» Гәзиттең номеры: 109-110

Хөрмәткә лайыҡ шәхес02.10.2014

Хөрмәткә лайыҡ шәхесТельман Камал улы Кәримов 1934 йылдың 26 сентябрендә Ахун ауылында тыуған. Атаһы Камал Кәрим улы сығышы менән Кәрим ауылы кешеһе булған. Граждандар һуғышында бер туған Кашириндарҙың партизан отрядында Колчак ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышҡан, күрһәткән батырлыҡтары өсөн командование тарафынан ат, исемле маузер менән бүләкләнгән.

Тельман биш-алты йәшендә генә ярты етем ҡалған. Атаһын Ахун ауылы зыяратына хөрмәтләп ерләйҙәр. Малайға уның хәрби кейемен кейҙереп, биленә ҡылысын тағып, эйәрле атына ултыртып, зыяратҡа тиклем алып баралар. Ошо ҡыҫҡа ғына мәл бәләкәйҙән атайһыҙ ҡалған сабыйҙың күңелендә үҙе бер онотолмаҫлыҡ хәтирә булып уйылып ҡалған.
Тельман олатаһы Фәтҡулла Абдулла улы Абдрахмановтың ун бер кешелек ишле ғаиләһендә тәрбиәләнә. Бала сағы бик ауыр осорға - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына - тура килә. Әсәһе Хәйрикамал Фәтҡулла ҡыҙы Ахун ауылының Лашбай тауы эргәһендә урынлашҡан һарыҡ фермаһында мөдир булып эшләй. Был ферманың даны заманында бөтә илгә тарала, сөнки унда хәрби госпиталдәрҙә ятҡан ауыр яралы һалдаттар өсөн ҡуйы һарыҡ һөтөнән брынза эшләйҙәр. Әсәһе Тельманды шул фермаға һарыҡ көтөүсе итеп эшкә ала. Әйткәндәй, 1985 йылда «Ҡыҙыл партизан» колхозы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияға күрһәткән ярҙамы өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
(№ 109-110)

Мосолман донъяһы Солтаны02.10.2014

Мосолман донъяһы СолтаныҮткән йыл төбәгебеҙҙә бөтөн донъяға билдәле шәхес, ҡөҙрәтле дин әһеле, Зәйнулла Рәсүлев торған суфыйсылыҡ орденының солтан әүлиәһе Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәттәре булып киткән ине. Кипр ҡунағы ошо көндәрҙә Башҡортостаныбыҙға тағы бер сәфәр ҡылды. Аҙна дауамында ул Учалы, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Миәкә, Дәүләкән, Ауырғазы, Шаран райондарында булып, мосолман ҡәрҙәштәр менән осрашты, әүлиәләрҙең ҡәберҙәренә, изге урындарға зыярат ҡылды, мәсеттәрҙә халыҡ менән намаҙҙар уҡыны, илебеҙгә, еребеҙгә тыныслыҡ, именлек, милләтебеҙҙең иманға баҫыуын теләп доғалар ҡылды, аяттар бағышланы.

Учалылар Мехмет хәҙрәтте изге әүлиә - Мөхәммәт Рамаҙан ҡәберлеге урынлашҡан Әүеш тауы итәгендә ҡаршы алды. Көндөң көҙгөсә һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, осрашыуға кешеләр күп йыйылған ине: йәше-ҡарты, районыбыҙ халҡынан тыш, Өфө, Белорет, Әбйәлилдән килеүселәр ҙә булды.
Бөтә донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Иҫке Байрамғол еренә икенсегә аяҡ баҫа. Бындай бәхет һәр ауыл халҡына ла эләкмәй. Шулай ҙа Интернет селтәрендә төрлө һүҙҙәр йөрөй, йәнәһе лә Мехмет әфәнде традицион ислам юлынан бармай, әүлиәләргә табыныу менән шөғөлләнә, уның артынан эйәреү дөрөҫ түгел. Ошо фекергә ниндәй ҡарашта булыуы тураһында тарих менән ентекле шөғөлләнеүсе Фәнур Шаһиевтан ҡыҙыҡһындыҡ.
- Исламдың йү-нәлештәре, ағымдары күп. Шулар иҫәбендә суфыйсылыҡ та. Башҡорт халҡына ислам динен тап суфыйҙар таратҡан - был билдәле факт. Үҙҙәренең ураҙа тотоуҙары, намаҙ уҡыуҙары, таҙалыҡҡа өндәүҙәре менән улар милләтебеҙ тарафынан ҡабул ителгәндәр. Әммә суфыйҙар ғи-леменә ҡаршы тороусы тәғлимәттәр ҙә булған һәм бар. Улар суфыйҙарға ҡаршы эш алып бара ла инде. Мехмет Шәйехтең беҙҙең ергә килеүенең сәбәбе - Рамаҙан Әүеш ҡәберлегенә зыярат ҡылыу, йәғни уның рухын яңыртыу, иҫкә алыу.
(№ 109-110)

Ыңғай үҙгәрештәр бармы?02.10.2014

Ыңғай үҙгәрештәр бармы?Башҡорт телендә яҙылған ҡалабыҙ урамдарында, сауҙа нөктәләре, учреждение, ойошма-предприятие алтаҡталарындағы яҙыуҙарҙа ебәрелгән хаталар хаҡында күп яҙҙыҡ. Ошо рәүешле иҫкәртеү яһауҙар һөҙөмтәһен бирәме, әллә тик ни бары буш һүҙ булып ҡала киләме? Һорауыбыҙға яуап эҙләп, тағы алтаҡталарға күҙ һалдыҡ.

Әйтергә кәрәк, ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр һиҙелә. Күпселек урындарҙа русса ла, башҡорт телендә лә яҙмалар бар. Улай ғына ла түгел, телдәр тураһындағы законға ярашлы, башҡорт телендәгеһе һул яҡтан йә өҫтән, рус телендәгеһе уңдан йә аҫтан урынлаштырылған. Был факт бер аҙ күңелебеҙҙе күтәрҙе, тимәк, оҙаҡ ваҡыт тылҡый торғас, ойошма, сауҙа нөктәләре хужалары ла закон талаптарын иҫәпкә алды. Шулай ҙа, мискә балда тамсы дегет тигән кеүек, араларында хаталы булғандары, йә бөтөнләй башҡортса яҙыуһыҙҙары осрап ҡуя.
(№ 109-110)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.