» Гәзиттең номеры: 119

Дәрт алып ҡайттыҡ14.10.2014

Әбйәлил районында республика кимәлендә үткәрелгән ағинәйҙәр йыйынында булып ҡайттыҡ. Районыбыҙҙағы ойошма етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева, Ҡотой ауылынан Нәйрә Ғиләжева, Сәфәрҙән Йәмилә Мөхәмәтйәнова барҙыҡ. Башҡортостандың 14 районы дүртешәр ағинәй алып килде.

Әбйәлилдәр ҡунаҡтарҙы йыр-бейеү менән милли костюмдарҙа ҡаршы алды. Үҙҙәренең шөғөлдәрен дә күрһәттеләр, төрлө һүрәтле матур кейеҙҙәр баҫҡандар икән. Хатта, Салауат Юлаевтың һүрәте лә бар.
Амангилде ауылы ағинәйҙәре тула баҫыу йолаһын тәҡдим итте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, борон башҡорт ир-егеттәренең эш кейеме туланан - көҙгө һарыҡ йөнөнән һуғып, баҫылған туҡыманан тегелгән икән. Ошондай сәкмән, сарыҡ, башлыҡтар булған.
Сараны ҙур залдағы йыйын дауам итте. Уны Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов асты. Артабан һүҙҙе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ҡарамағындағы «Ағинәйҙәр» йәмғиәте етәксеһе һәм «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева алды. Ул эшһеҙлек арҡаһында йәштәрҙең ауылдан китеүе, эскеселектең, наркоманияның хөкөм һөрөүе, мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының ябылыуы хаҡында борсолоп һөйләне.
- Ауыл проблемаларын ауылда йәшәгән халыҡ үҙҙәре генә белә. Ошоно уйлап, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ойошмаларын булдырҙыҡ та инде, - тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. Өҫтәп, был йәһәттән әүҙем эш алып барыусы ҡала-райондарҙы атап үтте: Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Хәйбулла, Сибай, Учалы.
(№ 119)

Көнүҙәк һорауҙар ҡаралды14.10.2014

Учалы ауыл ултырағы хакимиәте эргәһендәге һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы ултырышы үтте.
Оло кеше оло кеше инде - алдағы ултырыштан һуң өс совет ағзаһының баҡыйлыҡҡа киткән булыуы күңелде ҡыра.


Әммә тормош дауам итә, иҫәндәргә донъя хәлдәрен сисергә кәрәк. Ағымдағы көнүҙәк мәсьәләләр менән ауыл ултырағы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Эдуард Йосопов, эштәр менән идара итеүсе Рәйсә Нәжметдинова һәм ветерандар советы рәйесе Марат Алтыновтар таныштырҙы. Һорауҙар бирелде, фекер алышыу үтте, ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Урындағы властарҙың ололарҙың проблемаларына иғтибарлы булыуҙары, хәлдән килгәндәренсә ярҙам итергә тырышыуҙары күңелгә хуш килде. Ваҡыт тиҙ аға. Йыл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Бына тағы Ололар көнө лә үтеп китте. 1 октябрь - ололар өсөн айырыуса әһәмиәтле көн ул.
(№ 119)

Ике ҡулға ике бысаҡ…14.10.2014

Ике ҡулға ике бысаҡ…Миндәк ҡасабаһында көн күргән йәш ир кеше үлтереү менән янаған өсөн былтыр 120 сәғәт мәжбүри эштәргә хөкөм ителгән була. Сәбәбе лә билдәле - йәмәғәт урындарында иҫерек йөрөгән өсөн 5 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ә иҫерек кеше ни һөйләгәнен дә, ни ҡылғанын да белмәҫ була.

Эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Эльвира Йосопова бәйән итеүенсә, быйыл йәнә шул яман ғәҙәтен дауам итте. Иҫерек килеш төндә уяна ла элекке өйҙәш ҡатынынан башта итле аш, һуңынан тәмәке һәм араҡы алырға аҡса таптыра башлай. Юҡлыҡ тамам күсәренән сығара. Ике ҡулына ике аш-һыу бысағы алып: «Үлтерәм!» - тип һөрәнләргә тотона. Ярар ҙа, өйҙәге икенсе таныш ҡатын юҡ менән булма, тип өгөтләгәс, шундуҡ тыныслана. Әйткәндәй, яман ғәҙәтенә ҡарамаҫтан, йәшәү урыны буйынса ыңғай ҡылыҡһырлана икән үҙе. Бәлки, маҡсатына ирешеү өсөн ҡурҡытмаҡсы ғына булғандыр, әммә барыбер РФ Енәйәт кодексының 119-сы статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыла - икенсе тапҡыр хөкөм ҡатыраҡ буласағы көн кеүек асыҡ.
(№ 119)

Айыуҙан ҡасҡан…14.10.2014

Айыуҙан ҡасҡан…Учалы район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, район суды 24 йәшлек бер яҡташыбыҙға ҡарата РФ Енәйәт кодексының 291-се статьяһының 3-сө өлөшө (вазифалы кешегә ришүәт биреү) буйынса ғәйепләү ҡарары сығарҙы. Аңлатма бирергә кәрәктер: ниәт аҙағынаса башҡарылмаһа ла, кодекстың 30-сы статьяһы буйынса бындай төр ҡылмышты ҡылырға әҙерләнеү һәм маташыу ҙа енәйәт тип баһалана.

Эш былай була. Йәш кеше транспорт менән идара итергә танытмаһы булмаған килеш ВАЗ-1102 руле артында тотола. Административ протокол төҙөлә, автомобиль штраф туҡталҡаһына ҡуйыла. Граждан иһә шул уҡ көндө юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигына уның кабинетында ришүәт биреп маташа, өҫтәленә 5 мең һум аҡса һала. Шундуҡ тотола. Үҙе аңлатыуынса, былай ҙа урлашҡан өсөн шартлы рәүештә хөкөм үтеп йөрөй, танытмаһыҙ автомобиль йөрөткән өсөн дә яуаплылыҡҡа тарттырылһа, мөнәсәбәт ҡырыҫланыр, тип ҡурҡа.
…Айыуҙан ҡасҡан бүрегә юлыҡҡан тигәндәй, административ яуаплылыҡ менән бер рәттән йәнә енәйәт яуаплылығына тарттырылды - 1 йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде (аҡылға ултырмаһа, сәнскеле сым артына ебәрелеүе хәҙер айырыуса ихтимал), өҫтәүенә 50 мең һум күләмендә штраф һалынды.
(№ 119)

Теләк менән баралар14.10.2014

Теләк менән баралар1 октябрь - Халыҡ-ара ололар көнө генә түгел, ниндәйҙер мәғәнәлә ир уҙамандары көнө лә булалыр. Сөнки тап 1 октябрь көнө хәрби көстәргә көҙгө саҡырыу кампанияһы старт алды (31 декабргә тиклем дауам итәсәк) һәм районыбыҙҙың призыв комиссияһының тәүге ултырышы үтте.

Комиссия эшен етәкләгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко барыһын да ошо уңайҙан ҡотланы һәм һөҙөмтәле эш теләне. Төп талап - бөтә закон талаптарын теүәл, тайпылышһыҙ үтәү.
БР Хәрби комиссариатының Учалы бүлеге начальнигы Азамат Рыҫҡолов әйтеүенсә, Башҡортостандан 6670 егеткә наряд килгән, беҙҙең Учалынан - 160 кешегә. Ҡәҙимгенән күберәк, әммә үтәй алмаҫлыҡ ҙур йөкләмә түгел. Әрмегә 160 егет ебәрелһә лә, отсрочкаларға хоҡуҡты раҫлау өсөн призыв комиссияһына 610 кеше саҡырыла.
Яҙғы призывҡа 50-ләп егет килмәгән, шул иҫәптән өсөһө ҡасып йөрөй. Эштәрен хоҡуҡ һаҡлау органдарына йүнәлтеү хәл ителә.
(№ 119)

Иманға өндәүсе изге йорт14.10.2014

Иманға өндәүсе изге йортҺуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың күпләп дингә килеүе, иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Ярты быуаттан ашыу атеизм йоғонтоһонда йәшәп тә милләтебеҙҙең Аллаһҡа ышанысын юғалтмауы ҡыуаныслы. 90-сы йылдар башында ҡалабыҙҙа мәсет төҙөлөүе район халҡы өсөн дини йәһәттән ныҡлы этәргес көс, нигеҙ булғандыр. Шул дәүерҙән алып ике тиҫтәнән ашыу йыл үткән. Донъя ағымы өсөн 20 йыл бер мәл генә, иң мөһиме, ҡалабыҙ мәсете үҙенең изге бурысын һынатмай атҡарып килә.

Мәсет һалыу эшенә ҙур өлөш индергән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрүәз Сәғәҙәтов үҙенең «Учалы ҡалаһында мәсет төҙөү тарихы» яҙмаһында бына нимәләр бәйән итә: «1990 йылдың 3 авгусында Учалы ҡалаһы, Ленин урамы, 36-сы йортта Минғәли Рәхмәтуллиндың фатирында намаҙ уҡыу өсөн Мирхәт Уразаев, Ғайса Сәлийәмов, Хәмзә Яхим, Кәлимулла Ғәбиҙуллин, Хажиәхмәт Мотаһаров һәм башҡалар тупланды. Был тәүге йыйылышты Мирхәт Уразаев ағай ойошторҙо. Ул ҡала етәкселегенән фатирҙа намаҙ ҡылыу өсөн рөхсәт алыуға ирешкән». Шул уҡ йылдың көҙөндә ҡалала мосолмандарҙың дини ойошмаһы булдырыла. Уларға «Таусы» клубының бер бүлмәһендә, аҙаҡтан Ахун карьерының дөйөм ятағында йыйылырға рөхсәт бирелә. 1991 йылдан йыйылыштың имамы итеп мосолмандарҙың Диниә назараты мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин тарафынан Исмәғил Мөхәмәтйәнов тәғәйенләнә. Бохарала уҡып белем алған кеше килеү менән дингә тартылыусылар һаны ла арта, хәҙрәт халыҡты ислам нигеҙҙәренә, намаҙ уҡыу тәртибенә, ғәрәп алфавитына һәм шәриғәт ҡанундарына өйрәтә башлай. Оҙаҡламай хәҙрәттә ойошманың тәүге мәзиндәре уҡып сыға: Вәкил Тажетдинов, Кәлимулла Ғәбиҙуллин, Рәфҡәт Зарипов, Рамаҙан Йомағужин, Ғәли Хөснуллин, Зинәтулла Һиҙиәтов, Сәғитйән Ибраһимов, Наил Исаҡанов, Рәүеф Әҙелғужин һ.б..
(№ 119)

Был донъяла ниҙәр бар?14.10.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* Ураҡ тамамланмаған әле, әммә әленән үк илебеҙҙәге тулайым иген уңышы 100 миллион тоннаны үтеп китте. 110 млн тоннаға етер тип күҙаллайҙар. Былтырғынан байтаҡҡа күберәк, 2013 йылда гектар көсө 22,1 центнер булһа, әле -24,9. Санкциялар менән Европанан әллә ниндәй хамон-пармезандар килтерелмәһә лә, икмәк булғанда ас ятмаҫбыҙ.

* Билдәле булыуынса, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр ҡырҡыуланып, Рәсәй компаниялары һәм граждандарының сит илдәрҙәге милкенә арест һалына башланы. Ябай халыҡ, Рәсәйҙә тапҡан аҡсаны Рәсәйҙә тоторға кәрәк ине, тип үсәй. Ысынлап та, алпауыттарҙың сит илдәрҙә хан һарайҙарына, заводтар йә футбол командаларына эйә булыуҙары асыу килтермәүе мөмкин түгел. Әммә үсәргә ашыҡмай торайыҡ, бәлки, сереп байығандарҙың юғалтыуҙары өсөн тағы ла нәҡ үҙебеҙгә түләргә тура килеүе бар. РФ Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа яңы закон проекты ҡабул ителде - сит ил судтары ҡарары менән яһалған зыянды Рәсәй ҡаҙнаһы иҫәбенә компенсациялау тураһында. Афарин, оятһыҙ тәҡдимгә ҡаршы КПРФ, ЛДПР һәм «әҙел Рәсәй» фракциялары ҡаршы сыҡты, бәлки, дөбөрҙәре үтер?
(№ 119)

Көҙһылыуҙар бәйгеһе14.10.2014

Комсомольск урта мәктәбенең башланғыс кластары өсөн ата-әсәләр комитеты тарафынан «Көҙгө уңыш» байрамы ойошторолдо.

Бында кескәй ярышыусылар Рәмилә Яҡупова үткәргән төрлө мауыҡтырғыс конкурстарҙа ҡатнашып кинәнде. Мәҫәлән, «Көҙһылыу» тип исемләнгән конкурсҡа ярашлы, бәйгеселәр көҙгө уңыштарҙан теләгән ризыҡтарын бешереп килтергәндәр ине. Бигерәк тә 3-сө класс ҡыҙҙарының салаттары, таш ҡабаҡтан ҡоймаҡтары тәмле килеп сыҡҡан. Шулай уҡ художество номеры әҙерләп, костюмдарын яҡлап сығыш яһанылар. Өйгә бирелгән эштәренә барыһы ла етди ҡараған. Бынан тыш, ҡатнашыусылар йомаҡтарға яуап таптылар, һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡтарын һынанылар. Һөҙөмтәлә, ун ике ҡыҙ араһынан 1-се класс уҡыусыһы Гүзәлиә Мөхәмәтшина менән 2-се кластан Камилла Яҡупова Көҙһылыу исемен яуланылар.
Малайҙар ҙа ҡалышманы: көҙ темаһына һүрәттәр, йәшелсәләрҙән үҙенсәлекле һындар яһап килтерергә ҡушылғайны. Бында 1-се класс уҡыусыһы Ирек әзизуллиндың (сәтләүектәрҙән терпе, ваза), 2-се кластан Сынбулат Ельчибаевтың (кишерҙән жираф), Азат Оморҙаҡовтың (терпе) эштәре иң-иңдәре тип табылды. Һүрәттәр буйынса шулай уҡ Ирек әзизуллин, Зифа Әхмәтшина, 4-се класс ҡыҙҙары Зилиә һәм Юлиә Әхмәтшиналар, Алина Ниғмәтуллина билдәләнделәр.
Кескәйҙәр бағыусыбыҙ Гөлнара Яуымбаева әҙерләгән приздарҙы алып ҡыуанды. Кисә аҙағында тәмлекәстәр менән сәй эсеп таралыштылар.
Уҡыусыларға күңелле лә, фәһемле лә байрам бүләк иткәндәре өсөн ата-әсәләр комитетына рәхмәтлебеҙ. Артабан да бәйләнеште өҙмәйек.
(№ 119)

Сауап алдылар14.10.2014

Барлыҡ мосолман донъяһы өсөн изге байрам - Ҡорбан ғәйетен бөтә ауыл көтөп алды. Үҙен мосолман тип һанаған, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле кеше ошо көндә ҡорбан салып, туған-тыумасаларына, күрше-күләндәренә, ауылдаштарына ҡорбан ите ашатып, малының, донъяһының именлеген, бәрәкәте артыуын теләр.

Аллаһ өсөн тырышҡан кешегә, Ул үҙе лә ярҙам итә. Ауылыбыҙҙа ла ҡорбан салырға теләүселәр булды: Мәрүәрә һәм Әҡсән Күсәевтар, Гөлназ һәм Камил Рәхимовтар. Ошо ғаиләләр байрам көнө ҙур сауап алдылар. Ҡорбан ашы айҡанлы хәйерҙәр таратылды, рәхмәттәр әйтелде, изге теләктәр теләнде. Тик бер нәмә генә халыҡтың күңелен ҡырҙы - ауыл клубы емерелеү арҡаһында сараны ҙур булмаған кәнсә бинаһын йылытып, шунда үткәрҙек. Унда ни бары 30 кеше генә һыйҙы. Оҙаҡламай Яңы йыл байрамы етәсәк, башҡа саралар ҙа йыш ойошторола… Клубһыҙ ни эшләрбеҙ икән, тип борсола халыҡ.
(№ 119)

Көҙгө туриада14.10.2014

Районыбыҙҙа ҡала-район буйынса көҙгө туриада үтте.

Унда 5-8-се класс уҡыусыларынан тупланған 10 команда ҡатнашты: 1-се, 3-сө лицейҙар, 5-се, Ахун, Илсе, Сәфәр мәктәптәре, Балалар-үҫмерҙәр туризмы, экскурсияһы һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге. Йәйәүле походтарҙа ҡатнашыусыларҙың техник һәм тактик оҫталыҡтарын үҫтереү, балаларға файҙалы һәм сәләмәт ял бүләк итеү маҡсатында үткәрелде был сара. Һөҙөмтәлә, I урынды Балалар-үҫмерҙәр туризмы үҙәге командаһы (етәксеһе Р.Р. Фәхретдинова), II - Ахун (Р.М. Хәсәнова) һәм III урынды Илсе урта мәктәбе командаһы (И.Р. Юнысов) яуланы.
(№ 119)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.