» Гәзиттең номеры: 114-115

Булмышы менән уҡытыусы06.10.2015

Булмышы менән уҡытыусыАуыл мәктәптәрендә белем биреү кимәле ҡаланыҡы менән сағыштырғанда һүлпәнерәк, тигән фекер йәшәй. Зөлфиә Хужәхмәтова был ҡарашты инҡар итергә әҙер. «Бар күңелеңде һалып эшләһәң, балаларҙы үҙ фәнеңә ҡыҙыҡһындыра алһаң, ауыл балалары ла ҙур һөҙөмтәләргә ирешә», - ти ул. Һәм был буш һүҙҙәр түгел. Тап Зөлфиә Ниғәмәтйән ҡыҙының уҡыусыһы ауыл мәктәптәре араһында химия фәненән Берҙәм дәүләт имтихандарында 100 балға ирешкән тәүге уҡыусы бит!
Мәҡәлә геройыбыҙ Ҡоҙаш ауылында 1975 йылда донъяға килгән. Мәктәпте бөткәс, БДУ-ның биология факультетына уҡырға инә ул.
Уҡыу йортон уңыш-лы тамамлаған йәш белгес йүнәлтмә буйынса Рысай ауылына эшкә ҡайта. «Һөнәри тормошомда ике кеше мөһим роль уйнаны, - ти ул. - Мәктәптә химия, биологиянан төплө белем биреүсе көслө уҡытыусы Әлфидә Сатлыҡова һәм эш башлағанда ҙур ярҙам күрһәтеүсе, «уҡытыусылыҡтың» беренсе хәрефтәрен өйрәтеүсе, ул ваҡыттағы Рысай мәктәбе ди-ректоры, хәҙер инде мәрхүм Сабир Хәсәнов. Икеһе лә үҙ эштәренең оҫтаһы, бик талапсан, әммә ғәҙел кешеләр булдылар».
(№ 114-115)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ғинуар 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031 

Популяр яңылыҡтар


Ҡайҙа ҡиммәтерәк?Ҡайҙа ҡиммәтерәк?
Яңы йыл алдынан ниндәй ҡалаларҙа Ҡыш бабайҙы...

Байрамдар тыныс үтһенБайрамдар тыныс үтһен
Тиҙҙән барыбыҙҙың да яратҡан байрамы - көтөп...

Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?Ғаилә үтәй алмаҫлыҡ бурыс бармы икән?
Ҡала мәҙәниәт үҙәгендә физик мөмкинлектәре...

«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән«Ҡанат ҡуйылғандай булды», - ти ирекмән
Рәсәй Президенты В. Путин «Рәсәй ирекмәне - 2017»...

Яңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙЯңы йылға өмөт-ышаныстар бағлайбыҙ
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996,...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.