» Гәзиттең номеры: 11

Милләттең рухи тотҡаһы09.02.2017

Билдәле башҡорт теологы, мосолман иленең мәғрифәтсеһе, бөйөк шәйех Зәйнулла ишан Рәсүлевтың баҡыйлыҡҡа күсеүенә 2 февраль көнө 100 йыл тулды. Ошо датаға арнап республикала төрлө саралар үтте. Тәүҙә Өфөлә «Шәйех Зәйнулла Рәсүлев - бөйөк башҡорт аҡыл эйәһе-философ, теолог һәм мосолман донъяһының мәғрифәтсеһе» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Дин әһелдәре, ғалимдар, яҙыусылар, билдәле шәхестәр ҡатнашлығындағы сара Зәй-нулла ишандың тыуған ерендә - Учалыла ла булып уҙҙы. Изге йома көнө З. Рәсүлев исемендәге мәсеттә конференция, йома намаҙы, вәғәздәр һөйләү, әруах рухына ҡорбан салыу һәм аш табыны ойошторолдо.
Йыйылыш Роберт Юлдашев һәм Ринат Рамаҙанов баш-ҡарыуында ҡурай моңо менән асылды. Башҡортостан мо-солмандары Диниә назараты рәйесенең беренсе урынбаҫары Айнур Арыҫланов Зәйнулла ишанды башҡорт халҡының рухи тотҡаһы, тип атаны.
(№ 11)

Балалар сәләмәт булһын!09.02.2017

Балалар сәләмәт булһын!Ошо көндәрҙә ҡаланың 1-се Башҡорт лицейында галокамера - тоҙ шахтаһы бүлмәһе асылды. Ул «Тәрбиә системаларына яңы элементтар әҙерләү, апробациялау һәм индереү, башланғыс белем биреү программаларын ғәмәлгә ашырғанда яңы технологияларҙы ҡулланыу» мәғарифты үҫтереү маҡсатлы федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алынған 1 миллионлыҡ грант иҫәбенә төҙөлә. Инглиз теле кабинетын тоҙ шахтаһына ҡулайлаштыралар. Конкурс шарттары буйынса программаны тормошҡа ашырыуҙа социаль финанслауҙың да булыуы мөһим, шуға ярашлы муниципаль бюджеттан 200 мең һум аҡса бүлгәндәр. Галокамераны йыһазландырыу 1 млн 200 мең һумға барып баҫа.
(№ 11)

Һаҡ булығыҙ!15.02.2016

Һаҡ булығыҙ! Быйыл ҡышты аномаль тип атарға мөмкин. Февраль башында уҡ епшек ҡар яуып, йылытып ебәрҙе хатта. Йорт ҡыйыҡтарында боҙбармаҡтар, ҡар өйөмдәре хасил булды. Уларҙың ишелеп төшөү ихтималлығы, тәү сиратта, кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра. Ҡалабыҙҙың күп ҡатлы йорттарының идарасы ойошма етәкселәре хәүефһеҙлек сараларына тейешле иғтибар бирергә тырыша.
Ҡала ихаталарында ҡыйыҡтарҙан ишел-гән ҡарҙан өйөмдәр хасил булған. Хеҙ-мәтләндереүсе ойош-малар ҡайһы бер ҡурҡыныс урындарҙы махсус таҫма менән уратып алһа ла, мәңге ҡайҙалыр ашығыусы халыҡ өсөн был ғына кәртә була алмай. Сөнки уларҙың күбеһе, бәлә мине урап үтер әле, тигән яңылыш фекер йөрөтә. Республикала һуңғы йылдарҙа ғына ҡыйыҡтан боҙ төшөү арҡаһында бер-нисә кешенең ғүмере өҙөлдө.
(№ 11)

Миҙал кемгә бирелә?15.02.2016

Әсә... Оло мәғәнәгә эйә был һүҙ. Донъялағы иң ҡәҙерле кеше тирә-яҡҡа йән бирә, йәм өҫтәй. Сабыйҙарҙың ошо илаһи һүҙ менән теле асыла. Шағирҙар, йырсылар уларға дан йырлай. Барыбыҙға ла ғүмер бүләк иткән әсәләр ҙур хөрмәткә, оло ихтирамға лайыҡ. Республика етәкселеге лә әсәйҙәргә йылы ҡарашын йәлләмәй. Мәҫәлән, 1998 йылда илдә тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалы тапшырыла башланы. Ҡала-районыбыҙҙа был наградаға 202 ҡатын лайыҡ булған.
(№ 11)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.