» Гәзиттең номеры: 125-126

Урланған бала саҡ02.11.2015

Урланған бала саҡКөҙҙөң һалҡынлы, шыҡһыҙ көндәренең береһе. Әйтерһең дә, тәбиғәт йәмле йәйҙең үткәненә һәм һалҡын ҡыштың яҡынлашыуына болоҡһоп, күңелһеҙләнеп торған төҫлө.
Лилиә күҙҙәрен тәҙрәнән алмай бер туҡтауһыҙ ҡарай ҙа ҡарай. Ул һаман да өмөтләнеп әсәһен көтә. Әсәһе Сәкинә бына-бына ҡайтып инер төҫлө. Бәлки ул тиклем көтмәҫ тә ине, ләкин уларҙың кисәгенән бирле тәғәм ризыҡ ҡапҡандары юҡ. Асыҡҡан ҡустыһы менән бәләкәй һеңлеһен йәлләп кисә күршеләрҙән икмәк менән картуф алып сыҡҡайны ла, тик уны шундуҡ ашап бөттөләр. Бигерәк тә Лилиәгә бәләкәй һеңлеһе Ангелина йәл, сөнки нисәнсе көн инде һөт һорап илай.
(№ 125-126)

Йәшнәп йәшәгән саҡтар бар ине02.11.2015

[Йәшнәп йәшәгән саҡтар бар инеb] 29 октябрҙә комсомол ойошмаһының тыуған көнө, 1918 йыл Рәсәй коммунистик йәштәр союзы төҙөлгән була. Ә 1926 йылдан ғәйеп булғанға тиклем Бөтә Союз Лениндың коммунистик йәштәр союзы (ВЛКСМ) исемен йөрөттө. Башҡортостанда иһә тәүге съезд Стәрлетамаҡта 1920 йылдың 15 октябрендә үтә.
Теүәл әйткәндә, ВЛКСМ-дың Учалы šала комитетының һуңғы 1-се секретары Фәнил Шаймарҙанов булды (фотола икенсе рәттә уңдан беренсе). Тик бына оҙаš ваšыт эшләп өлгөрмәне. 1991 йылдың август айындағы путч, башта КПСС, оҙаš та тормай ВЛКСМ ябылыуға килтерҙе. Хәтерҙә, Ельцин еңеүенең икенсе көнөнә ҡулдарына ҡыҙыл таҫма таҡҡан иптәштәр партия һәм комсомол биләгән әлеге район хакимиәте бинаһын һаҡҡа алдылар. «Яйыҡ» гәзите редакцияһы ла ошо бинала урынлашҡан ине, яңы власҡа ярамһаҡланырға ашыҡҡан бәғзе яҡташтарыбыҙ хатта беҙҙе, журналистарҙы, эш урындарына үткәрмәҫкә ниәтләнде. Әлбиттә, «ағас активты» тыңлап торманыҡ - гәзитте типографияға ебәрергә өлгөрөргә кәрәк бит, донъя емерелһә емерелһен, «полосалар» үҙ ваҡытына әҙер булырға тейеш! Хәҙер ни, «Ваҡытығыҙ үтте!» - тип һөрәнләгән әҙәмдәр иҫкә төшһә, көлөп кенә ҡуйыла. Тормош барыһын да үҙ урынына ҡуя бара шул...[/b]
(№ 125-126)

Киләсәккә маҡсаттар ҙур02.11.2015

Киләсәккә маҡсаттар ҙурВадим Мөхәмәтов - Иҫтамғол ауылы кешеһе. Мәктәпте тамамлағас, водитель һөнәрен үҙләштерә, «Байрамғол» кооперативына (СПК) тракторсы булып эшкә урынлаша. Бар булмышы менән ергә, ауылға береккән кеше булараҡ, хеҙмәтен яратып башҡара ул, тракторҙан тыш комбайнда ла эшләй.
Бер йыл самаһы элек агрофирмала ҡыҫҡартыуҙар башланғас, йәш егет үҙ эшен асыу хаҡында уйлана башлай. Малдан бушаған элекке ауыл фермаһы биналарының ҡаҡшап ултырыуына йәне әсей Вадим Шәүкәт улының. Уларҙа бит ҡасандыр Иҫтамғол ауылы халҡы хеҙмәт иткән. «Байрамғол» агрофирмаһы директоры Илдус Сабанбаевтың ризалығын алып, шунда эре мөгөҙлө мал үрсетергә ниәт итә ул.
(№ 125-126)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.