» Гәзиттең номеры: 116

Һөҙөмтә эшебеҙҙә күренә06.10.2015

Һөҙөмтә эшебеҙҙә күренәУҙған аҙнала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажитдинов эш сәфәре менән Учалы районына килде. Уны район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев оҙатып йөрөнө. Илшат Азамат улы Урал аръяғы райондарын комплекслы үҫтереүҙе күҙаллаған республика программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алған ҡала-районыбыҙҙың бер нисә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларын ҡараны, уларҙың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.
Уральск ҡасабаһында «Ғилманов» крәҫтиән-фермер хужалығы сабыш аттарын үрсетеү менән күптән шөғөлләнә. Хужалыҡ башлығы Риф Мәүлитбай улын районда белмәгән кеше һирәктер, моғайын. Уның йүгеректәре йыл һайын һабантуйҙарҙа ҡатнашып призлы урындар яулай. Әлеге ваҡытта фермала 17 инглиз тоҡомло юртаҡ бар. Улар Башҡортостан, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа һәм фестивалдәрҙә ҡатнашып юғары наградалар яулай. «Аҡбуҙат» ипподромында йыш сығыш яһайҙар. Предприятие үҙе «Урал аръяғының иң яҡшы атлыҡсаһы» исеменә лайыҡ.
(№ 116)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.