» Гәзиттең номеры: 115-116

«Иң ялҡынлы ҡыҙ»08.10.2014

«Иң ялҡынлы ҡыҙ»Ҡалабыҙҙан Камилла Күлдебаева «Татар ҡыҙы-2014» милли конкурсында ҡатнашып «Иң ялҡынлы ҡыҙ» титулын яуланы.

«Татар ҡыҙы-2014» милли конкурсын Силәбе өлкәһенең Татарҙар конгресы дүртенсе йыл уҙғара һәм ул Көньяҡ Уралдың күп кенә төбәктәрен, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһын да берләштерә. Быйыл бәйгелә Силәбе өлкәһе, Башҡортостан Республикаһы, Ҡурған һәм Пермь өлкәләре вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостандан 20 йәшлек Учалы һылыуы Камилла Күлдебаева сығыш яһаны. Ул Учалының 5-се урта мәктәбен тамамлаған, хәҙер Силәбе дәүләт академияһының дүртенсе курс студенты. Камилла бөтә һайлап алыу турҙарын уңышлы үтеп, ун ике иң һәләтле һәм сибәр финалсыларҙың рәтен тулыландырҙы.
Финалға юл еңелдән булмай. Һәр этап сиктәрендә конкурста ҡатнашыусы йылға буйлап йөҙә, тауҙарға менә, ҡул эше менән шөғөлләнә һәм хатта көрәштә көс һынаша. Аш-һыу бешереү һәм ауылдағы һынауҙар иң ҡатмарлылары була. «Татар ҡыҙы-2014» конкурсында ҡатнашыусылар бесән сапты, һыйыр һауҙы һәм һөттө сепараттан үткәрҙе. Һәм бында Камилла үҙенең оҫталығын яҡшы яҡтан күрһәтеп, «бишле» билдәһен алды. Силәбелә уҙған конкурс финалында ҡыҙҙар үҙҙәренең вокал һәм хореография һәләттәрен күрһәтте. Лайыҡлы сығыш яһаусы яҡташыбыҙҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев та ҡотланы һәм тыуған төбәгенең данын күтәреүе өсөн рәхмәт белдерҙе. Камилла район хакимиәтенең иҫтәлекле бүләген алып та һөйөндө.
(№ 115-116)

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте08.10.2014

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеҠала-районыбыҙ буйынса Уҡытыусылар көнө айҡанлы һәм йәш быуынды уҡытыуҙа, тәрбиәләүҙә ирешкән уңыштары, фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн түбәндәге уҡытыусылар РФ-тың Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды:
Рәмил Рәхим улы Ҡусарин (Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры), Лилиә Алмаз ҡыҙы Рәхмәтуллина (Уральск өҫтәмә дөйөм белем биреү мәктәбе директоры), Раят Килдебай улы Ишмөхәмәтов (Озерный урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры), Резеда Марат ҡыҙы Ямалова (мәғариф бүлегенең мәғлүмәт-методика үҙәге методисы).
«Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнделәр: Вилә Жәнәт ҡыҙы Әхтәмова (13-сө балалар баҡсаһы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының музыка етәксеһе), Сәрүәрә Фәйзрахман ҡыҙы Сәғитова (Ҡунаҡбай ауылының балалар баҡсаһы мөдире), Гөлмирә Хәлим ҡыҙы Хәйрова (3-сө дөйөм белем биреү лицейының география уҡытыусыһы), Алевтина Ивановна Ишимова (10-сы дөйөм белем биреү мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), Геннадий Валентинович Рябков (5-се дөйөм белем биреү мәктәбенең тормош нигеҙҙәре хәүефһеҙлеге фәне уҡытыусыһы).
(№ 115-116)

Көн аяҙайтыусы08.10.2014

Көн аяҙайтыусыБынан алдағы «Шәмбе бите»ндә Төркиәнең Стамбулы - ике континентҡа йәйелгән донъялағы берҙән-бер ҡала тигән дан тота, тип яҙғайныҡ. Гәзит уҡыусылар, һөйөнсө алып тигәндәй, редакцияға шылтыратты. Баҡһаң, беҙҙең Уральск ҡасабаһы ла Яйыҡ аша үтеп, Азиянан Европаға йәйелә башлаған икән. Үҙебеҙҙең ҡасабаның ул биҫтәһендә булған юҡ, ләкин интеренет аша йыһандан төшөрөлгән фотоға ҡарап инандыҡ. Нәҡ шулай! Күпергә билдәләр ҡуйып, арғы өлөштә берәй урамға Европа исеме биргәндә, бик тә яҡшы булыр ине.


Ә был сығарылышты әтәстәргә бағышларға булдыҡ. Көҙгө әтәстәрҙең арыу-талыу белмәй талашҡан, власть бүлешкән ваҡыттары бара бит. Баҫтырыша торғас, атайымдың ихатаһында тауыҡ аҙбарының тәҙрә быялаһын да ваттылар. Ярар, күп ҡалмаған, һуйыр ваҡыт еткәс хужа, ҡайһыһы еңде, ҡайһыһы еңелде, тип бигүк ҡарап тормаясаҡ - һурпа өсөн бының айырмаһы юҡ.
Фәрештә күреүсе
Беҙҙең эраға тиклем 3 мең йыл элек Һиндостанда ҡырағай әтәстәр тәүләп эйәләштерелә башлай. Ғибәҙәт ҡылыу йәнлектәре сифатында тотҡандар. Тәбиғи, итен ашау тураһында һүҙ ҙә булмай. Шул уҡ ваҡытта ҡырағай тауыҡтарға һунар гонаһ тип баһаланмаған. Ғөмүмән, бик күп халыҡтар әтәсте Ҡояш кәүҙәләнеше, ҡара көстәргә ҡаршы тороусы зат тип ҡабул иткән. Ғәмәли яҡтан да үтә уңайлы булып сыға: махсус механизмдар булмаған саҡта «тере сәғәт» вазифаһын башҡара. Ваҡытты билдәләү өсөн уңайлы бит.
(№ 115-116)

Ялғанлыҡ ҡорбаны08.10.2014

(Булған хәл)


Яҡташым, дуҫым Рәшит Миңлеғәлиевҡа бағышлайым.

2012 йылдың көҙөндә, хәрби хеҙмәтебеҙҙе атҡарыуға 60 йыл тула тигәндә, Рәшиттең йәмәғәте Мөнәзәнән ҡайғылы хат килеп төштө: «Рәшит кинәт башланған йөрәк сиренән оҙаҡ та ятмай республика дауаханаһында вафат булды. Һуңғы көнөнә ҡәҙәр һине иҫләне. Ауырыуымдан ҡотолһам, һис шикһеҙ йәмәғәте менән көҙгә ҡунаҡҡа саҡырайыҡ! Әгәр инде төҙәлә алмаһам, Исмәғилдең һуңғы хатына яуап яҙа күр! - тип үтенде».
Мөнәзәнең тормош иптәшен мәңгегә юғалтыуын хәбәрләүе теге ваҡыттағы ваҡиғанан да аяныслыраҡ булды. Шул ялған ғәйепләнеүе ҡылт итеп иҫемә төштө. Оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙым. Эйе, донъя үҙенекен итә. Башҡортостанда тыуған татар егете Рәшит дуҫым менән хатлашып ятһаҡ та, Бөрө районына барып, үҙен, донъяһын күрергә яҙманы миңә. Эйе, ғаиләлә бала булмауы ла һәләк үкенесле ине. Хәҙер килеп, дуҫымдың ниндәйерәк кеше булыуын иҫләп, уҡыусыға еткерһәм, бәлки, күңелемдәге үкенеүле һағыш төйөрө осмоттай булһа ла кәмер, йөрәгем әрнеүе тыныслана төшөр ине, тигән өмөттәмен.
Уның менән әрмегә барғас уҡ бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ, дуҫлашып киттек. Яҡын туғандар һымаҡ шатлығын да, ҡайғы-хәсрәтен дә, ҡыйынлыҡтарын да бергә уртаҡлаштыҡ. Тыуған төйәктән килгән хаттар ҙа беҙҙең өсөн сер булманы.
Тәүге хәрби хеҙмәт осоро ҡыйын булһа ла, көн артына көн ялғанып, өс ай тигәндә тейешле ғәскәри «ант»ты бирҙек һәм беҙҙе, өлгөрә башлаған һалдаттарҙы, ҡарауыл һағына, сиратлап аш-һыу нарядына йөрөтә башланылар. Рәшит менән булған аяныс хәл нәҡ ана шул келәткә барып, ашханаға тейешле аҙыҡ-түлек килтереү осоронда сыға.
Аҙыҡ-түлек алғанда, Рәшиттең ауылдашы Рәис Ҡадиров эргәһенә килә лә: «Ошо ит консерваһын һинең кеҫәгә һалайыҡ, минеке тишелгән», - тип шыбырлай һәм уның ризалығын да көтмәй, тиҙ арала банканы кеҫәһенә тыға. Күп тә үтмәй, келәт мөдире бер банка консерва етмәүен сержантҡа хәбәр итә. «Мин һанап әҙерләп ҡуйған инем. Кем алды консерваны?» - тип тауыш күтәрә. Етмәһә, бындай хәл тәүгеһе генә түгел, тип бәлә һала. Сержант Ласло һәр береһенең кеҫәһен тикшерә һәм Рәшиттекенән консерваны килтереп сығара.
(№ 115-116)

Сәсмәүерҙәр08.10.2014

Тотҡондан хуже…
Хәлисә ауылдан килгән Зәйтүнә апаһын бик шәп итеп ике аҙна ҡунаҡ иткән. Тағы ҡалдырырға ниәтләнһә лә, тегеһе, ауылды һағындым, тип, ялҡҡанын белдергән.
- Ярай улайһа, апай, ҡайтҡанда поезд менән ҡайтырһың, автобустан рәхәтерәк булыр, - тип һеңлеһе юл күстәнәстәре әҙерләй башлай.
- Уй, Аллаһ, тимер тәгәрмәстә барыуҙары ҡыйындыр ул? - ти икән апаһы.
- Йоҡлап барырлыҡ унда, көйлө, - тип яуаплай һеңлеһе. Риза була.
Бының бер үҙенә бер купе алып (кейәү тимер юл станцияһы начальнигы), Зәйтүнә апайҙы ҡулъяулыҡ болғап оҙатып ҡалалар.
Икенсе һеңлеһе быны Өфөлә ҡаршылай. Автобус менән ауылға оҙатыр алдынан, үҙенә алып ҡайта ла Күмертауҙа нисек ял итеүен һораша башлай.
(№ 115-116)

Кешене эше биҙәй08.10.2014

Кешене эше биҙәйБашланғыс кластар уҡытыусыһы булып бар күңеле менән кескәйҙәрҙе яратҡан кеше генә эшләй алалыр, моғайын. Балаларҙың күңел донъяһы гәлсәр һауыттай, яңылыш ҡағылһаң, шундуҡ ыуылып төшөүе ихтимал. Бәләкәстәрҙе ҡысҡырып та, әрләп тә еңеп булмай. Уларҙың психологияһын аңлау өсөн уҡытыусылыҡ һәләттәре генә түгел, әсәлек хисе лә булырға тейеш. Тәүге уҡытыусы һине белем донъяһына, киләсәк тормошҡа аяҡ баҫтырыусы кеше лә. Йылдар үтһә лә, һин уны онотмаясаҡһың, уға ҡарата йылы хистәрең һүрелмәйәсәк.

Ошо көндәрҙә 39 йыл ғүмерен башланғыс кластарҙы уҡытыуға арнаған Тәслимә Мөхәмәтйәрова үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Тәслимә Шакир ҡыҙы Ҡолош ауылынан. Атаһы ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләй, әсәһе Ғәнифә хужабикә була. Мәктәптә уҡығанда уҡ ҡыҙыҡай уҡытыусы булырға хыяллана. Үҙенең тәүге уҡытыусыһы Мәҙинә Шакироваға мәктәп ишеген асып инеү менән ғашиҡ була ул. Уҡытыусыһының мөләйемлеге, әсәләрҙәй наҙлылығы ҡыҙ баланы әсир итә. Шунда инде ҡыҙыҡай киләсәктә яратҡан остазым кеүек мотлаҡ балалар уҡытасаҡмын, тип үҙенә маҡсат ҡуя. Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормайынса документтарын Белорет педагогия училищеһына алып барып тапшыра.
(№ 115-116)

Үҙгәрештәр бар08.10.2014

Үҙгәрештәр барБашланған уҡыу йылының тәүге айы үтеп тә китте. Белем биреү өлкәһендәге хәлдәр менән яҡындан танышыу маҡсатында мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һүҙ ҡотлауҙарҙан башланды.
- 27 сентябрь - балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең, 5 октябрь - уҡытыусыларҙың һөнәри байрамдары. Шул уңайҙан белем биреү өлкәһендә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, мәғариф бүлеге һәм шәхсән үҙемдең исемдән ысын күңелдән байрам менән ҡотлайым! Киләсәктә уларҙың һәр ҡайһыһына тыныс күк йөҙө, ғаилә бәхете, һаулыҡ, еңел булмаған хеҙмәттәрендә уңыштар, һөнәри оҫталыҡ һәм, шулай уҡ мөһим булған, уҡыусылар күплеген теләр инем.


- Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы, быйыл белем биреү процесында ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
- Тәү сиратта БДИ-ға туҡталайыҡ. Быйылдан алып барлыҡ сығарылыш класс уҡыусылары декабрҙә рус теле һәм әҙәбиәте буйынса инша яҙасаҡ. Ул БДИ-ға ҡағылмаған айырым һынау буласаҡ. Инша өсөн уҡыусыларға «зачет» ҡуйыла, ул дәүләт имтихандарына инеүгә рөхсәт. Әгәр ҙә уҡыусы был һынауҙы тота алмаһа, уны ҡабаттан февраль йәки апрелдә тапшыра ала. Һаулыҡтары буйынса инша яҙа алмаусы балалар дауахананан нотариус тарафынан раҫланған белешмә килтереп, изложение яҙыу хоҡуғына эйә.
(№ 115-116)

Был донъяла ниҙәр бар?08.10.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* «Төҫлө революциялар» - ныҡ йоғошло сир. Ҡытайҙың Гонконг автономияһында башта йәштәр урамдарҙа янъял ҡуптарһа, аҙағынан ҡалғандар ҙа ҡушылды. Полиция ҡырҡыу тотондо, газ һәм резина пулялар ярҙамында икенсе «майҙан» сығарыуға юл ҡуйманы. Кем хөсөт сығарыуы береһенә лә сер түгел, Ҡытай Халыҡ Республикаһының сит ил эштәре министры Ван И, ҡалған дәүләттәрҙе, тәү сиратта Американы иҫкәртте - был беҙҙең эске эш, ҡалғандарға ҡыҫылырға ирек бирелмәйәсәк.
Саҡ ҡына аңлатма кәрәктер. Гонконгта 7 млн кеше йәшәй, был биләмәне Англия 1842 йылда баҫып алған була, 1997 йылда Ҡытайға кире ҡайтарырға мәжбүр ителә. Килешеү буйынса, Гонконгҡа киң автономия ҡалдырыла. Әле күҙҙәре маңлайҙарына менеп урамға сығыусылар 2017 йылда урындағы һайлауҙар тура үтһен тигәнде сәбәп итеп ҡуйҙы. Закон буйынса - һайлаусылар коллегияһы системаһы ҡулланыла. Әйткәндәй, АҠШ-тың үҙендә лә тап һайлаусылар коллегияһы алымы эшләй, бер кемгә лә демократияға хыянат булып тойолмай…
(№ 115-116)

Ярҙам итәләр07.10.2014

Ярҙам итәләрБР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты һаҡлау һәм үҫтереү фонды хәбәр итеүенсә, 2014 йылдың 15 сентябренән эшҡыуарҙар өсөн «ҡыҙыу линия» эшләй башланы.

Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә гарантия, лизинг фондтары, бизнесты башлау өсөн субсидиялар, бизнесты үҫтереү өсөн субсидиялар, микрофинанслау, яңы эш башлау, бизнес-уҡытыу, бизнес-консультациялар, юридик хеҙмәттәр, административ ҡаршылыҡтар, инвестициялар өлкәһендә мәғлүмәти ярҙам кеүек мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереү маҡсатында булдырылды.
Теләүселәргә 8 (347) 216-40-80 телефоны буйынса 10.00-18.00 сәғәттәрҙә бушлай консультация алырға була.
(№ 115-116)

Абруйлы һөнәр эйәһе07.10.2014

Абруйлы һөнәр эйәһеУҡытыусы һөнәре борон-борондан изгеләрҙән һаналған. Бөгөн мәктәптәребеҙҙә тырыш, талапсан, үҙ эшенә етди ҡараған уҡытыусыларыбыҙ етерлек. Шундайҙарҙың береһе Иманғол урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлмира Радик ҡыҙы Мөбәрәкова.

Бәләкәйҙән тормошта ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға бирешмәүсән, талапсан, үткер булып үҫә ул. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡый, химия, математика фәндәренән юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Әммә күңеленә иң яҡын дәрестәре шулай ҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте була. Үҙен белә-белгәндән китап уҡырға ярата, унһыҙ бер көн дә тора алмай.
(№ 115-116)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.