙың, йылы көндәрҙә донъяға килгәндәргә ҡарағанда, һаулығы нығыраҡ була. Шул уҡ ваҡытта улар холоҡтары ҡырыҫ булыуы менән айырылып торалар. Был иһә ҡуйылған маҡсаттарына өлгәшергә булышлыҡ итә. Әммә үтә ҡатылыҡ, уҫаллыҡ яҡын кешеләре менән мөнәсәбәттәренә кире йоғонто яһауы ла ихтимал. Сөнки улар бүтәндәрҙең өҫтөнлөгөн күтәрә алмай. Ҡыш көнө тыуған ҡыҙҙар йыш ҡына ирҙәргә хас холоҡ-фиғелгә эйә булып, был сифат уларға билдәле уңыштарға ирешергә ярҙам итә.
(№ 106-107)

Еңел булмаған хеҙмәт12.09.2014

Еңел булмаған хеҙмәтҒүмеркәйҙәр аҡҡан һыу кеүек, үтә лә китә. Әҙәмдең нисек көн иткәне, ғүмерен нисек йәшәүе, халыҡ өсөн ниндәй хеҙмәт күрһәткәне ваҡытында әйтелмәһә, баһаланмаһа, онотоласаҡ. Клуб мөдире, хәҙергесә әйткәндә, мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләү - ауыр шөғөл. Әйтәйек, урмансы күпме утын киҫә, күренеп ята, ә мөдирҙең эше күҙгә күренмәй.
Һүҙем Малай Муйнаҡ ауылының клуб мөдире Гөлфиә Әйүпова хаҡында.


Быйыл - Мәҙәниәт йылы икәнен барыбыҙ ҙа беләбеҙ, әммә һүҙҙе былтырҙан башлайыҡ. 2013 йылда ауылыбыҙҙа иң ҙур байрам - «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» уҙҙы. Бындай сара өсөн күпме йүгерергә, нисә тупһаны ашаҡларға һәм башҡа эштәрҙе атҡарырға кәрәклеген Гөлфиә тик үҙе генә белә инде. Малай Муйнаҡ халҡы - әүҙем, барыһы ла ярҙам итергә тырышты, әлбиттә. Байрамға алыҫтан да, яҡындан да бик күп ҡунаҡтар килде. Йөҙ ҡыҙартырлыҡ булманы, осрашыу юғары кимәлдә, матур үтте.
Донъя, йәшәйеш, бәндәнең ерҙәге урыны, тыуған халыҡ тойғоһо, рухи тамырҙарыбыҙ, ауылдың баһаһын күтәреүсе ҡиммәттәр - беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Бөгөн нисек йәшәүебеҙҙең баһаһын киләсәк быуын бирәсәк - үткән байрамда үҙәк темаларҙың береһе ошо булды.
(№ 106-107)

Юлдар төҙөкләндерелә12.09.2014

Юлдар төҙөкләндереләЮлдар халыҡ көнитмешенең, йәшәйеш сифатын сағылдырған төп күрһәткес. Уларҙың торошо ни тиклем һәйбәт булһа, ошо төбәктә йәшәгән халыҡтың көнкүреше лә яҡшыраҡ.

Соҡорло юлдарҙан йөрөү ниндәй ауырлыҡтар тыуҙырғанын водителдәр яҡшы белә: машина ватыла, тәгәрмәстәре тиҙ ашала. Юлдарҙың насар булыуы юл хәрәкәте хәл-ваҡиғаларына сәбәпсе. Шоферҙарға ғына түгел, йәйәүлеләргә лә юлһыҙ ерҙән йөрөү ыҙаға әйләнә. Районыбыҙҙа ла юлдарҙың торошо ҡыуандырырлыҡ түгел. Һуңғы йылдарҙа хөкүмәтебеҙ ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡсатында уларҙың төҙөклөгөнә ныҡ әһәмиәт бирә башланы. Был йәһәттән төбәгебеҙҙә Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ҙур эш башҡара. Уҙған йыл Белорет-Учалы-Мейәс юлын төҙөкләндерә башлағайнылар. Төньяҡ зоналағы участканы яҡшыртыу айырыуса йылдам барҙы. Ниһайәт, эштәр тамамлана. Нисә йылдар инде борсолоу тыуҙырған, водителдәрҙең үҙәгенә үткән юлдың байтаҡ өлөшө ремонтланды.
(№ 106-107)

Был донъяла ниҙәр бар?12.09.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* Теүәл иҫәпләп сығарылды - санкцияларға яуап итеп, Рәсәй эмбарго иғлан итеү арҡаһында Европа 5 миллиард евро хаҡында ауыл хужалығы продукцияһын ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Компенсация рәүешендә ауыл хужалығы компанияларына 30 миллион евро бүлеү тураһында ҡарар сығарылды, йәнә 125 миллион вәғәҙә итәләр. Әммә 5 миллиард менән 125 миллиондыœ араһы бик ҙур инде.

* Уйлап ҡарағанығыҙ бармы, ниңә Европа илдәренең ауыл хужалығы тармағында эш хаҡтары ла беҙҙекенән сағыштырғыһыҙ кимәлдә юғары, Рәсәйгә килтереп еткергәнсе юл сығымдары бихисап, таможня түләүҙәре түләнә, ә барыбер Ватан етештереүсеһенә ҡарағанда осһоҙораҡ хаҡҡа аҙыҡ-түлек тәҡдим итәләр? Агрофизик ғилми-тикшереү институты хеҙмәткәре, ауыл хужалығы фәндәре докторы Вячеслав Якушев яуапты белә - беҙҙеке менән сағыштырғанда Америкала дотациялар - 2, Европа илдәрендә - 5-6 тапҡырға күберәк.
(№ 106-107)

Тәҡдимдәр көтәм12.09.2014

2011 йылда «Изге хәтер» исемле китабым баҫылып сыҡҡайны. Унда мин Иҫтамғол ауылының тарихын, ҡыҫҡаса булһа ла, ҡулымда булған материалдарға таянып яҙҙым. Һуңынан, ауылдың тарихын тулыландырыу өсөн, китапханаларҙа, музейҙарҙа булырға тура килде.

Асҡарҙа, Учалы районы архивында, Үрге Урал ҡалаһының тарих музейында эҙләнеп, күп кенә яҙмалар менән таныштым. Улар тулыһынса миндә бар. Тыуған ауылымдың тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһынам. Шуға күрә «Изге хәтер» китабындағы ауылым тарихына ҡағылған бүлеккә яңы өҫтәмәләр индереп, уҡыусыға, бигерәк тә, ауылдаштарыма еткереп, уларҙың уй-фекерҙәрен ишетергә теләйем.
Боронғо төрки ҡыпсаҡтарҙан таралған халыҡтар (милләттәр) исемлегендә башҡорттар юҡ. Ҡыпсаҡтар иркен далаларҙа йәшәгән халыҡтар. Ә башҡорттар бөтөнләй икенсе яҡтан килеп, Уралда мосолман теленә күскәндәр. Башҡорттар бик боронғо халыҡ. Улар Месопотамияла йәшәгәндәр. Мадъяр телендә һөйләшкәндәр. VI быуат аҙағында Төркмәнстан аша Уралға күсенгәндәр. Дағстан тарихсыһы Хаджи Морат үҙенең «Полынь половецкого поля» әҫәрендә, башҡорттар Уралға килгәс кенә төрки телгә күсәләр, «отюрючились», тип яҙа.
(№ 106-107)

Тормош дауам итә12.09.2014

Бикбулатовтар шәжәрәһен байҡаһаң, унда ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ. Халыҡ теле менән әйткәндә: Бикбулатовтар - уҡымышлы кешеләр.

Мин Ильяс олатайҙың ейәндәре тураһында яҙғым килә. Уның алты улы, өс ҡыҙы була (Хөснулла, Солтанғәле, Әсфәндийәр, ҡалғандары тураһында мәғлүмәт юҡ).Бөйөк Ватан һуғышында 6 ейәне ҡатнаша, улар араһында Хөснулланың улдары Хәйретдин, Нуритдин, Хөснитдин, Ураҙай була. Һуғышта ҡатнашҡан ейәндәрҙән дүртеһе яу ҡырында илен һаҡлап, батырҙарса һәләк була, ә Нуретдин менән Хөснитдин һуғыштан ҡайтып, балалар үҫтерәләр.
Ильяс олатайҙың Солтанғәле улынан Нурғәли, Сарим, Ғәбделғәни, Абдулвәли, Харис исемле ейәндәре тыуа.
Олатаһы Нурғәлигә уҡырға кәңәш бирә. Уның һүҙен тыңлап, егет төплө белем ала, уҡытыусы булып, хеҙмәт юлын башлай. Һуңынан партияның район комитетында эшләй, мәғариф бүлеген етәкләй һәм тыуған ауылында мәктәп төҙөтә. Шул йылдарҙа Мулдаҡай ауылында ете йыллыҡ мәктәп эшләй, һуңынан урта белем биреү мәктәбенә әйләндерелә.
Бөгөнгө көндә мәктәпте Ильяс олатайҙың бүләсәре, Сарим Бикбулатовтың ейәнсәре, БР мәғариф отличнигы Гүзәл Әбүбәкирова (Бикбулатова) етәкләй.
(№ 106-107)

Боронғо ҡомартҡылар12.09.2014

Ҡолош ауылы районда бик боронғо ауылдарҙан һанала. Элегерәк ул был тирәләге ауылдар араһынан иң ҙуры булған. Ултыраҡтан өҫтәрәк Шәгәр йылғаһы буйындағы бер урынды Үрге Урал тип йөрөтәбеҙ. Ул ҡасан булған, ҡасан бөткән, хатта ололар ҙа белмәй. Унда боронғоларҙың йәшәгән ер өй (землянка) урындары бар. Бер нисә йыл элек шул урында Магнитогорск ҡалаһынан урыҫтар килеп, металл детекторы менән эҙләнеп, бик күп боронғо әйберҙәр табып алып киттеләр. Үҙебеҙҙекеләр ниңә ыжламай икән?

Ҡансыра ауылы янында таш бар, уның өҫтөндә хайуандар - төлкө, бүре, айыу эҙҙәре һаҡланған тип ишеткәс, шунда юл тоттом. Ауыл бәләкәй генә. Үҙебеҙ эҙләп таба алмағас, ауыл кешеһе Ишбулды ҡоҙаға мөрәжәғәт иттек. Уның менән бергә кире ауыл осона юлландыҡ. Ишбулды ҡоҙа менән дә таба алманыҡ. Ахырҙа ул бер машинаны туҡтатып белеште, ике ташты ла Силәбе яғынан килеп тейәп алып киткәндәр булып сыҡты. Тағы бер таш тау өҫтөндә ята тигәс, шунда барҙыҡ. Уныһы ята, эҙҙәре лә бар. Ҡоҙа әйтеүенсә, алып кителгән таштарҙа эҙҙәр яҡшыраҡ күренгән. Тағы ла ни эшләптер үҙебеҙҙекеләргә кәрәкмәй, сит өлкәләрҙән килеп алып китәләр.
(№ 106-107)

Яңы көс менән12.09.2014

Яңы көс менән Матурлыҡ кәйефте күтәрергә һәләтле. Шуны иҫәпкә алып, Уральск участка дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре бина алдында сағыу төҫлө сәскәләр үҫтерә. Һәр килеүселә улар, һис шикһеҙ, ыңғай тәьҫораттар уяталыр.

Дауахана тыштан ғына түгел эс яҡтан да «ялтлап» тора. Күптән түгел ауылдаштары, «Буринтех» ғилми-етештереү предприятиеһының генераль директоры Ғиниәт Ишбаев бағыусылығы менән бында тәҙрәләр алмаштырылған ине, йәй айҙарында иһә бинаға капиталь ремонт үткән.
Түшәмдәр ағартылған, стеналар, ишектәр, йылытыу батареялары буялған, беренсе ҡатта иҙәндәргә ДВП, өҫтөнән линолеум түшәлгән, палата иҙәндәренә лә ДВП йәйелгән. Дөйөм алғанда, дауахана түшәменән алып иҙәндәренәсә яңыртылған. Капиталь ремонт өсөн 200 мең һумға яҡын аҡсаны үҙәк ҡала дауаханаһы бүлгән.
(№ 106-107)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.