» Гәзиттең номеры: 113

Йөрәктәргә сал ҡунмай06.10.2015

Йөрәктәргә сал ҡунмайЙәшлегеңдә тырыш булһаң, ҡартлығың тыныс булыр, ти халыҡ мәҡәле. «Балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ килеп тора, хөкүмәт пенсияһынан өҙмәй, аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ кисермәйбеҙ. Аяҡ-ҡулдар йөрөһә, күҙ күрһә, ҡолаҡ ишетһә, беҙгә артығы кәрәкмәй», - тиҙәр Һәйтәк ауылында йәшәүсе Исаевтар. Ололар тыныс ҡартлыҡ кисерә - шуның менән бәхетле улар. Береһе икенсеһенә терәк булып, булғанының ҡәҙерен белеп, сөкөрләшеп донъя көтәләр.
Хәлил Хәлиулла улы 1934 йылда донъяға килгән. Фидилә Сәйхетдин ҡыҙы иһә тормош иптәшенән өс йәшкә кесе. Сығыштары менән мәҡәлә геройҙарыбыҙ Шишмә районынан. 1940 йылда Учалы районына күсеп киләләр. «Һәйтәк ауылы ул ваҡытта бәләкәй генә ине, өй һалып ошонда төпләндек. Шуға ла Учалыны хаҡлы рәүештә тыуған төбәгебеҙ, тип һанайбыҙ», - ти улар.
- Мин ғаиләлә алты баланан бер үҙем генә иҫән ҡалғанмын. Бала сағыбыҙ ауыр һуғыш йылдарында үтте. Дүрт класс белем алдым, туғыҙ йәштән сусҡа ҡараным. Аслыҡ-яланғаслыҡтың эҙемтәләре бөгөн һаулыҡта сағылмай ҡалмай - аяҡтарым һыҙлай, - тип көрһөнә Фидилә апай.
Хәлил Хәлиулла улына бер генә класты тамамларға насип була. Әрме хеҙмәтенә тиклем үҙ аллы өйрәнеп, бер ниндәй белемһеҙ колхозда тракторсы булып эшләй.
(№ 113)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.