» Гәзиттең номеры: 120-121

Күңелдәргә ял биреп21.10.2014

Күңелдәргә ял бирепЙылдың тәүге яртыһында гәзит уҡыусыларыбыҙҙан хаттар ишле килгән ине, икенсе ярты йыллыҡ башланыу менән улар һаны һүлпәнәйә төштө. Күрәһең, көҙгә ҡарай ауыл халҡының мәшәҡәттәре лә арттылыр, ҡышҡылыҡҡа бесән, ҡартуф әҙерләү, йәшелсә тоҙлау араһында хаттар яҙыу өсөн ваҡыт та ҡалмағандыр. Шулай ҙа, тормош мәшәҡәттәренән бер аҙға арынып, күңелдәренә ял биреп, үҙ уй-кисерештәрен ҡағыҙ биттәренә төшөрөүсе уҡыусыларыбыҙ ҙа табылды. Шулай итеп, июль, август, сентябрь айҙарында редакциябыҙға 53 хат килде (II кварталда 80-гә яҡын ине). Уларҙың барыһы ла тиерлек гәзит биттәрендә донъя күрҙе. Ҡайһы берҙәре үҙ сиратын көтөп ята. Баҫылмағандарына иһә дөйөм күҙәтеүҙә айырым туҡталып үтәсәкбеҙ.

«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәреү һуңғы йылдарҙа күркәм йолаға әүерелде. Район халҡына сара ныҡ оҡшай - килгән хаттар ошоны дәлилләй. Байрам айҡанлы ауыл күркәмләнә, төҙөкләндерелә, ауылдаштар, туғандар осрашып, күңелле ял итеп ҡайта. Абҙаҡтан Әнисә Камалетдинова ошо хаҡта бына нимәләр бәйән итә: «Сараға әҙерлек алдан уҡ башланды. Зыярат, шишмә, йылға буйҙарында, һәр учреждение алдында өмәләр үтте. Халыҡтың һәр ҡайһыһы үҙ йорт-ҡураһын тәртипкә килтерҙе. Бер-береһенән матурыраҡ буяны, ағартты. Кешеләр урамдағы ҡойоларҙы ла матурлап ҡуйҙылар. «Иң матур йорт» номинацияһында гран-при Резеда һәм Ринат Исхаковтарға бирелде. I урынды Әнисә менән Ислам Зариповтар, Әлфиә менән Рәил Зариповтар бүлеште. II урынды Әнисә һәм Урал Камалетдиновтар алды. III урын Әнисә һәм Азат Фәизовтарға, Әлиә һәм Илдар Амановтарға бирелде. «Иң матур баҡса» хужалары тип 79 йәшлек Рәҡиә Аманова, Фәниә Аҡбулатова, Ғәйшә Күсәева, Зилә Хәмзина һәм Зилә Мостафина билдәләнде.
(№ 120-121)

Иҫтә ҡалды сағыу тамаша21.10.2014

Иҫтә ҡалды сағыу тамашаСудьяларҙың үҙҙәрен хөкөм иттеләр - «Фемида таланттары» үҙешмәкәр сәнғәт конкурсының зональ этабында. Учалы, Бөрйән, Белорет райондарының, Сибай ҡалаһының хөкөм системаһы вәкилдәре йыр-бейеүгә маһирлыҡта, сәсән теллелектә көс һынашты.

Учалы районы суды тамашаһын суд ултырышы секретары Олеся Малинкинаның моңло тауышы асты. Әлбиттә, беренсе булып сығыш яһау еңелдән булмағандыр, шулай ҙа Олеся Викторовна үҙен тиҙ ҡулға алды һәм лайыҡлы сығыш яһаны. Ярыш шарттары буйынса ата-әсәләр менән бергә уларҙың балаларына ла район данын яҡлау форсаты бирелде. Был мөмкинлекте учалылар оҫта файҙаланды. Тимур Сәйфуллин (судья Аймара Сәйфуллинаның улы), Арслан Ғәйнуллин (мәғлүмәт биреү буйынса консультант Эдуард Ғәйнуллиндың улы), Ләйсән Әҙелгәрәева (судья Эльвира Әҙелгәрәеваның ҡыҙы) үҙҙәренең дәртле йырҙары менән тамашасыларҙың күңелен арбанылар. Район судының хор коллективы сығышы ла («Еңеү көнө» йыры) дәррәү алҡыштар менән оҙатылды.
(№ 120-121)

Мәҙәниәт йорто асылды21.10.2014

Мәҙәниәт йорто асылдыУҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев эш сәфәре менән Яңы Байрамғол ауылында булды. Унда ул тәү сиратта социаль объекттар эшмәкәрлеге менән танышты, капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты. Фәрит Фәтих улы Һөйәрғол ауылында «Булат» крәҫтиән-фермер хужалығын да ҡараны.

Фермер Ринат Фазлетдиновтың 200 баштан ашыу йылҡыһы бар. Аттарҙың үҙ-үҙен туйындыра алыуы, мал аҙығы әҙерләүгә ҙур сығымдар талап ителмәүе егетте тап йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеүгә этәргән. Ринаттың эш башлауына ике йыл ғына, шуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә хужалығын ныҡлап аяҡҡа баҫтырған. Йүнсел ғаилә ҡымыҙ бешеү менән шөғөлләнә, йәй айҙарында көнөнә 220-270 литр шифалы эсемлек етештергәндәр, әле ҡымыҙ бешеү миҙгеле тамамланыу өҫтөндә. Көндәр ныҡлап һыуытһа, бейәләрҙе һауыуҙан туҡтаясаҡтар. Фазлетдиновтарҙың ҡымыҙы районда ҙур һорау менән ҡуллана. Эсемлекте Яңы Байрамғол ауылындағы киосктарында һаталар, теләгән кеше йорттарындағы ҡымыҙхананан килеп ала. Йәш фермер киләсәктә йылҡы малын тағы ла ишәйтергә йыйына, бының өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар, ти.
(№ 120-121)

«Осрашыуҙар даими үтәсәк»21.10.2014

«Осрашыуҙар даими үтәсәк»Ошо көндәрҙә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рим Ғабдуллин урындағы журналистар менән осрашыу үткәрҙе. «Һайлаусыларыма йыл һайын отчет биреп торасаҡмын, тип вәғәҙә иткәйнем. Был маҡсатта һәр ауылға барыу бер нисек тә килеп сыҡмай, шуға ла урындағы гәзит-телевидение аша нимә менән шөғөлләнеүем тураһында белдереп торасаҡмын», - тип аңлатты. Депутат итеп һайланыуына теүәл бер йыл үтте бит.

Депутатыбыҙ әйте-үенсә, сәнәғәт өлкәһен күпкә яҡшыраҡ белеп, был йүнәлештәге комитетҡа инергә тәҡдим ителһә лә, һайлаусыларының тос өлөшө ауыл ерендә йәшәүен күҙ уңында тотоп, Аграр һорауҙар, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитетына инергә теләк белдерә. Бөгөнгә комитет байтаҡ закон проекттары әҙерләгән, шул иҫәптән «Башҡортостан Рес-публикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерелгән.
11 пленар ултырыш үтә, һәммәһе 2013 йылда - 49, быйыл 88 һорау ҡарала.
(№ 120-121)

Дәүләт хеҙмәте күрһәтелә21.10.2014

Дәүләт хеҙмәте күрһәтеләБР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт үҙәге граждан хөкөмгә тарттырылған булыуы йәки булмауы тураһында, енәйәт эҙәрлекләүе йәки был факттың теркәлмәүе хаҡында белешмә биреп, дәүләт хеҙмәте күрһәтә.

Бындай төр белешмә алыу өсөн дәүләт хеҙмәтенең берҙәм порталында теркәлергә кәрәк - http://www.gosuslugi.ru. Граждандың хөкөмгә тартылған булыуы йәки булмауы тураһында белешмә алыуға ғариза электрон вариантта бирелһә, ул тәүгеләрҙән булып хеҙмәтләндереләсәк. Бының өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында (www.gosuslugi.ru.) «Шәхси кабинет» булдырып, теркәлгәндән һуң, гражданға почта аша заказлы хат менән бер аҙна эсендә «шәхси кабинет»ҡа инеү өсөн «активация коды» килә. Бындай кодты шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Новомостовая урамы, 8-се йортта ла, тейешле документтарҙы күрһәткәндән һуң (паспорт һәм СНИЛС), алырға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 279-42-80, 279-41-51.
(№ 120-121)

Әҙәбиәтебеҙ шатлығы21.10.2014

Башҡорт халҡының билдәле улы Мостай Кәрим донъя әҙәбиәтен байытыуға күп көс һалған шәхес. Классик башҡорт әҙәбиәтен ул яңы кимәлгә күтәрҙе, төҫтәр сағыулығы менән байытты.

Әлеге ваҡытта ниндәй генә китапханаға барма, унда Мостафа Сафа улының китаптары түрҙән урын алған. Көн һайын тиҫтәләгән уҡыусыларҙың формулярҙарында уның әҫәрҙәре теркәлә. Был китаптарҙа кеше аҡылы, Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарға һәм тыуған төбәккә булған сикһеҙ һөйөү ярылып ята. Улар беҙҙең йәшәйешебеҙгә һөйөү, шатлыҡ, өмөт өҫтәй.
Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуға 95 йыл тулыу уңайынан республикабыҙҙа бихисап саралар планлаштырылған. Учалыла улар старт алды ла инде. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Учалы ауылындағы балалар китапханаһында «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса фекер алышыу үтте. Был әҫәр юҡҡа ғына һайланманы, сөнки унда тасуирланыусы ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә лә актуаль булып ҡала килә. Балалар повесть менән яҡындан танышҡас, йәнле әңгәмә булды, һорауҙарға яуап биреү ҙә бик ҡыҙыҡлы үтте.
(№ 120-121)

Һөҙөмтәле эшләйҙәр21.10.2014

Һөҙөмтәле эшләйҙәр Учалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре көсө менән йыл һайын әллә нисә саҡрым соҡорланған, файҙаланыуға яраҡһыҙ юлдар төҙөкләндерелә. Идаралыҡ 623 километр юлды хеҙмәтләндерә.

Замана ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, предприятие уңышлы эш алып барырға тырыша. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлдарҙың торошо бөгөн бик насар. Уларҙың тиҙ таушалыуына тәү сиратта автомобилдәр, шулай уҡ карьерҙарҙан мәғдән ташыусы ауыр йөк машиналары сәбәпсе.
- Районыбыҙҙа 220 километр араға асфальт һалынған, уны эксплуатациялау ваҡыты яҡынса 10 йыл. Юлдарыбыҙ көҙгөләй ялтырап ятһын өсөн йыл һайын 22 километр араны ремонтларға бурыслыбыҙ. Әммә бындай күләмдә эш башҡарыу өсөн ҙур сығымдар талап ителә.
(№ 120-121)

Организмға етди иғтибар21.10.2014

Организмға етди иғтибарҺуңғы ваҡытта сәләмәт тормош алып барыу модаға инде. Был йәһәттән һаулығын ҡайғыртыусылар ваҡыты-ваҡыты менән организмды шлактарҙан, токсиндарҙан таҙартып тороуҙы кәңәш итә. Бының өсөн улар ҡатмарлы, ялҡытҡыс диеталар, методикалар түгел, ә һәр кемдең ҡул аҫтында булған ризыҡтарҙы файҙаланырға саҡыра. Организм үҙенә тәьҫир иткән кире йоғонтоларҙан көн һайын арынып торорға тейеш. Әгәр ул шлактар менән тулы булмаһа, был эште атҡарыу артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай. Организмын таҙартып торғандар тиҙерәк һауыға ла.
Был алым ысынлап та һөҙөмтәлеме? Унан ни кимәлдә файҙа алып була? Сираттағы «Шәмбе бите»н ошо темаға бағышлайыҡ.


Эсәктәр
Эсәктәр аш һеңдереүҙә ҡатнаша, аҙыҡтан файҙалы матдәләрҙе айырып ала. Йәғни бөтөн организм эсәктәрҙең эшмәкәрлегенә бәйле. Йыш ҡына дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәләрен боҙабыҙ. Ғәҙәттә, бер-береһе менән ярашмаған, насар үҙләштерелә торған ризыҡтарҙы бергә ашайбыҙ. Үҙләштерелмәгән ризыҡ ҡалдыҡтары эсәктә туплана (эс ҡатыу менән яфаланғандарҙа 4-5 кг хәтлем), серей һәм ҡан аша бөтә организм буйлап тарала. Тап шуның өсөн дә организмды өй шарттарында һирәкләп булһа ла таҙартып тороу мөһим. Эсәктәрҙе таҙартыуҙа киң билдәле, ә иң мөһиме, хәүефһеҙ сара - һоло, бал һәм сөгөлдөр ярҙамында таҙартыу.
Балдың кешене дауалау сифаттары киң билдәле. Мәҫәлән, колит (йыуан эсәктең лайлалы тиресәһе шешеүе) күҙәтелгәндә, түбәндәге ысулдар яҡшы ярҙам итә: 1 стакан һыуыҡ һыуға 1 аш ҡалағы бал һалып бутарға һәм ашар алдынан көнөнә өс мәртәбә 1,5-2 ай эсергә кәрәк. Балдың йоғонтоһонда эсәктәр сит микрофлоранан арына, аҙыҡ үҙләштереү яҡшыра, бал организмға етмәгән витаминдарҙы, гормондарҙы, бүтән биологик актив матдәләрҙе етештереүгә булышлыҡ итә.
(№ 120-121)

Ельцин бабай алдамаҫ!21.10.2014

(хикәйә )
(Башы. Аҙағы бар).


Фермер хужалыҡтары ойошторалар, тигән хәбәрҙән Ҡадировтың бөтөнләй йоҡоһо ҡасты. Быны нисек аңларға? Кем ул фермер? Ерҙе нәмә менән эшкәртергә тейеш һуң ул? ‡ҙен ҡыҙыҡһындырған мең һорауға яуап эҙләне.
Ниғмәттең олатаһын «кулак» тип Себергә һөргәндәр. Уларҙың ере ҙур, малы күп булған, хәлле йәшәгәндәр. Олатаһын үтә егәрле, йүнсел кеше ине, тип хәтерләйҙәр өлкән быуын кешеләре.
Ә Ҡадиров ғүмере буйы колхозда алдынғы механизатор булды, бүләктәр алды. Маҡталып эшләп йөрөһә лә, артыҡ бер нәмәһе лә юҡ кеүек. Хәйер, улай тип әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ, күптәрҙә булмаған орден, миҙалдары бар.
- Кәләш, ерҙәрҙе теләгән кешегә бүлеп биреү егетлек бит ул, - ергә ерегеп йәшәгән ир уҙаманының ҡыуаныстан күҙҙәре янды.
Киләсәктә мөңрәп торор һыйыр малдарын, кешнәгән бейә-ҡолонсаҡтарын хыялында ғына түгел, төштәрендә лә күреп яфаланған Ниғмәт түҙмәне, район үҙәгенә барҙы һәм тейешле органдарҙан арендаға утыҙ гектар ергә рөхсәт алып ҡайтты. Ауылдаштары шул көндән алып уны фермер Ниғмәт, тип йөрөтә башланы.
Ниғмәт артҡа сигенә торғандарҙан түгел. Тағы ла район үҙәгенә барып, ишектән-ишеккә, түрәнән-түрәгә инәлеп йөрөп кредит юлланы. Шул аҡсаға «Беларусь» һатып алды. Колхоздың туҙып ятҡан алам-һаламынан байтаҡ ер эшкәртеү, бесән сабыу ҡорамалдары йыйып алды. Ниһайәт, Ниғмәттең түҙемһеҙләнеп көткән көндәре - яҙ килде. Фермерҙың бөтөнләй тыныслығы юғалды. Таң һарыһынан тракторына ултырып баҫыуына ашыҡты. Быйыл бойҙай сәсеп, шул ерҙең яртыһына ҡаплам итеп күп йыллыҡ үлән сәсеп ҡалдырһам, һыйыр малы алырбыҙ тип хыялланды.
Яҙғы баҫыу эштәре бөтөп, бер аҙ бушағас:
- Сыйырсыҡ ояһында йәшәү етте, Әлфиәкәйем. Ана, колхоз рәйесе ике ҡатлынан йорт һалдыра башланы. Беҙҙең унан ни еребеҙ кәм?
(№ 120-121)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.