» Гәзиттең номеры: 123-124

Ижад ҡанаттарын йәйеп27.10.2014

Ижад ҡанаттарын йәйепТамашаға халыҡ күп йыйылған. Кескәй балалары менән килгән йәш ғаиләләр ҙә, олораҡ быуын вәкилдәре лә күренә. Барыһы ла түҙемһеҙләнеп концерттың башланыуын көтә. Ниһайәт «Уралым» йырының йөрәктәргә үтеп инерлек сихри моңо бар халыҡты тынып ҡалырға мәжбүр итте. Илдар Жамалов менән Фларид Бирғәлиндың өзләү ҡушып яңғыраған көслө тауышы залда ултырыусыларҙың һәр ҡайһыһына халҡыбыҙ аңына борон-борондан һалынған тыуған ил, ер төшөнсәләрен быуаттар төпкөлөнән килтереп еткерҙе. Ошондай рухта асылды Учалы филармонияһының XIII ижад миҙгеле.

«Быуаттар сыңы» тип аталған театрлаштырылған тамаша халҡыбыҙҙың милли батыры, полководец, шағир-импровизатор, ҡурайсы Салауат Юлаевтың тыуыуына 260 йыл тулыуға арналды.
Ағас аттарға атланған өс үҫмер кем тау хужаһы булыуында бәхәсләшә («Алтынай» ансамбленең йәш бейеүселәре). Улар араһында иң сая, ихтыярлыһы - бәләкәй Салауат. Йөрәге батыр булыуҙан тыш, ул тиҫтерҙәренән уй-фекер йөрөтөү, күҙәтеүсәнлек яғынан да айырылып тора. «Буранбайҙың хатын уҡып зар илайҙар ауыл ҡарттары» тип йырлана халыҡ йырында. Ни өсөн башҡорттоң батыр буранбайҙары сынйырланған, һөргөнгә ебәрелгән, тигән һорауҙар ҡуя Салауат. Яуаптарҙы уға сәсән олатай (Фларид Бирғәлин) ҡайтара:
- Улар ер, ил, тел, моң, рух өсөн көрәшкән. Батырҙар рухы мәңгелек, - тип һығымта яһай ул. «Батыр булам» тигән ҡарарға килә Салауат та.
(№ 123-124)

Бөйөк әҙип хөрмәтенә27.10.2014

Бөйөк әҙип хөрмәтенәБашҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, драматург Мостафа Сафа улы Кәримовтың тыуыуына 95 йыл тулды. Ошо мәртәбәле дата айҡанлы 10-cы мәктәптә «Халыҡ шағиры М. Кәрим ижадын яҡшы белеүселәр» тип исемләнгән ижади конкурс үтте. Унда 1-се, 3-сө лицейҙар, 2-се, 5-се, 10-сы мәктәп уҡыусылары командалары оҫта теллелектә, йыр-бейеүгә маһирлыҡта, фантазия байлылығында көс һынашты.

Мостай Кәримдең башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур һәм ҡиммәт. Уның ижады тыуған еренән тыш, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә лә танылыу тапҡан, күп телдәргә тәржемә ителгән. Тимәк, үҙ әҫәрҙәре аша Мостафа Сафа улы Башҡортостан данын башҡа халыҡтарға, миләттәргә таратҡан. Бөйөк әҙиптең исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, 2013 йылда М. Кәрим исемендәге проспектта шағирға һәйкәл ҡуйылды. Баш ҡалабыҙҙағы 158-cе башҡорт гимназияһы, Өфө йәштәр милли театры М. Кәрим исемен йөрөтә. Гимназияла яҙыусының музейы бар. Шулай уҡ халыҡ шағирының тыуған ауылы Келәштә лә музей-баҡса булдырылған. Учалы ере лә Мостай Кәрим шәхесенә бәйле. Өс йыл рәттән, йәй айҙарында ул ғаиләһе менән Өргөн ауылына килеп ял иткән, урындағы халыҡ менән аралашҡан. Ошо хаҡта ҡала китапханаһы хеҙмәткәре Венера Саҙрыева видеотур төшөргән. Яҙма уҡыусыларға ла тәҡдим ителде.
(№ 123-124)

Ельцин бабай алдамаҫ!27.10.2014

(Аҙағы. Башы 120-121-се һандарҙа).

Иренең рәнйегәнен ишеткән ҡатыны:
- Бына шуларҙы түрә-ләргә аңлатыр инең.
- Беләһеңме, бисәкәй, аңламаған булып ҡыла-налар. Етмәһә, колхоз рәйесе сығыш яһаны: «Бөтөн техниканы урлап бөтөрҙө», - ти. Ҡурҡышынан ҡулы менән ауыҙын ҡаплаған Әлфиә:
- Һин уларҙы яландағы соҡорҙарҙан йыйҙым тигәйнең дәһә? Ремонтлау өсөн күпме көс, аҡса түктең. Әйҙә, ятһын ине сереп.
- Колхоз рәйесе «урланы» тип акт төҙҙөртһә, ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал, закон «ағайҙар» ҡулында...
Фермерҙар ассоциа-цияһы етәксеһе:
- Әнә, Кәбировтың комбайны ла бар, иген дә тапшыра, - ти, - Эйе, Кәбиров дуҫы булғас, ссуданы минекенә ҡарағанда ун тапҡырға артығыраҡ алды. Етмәһә, минән өс йыл алда эш башлаған. Бәлки, улар үҙҙәренсә дөрөҫ һөйләйҙәрҙер, әммә минең түрәләр менән йөрәгем килешмәй. Йәнем һыҡрай, аңлайһыңмы? Арендаға алған еремде ғәзиз баламдай күреп яраттым, тәрбиәләнем. Ошо ер менән дәртләндем. Бөгөн килеп, яңы ғына нығынып килгән ҡанаттарымды төбө-тамырынан йолҡоп алдылар.
- Әлфиә, ишетәһеңме, йәшәйһем килмәй, - Ниғмәт ауыр тойғоларҙан йәшләнгән күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп тынып ҡалды...
Был хәлдән һуң бер нисә көн үткәс, фермер үҙенеке булмаһа ла, йыллыҡ үлән сәскән баҫыуын ҡарарға китте. Унда колхоздың тракторсыһы «йәм-йәшел балаҫты» бер нәмә булмағандай һөрөп йөрөүен күреп, йөрәге ҡыҫыуҙан йығылмаҫ өсөн тракторына һөйәлде. Бер аҙ ауыр һулап торғандан һуң, һөрөп ташланған тығыҙ үләнле кәҫ киҫәген ҡулына алып күкрәгенә ҡыҫты:
- Ҡәбәхәттәр! Исмаһам, көҙ колхоз малына сабып алғас һөрһәгеҙ булмай инеме ни? - тип рәнйеү ҡатыш ҡалтыранған тауыш сығарҙы.
Үткән дауыллы көндәрҙән һуң, ирен күҙ уңынан осорорға ҡурҡҡан Әлфиә, ни арала эргәһенә йүгереп килеп еткәндер, Ниғмәттең йәшкәҙәгән күҙен алъяпҡысы менән һөртөп алды ла ирен күкрәгенә ҡыҫып, арҡаһынан бәләкәй балаларҙай тупылдатып һөйҙө:
- Ниғмәткәйем, сабыр-һыҙланма. Сыҙамлы булайыҡ. Түҙемлектә бәрәкәт. Фермер булмаһаң да, асҡа үлмәбеҙ.
Әлфиә ҡәҙерле кешеһен ҡултыҡлап һөрөлгән ерҙән ситкә алып китте.
* * *
Августың һуңғы көндәре. Бесән ваҡыты. Томра эҫе. Ниғмәт ғаиләһе менән сәй эсергә ялға туҡтаны. Әлфиә йәмәғәтен күҙәтә.
- Онота ла, ғәфү лә итә алмай ерҙе алғанды. Өс ай бит, ауыҙына һыу уртлағандай йөрөүенә. Күңелһеҙ, борсоулы уйҙар эсендә яна. Ашауҙан да, йоҡонан да ҡалды. Нисек кенә ярҙам итергә инде?
Шул мәлдә эргәләренә УАЗ килеп туҡтаны. Машинанан яңы ғына колхоз рәйесе булып эшләй башлаған Айтуған Ғәлимов төштө. Ул ҡорҙағыларға асыҡ йөҙ күрһәтеп күрешеп сыҡҡас, һүҙ башланы:
- Ниғмәт ағай, колхозға эшкә сығыр инең, урып-һуғыу эштәре башланды. Бригадир кәрәк миңә...
Ауыр тынлыҡ урын-лашты. Ниғмәт ҡара янып урынынан ҡуҙғалды һәм бесән өйөмөнә ултырҙы. Айтуған менән байтаҡ һөйләштеләр. Күңеленән: «Яҡшы етәксе булмаҡсы», - тигән фекергә килде. Ғәлимовтан, райондың ауыл хужалығы идаралығы рәйесенең үҙгәреүен белде.
- Кемде ҡуйҙылар һуң?
- Барый Сәғитовты, «Башҡортостан» колхо-зының етәксеһен...
Ишеткән яңылыҡтан ҡапыл ғына Ниғмәттең йөҙө асылды. Күҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары балҡыны.
- Барыйҙы? Бик яҡшы беләм. Өфөлә икебеҙгә бергә орден тапшырҙылар. Башлы, егәрле кеше ул.
Яңынан ер алырға өмөтөн өҙмәгән Ниғмәт ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташланы ла икенсе көнө район үҙәгенә китте. Сәғитовтың ишеге төбөндә байтаҡ көтөп ултырҙы. Һәм бына уға ла сират етте. Барый күптәнге танышын, өҫтәле артынан сығып, ихлас ҡаршы алды. Тулҡынланған Ниғмәт ниңә килгәнен һөйләп бирҙе.
- Үҙем һине саҡырырға уйлап йөрөй инем әле...
Ниғмәт күҙҙәрен ҙур асып, ғәжәпләнеп һораулы ҡарашын рәйескә төбәне.
- Ереңде алғандарын ишеткәйнем... Беләһеңме нәмә? Районға ит, һөт биргән яҡшы тоҡомло быуаҙ таналар килтерәбеҙ. Малды бөтмөр, эшкә шәп, яуаплы кешегә тапшыраһым килә. Ризаһыңмы?
Ниғмәт бер аҙ һеңгәҙәп ултырҙы ла:
- Эшселәрен табырмын. Ашатырға бесән, фураж ҡайҙан алырмын? Йөҙ баш аҙ түгел бит. Ҡайҙа аҫрармын? Быҙауҙар тыуһа, ҡайҙа ҡуярмын?..
Етәксе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе һәм уның ҡулбашына һуғып:
- Бына был, исмаһам, хужаларса.
Бына ошо көндән башланды ла инде Ниғмәт өсөн тынғыһыҙ, ысын фермер тормошо.
Уға колхоздың буш торған һыйыр һәм быҙау бинаһын бирҙеләр, ҡатнаш аҙыҡ менән бесәнде лә табыштылар. Икенсе йыл яҙҙан бүлеп биргән ике йөҙ гектар ерҙе эшкәртергә техника алыу өсөн ссуда бүлделәр. Хәҙер фермер хужалығында һигеҙ кеше эшләй. Эш хаҡынан ҡәнәғәттәр.
Яңы ғына быҙаулаған тананы иркәләп торған Әлфиә, эргәһендә йылмайып баҫып торған ирен яңы шәйләне.
- Бына бит уңған, кешелекле етәкселәр нәмә генә эшләтмәй. Хатта аҙ һүҙле, туң сырайлы кешегә лә осраған ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн көс кенә биреп ҡалманылар, ә тормошобоҙҙоң балҡы-шына әйләнеүенә сәбәпсе булдылар. Ҡаты бәғерле түрәләргә үс итеп үҙенә ҡул һалыуы ла ихтимал ине бит, - Әлфиә йомшаҡ хистәр даръяһына бирелеп ғәзиз кешеһенә төбәлде. Тимәк, тормош дауам итә!
(№ 123-124)

«Рухым күтәрелде минең...»27.10.2014

Хөрмәтле гәзит уҡыусы!
Беҙ бөгөнгө «Әҙәби бит»ебеҙҙе Учалы яҙыусылар ойошмаһының отчет-һайлау йыйылышына арнайбыҙ. 2013-2014 тынғыһыҙ ижад йылдары үтеп тә китте. Байтаҡ эштәр башҡарылды, йәштәрҙең күпләп килеүе үҙе үк ҙур шатлыҡ. Ойошмабыҙға ҡараған шағирҙар, яҙыусылар район һәм республика баҫмаларында йөҙҙән ашыу шиғыр, хикәйә, һүрәтләмәләр менән сығыш яһаны. Был үтә лә ҡыуаныслы.Тимәк, Учалы яҙыусылар ойошмаһы йәшәйәсәк! Ҡәләмдәштәребеҙҙең барыһына ла һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ, ижади уңыштар теләйем.
Киләсәктә, Аллаһ бойорһа, тағы ла әүҙемерәк булырҙар тип ышанам.
Әҡлимә САФИНА,
Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы сәркәтибе.


Халҡыңа ышан!
Мәғрифәтсе Зәйнулла Рәсүлевтың яҡты иҫтәлегенә.
Доғаларын ихлас итеп
Уҡыһа имам.
Кешеләрҙең күңелендә
Нурланһа иман.
Һин ҡыуанып ятаһыңдыр
Зәйнулла ишан.
Халҡым иманлы булыр ул,
Һин беҙгә ышан!

Олоғая килгән һайын
Кеше сер аса.
Тәүбәләргә килә лә ул,
Намаҙға баҫа.
Иманлыраҡ булған һайын
Бөйөк ул - Кеше.
Аурығандарҙы дауалай
Доғаның көсө.

Иман нурын сәскән өсөн
Һиңә ҙур рәхмәт.
Илебеҙҙе урап үтһен
Һуғыш һәм зәхмәт.
Башҡорт атлы шәп халҡың бар,
Халҡыңа ышан.
... Рухың мәңге тере булһын
Зәйнулла ишан!
Рамай ҠАҺИР.
Өргөн ауылы.
(№ 123-124)

Ҡатын-ҡыҙҙар ярышты27.10.2014

Ҡатын-ҡыҙҙар ярыштыҮткән аҙнала Балалар ижады йортонда Учалы районының предприятие, ойошма һәм ауыл ултыраҡтары араһында XIII спартакиада иҫәбенә ҡатын-ҡыҙҙар фестивале үтте.

Унда бөтәһе 19 команда, 73 кеше ҡатнашты. Тәүге төркөмдө - «Урал таштары» йәмғиәте һәм мәғариф бүлеге, 2-се төркөмдө - район хакимиәте (ике команда), ҡала хакимиәте, «Газпром. Газораспределение Уфа» йәмғиәте, 24-се янғын һүндереү часы, «Учалыводоканал» предприятиеһы, 5-се төркөмдө Ахун, Яңы Байрамғол, Туңғатар, Уральск, Бөйҙө, Иманғол, Миндәк, Наурыҙ, Сәфәр ауыл Советтары, тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы һәм «Энергоремонт» йәмғиәте вәкилләне. Һөҙөмтәлә, «Урал таштары» йәмғиәте, ҡала хакимиәте, Ахун ауыл Советы, байыҡтырыу фабрикаһы үҙ төркөмдәрендә беренсе урындарҙы яуланылар. Шәхси беренселектә, 18-25 йәш төркөмөндә - Юлиә Зарипова («Урал таштары»), 26-35 йәш төркөмөндә - Альбина Туҡтарова (байыҡтырыу фабрикаһы), 36-45 йәш төркөмөндә - Эльмира Бехтерева (ҡала хакимиәте), 46 йәш һәм унан өлкәнерәк йәш төркөмөндә Марина Фәттәхова («Газпром. Газораспределение Уфа») тәүге баҫҡыста килделәр. Дөйөм команда иҫәбендә иһә III урынды Ахун ауыл Советы, II - ҡала хакимиәте, I урынды байыҡтырыу фабрикаһы яуланы.
Шуныһы һөйөнөслө, һуңғы йылдарҙа фестиваль айырыуса популярлаша бара. Унда ҡала предприятиеларынан ғына түгел, ә ауылдарҙан килгән гүзәл заттар ҙа әүҙем ҡатнаша. Спортты тормоштарының айырылғыһыҙ өлөшө тип һайлаған ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең өлгөһөндә балаларына, дуҫтарына, таныштарына ла үрнәк күрһәтә. Ә халыҡты сәләмәт йәшәү образына йәлеп итеүҙә был бик ҡулай алым.
(№ 123-124)

Мөхәррәм айы - изге ай27.10.2014

Һәр маҡтау ғаләмдәрҙе, бөтөн мәхлүктәрҙе тәрбиәләүсе Аллаһы Тәғәләгә тейешле. Мөхәррәм айы мосолманса йыл башы, быйыл ул 25 октябрҙә башланды.

Диндә йыл хисабы тап ошо айҙан баш ала, һижри йыл менән иҫәпләгәндә, 1436 йылға аяҡ баҫабыҙ. Исламдағы 4 изге айҙың - Рәжәб, Шәғбан, Рамаҙан һәм Мөхәррәм - береһе ул. Был - тыйылыу айы. Кешеләр был осорҙа бер-береһен һүҙ менән дә, ғәмәле менән дә рәнйетмәҫкә тейеш. Был бик ҙур гонаһ һанала. Бер-беребеҙгә Аллаһтан сабырлыҡ һорайыҡ, сабырлыҡ күрһәтәйек. Йыл башыбыҙҙы шулай матур башлаһаҡ, йыл дауамында Аллаһтың рәхмәтендә булырбыҙ, изге маҡсаттарға ирешербеҙ. Амин!
Ай башының ике көнөндә һәр кем ураҙа тотһа, бер ай ураҙа тотмаҡ сауабы бирелә. «Рамаҙан ураҙаһынан һуң ураҙаларҙың артығырағы Мөхәррәм айында ураҙа тотмаҡтыр», - тиелә Хәҙис Шәрифтә.
Мөхәррәм айының 10-сы көнө, әшүрә көнө - ҙур байрам. Аллаһы Тәғәлә илебеҙгә тыныслыҡ, ғаиләләребеҙгә татыулыҡ, милләт-ара күркәм мөғәмәлә насип итһен.
(№ 123-124)

Яңы һижри йыл менән!27.10.2014

Яңы һижри йыл менән!Хөрмәтле мосолмандар! Яңы 1436 һижри йылға аяҡ баҫтыҡ.

Ғаләмдәр тәрбиәсеһе булған бөйөк Раббыбыҙға иҫәпһеҙ шөкөрҙәр булып, беҙгә бүләк итеп бирелгән ғүмерҙең йәнә бер йылын изгелектәр ҡылып үткәрҙек. Бер йыл дауамында илебеҙҙә яңы ғаиләләр ҡоролдо, уларға никахтар уҡып, фатиха бирелде. Мөхәббәт емештәре булған сабыйҙар донъяға килде. Илебеҙ киңлектәрендә яңы йорттар, мәктәптәр, уҡыу йорттары үҙ ишектәрен асты, мәсеттәргә нигеҙ һалынды, манараларға айҙар күтәрелде. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙгә тән, йән тыныслығы, иман нуры насип итһен.
(№ 123-124)

Һауа кеүек кәрәк27.10.2014

Һауа кеүек кәрәкРайон хакимиәтендә БР Иҡтисади үҫеш министрлығы инвестициялар йәлеп итеү һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ һорауҙары буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе, муниципаль берәмектәрҙең инвестициялар буйынса уполномоченныйҙары саҡырылды.

Район хакимиәте башлығының 1-се урынбаҫары Руслан иләзетдинов ҡыҫҡаса ғына сәләмләү һүҙе тотто.
Учалы - моно-профилле төбәк, тулайым етештерелгән продукцияның 65 проценты, урындағы ҡаҙнаға килгән һалым һәм йыйымдарҙың 35 проценты Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына тура килеүен билдәләне. Бының кире яҡтары юҡ түгел - продукцияларына хаҡ төшһә йә минераль база ярлыланһа, бөтә район ауыр хәлдә ҡалыуы мөмкин. Монопрофиллекте бөтөрөүҙең берҙән-бер юлы - яңы производстволар асыу, ә бының өсөн инвестициялар һауа кеүек кәрәк. Һуңғы йылдарҙа «ТехноНиколь» заводы, тегеү фабрикаһы, «ЭкоСтройРесурс» йәмғиәте ярайһы инвестициялар яһаны, район хакимиәте хәлдән килгәнсә эшҡыуарҙарға ярҙам итә, әммә капитал һалыуҙарҙың төп өлөшө әлеге лә баяғы тау-байыҡтырыу комбинатына тура килә.
(№ 123-124)

Табиптар етешмәй27.10.2014

Табиптар етешмәйҠаланың «Урал» кинотеатрында мәшғүллек үҙәге «Йәштәргә - эш!» акцияһын ойошторҙо. Был көндө тиҫтәнән ашыу учреждение, предприятие, ойошма үҙҙәренә белгестәр, хеҙмәткәрҙәр эҙләне. Шулай уҡ теләгендә булғандарға психологик тест, тренинг үтеү мөмкинлеге лә булдырылды.

- Йылдан-йыл эшкә урынлашыу ауырлаша, бөтә ерҙә ҡулайлаштырыу бара, был иһә эш урындарыныœ ҡыҫҡартылыуына килтерә. Беҙ ойошторған акция хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр эйәләре талап ителеүен асыҡларға ярҙам итә. Халыҡҡа, бигерәк тә йәштәргә ярҙам булыр, тип ышанабыҙ, - тине эшкә урынлаштырыу буйынса бүлек етәксеһе Рәсимә Рыҫҡужина.
Акцияға килеүселәр ҡарамағына төрлө хеҙмәт урындарының исемлеге генә түгел, ә эш биреүсе предприятие, ойошма вәкилдәре менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү мөмкинлеге лә булдырылғайны. Йәрминкәлә ҡала-райондың 17-нән ашыу предприятиеһы, ойошмаһы, сауҙа нөктәләре ҡатнашты, 120 эш урыны тәҡдим ителде.
Магнитогорскиҙа техник-төҙөүсе һөнәренә уҡып, быйыл ғына диплом алған Вилиә Шәйхетдинова менән Айгөл Фәйрүзова ла сарала ихлас ҡатнаштылар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вакансиялар банкында күңелдәренә ятҡан һөнәр тапмағандар.
- Төҙөүселәр һәр ҡайҙа ла талап ителә, бөгөн, мәҫәлән, бер ойошмаға штукатурҙар кәрәклеген белдек. Әммә уның ауыр хеҙмәт икәнлеген күптәр яҡшы аңлай, иҙмәләр күтәреп йәшләй һаулыҡты ҡаҡшатаһы килмәй. Хәҙер эшсе һөнәрҙәргә һорау ҙур, буш ҡалмаҫбыҙ, моғайын, - ти ҡыҙҙар.
(№ 123-124)

Тәжрибәле водителдәр27.10.2014

Тәжрибәле водителдәрАвтотранспорт хеҙмәткәрҙәренең эше еңелдән түгел. Пассажирҙарҙың ғүмере, һаулығы, меңәрләгән предприятиеларҙың һәм ойошмаларҙың өҙлөкһөҙ эше уларҙың оҫталығына, яуаплылығына бәйле.

«Башавтотранс» предприятиеһының Учалы АТП-һы филиалында 229 кеше эшләй, уның 110-ы водителдәр. Автобус шоферы булып һәр кем эшләй алмай, күптәр көсөргәнешле графикка түҙмәй. Үҙ эшенең оҫтаһына әйләнгән, һөнәренә тоғро ҡалған хеҙмәткәрҙәр Рәмил Кәбиров, Юлай Яхин, Ғәфүр Әбүбәкиров, Айҙар Харисов, Рафиҡ Мөхәмәтдинов, Радик Мөслимов, Алик Фәтихов, Алтынбай Ғиниәтуллин, Илдар Солтанов, Шамил Хужин, Иршат Кашапов, Денис Бүләков һәм тағы ла күптәрҙе маҡтап телгә алды предприятие директоры Фәнүз Шәймәрҙәнов.
(№ 123-124)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.