» Гәзиттең номеры: 122

Бәләһенән баш-аяҡ23.10.2014

Йыл башынан республикала ут ҡоралы ҡулланып 6 енәйәт, 5 хулиганлыҡ ҡылмышы башҡарылды, 14 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалды. Шул иҫәптән, сентябрҙә Илтабан ауылында бер ир ҡулдан яһалған пистолет менән икенсе ирҙе яраланы. 9 айҙа БР биләмәләрендә ҡоралдың законһыҙ әйләнешенә ҡағылышлы 488 факт асыҡлана, былтырғы осорҙан 19 осраҡҡа күберәк. Шулай уҡ 12 ҡорал урлау һәм 62 ҡорал юғалтыу осраҡтары теркәлә. Бер һүҙ менән, бик етди мәсьәлә. Шуға ла әле «Ҡорал тапшыр - аҡса ал» оператив-профилактик операцияһы үткәрелә.

Әйтегә кәрәк, граждан законһыҙ рәүештә ҡорал (яһаҡ, шартлатҡыс һ.б.) һаҡлай икән, РФ Енәйәт кодексының 222-се статьяһы буйынса язаға тарттырыласаҡ, бындай миҫалдар районыбыҙҙа байтаҡ. Кешегә ҙур штраф һалыныуы йә 3 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе бар. Үҙ белдеге менән законһыҙ һаҡланған ҡоралды юҡ иткән осраҡта ла административ рәүештә (20.8-се статья) яуап тоторға тура киләсәк. Ә бына граждан шул ҡоралды ирекле рәүештә эске эштәр органдарына тапшыра икән, яуаплылыҡтан азат ителеү генә түгел, ярайһы күләмдә аҡса түләнә. Уның күләме БР Хөкүмәтенең ҡарары менән билдәләнгән (№90, 3.04.2012 йыл). Мәҫәлән, пулемет - 15, автомат - 13, пистолет - 8, шыма көбәкле һунар мылтығы - 6, ҡулдан яһалған шыма көбәкле ҡорал - 4 мең һум, һырмалы патрон - 20, шыма патрон - 10 һум һәм башҡа. Аҡса йә банк картаһы, йә почта аша күсереләсәк.
Быға ҡағылышлы һорауҙар менән Учалы ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 2-се йорт адресы буйынса эске эштәр бүлегенең лицензия-рөхсәт биреү инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон - 6-18-13 йә 02.
(№ 122)

Түләүҙәр мәжбүри буласаҡ23.10.2014

Түләүҙәр мәжбүри буласаҡБыйыл октябрҙән күп фатирлы йорттарҙағы капиталь ремонт өсөн түләү яңы тәртиптә башҡарыласаҡ. Элек түләү һәм күпме түләү мәсьәләһен милекселәр үҙҙәре хәл итһә, хәҙер РФ Торлаҡ кодексына был хаҡта үҙгәрештәр индерелде. Түләү күләме РБ Хөкүмәте ҡарары менән (№627, 26.12.2013 йыл) раҫланды - 1 квадрат метр өсөн 5,2 һум.

Был түләүҙе йыйыу, капиталь ремонт эштәрен ойоштороу өсөн «БР төбәк операторы» тип аталған НОФ (коммерцияға ҡарамаған ойошма-фонд) булдырылған. Төбәк операторы сентябрь аҙағында фатир эйәләренә, белдереү ҡағыҙҙары йүнәлтте. Ундағы мәғлүмәттәр (майҙан, иғәнә күләме, исем-шәриф һәм башҡа) ысынбарлыҡҡа тура килмәй икән, 8 (347) 279-55-66 телефоны буйынса шылтыратып (kapremont@brsc.ru электрон адресы буйынса), төҙәтмәләр индертергә кәрәк. Төҙәтеү теләге белдерелмәй икән, ундағы мәғлүмәттәр менән ризалашыу, тип баһалана. Берәй сәбәп менән бындай белдереү алмаған фатир эйәләренә төбәк операторы менән бәйләнешкә сығырға кәрәк.
(№ 122)

Үҙҙәрен һынап ҡаранылар23.10.2014

Үҙҙәрен һынап ҡаранылар Үткән аҙнала ҡала-районыбыҙҙың сығарылыш класс уҡыусылары 1-се һәм 3-сө лицейҙарҙа математика фәне буйынса БДИ-ның репетицияһында үҙ көстәрен һынап ҡараны. Уҡыусыларҙан тыш, имтиханға уларҙың ата-әсәләре һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре лә саҡырылды.

- Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы тигәнгә нигеҙләнеп, беҙ бөгөн балаларға ысын имтихан шарттарына мөмкин тиклем яҡын килтереп, БДИ үтеү процесын күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Металл детекторы аша үтеп, видеокүҙәтеү аҫтында улар үҙҙәренең реаль көстәрен, мөмкинлектәрен һынап ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ ата-әсәләр ҙә саҡырылды, сөнки йыш ҡына улар имтихан алдынан балаларын ҡурҡытып, психик яҡтан кире йоғонто яһайҙар. Барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрһендәр, күҙәтһендәр, дөрөҫ фекер йөрөтһөндәр, - тине мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова.
(№ 122)

Был донъяла ниҙәр бар?23.10.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* Сәбәбен аныҡ ҡына белеүсе юҡ, әммә донъя баҙарында нефть хаҡы аҫҡа ҡарап тәгәрәй. Беҙҙең өсөн яҡшы түгел инде. РФ Финанстар министрлығы эргәһендәге Стратегик планлаштырыу бүлеге етәксеһе Максим Орешкин күҙаллауынса, нефть хаҡы 1 долларға арзанайған һайын дәүләт бюджеты 80 миллиард һум алып еткермәй.
…ошо мөғжизәгә генә бер нисек тә өйрәнеп булмай, донъя баҙарында хаҡ күтәрелһә лә, төшһә лә, Рәсәй халҡы бензин-солярка өсөн йылдан-йыл ҡиммәтерәк түләй.

* Быйыл февралдән көнбайыш Африкала Эбола биҙгәге ҡотора. 4,4 мең кеше үлемесле сирҙән һәләк булды. Һәр кемгә мәғлүм, бындай осраҡтарҙа тәү сиратта хәстәрләнергә тейеш сара - карантин, йәғни кешеләр инфекция күсереүгә сик ҡуйыу. Шөкөр, Рәсәйҙең бәләгә тарыған илдәр менән бәйләнеше былай ҙа һүлпән. Ә бына АҠШ-ҡа йә АҠШ-тан килеүселәр байтаҡ, ти. Шуға ла ул илдәргә самолет рейстарын туҡтатып торорға тәҡдим яһала. Әммә Америка президенты кире ҡаға, «…яҡшы вариант булып тойолмай», - тигәндән башҡа аңлатып тороуҙы ла кәрәкле тип тапмай. Йәне көйгән миллиардер Дональд Трамп: «…президенттың аҡыл теүәллеге шик уята башланы», - тип интернет аша ризаһыҙлығын белдерҙе.
(№ 122)

Боҙло афәт23.10.2014

Боҙло афәт18 октябрҙән 19-на ҡараған төндә төбәгебеҙҙә тәбиғәт афәте ҡоторҙо. Бер тәүлек эсендә 28 миллиметр яуым-төшөм теркәлә - тотош октябрь айының уртаса нормаһы. Боҙланып үҙ ауырлығын күтәрә алмағанлыҡтан (йә ағастар аунап), электр сымдары өҙөлә, 5 мең тирәһе кеше йәшәгән 23 ултыраҡ электр энергияһынан мәхрүм ҡала.

Шул иҫәптән, психоневрология диспансеры һәм интернаты. Район хакимиәтендә әҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссияның ике ултырышы үтә. Юғары әҙерлек режимы иғлан ителә, ашығыс ремонт эштәре йәйелдерелә.
БР әҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, районыбыҙҙағы һәләкәт менән көрәшкә һәммәһе 136 хеҙмәткәр, 29 дана техника йәлеп ителде, шул иҫәптән Белорет менән Әбйәлил райондарынан ярҙам килә. Үрҙә әйткәндән тыш, юлдарҙы боҙлауыҡ ҡапланы. Шөкөр, көн аламаһында водителдәр һаҡ булғандарҙыр: эске эштәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, автомобилдәр бәрелеп, транспортҡа механик зарар яһалыу осраҡтары бар, әммә кеше зыян күргән ауыр юл-транспорт һәләкәттәре теркәлмәй. Янғындар ҙа сыҡмай. Юғиһә, элемтә өҙөлгән, янғын һүндереү автомобилдәре тиҙ хәрәкәт итә алмаған мәлдә үтә насар булыр ине.
(№ 122)

Кескәйҙәргә һөйөнөс23.10.2014

Кескәйҙәргә һөйөнөс Ниһайәт, ҡалабыҙҙың Рәсәй урамында урынлашҡан 220 урынлыҡ 18-се балалар баҡсаһы ишектәрен асты.

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы 2012 йылда төҙөлә башланы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш ине. Әммә, ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды, былтырғы йәйге ҡойма ямғырҙар ҙа эш барышын ныҡ тотҡарланы.
Балалар өсөн тәғәйенләнгән бинаның сифатлы булыуы һәм барлыҡ заман талаптарына яуап биреүе иң мөһим мәсьәлә. Шуға ла район етәкселеге төҙөүселәргә балалар баҡсаһының бер ниндәй етешһеҙлеге лә булырға тейеш түгел, тигән талап ҡуйҙы. Ниһайәт, ауырлыҡтар артта ҡалды. Бөгөн өс ҡатлы бина кескәйҙәрҙе тулыһынса ҡабул итергә әҙер.
(№ 122)

Ил яҙмышы - уның яҙмышы23.10.2014

Ил яҙмышы - уның яҙмышы Тыуған илде һөйөү тойғоһо илеңдең уртаҡ ҡайғы-шатлыҡтарын йөрәгеңдән кисереп, бар яҙмышын уртаҡлашып йәшәүҙән тора. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был мөҡәддәс тойғо йөҙәр мең ғүмерҙәр, батырлыҡтар менән нигеҙләнгән. Ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ йәндәрен аямай яу яландарында көрәшкән яугирҙарыбыҙ һәм тыл һынауҙарында ҡаҡшамаҫ сыҙамлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙ һәр саҡ беҙҙең күңел түрендә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында улар тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткәнгә беҙ хәҙер тыныс тормошта, азат илдә йәшәйбеҙ.

Үкенескә ҡаршы, һуғыш һәм тыл ветерандары бөгөн бик аҙ ҡалғандар. Иҫән булғандары ла ныҡ олоғайған. Беҙҙең Ураҙ ауылында улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Талибә Ғәлимйән ҡыҙы Сәғәҙәтова янғындан зыян күреүселәр урамында йәшәй. Хөкүмәт ярҙамында төҙөтөлгән 9 йорт. Дуҫлыҡ урамы, тип атағандар уны. 2010 йылдың июнендә ветерандың донъяһы ла тотошлайға янып бөтә. Өҫтөндә бер ҡат күлдәк, кофта, аяҡта калуш менән генә тороп ҡала. Тормош уға ҡартайған көнөндә тағы бер һынау ҡуя.
Бөхтә итеп заманса йыйыштырылған йылы, яҡты өйгә инәм. Бөтә ерҙә таҙалыҡ. 88 йәшлек оло кеше йәшәй, тип уйламаҫһың да.
- Ҡыҙым шәп, ҡыҙым менән Рәмил кейәүем аҡыллы. Улар ҡарай мине, ҡалала йәшәһәләр ҙә, килеп торалар. Хөкүмәткә рәхмәтлемен, урамда ҡалдырманы, - тип ихлас йылмайып ҡаршы ала Талибә апай һәм сәй табыны әҙерләргә тотоноп китә.
(№ 122)

Ауылым йәшәһен23.10.2014

«Кеше хәлен кеше белмәй, үҙ башына төшмәһә», тигән әйтемгә бик иғтибар ҙа итмәй инем. Уҡытыусылар көнөн байрам итергә тыуған ауылым Ҡолошҡа ҡайтыу бәхете тейҙе. Көҙҙөң сағыу көнө, тура юлдан, аҡ ҡайындар араһынан, келәм кеүек түшәлеп ятҡан һары япраҡтар өҫтөнән елдерәбеҙ. Шатлығым эсемә һыймай, таҡмаҡ әйтеп, борма-борма юлдан ауыл урамына килеп индек. Шул саҡ үҙ күҙемә үҙем ышанмай аптырап, борсолоп, хайран ҡалдым.

Шатлығым юҡҡа сыҡты. Ауылға ҡайтып торһам да, был урамдан үтергә тура килгәне булманы. Бала саҡта, йәшлегемдә был урамда күберәк уйнай инек. Ауылымдың иң ҙур, иң матур, иң ҡәҙерле урамының шундай ҡурҡыныс хәлдә ҡалыуына ышанаһым килмәне. Тотош урамда бер дүрт йортта ғына тормош бара, ҡалған йорттар емерек хәлдә күңелгә шом һалып ултыралар.
Мәктәптәрҙе ябып, ҡасандыр тормош ҡайнап торған ауылдарыбыҙҙы бөтөрөү дөрөҫмө икән? Ваҡытында алдынғы уҡытыусылары менән дан тотҡан мәктәп тә бойоғоп ултыра. Ул мәктәпте төҙөтөүгә бар тырышлыҡтарын һалған Миңзәлә Шөғәйепованың, мәктәп уҡытыусылары Тәслимә Мөхәмәтйәрова, Нурия Кәримованың һәм ата-әсәләрҙең йөрәктәре нисек әрнеүен аңлауы ҡыйын түгел. Ярай әле ауылда йәшәүселәргә рухи байлыҡ биреп, мәҙәниәт йорто һәм китапхана эшләп килә.
(№ 122)

Нәфсене тыя беләйек23.10.2014

Жиһад - ул нәфсегә ҡаршы көрәш. Жиһад һүҙенең мәғәнәһе аяттарҙа һәм хәҙистәрҙә, мосолмандарҙың тормошонда һәм йәшәүендә мөһим урын алып тора. Һәр мосолман өсөн ислам динен өйрәнеү һәм уның ҡушыуынса йәшәү - үҙе жиһадтыр. Мосолмандар 1400 йыл нәфселәренә ҡаршы көрәшәләр, жиһад итәләр.

Ер йөҙөндәге бысраҡлыҡтарҙың тамырҙарын тикшергәндә, ғәҙәттә, кешенең ағза һәм тойғолары тураһында һүҙ алып барыла. Ҡул, күҙ, ауыҙ кеүек ағзалар асыу, холоҡтағы кирелек, үслек, мәнфәғәт хистәре менән тығыҙ бәйләнгән. Кешене Аллаһы Тәғәлә яралтҡан, шуға күрә насарлыҡтың сығанағын билдәләүселәр бөйөк Аллаһты ғәйепләргә тырышалар. Әлбиттә, әҙәм балаһын, уның физик һәм рухи функцияларын яратыусы - Аллаһтыр. Беҙҙең ағзаларыбыҙ хәрәм ғәмәлдәрҙе ҡылыуға яйлашҡан. Был хәл бигерәк тә балаларҙа, үҫмер егет һәм ҡыҙҙарҙа күҙәтелә. Алға киткән илдәрҙә йәштәрҙең 60 проценты боҙоҡлоҡ, насарлыҡ бысрағына төшкән.
Ағзаларыбыҙ һәм йәшәйешебеҙ харамға ынтылған өсөн Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөнә ислам динен индергән. Әгәр ҙә беҙ пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) тормошона күҙ һалһаҡ, ул шәһәҙәт кәлимәһен (һүҙен) әйткәндән һуң, элек ҡылған хәрәм эштәрен башҡаса ҡылмаған һәм был эштәрҙән ҡотолоуҙы ҙур бәхет һанаған.
(№ 122)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.