» Гәзиттең номеры: 111

Тормош юлдары ҡатмарлы02.10.2014

Әсәйем Хөснә Гәбделнафиҡ ҡыҙы Габдуллина Яңы Байрамғол ауылында 1908 йылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Олатайым Гәбделнафиҡтың иген сәсер ере, мал-тыуары, ауыл хужалығына яраҡлы ҡорамалдары күп булған. Үҙе төрлө кәсепкә эйә, ә өләсәйем Гөлзаһираның уңған хужабикә тигән даны таралған.

Олатайымдың ҡустылары һәм бер бөтөк кенә туғаны була. Матур ғына донъя көтөп ятҡанда, Беренсе донъя һуғышы башлана. Әсәйемә ул ваҡытта 6 йәш була. Олатайҙы һуғышҡа алалар. Яу яланына киткәндә ул хәләле Гөлзаһираға:
- Донъяны туҙҙырма, Хөснә ҡыҙымды яҡшы итеп тәрбиәлә, мин барыбер ҡайтырмын, - тип әйтеп китә.
Ысынлап та, ул һуғыштан һау-сәләмәт әйләнеп ҡайта. Ә олатай яуға киткәс, үҙенән ҡайтышыраҡ йәшәгән ҡустылары, ағай әллә ҡайта, әллә ятып ҡала тип, уның донъяһына хужа булырға уйлайҙар, ләкин Гөлзаһира өләсәй ныҡ тора, уларҙы яҡын юлатмай, иренең һүҙенә тоғро ҡала. Улар еңгәләренән үс алыу маҡсатында, ағалары һуғыштан ҡайтҡас, уның тураһында ғәйбәт һүҙҙәр һөйләйҙәр. Кеше һүҙе кеше үлтерә тигәндәй, бер аҙ йәшәгәс, ғаилә тарҡала. Ҡыҙы Хөснәне атай кеше үҙе менән алып ҡала. Өләсәй ул ваҡытта икенсе балаға йөклө була.
(№ 111)

Һоҡланғыс ғаилә02.10.2014

Һоҡланғыс ғаиләОсраҡлы ғына рәүештә танышып, хәҙер инде бер нисә йыл аралашып, яҡынайып бөткән Нәсимә һәм Рәфҡәт Лотфуллиндар хаҡында яҙырға теләүемдең сәбәбе - ошо ғаилә тарихы Иманғол ауылының ғына түгел, бәлки, тотош районыбыҙҙың умартасылыҡ тарихына төптән бәйле булыуындалыр. Шулай уҡ был ғаилә менән танышыу йәштәргә өлгө, фәһем булыр тип уйлайым.

Туғыҙынсы тиҫтәгә аяҡ баҫҡан Рәфҡәт Дилмөхәмәт улы Иманғол ауылында үҙ заманында абруйлы Дилмөхәмәт Лотфуллиндың 4 балаһының өсөнсөһө булып 1924 йылдың июнендә донъяға килә. Атаһы Силәбе өлкәһе Ҡарағайлы ауылында байҙарҙа ялсы булып эшләй. 1914 йылда, һуғыш башланғас, уны алып китәләр, герман, граждандар һуғышын үтеп, тыуған яғына 1921 йотлоҡ йылында ғына ҡайтып төшә. Яҙмыш уны һуғыштан ҡайтҡан Петропавловка ауылы кешеһе Кремлев менән осраштыра. Яу яланынан ҡайтып килгәнендә поезда Кремлевтың ҡулына умартасылыҡ тураһында бер китап килеп эләгә. Уның эстәлеге менән танышыу ғүмерен ҡырҡа үҙгәртә: бал ҡорттарын үрсетеү теләге бар аң-зиһенен ялмап ала. Ҡайтып етеү менән уны һуғыштан көтөп алған ҡатынының һыйырын һатып, аҡсаһына алты умарта бал ҡорттары ала. Ләкин ҡышты сығара алмай, уларҙы юғалта. Ҡатыны асыуланып өйөнән ҡыуып сығарғас, аптырап йөрөгән уҙа-мандың күҙенә Иман-ғол ауылында колхоз ойошторола, эшселәр кәрәк тигән иғлан сағыла. Ул күп уйлап тормай шунда юллана. Унда ла умартасылыҡ менән шөғөлләнергә әҙерләнәләр икән, Кремлев үҙен умартасы тип таныта. Дилмөхәмәт бабай менән ат егеп, Иглин районынан бер нисә умарта алып ҡайталар. Шул рәүешле улар районда беренселәрҙән булып бал ҡорттарын үрсетеү эшен яйға һалалар.
(№ 111)

Төпһөҙ хазинабыҙ02.10.2014

Төпһөҙ хазинабыҙ«Урал батыр» эпосын башҡорттар ғына түгел, урыҫтар ҙа, инглиздәр ҙә, башҡа халыҡтар ҙа өйрәнергә тейеш. Сөнки был әҫәрҙә тәрән мәғәнә, төпһөҙ аҡыл, аң-белем ята», - ти әзербайжан милләте вәкиле Аладдин Самедов. Үҙ һүҙҙәрен раҫлап, Аладдин әфәнде эпосты әзербайжан теленә тәржемә иткән. Ошондай еңел булмаған изге эште атҡарыусы шәхес менән беҙгә лә әңгәмәләшеү бәхете тейҙе.

- Аладдин Гараш улы, үҙегеҙ менән таныштырып үтһәгеҙ ине?

- Мин 1961 йылда донъяға килдем. Әзербайжан Республикаһы Масаллы районының бер ауылында тыуып үҫтем. Бакуҙа иҫәпләү-планлау техникумында белем алдым. Һигеҙ йыл Баку ерҙе файҙаланыу институтында эшләнем. 1994 йылда ғаиләм менән Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһына күсеп килдек һәм бөгөнгәсә шунда тормош көтәбеҙ. Әлеге мәлдә шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәм.
(№ 111)

Йортло булдылар02.10.2014

Йортло булдыларЙортло булыу бөгөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Әммә күптәрҙең үҙ көсө менән йорт һалырға йәки һатып алырға хәленән килмәй. Бәхеткә күрә, һуңғы ваҡытта граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн бихисап социаль программалар эшләй башланы. Улар халыҡтың төрлө ҡатламдарына йортло булырға ярҙам итә.

Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тиклемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы, 9 гражданға сертификаттар тапшырылды. Был аҡсаны улар ауыл ерендә йорт һатып алырға йәки төҙөүгә тотонасаҡ. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов ғаиләләрҙе сертификат алыуҙары менән ҡотланы һәм аҡ-саларын оҙаҡҡа һуҙмай файҙаланыуҙарын теләне.
Социаль түләүҙең дөйөм суммаһы 7 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, уның күләме тәү сиратта ғаилә ағзаларының һанына, һатып алынасаҡ йорттоң майҙанына ҡарап билдәләнә. Район хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Алина Агишева әйтеүенсә, бөгөнгә сиратта 48 ғаилә тора. Программа 2003 йылдан бирле эшләй. Тәүҙә ул «2013 йылға тиклем ауылдың социаль үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы тип аталһа, быйылдан «2014-2017 йылдарға һәм 2020 йылға тик-лемге осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» тип атала. Был программа буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж агросәнәғәт комплексы һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт өлкәләре хеҙмәткәрҙәре социаль түләүҙәр ала. Һорауҙарығыҙ булһа 2-09-97, 6-21-90 телефондары бу-йынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
(№ 111)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.