» Гәзиттең номеры: 12

Был донъяла ниҙәр бар?13.02.2018

Был донъяла ниҙәр бар?«Mars One» компанияһы 2020 йыл Марс планетаһына кеше ебәрергә вәғәҙә итә ине, хәҙер старт 2032 йылға күсерелеү тураһында иғлан ителде. Йәнәһе лә, 4 кешене сит планетаға осороу өсөн талап ителгән 6 миллиард доллар әлегә тупланмаған. Компания киң билдәлелек алып, миллиардтар менән эш итһә лә, штаттарында ни бары 8 хеҙмәткәр иҫәпләнә, ти. Ирекһеҙҙән Хужа Насретдин иҫкә килә. Ул да хакимдың ишәген ун йылда китап уҡырға өйрәтәсәгенә ышандыра бит. Ошондай иҫәп тота: 10 йыл үткәнсе, йә хаким, йә уның ишәге, йә Насретдин үҙе вафат буласаҡ...

Молдавияла 20 ауыл Румынияға ҡушылыуҙары тураһында декларациялар ҡабул итте. Әйтерһең, бындай мәсьәләне ауыл йыйылыштарында ғына хәл итеп була! Молдова президенты Игорь Додон был сәбәпле ҡаты сығыш яһағайны, аҫтыртын ҡотортоусы Румыния ҡойороҡ болғарға тотондо. Сит ил эштәр министры Теодор Мелешкану һүҙенән, бар маҡсаттары: «... Европа йүнәлешендә хәрәкәт итеү өсөн көстәрҙе берләштереү». Нимәһен талашырға инде, билдәле швед ғалимы Кьелл Нордстрем әфәнденең фаразы буйынса, 50 йылдан донъяла айырым дәүләттәр ғәйеп булып, бар кешелек 600 мегаполиста йәшәйәсәк.
(№ 12)

Егеттәр маҡтауға лайыҡ13.02.2018

Егеттәр маҡтауға лайыҡКүптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына «Таусы» аренаһын-да боҙҙа быйма менән хоккей уйнау турниры асылды. Ул һәр шәмбе уҙғарылсаҡ икән.
Әлегә дүрт команда ярышып өлгөрҙө лә инде. Мансур ауыл Советынан Абҙаҡ ауылы, ҡала һәм район хакимиәттәре, эшҡыуарҙар, тау-байыҡтырыу комбинаты командалары үҙ-ара көс һынашты.
Хоккей буйынса баш тренер Олег Поздняков белдереүенсә, был аҙнала психоневрология интернаты, балалар һәм үҫмерҙәр ижад һарайы, йәштәр комитеты, ҡаланың хоккей командаһы һәм Иҫке Байрамғол ауылы командаларының ҡатнашыуы көтөлә.
Абҙаҡ ауылы клубы мөдире Зөһрә Яҡупова етәкләгән командала 12 кеше уйнай.
(№ 12)

Балалар баҡсаһы ишектәрен асты13.02.2018

Балалар баҡсаһы ишектәрен астыНиһайәт, Учалы ауылының «Барвиха» биҫтәһендә күптән көтөлгән балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты.
Йәштәр күп йәшәгән микрорайонда мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы-ның төҙөлөп бөткәнен бик оҙаҡ көтөргә тура килде. Ике ҡатлы, 139 урынлыҡ бинаға нигеҙ 2014 йылдың октябрендә һалынды һәм 2016 йылдың беренсе ярты йыллығында файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Заказсыһы - Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы, подрядсыһы Өфө ҡалаһының «Медтехника» йәмғиәте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, подрядсы ойошмаларҙың эшкә һалҡын ҡарауҙары арҡаһында учреждениены тейешле ваҡытҡа өлгөртмәнеләр, төҙөлөштө һуңлаттылар. Шуға ҡарамаҫтан, эш аҙағынаса еткерелде. Заманса балалар баҡсаһы ошо көндәрҙә кескәйҙәрҙе ҡабул иттте.
(№ 12)

Үҫмерҙәр енәйәте арта14.02.2017

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республиканың ҡала-район муниципалитеттары башлыҡтары, балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия рәйестәре менән балиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау бу-йынса аудиоконференция уҙғарҙы. Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, эске эштәр, мәғариф, йәштәр бүлегенән вәкилдәр ҡатнашты.
(№ 12)

Был донъяла ниҙәр бар?14.02.2017

Был донъяла  ниҙәр бар?Япондар Курил утрауҙарына болашыуҙан туҡтамай. Дәғүәләрҙән ялҡыптыр инде, Рәсәй хөкүмәте ҡыҙыҡ итте үҙҙәрен. Японияға яҡын урынлашҡан ныҡ бәләкәй, шуға хатта исемдәре булмаған утрауҙарға рәсми рәүештә исем бирелде - Алексей Гнечко (япон империалистарына ҡаршы алыштарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән совет генералы) һәм Кузьма Деревянко (СССР исеменән Японияның капитуляцияһы тураһында документҡа ҡул ҡуйған хәрби начальник). Эйе, тарихты онотоп китмәһендәр, юғиһә, йәнә бер үк тырмаға ҡабаттан баҫырға теләүселәр юҡ түгел.
(№ 12)

Ҡалабыҙ имен булһын14.02.2017

Ҡалабыҙ имен булһынДөйөм Рәсәй буйынса алғанда, «Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү» программаһында башлыса ауыл ултыраҡтары ҡатнаша. Әлбиттә, ҡалаларҙа ла эшләйһе эш күп, әммә халыҡты бергә йыйыу, дөйөм ҡарарға килеү күпкә ауырыраҡ: ҡала кешеһе фатирына бикләнеп: «Тирә-яғым яу булһын, өйөм эсе һау булһын» , - тип йәшәргә күнеккән бит. Шөкөр, Учалы ҡалаһы халҡы был менталитетҡа күсеп бөтмәгән әле, кәрәк булғанда туплана белә. Был һыҙатты Бөтә донъя банкы, БР Финанстар министрлығы вәкилдәре килгәндәрендә лә маҡтап телгә алғандар ине. Әйтмәҫлек тә түгел шул - өс йыл рәттән ҡатнашып, өс йылда ла уңышҡа өлгәшә алдылар. Универсаль спорт майҙансығы, саңғы-роллер трассаһы, ҡала пляжын төҙөкләндереү кеүек күләмле эштәрҙең уңышлы башҡарылыуы, бөгөнгө көндә күпме файҙа килтереүҙәре тураһында гәзиттә ҡат-ҡат яҙҙыҡ инде. Программаның тәмен тойоп ҡалған учалылар быйыл да ситтә ҡалмаҫҡа булды.
(№ 12)

Был донъяла Ниҙәр бар?15.02.2016

Был донъяла  Ниҙәр бар?Христиандарға көнләшерлек: 1054 йылдан тартҡылашалар ине, Рус православиеһы һәм католик сиркәүҙәре башлыҡтары тәүләп осраштылар. Өсөнсө донъя һуғышына юл ҡуймау тураһында һөйләшәләр. Ә бына беҙҙең сөнниселәр (сунниты) һәм шиғисылар (шииты) әлегә бер ҙә уртаҡ тел таба алмайҙар. Киреһенсә, мөнәсәбәттәр ныҡ киҫкенләшә бара...
(№ 12)

«Талиптарға» бирешмәҫ Талип15.02.2016

«Талиптарға» бирешмәҫ ТалипСиттә булғастары, айырым яҡташ-ветерандар тураһында күптәр бөтөнләй белмәй ҙә. Ә хәрбиҙең яҙмышы шул инде, ҡайҙа приказ бирелә, шунда хеҙмәт итә һәм йәшәй.
Талип Ғәбиҙуллин 1961 йылда Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Атаһы Ғажип Хисмәт улы ғүмер буйы колхозда механизатор йөгөн тарта, әсәһе Ҡайма Мөбәрәк ҡыҙы 37 йыл мәктәптә китапханасы булып эшләй. Мәктәпте тамамлағас, егет Киев Юғары хәрби-инженер училищеһына уҡырға инә. Офицер погондары таҡҡас, 1984 йылда Ырымбур өлкәһендә элемтә взводы командиры вазифаһына тәғәйенләнә. Ә өс йылдан Афғанстанға йүнәлтәләр, Кандагар ҡалаһында торған 70-се бригада батальонының элемтә начальнигы итеп ҡуялар.
(№ 12)

Балаҡайы йөрәк түрендә15.02.2016

Балаҡайы йөрәк түрендәҺәр бер әсә өсөн үҙ балаһы иң ғәзизе булып ҡалалыр. Нисә йәштә булһалар ҙа, уларҙы ҡурсалап, кәңәштәрен биреп, шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашып, таяныс булып йәшәргә тырышалар. Ҡыҙ баланы төрлө яҡлап донъя көтөргә өйрәтһәләр, ир баланы йорт хужаһы, ғаилә башлығы, ил һаҡсыһы итеп тәрбиәләйҙәр. Был патриотик тойғо совет осоронда үҫкән ир-егеттәрҙең күңелендә бигерәк тә көслө ине. Мәктәп тә мөһим роль уйнаны. Бәлки, шуғалыр ҙа, ҡайҙа хеҙмәт итһәләр ҙә, ир-егеттәр Тыуған илгә биргән анттарына тоғро ҡалдылар.
Афғанстанда граж-дандар һуғышы баш-ланғас, Советтар Союзы унда һалдаттар индерергә ҡарар итте. Учалы районынан 400-ҙән ашыу, ә беҙҙең Ураҙ ауылынан 17 егет ошо ҡанлы һуғышта ҡатнашты. Ауылдаштарыбыҙ барыһы ла имен-аман әйләнеп ҡайта алды. Ләкин һуғыш һалған эҙемтәләрҙән яфаланып ҡайһы берҙәре йәшләй генә был яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашты. Шундай егеттәрҙең береһе - Илгиздең әсәһе менән һөйләшәм.
Йөҙөн тәрән йыйырсыҡтар, һағыш баҫҡан, төпсөк улын һуғыштан көтөп алған Фәриҙә апайҙың йөрәгендә уңалмаҫлыҡ яра ята.
(№ 12)

Бер төптән тотоноп15.02.2016

Бер төптән тотоноп5-6 февралдә Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй»партияһының XV съезы үтте. Башҡортостанды ике тиҫтәләп кешенән торған делегация вәкилләй. Улар араһында - яҡташыбыҙ Арслан Атйетәров. 2004 йылда партияға ингәндә уға ни бары 23 кенә йәш була әле, мәртәбәле йыйынға һайлап алыныуы бер ҙә осраҡлы түгел. Арслан Ҡадир улы учалыларға «Таусы» боҙ аренаһы директоры булараҡ яҡшы таныш, актив тормош позицияһы менән ихтирам яулаған кеше ул. Ҙур сәйәси ваҡиғала алған тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
- Тәү сиратта, съез-дың ҙур масштабта үткәрелеүен билдәләр инем. Илебеҙҙең бар төбәктәренән килделәр. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй» ағзалары байтаҡ булғас, делегациябыҙ ҙа иң ҙурҙарҙан һаналды. Уны БР Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙе етәкләне. Съезд ҙур әһәмиәткә эйә - 2016 йылдың көҙөндә РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтәсәк бит.
(№ 12)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.