» Гәзиттең номеры: 108

Шәп автомобиль ине…02.10.2014

Шәп автомобиль ине…Фотолағы автомобиль заман кешеһенә ирмәгерәк булып та күренер, беҙҙең өсөн ысын мөғжизә, техник ҡаҙаныш өлгөһө булды.

Күберәген йәйәү атларға күнеккән быуындың башҡаса мөнәсәбәттә булыуын күҙ алдына ла килтерерлек түгел. Һабантуй етһә, бала-сағаны кузовҡа тейәп Иманғолға һабантуйға алып барырҙар ине - бындай бәхетле мәлдәрҙе нисек онотаһың?!
Фотола - үткән быуаттың 50-се йылдары, «Коммунар» колхозының бер төркөм Рәсүл бригадаһы хеҙмәткәрҙәре. 2-се рәттә һулдан уңға беренсе - әли ағай Ниғмәтуллин, өсөнсө - атайым Мөждәбә Тажетдин улы Ямалетдинов, бишенсе - Әдип ағай Шәмиғолов. Эшһөйәр, эскерһеҙ һәм әҙәпле кешеләр ине… Хәҙер һағынып иҫкә алаһы ғына ҡалды уларҙы. Бәлки, фотолағы башҡа кешеләрҙе лә яҡындары танып шатланыр тип, редакцияға мөрәжәғәт иттем дә инде.
(№ 108)

Һағындыра мәктәп йылдары02.10.2014

Сентябрь етһә мәктәпкә йөрөп балаларҙы ҡаршы алыуҙарым күҙ алдарыма килә лә баҫа. Быға ғәжәпләнерлек тә түгел инде, сөнки ғүмеремдең күпселек өлөшө мәктәптә үтте бит.

1939 йылда (ул ваҡытта миңә 7 йәш кенә тулғайны, ә уҡыуға 8-ҙән алалар ине) күрше әли ағайҙың (минән 2 йәшкә оло) хөсөтө арҡаһында Ҡәләмфер апайымдан бер дәфтәр, елемйән ағайымдан бер ҡәләм һорап алдым да мәктәпкә барҙым. әли ағай эргәһендә партала ултырам. Бына ишектән уҡытыусы Майсәрә апай килеп инде. Өҫтәл артына баҫып, класты барланы ла, мине шәйләп: «Ишмөхәмәт, һин ниңә бында инеп ултырғанһың? Мин бит һиңә, әле иртәрәк, киләһе йылда барырһың, тинем. Һиңә әле иртәрәк», - тип беҙҙең яҡҡа ыңғайлауы булды, урта ишектән оло уҡытыусы ибәтов ағай килеп сыҡты ла: «Ярай, Майсәрә, йөрөһөн, уны бик зирәк малай тиҙәр, тик журналға теркәмә», - тип кире инеп китте. Ана шул көндән алып, 1992 йылға тиклем (53 йыл) мәктәп ишектәрен асып-ябып ғүмеремде үткәрҙем.
Тәүҙә Оҙонгүл ауылында башлаһам, унан Ҡаҙаҡҡол ете йыллыҡ мәктәбендә, Миндәктә, шунан Белорет педучилиùеһында уҡып сығып, Аһылай башланғыс мәктәбендә эш башланым. Унан Баттал мәктәбендә 3 йыл уҡытҡас, Оҙонгүлгә ҡайтып, 1992 йылға тиклем тыуған ауылым мәктәбенең ишеген асып, бихисап балаларҙы уҡырға һәм һанарға өйрәттем. Ана шуғалыр ҙа инде ошо ваҡыт етһә, мәктәп иҫкә төшөп, уның ишеген асып, балаларҙы, бигерәк тә 1-се класҡа килеүселәрҙе, ҡаршы алғы килә лә тора.
(№ 108)

Әсәләр көттө улдарын02.10.2014

Заманында Иманғол ауылында күп балалы әсәләр байтаҡ булды. Тәскирә Фәхретдинова һәм Фәүзиә Хәмбәлиевалар «Герой-әсә» миҙалы менән билдәләнделәр. Ә түбәндә яҙған 11 ҡатын етешәр бала табып, тәрбиәләп-үҫтереп, тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар: Минһылыу әлиуллина, Фәхриямал Солтанова, әбиҙә Мөбәрәкова, Мәхүбъямал әҙиева, Кәнзибаныу Шәрипова, Рабиға Фатиева, Хафаса Мөхәмәтшина, Минúямал Йосопова, Нажия Мөсәғитова, Вәсбиямал Насирова, Шәмсинур Мөбәрәкова. Балаларының үҫер ваҡыты иң ауыр һуғыш йылдарына тура килде уларҙың.

Мәхүбъямал әҙиева 5 балаһын фронтҡа оҙата. Авзал һәм Әхмәт яу ҡырында ятып ҡалды, ә өсөһө төрлө тән яралары менән булһа ла, ҡайта алды. Миңһылыу әлиуллина ире Сөнәғәт, улы Сәлихты оҙата, икеһе лә һәләк булалар, етем алты баланы үҫтереү Миңһылыу апай иңенә төшә. Фәхриямал Солтанова 3 улын фронтҡа оҙатып, икеһе әйләнеп ҡайта алмай. Вәсбиямал Насированың 2 улы Ватан һағына баҫа. әбделхай улы башын һала, абдуллайән ауыр яраланып ҡайта. Рабиға Фатиеваға ла, ире Нуриәхмәт ағайҙы һуғышҡа оҙатҡас, ете баланы үҫтереү бик ауырға төшә. Кәнзибаныу, Минúямал, Нажия апайҙарҙың тормош иптәштәре төрлө йылдарҙа тән яралары алып фронттан ҡайттылар. Фәүзиә Хәмбәлиева менән Шәмсинур Мөбәрәкованан башҡа мин телгә алған әбей-апайҙар фани донúянан баҡыйлыҡҡа күскәндәр. Ләкин беҙ уларҙы оноторға тейеш түгелбеҙ. Һуғыш йылдарында иң ауыр эштәр - иген сәсеү һәм һуңынан урып көлтә бәйләү, бесән әҙерләү, ҡышын мал ҡарау менән бер рәттән күп һанлы балаларҙы тәрбиәләү улар иңендә булды.
(№ 108)

Күпте кисергән һалдат02.10.2014

Күпте кисергән һалдат Бынан 60 йыл элек, 1954 йылдың 14 сентябрендә Ырымбур өлкәһенең Тоцк полигонында атом бомбаһын һынайҙар. Был шартлатыу тарихҡа «Снежок» операцияһы буларак инеп ҡала. Мәскәү ваҡыты менән 09.33 сәғәттә һауала 13 километр бейеклектән бомбардировщик бомба ташлай һәм ул ергә етмәҫ борон 350 метр бейеклектә шартлай. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был операцияла 45 меңләп һалдат һәм офицер ҡатнаша. Уның төп маҡсаты - шартлауҙың кешегә нисек тәьҫир итеүен асыҡлау.

Учалынан был һынауҙа тиҫтәгә яҡын кеше ҡатнаша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе бөгөн арабыҙҙа юҡ, нурланыуға дусар булған яҡташтарыбыҙ төрлө сирҙәрҙән вафат була.
Ҡарт Муйнаҡ ауылында йәшәүсе Хәҙис Ҡәнзәфәровҡа ла заманында ошо һынауҙа ҡатнашырға тура килә. 83 йәшлек аҡһаҡал ул көндө бөгөнгөләй сәғәте, минутына тиклем хәтерләй. Атом һынауында ҡатнашыуы эҙһеҙ үтмәй, бынан 10 йыл элек һуҡырая. Әйткәндәй, Тоцкиҙа булғандарҙың күбеһе ваҡыт үтеү менән күҙһеҙ ҡала, быуындары һыҙлап ыҙалата.
(№ 108)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.