» Гәзиттең номеры: 117-118

Уяу булайыҡ10.10.2014

Уяу булайыҡТормошобоҙҙа бар уңайлыҡтар булдырылған. Йорттарҙа йылы, крандан таҙа эҫе һәм һалҡын һыу ағып тора. Кәрәк икән, тәнде иҙрәтерлек йылы һыу тултырылған ванна эсенә инеп, ят йә булмаһа душ аҫтында тор. Ә электр һәм газһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереүе лә ҡыйын - уңайлы тормошҡа өйрәнгәнбеҙ. Урамға сыҡһаҡ та, ниндәй генә һауа торошона ҡарамайынса, урам һепереп, көрәп, таҙартып йөрөүселәрҙе күреп, уларға ҡарата рәхмәт тойғоһо уяна. өмүмән, беҙҙең тормошто уңайлы итеүселәр улар - торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре.

Ә был ҡатмарлы тармаҡты тәртиптә тотоу еңел эш түгел. Радио, «зәңгәр экрандар» аша хәбәрҙарбыҙ, йыл һайын ҡышҡы селләлә илдең ниндәйҙер ҡала-ултырағында йорттарҙың йылыһыҙ ҡалған осраҡтары әленән-әле булып тора. Шөкөр, беҙҙең ҡалабыҙ йылдың-йылы ҡышты имен үткәрә. Һәм бында торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ.
Республика көнө алдынан ысын һөнәр оҫталары икәнен улар ҡалабыҙҙа үткән зона конкурсында ғына түгел (зона этабында 4 хеҙмәткәр беренсе урын алғайнылар), республика бәйгеһендә лә иҫбат иттеләр.
(№ 117-118)

«Мәңге йәшә, Салауат!»10.10.2014

«Мәңге йәшә, Салауат!»Милләтебеҙҙең данлыҡлы улы Салауат Аҙналин хаҡында һүҙ йөрөткәндә «батыр» һүҙен ҡушып һөйләргә күнеккәнбеҙ. Ә бындай исемде борон-борондан халҡыбыҙ илен, ерен яҡлап көрәшкән, йәнен аямаған ир-уҙамандарына ҡарата ғына ҡуллана. Мәҫәлән, Урал батыр, Аҡъял батыр, Алдар батыр һәм башҡалар. Республикабыҙҙа милли батырыбыҙҙың рухын иҫкә алып, Мәҙәниәт йылына бағышлап, шиғри флешмоб үтте. Сара БДУ-ның Учалы вәкиллеге, мәғариф бүлеге, район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре берҙәмлеге менән ойошторолдо.

Учалыларҙың инициативаһына Салауат районының Тәкәй ауылы, БДУ-ның Сибай филиалы, Сибай педколледжы, Туймазы, Баймаҡ ҡалалары, Ҡыйғы районы, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Мәскәү, Силәбе студенттары, Салауат һәйкәле эргәһендә Өфө активистары дәррәү ҡушылды. Сығыштарҙың видеояҙмаһы «Бәйләнештә» социаль селтәренең «Башҡорт телен ҡәҙерләйек» төркөмөндә урынлаштырылған.
26 сентябрь Салауат Аҙналиндың был донъянан мәңгелеккә күскән көнө. Ошо сыуаҡ көҙгө иртәлә ҡала-районыбыҙҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары менән берлектә районыбыҙҙың төньяғына юлландыҡ. Туңғатар ауылы биләмәһенә еткәс, юлыбыҙ урман-ҡырҙар яғына ҡарай боролдо. Тәбиғәттең көҙгө матурлығына һоҡлана-һоҡлана тирмә ҡоролған, кәртәләнгән йәйләүгә килеп еттек.
(№ 117-118)

...10.10.2014

...Рәсәй буйынса үлемесле һалыу ҡотора - «Спайс» наркотигы тартҡан өс тиҫтәләп кеше йән бирҙе, 700-ләп кеше дауаханаларҙа ята. РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тартыу ҡатнашмаһына айырыуса зарарлы каннабиноид тип аталған химикат өҫтәлгән булыуы асыҡланды.

Был ингредиент тыйылған матдәләр исемлегенә индерелмәгән була, йәғни ил буйынса контролһеҙ таралған булыуы бик тә ихтимал. Заман шулай бит инде, яңынан-яңы синтетик наркотиктар пәйҙә була, зыяны асыҡланғансы һәм тыйылғансы әллә күпме кеше харап була. Кем, ниңә был ҡурҡыныс яуызлыҡты ҡыла - әлегә яуап юҡ. Енәйәт эштәре ҡуҙғатылды, кеше үлтереүсе «химиктар» оҙаҡламай тотолор тип өмөт итәйек.
(№ 117-118)

Сәнғәткә ғашиҡ шәхес09.10.2014

Сәнғәткә ғашиҡ шәхесБейеүсе, ҡурайсы, ҡумыҙсы, өзләүсе, хореограф, көслө етәксе, оҫта ойоштороусы, ғөмүмән, бай талант эйәһе, эҙләнеүҙәрҙән туҡтамаған, ҡуйған маҡсаттарына ирешмәйенсә ҡалмаған уникаль шәхес тип ҡылыҡһырлар инек бөгөнгө әңгәмәсебеҙҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай аныҡлаусыларҙың артыҡ кәрәге юҡ, «Яйыҡ»та ҡунаҡта» - Рәис Жәүҙәт улы Низаметдинов тиеү ҙә етә. 50 йәшлек юбилейы айҡанлы сәнғәт әһеленең тормош һәм ижад юлына гәзит уҡыусы менән тағы бер күҙ һалайыҡ әле.

- Рәис Жәүҙәт улы, сәнғәткә илткән юл ҡайҙан баш алды?
- Ижади һәләт миңә ата-әсәйемдән килгәндер. Алты балалы ишле ғаиләлә, Наурыҙ ауылында тыуып үҫтем. Атайым музыканан уҡытты, әсәйем башланғыс кластарҙа белем бирҙе. Ете йәшемдә атай мәрхүм булды, мин унан ҡалған баянды үҙләштерҙем, гармунда уйнарға өйрәндем. Әсәйебеҙ ҙә йырға әүәҫ булды, әле лә халыҡ йырҙарын оҫта башҡара. Етенселә уҡығанда «Ләйсән»дә бейей башлаған, үҙе яңы мәктәпте тамамлаған Закир Ғарипов бейеү ансамбле ойошторҙо. Бөтә класс менән уға йөрөй башланыҡ, ул беренсе уҡытыусым булды тиергә була.
(№ 117-118)

Ирәмәлдең мәғрүр ҡиәфәте09.10.2014

Ирәмәлдең мәғрүр ҡиәфәтеСей яраға тоҙ һибеү кеүек булһа булһын, дүрт-биш йыл элек булған хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрәйек. Масштаблы «Башҡортостандың 7 мөғжизәһе» исемле конкурс уҙғарылғайны. Тауыш биреүҙә фәҡәт беҙҙең һүлпәнлек арҡаһында Ирәмәл тауы исемлеккә инмәй ҡалды. Нисек кенә булмаһын, Ирәмәл - башҡорт төйәге һәм рухының иң мөһабәт тәбиғи символы икәнлегенә иманыбыҙ камил. Шуға ла Республика көнө айҡанлы муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы «Ирәмәл» тәбиғәт паркы» директоры Р.Т.  Ғәлиеваға бирелеүе бик тә мәғәнәле һәм дөрөҫ булып күренде.
Һеҙҙең иғтибарға Римма Талха ҡыҙы менән ҡыҫҡаса әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


- Турист миҙгеле тамамланыу өҫтөндә, быйыл Ирәмәлгә нисә кеше килде?
- 16 мең тирәһе. Ямғырлы, йәйәүле туризм өсөн ҡулайһыҙ булһа ла, былтырғынан 4 меңгә күберәк. Халыҡ йылдан-йыл нығыраҡ тартыла, тип әйтә алам. Үҙебеҙҙекеләр генә түгел бит әле, быйыл Швециянан, Германиянан, Израилдән, Польшанан, Франциянан килеүселәр булды. Әйткәндәй, 2012 йылдың 21 декабрендә кем ышанып, кем мәрәкә күреп «ахыры заман» көтә инек. Был һалҡын көндө Һиндостандан килгән бер төркөм тау башында үткәрҙе.
(№ 117-118)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.