» Гәзиттең номеры: 112-113

Тырыштың эше уң29.09.2014

Тырыштың эше уңҺуңғы арала көндәр йылы тора. Ауыл халҡы уның һәр минуты менән файҙаланып ҡалырға ашыға. Берәүҙәр һаман бесән эшләү менән мәшғүл, икенселәр баҡсаларында тырыша.

Илсе, Сәфәр ауылдарында йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгән фермерҙар байтаҡ. Ошо арала шул тарафтарға юл төштө.
Сәфәр ауылы эргәһендә туҡтап, картуф сүпләүселәрҙең хәл-әхүәлен белешергә булдыҡ. Был - фермер Радик Ниғмәтуллиндың баҫыуы икән. Хужа үҙе тракторы менән картуф ҡаҙый, ул килгәнсе эшселәр менән әңгәмәләшәбеҙ. Рәүиә Юламанова Шартымка ауылынан. Картуф йыйырға бөгөн бишенсе көн килгән.
- Ауылдан күптәр йөрөй, быйыл мин дә уларға эйәрергә булдым. Өйҙә ултырғансы, исмаһам аҡса эшләйһең. Эштең ҡыйынлығы юҡ, ҡаҙылған картуфты йыйып тоҡтарға һалыу артыҡ мәшәҡәт түгел. Бер тоҡ өсөн 30 һум түләйҙәр, көнөнә 20-21 тоҡ тултырам, шуға ла 500-700 һумдан ҡалғаным юҡ, - ти ҡатын.
(№ 112-113)

Ғәфү ит, балам!29.09.2014

(Хикәйә)
Йәнтимерҙең аяҡтары үҙәгенә үтеп һыҙлай башланы. Аяҡтар… аяҡ шәрәмәттәре… Көн боҙолор булһа, шулай интектерә улар егетте. Бынан алдағы көндәрҙә лә һыҙланылар, ләкин түҙерлек ине. Ә бөгөн «үлтереп» ауырта, ахыры, ул такси саҡыртып дауаханаға барырға булды.
- Алло! Һаумыһығыҙ. Был диспетчермы?
Телефондан моңло йыр ишеткәндәй булып, һиҫкәнеп китте ҡыҙ, бер аҙға өнһөҙ ҡалды, ләкин үҙен тиҙ генә ҡулға алды.
- Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе диспетчер тыңлай.
- Миңә тиҙ генә такси ебәрә алырһығыҙмы?
Егеттең тауышы шундай яғымлы! Ҡыҙҙың йөрәге беренсе һүҙҙәрҙән үк ярһып тибергә тотондо. Күкрәгенә һыймай осорға талпынған ҡошмо ни! Шундай ҙа бәрхәт кеүек тауышты Аҡсәскәнең ошоғаса ишеткәне булманы, уның нисек тә егет менән оҙағыраҡ һөйләшкеһе килде.
- Тиҙ генә булмаҫ, ун-ун биш минут көтә алырһығыҙмы?
- Улай ғына көтөргә була. Рәхмәт.
- Адресығыҙҙы әйтегеҙ.
Егет адресын әйтеп, һаубуллашты ла телефонын һүндерҙе.
Ошо минуттан алып Аҡсәскә билдәһеҙ егеттең шылтыратыуын көтә башланы. Тағы такси саҡырырмы? Ҡасан шылтыратыр икән? Бер тапҡыр күрмәйенсә лә, тауышын ғына ишетеп ғашиҡ булып буламы икән ни?
Телефон шылтыраған һайын: «Ул! Билдәһеҙ егет!» - тип уны ғына уйлай.
Һәм бына, ниһайәт, ул көткән тауыш! Егеттең тауышын мең төрлө тауыштар араһынан да айыра ҡыҙ! Шул уҡ яғымлы, бәрхәт, моңло тауыш!
Ул тағы такси саҡырҙы. Аҡсәскә үҙенең әҙәпһеҙ ҡыланғанын белһә лә:
- Һеҙҙең һөйгәнегеҙ бик бәхетлелер, - тине.
- Ниңә улай тиһегеҙ?
- Һөйгәнегеҙ янына таксила бараһығыҙҙыр…
Егет яғымлы тауышы менән көлөп ебәрҙе:
- Яңылышаһығыҙ, һылыуҡай, мин да-уаханаға йөрөйөм. Минең өсөн әле ҡыҙ тыумаған, - тип шаяртты.
Һүҙҙән һүҙ ялғанды, таныштылар. Һәм көн дә телефон аша аралаша башланылар, бигерәк тә ҡыҙ егеттең хәлен белешер булды.
Йәнтимер үҙен йәлләгәндәрен яратмай, бер кемгә лә һыҙланыуҙарын һөйләмәй. Зарланыу менән ҡул-аяҡтарының һыҙлауы баҫылмаясағын белә ул. Хәйер, һөйләр кешеһе лә юҡ. Телефон аша танышҡан билдәһеҙ ҡыҙға эс-серҙәрен сисә алмай бит инде. Йәнтимерҙе үҫтергән, тәрбиәләгән, өйөнә уҡытыусылар саҡырып уҡытҡан, аҙаҡ ярым-ярты аяҡтарына протез ҡуйҙырып атларға өйрәткән әсәкәйе ике йыл элек мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо.
- Йәнең йәннәттә булһын инде! – тип, өҙгөләнеп иланы егет. Тәүҙә әсәһен юҡһынып көндәр буйы фотоһын ҡарап ултырҙы. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды.
(№ 112-113)

Иҫән саҡта йөрөп ҡал29.09.2014

Иҫән саҡта йөрөп ҡал27 сентябрь - Бөтә донъя туризм көнө билдәләнде. Турбизнес иң әһәмиәтле иҡтисад тармаҡтарының береһенә әйләнде. Тулайым табыш буйынса нефть сәнәғәте менән тиңләшеп килә, донъя буйынса 130-150 миллион кеше туристарҙы хеҙмәтләндереп тамаҡ аҫрай. Йылына донъяла 1 миллиард самаһы туристик сәйәхәт ҡылына. Иң күбе - Европаға, унан ҡала Азия региондарына һәм Америкаға.

Туризмдың йылдам үҫешен үҙебеҙҙең тормошҡа ҡарап та күҙалларға мөмкин. Оло быуындың хәтирәләренә ҡолаҡ һалһаң, бәғзе яҡташтарыбыҙ тыуғандан вафат булғанға тиклем бер ултыраҡта йәшәп, күрше ауылда ла булмай ҡалған. Әле 15-20 йыл элек, берәй райондашыбыҙ сит илдә булып килһә, урындағы журналистар интервью алырға йүгерешер инек. Хәҙер ни, Африкала йә Таиландта йөрөп килдем, тип кенә аптыратырлыҡ түгел.
Урманға рюкзак аҫып сыҡҡан кешеләрҙе генә турист тип атай торғайныҡ. Хәҙер төшөнсә ҡатмарлашты. Мәҫәлән, ниңә сиғандарҙы йә Тажикстандың гастар-байтерҙарын турист тип атамайҙар? Заман билдәләмәһе буйынса, турист - 1 тәүлектән алып 6 айға тиклем ваҡытҡа урындағы сығанаҡтарҙан килем алыуҙы маҡсат итеп ҡуймайынса икенсе ил йә төбәктән килгән кеше. Төрҙәре ныҡ күп, бер юлы 2-3 төр туризм башҡарылыу йыш осрай. Ҡайһы-берҙәрен генә ҡарап китәйек.
(№ 112-113)

Күңелдәр ҡата барғанда29.09.2014

Күңелдәр ҡата барғандаСтатистиканың йәне юҡ. Әммә ул беҙгә тормошобоҙҙағы етешһеҙ яҡтарҙы, хәл-торошто сағыу буяуҙарға манмайынса бөтә тулылығында күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Хайран ҡалырлыҡ бит: беҙ бөгөн балалар араһында суицид һаны буйынса Европала беренсе урында торабыҙ. Рәсәйҙә үҙ-үҙенә ҡул һалған балалар һаны һуңғы йылдарҙа 37 процентҡа артты, һәм 100 мең үҫмергә 20 суицид осрағы тура килә. Был - донъялағы күрһәткестән өс тапҡырға ҙурыраҡ һан.

Белгестәр әйтеүенсә, быға тиклем Рәсәй балаларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары буйынса мәсхәрәле беренсе урынға сыҡмаған. Нимә тураһында һөй­ләй был хәл? Ни өсөн донъяны танып белергә лә өлгөрмәгән ҡыҙ һәм малайҙар ошондай хәтәр аҙымға бара? «Ярҙам итегеҙ! Ишетегеҙ мине!» - тип оран һала түгелме бәләкәстәр? Ғәмәлдә проблема беҙ күргән-белгәндән дә хәүефлерәк, сөнки әле үлем осраҡтары хаҡында ғына һүҙ йөрөтәбеҙ, ә «теге» донъяға төрлө юлдар менән китергә уҡталғандар, әммә ҡотҡарып ҡалынғандар 10-20 тапҡырға күберәк. Совет осоронда донъяла иң бәхетле иҫәпләнгән балалар ни өсөн башын элмәккә тыға, ағыу эсә, йорт башынан үлемгә ырғый?
(№ 112-113)

«Минең өсөн ҡырҡа үҙгәреш юҡ, эшемде ҡәҙимгесә дауам итәм»29.09.2014

«Минең өсөн ҡырҡа үҙгәреш юҡ, эшемде ҡәҙимгесә дауам итәм»25 сентябрь көнө БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың инаугурацияһы үтте. Был мөһим тантананан саҡ ҡына алдараҡ республика башлығы урындағы матбуғатта һәм федераль мәғлүмәт сығанаҡтарының төбәк бүлектәрендә эшләүсе журналистар менән Республика йортонда осрашыу үткәрҙе. Рөстәм Хәмитовҡа һорауҙар бер-бер артлы яуҙы ғына. Улар һайлау һөҙөмтәләренә генә бәйле түгел, ә республиканың артабанғы үҫешенә, Президенттың уй-ниәттәренә, ҡайһы бер мәсьәләләргә фекерен белешеүгә ҡағылды.Рөстәм Хәмитовтың яуаптарының иң мөһимдәрен һайлап алырға тырыштыҡ.

«Әүҙемлек
өсөн рәхмәт»

- Республика халҡына һайлау процесында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәтемде еткерәм. Минең ышаныслы вәкилдәрем дә ҙур эш башҡарҙы. Президентлыҡҡа бүтән кандидаттар ҙа асыҡ, намыҫлы эшләне. Беҙҙең ара киҫкенләшмәне, шуға ла һайлау тыныс үтте. Республика һайлаусыларының 20 проценты самаһы үҙ тауышын башҡаларға бирҙе. Был да ҡәҙимге һығымта. Минеңсә, кеше бер төрлө генә фекер йөрөтөргә тейеш түгел. Минең өсөн һайлауҙарҙа еңеп сығыуым бик ҙур яуаплылыҡ. Артабан да бығаса эшләгән кеүек эшләйәсәкмен - яуаплы һәм намыҫлы. Мин еңеү яуларыма ышандым. Үҙем өсөн ваҡиғалар үҫешенең башҡа варианты булманы. Эшемде дауам иттем, агитацияға ваҡыт әрәм итмәнем. Һайлау көнөн яҡшы үткәрҙем, бер нәмә лә кәйефемде боҙманы.
(№ 112-113)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.