» Гәзиттең номеры: 125

Изгелек ул - мәғрур ҡая-таш29.10.2014

«Тыуып-үҫкән ғәзиз ерем!
Нимә булды һиңә тағы?» -
Тип һорар хатта ғәмһеҙе лә.
Аңлайым хәлкәйеңде, ах!
Ҡоролоҡ ҡура бит йәнкәйеңде.
Тупрағың әрнеп өнһөҙ илай.
Һыуһыҙлыҡтан яфа сигә.
Ҡасан яуыр дауа - ямғыр?
Зинһар, әйтегеҙсе!?
Нисек кенә ярҙам итәйем?
Һыуһауҙан ерем сатнай…


Яңы ғына күркәм яҙ килтергән, күпереп ятҡан йәшел хәтфәле, хуш еҫле болондар ҡорғаҡһый, үләндәр көйрәй. Быйыл емеш-еләктең дә булмауы ихтимал. Хәйер, йәшәйешебеҙҙә лә ундай хәлдәр юҡ түгел. Кеше мохтаж мәрхәмәтлеккә. Йыш ҡына күңел изгелеккә ҡорғаҡһый. Ниңә бер-береңде утҡа һалыу, ағыулау, бер-береңә соҡор ҡаҙыу… Шулай буламы ни ғәҙеллек? Ҡайһы берәүҙәрҙең зәһәр уғынан, ауыр һүҙ яраларынан сәстәренә сал йүгерә, маңлайҙарын һырҙар баҫа. Хатта тетрәнеүҙән ваҡытынан алда йөрәктәре шартлай. Кисә генә яҡын дуҫымды ерләнек. Тос ине бит уның фекерҙәре. Ике йөҙлөнө, дан өсөн намыҫын һатҡанын аямай фаш итте.
(№ 125)

Ғаилә бәҫен күтәреп29.10.2014

«Йәш ғаилә» конкурсы йылдан-йыл ғаилә традицияларын нығытыусы, районыбыҙҙың әүҙем йәштәрен билдәләүсе, дәртләндереүсе сараға әүерелә бара. Быйыл да ҡатнашыусы парҙар ярышҡа етди ҡараған, көслө әҙерләнгән.

Конкурс ғаилә тарихы менән таныштырыуҙан башланды. Бының өсөн конкурсанттар төрлө үҙенсәлекле ысулдар уйлап тапҡан. Мәҫәлән, Юлиә һәм Азамат Маусумбаевтар әкиәт ҡалыбын һайлаһа, Әлфиә һәм Илдар Хәсәновтар йырҙарҙан өҙөктәр файҙаланған. Гөлсиә һәм Зариф Хилажевтарҙың, Айгөл һәм Айнур Камаловтарҙың саф башҡорт телендә яңғыраған «визиткалары» ла дәррәү алҡыштарға күмелде. Һәр ғаилә тарихы фотослайдтар, видеояҙмалар менән оҙатыла барҙы.
Тамашаның иң сағыу өлөшөн «Яңы быуат таланттары» тип аталған балалар сығыштары тәшкил иткәндер. Фирүзә һәм Азамат Мөлөковтарҙың балалары Азалия һәм Урал бәләкәйҙән бейеүгә ғашиҡ. Икеһе лә «Алтынай» балалар бейеү ансамблендә сығыш яһай. Ә бына Яңы Байрамғол ауылынан килеүсе Оксана һәм Ирик Нуретдиновтарҙың кинйәләре «Байыҡ» балалар телевизион конкурсы призеры. Ләйсәндең тән һығылмалылығы, бейеүгә һәләте бар тамашасыны хайран ҡалдырҙы.
(№ 125)

Принтер «аҡсаһы»29.10.2014

Төбәгебеҙҙең төньяғындағы бер ауылда йәшәгән 19 һәм 20 йәшлек ике яҡташыбыҙ РФ Енәйәт кодексының 186-сы статьяһы буйынса (күрәләтә ялған аҡса һаҡлау һәм ҡулланыу) шартлы рәүештә өсәр йылға иркенән мәхрүм ителде.

Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, балиғ булмаған таныштары 1 мең һумлыҡ купюраларҙың күсермәһен төҫлө принтерҙан баҫтырып алған була. Егеттәр иһә оҙаҡ баш ватып тормайҙар, ошо ҡағыҙ киҫәгенә ауыл магазинынан тәмәке һәм хәмер һатып алалар. Тәбиғи, бик тиҙ тотолалар, дәүләт бындай «шуҡлыҡҡа» ҡарата бик ҡаты мөнәсәбәттә була торған. Егеттәрҙең ғәйептәрен таныуы сағыштырмаса еңел ҡотолорға булышлыҡ иткәндер.
(№ 125)

Түләй-түләй аҡыл керер29.10.2014

Түләй-түләй аҡыл керерТелевизорҙан күреп беләһегеҙҙер инде, Өфөлә эт өйөрө 10 йәшлек малайҙы талап үлтерҙе… Хәҙер баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре, был йыртҡыс өйөрҙө юҡ иттек тигән була ла ул, һуң инде.

Беҙҙә әлегә бындай осраҡтар булғаны юҡ, тип шатланырға ғына ҡала, әммә тынысланырға урын юҡ! Эттәр ҡайҙа ла үҙҙәрен хужа итеп тоя бит, ҡайһы саҡ, хатта, ҡала урамынан тыныс үтермен тимә. Мәктәп, балалар баҡсаларына инеү осраҡтары бер кемде лә аптыратмай буғай!
Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, Учалы ауылында велосипедта китеп барған 9 йәшлек сабыйҙы эт йығып талаған була. Берәҙәк эт түгел, ә йорт хайуандары өсөн хужалары яуап тоторға тейеш. Ярар ҙа, баланың ата-әсәһе ҡоро һүҙ менән сикләнмәй, эт эйәһен судҡа биреп, әхлаҡи зыянды түләүен талап итәләр. Был талапты прокуратура ла хуплай, суд яуапһыҙ хужанан 20 мең һум түләтеү тураһында ҡарар сығарҙы (мәҡәлә яҙылған мәлдә законлы көсөнә инмәгән ине әле). Бик хуп, тип әйтке килә, барыһы ла ошолай тотонһа, эт эйәләре йәһәт тәртипкә өйрәнер ине. Ә берәҙәк эт тешләй икән, урындағы власть органдарына дәғүә ҡуйырға мөмкин - фәҡәт улар хәүефһеҙлекте тәьмин итергә бурыслы.
(№ 125)

Беҙ, ололар, яуаплы29.10.2014

Беҙ, ололар, яуаплыЙыл башынан юл инспекторҙары балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән водителдәргә РФ Административ кодексының 12.23-сө статьяһы буйынса 211 протокол төҙөнө. Штраф 3 мең һум тәшкил итә. Талаптарҙы күҙәтмәү, шул иҫәптән балалар өсөн махсус автокресло урынлаштырмау аяныслы эҙемтәләргә килтерә шул. Быйыл районыбыҙҙа ошо арҡала бер бала юл һәләкәтендә имгәнде. Ә май айында фажиғә лә булды.

Транспорт менән идара итеү хоҡуғынан 18 айға мәхрүм ителгән водитель ВАЗ-21102 менән Озерный-Баттал юлынан барған була. Хәүефһеҙ тиҙлекте һайламау арҡаһында автомобилде юлдан төшөрөп түңкәрә. Һөҙөмтәлә ике пассажиры имгәнә, 4 йәшлек ҡыҙыҡай һәләк була…
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 22.9-сы пунктына ярашлы, 12 йәшкә тиклемге балаларҙы автомобилдә тик махсус автокреслоларға (ысҡындырмай тотҡан ҡорамалдарға) ултыртып йөрөтөргә рөхсәт ителә. Исем өсөн генә ҡуйылған талап түгел - Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы статистикаһы буйынса, балалар автокреслоһын урынлаштырыу 5 йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың юл һәләкәтендә ауыр һәм үлемесле яра алыу ихтималлығын 70 процентҡа кәметә!
Балаларҙы авто-транспортта йөрөткәндә ата-әсәләр йыш ебәргән хаталарға ла туҡталайыҡ.
(№ 125)

Хосусилаштырыу тамамлана29.10.2014

Хосусилаштырыу тамамланаДәүләт һәм муниципаль торлаҡ фондының торлаҡ биналарын түләүһеҙ хосусилаштырыу программаһы 2015 йылдың 1 мартында тамамлана.

Башҡортостан һәм уның баш ҡалаһының күпселек халҡы был хоҡуҡтан файҙаланды ла инде, ә башҡаларға бының өсөн ярты йылдан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Торлаҡты түләүһеҙ хосусилаштырыу илдең бөтә төбәктәрендә лә 1992 йылда башланғайны һәм ул, яңы Торлаҡ кодексы ҡабул ителеү менән бәйле, 2007 йылдың 1 ғинуарында тамамланырға тейеш булһа ла, аҙаҡ өс тапҡыр оҙайтылды: 2010 йылдың 1 мартына, 2013 йылдың 1 мартына һәм әле бына киләһе йылдың 1 мартына тиклем.
Юридик яҡтан ҡарағанда, хосусилаштырыу - ул торлаҡтың муниципаль торлаҡ фондынан граждандар милкенә күсеүен аңлата. Торлаҡ майҙаны менән ирекле эш итеү хоҡуғынан тыш, граждандар үҙ иңенә былдәле бер бурыстар ҙа йөкләй, мәҫәлән, уға капиталь ремонт мәсьәләһен.
(№ 125)

Талап ҡаты булһын29.10.2014

Талап ҡаты булһынЮл-транспорт һәләкәттәре ныҡ йышайҙы. Кемдер, автомобилдәр һаны артҡанда һәләкәттәр ҙә күбәйә инде, юдарҙа тығыҙ, тип кенә уйлар. Төп сәбәп унда түгел шул! Төп сәбәп - йә водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүҙә, йә белеп тә, талаптарҙы боҙоуҙа.

Тәртипһеҙ водителдәр үҙҙәре генә бәләгә тарыһа бер бәлә булыр ине, ғәҙәттә һис ғәйепһеҙ кешеләр ҙә ҡорбан була шул… Үкенес, ҡайһы саҡ элекке эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙа, ҡайғы-хәсрәткә сәбәпсе була. Шуға ла әле эшләгән юл инспекторҙары кем икәнлегенә, ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, бар водителдәргә ҡаты талап ҡуйырға, закондың тайпылышһыҙ үтәлеүен тәьмин итергә бурыслы.
Әйткәндәй, ҡайһы саҡ хайран ҡалына - транспорт менән идара итергә танытма алған кешеләр ҙә элементар ҡағиҙәләрҙе белмәй. Мәҫәлән, ниндәй ара ҡалғас боролоу сигналы бирергә, тимер-юл переездары аша нисек үтергә, тиң әһәмиәтле киҫелештә кем кемгә юл бирергә тейеш, фараларҙы ҡабыҙыу һәм башҡа.
Руль артына ултырған һәр кеше үҙе өсөн генә түгел, тирә-йүндәгеләрҙең именлеге өсөн дә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ ала. Барыбыҙ ҙа юл ҡағиҙәләрен теүәл белергә һәм үтәргә бурыслыбыҙ, шул осраҡта ғына юл-транспорт һәләкәттәренең кәмеүе мөмкин.
(№ 125)

Халыҡ күңеленә вәс-вәсә һалыусылар29.10.2014

Һуңғы ваҡытта «ваһһабиттар» тип күп һөйләйҙәр. Кемдәр һуң улар? Ниндәй динде тоталар? Бына шулар хаҡында бәйән итмәксемен.
Ваһһабиттар - XVIII быуат аҙағында Үҙәк Ғәрәбстанда барлыҡҡа килгән дини-социаль ағым. Улар 1924 йылда Көнбайыш Ғәрәбстанды яулап алалар. Һуңынан Сауд Ғәрәбстаны тигән дәүләт төҙөйҙәр. Ваһһабизм - шул дәүләттең рәсми идеологияһы.


Ваһһабиттар бер Аллаһҡа ғына ышаныуҙы талап итәләр, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙе (с.ғ.с.) үҙҙәренсә генә таныйҙар. Аллаһы Тәғәләне кеше һүрәтендә (башы, аяҡ-ҡулдары, күҙҙәре бар), күктә, тәхетендә ултыра тиҙәр. Мөхәммәт ғәләйһиссәлләм дә-рәжәһен бөтөнләй төшөрәләр, уға доға ба-ғышлауҙы, ҡысҡырып Салауат әйтеүҙе, Мәүлид-шәрифәне (Пәйғәмбәребеҙҙең (с.ғ.с.) тыуған айы) үткәреүҙе тыялар. Намаҙҙың фарызын ғына (уныһы ла беҙҙеңсә түгел) уҡыйҙар, намаҙға аяҡтарын айырып баҫалар, ҡулдарын себен ҡыуған кеүек һелкеп торалар, тәсбих тартмайҙар, зекер әйтмәйҙәр, ҡул күтәреп доға ҡылмайҙар. Ҡәберҙәр өҫтөнә таштар, исеме яҙылған бер нәмә лә ҡуймауҙы талап итәләр. Мәйеттәрҙең 3, 7, 40 көндәрен, йыллығын үткәрмәгеҙ, иҫән саҡта үҙе уйлаһын, доғалар ҡылһын ине тиҙәр. Әбей-бабайҙарыбыҙҙың ғүмер буйы тотҡан дине, уҡыған намаҙҙары дөрөҫ булмаған икән тип халыҡ күңеленә вәс-вәсә һалалар.
(№ 125)

Кешеләре менән матур29.10.2014

Иҫтамғол ауылынан сыҡҡан Рәмил ағай Ғимранов йырҙар ижад итеп, үҙе көйҙәр яҙһа, Зөбәйҙә апай Ҡәләмова юғалмаҫ мираҫ итеп «Учалы районының Иҫтамғол ауылы тарихы һәм шәжәрәләре» исемле мәғлүмәттәргә бай, күңелдәрҙе йылытырлыҡ, уй-тойғоларға бирелерлек икенсе китабын сығарҙы. Кешене эше биҙәй, ти халыҡ мәҡәле. Шундайҙарҙың береһе ул Зөбәйҙә Ҡәләмова. Һөнәре буйынса уҡытыусы, әлеге көндә хаҡлы ялда. Тынғыһыҙ әҙибә ҡул ҡаушырып тик ятҡандарҙан түгел.

Китапты уҡып сыҡҡас та, яңынан Иҫтамғол ауылына күсеп ҡайҡандай булдым. Бала сағымды иҫемә төшөрҙөм: Маһиҙа әбейемдәрҙең ҡапҡалары эстән терәлгән булһа ла, ҡапҡа аҫтынан инеп, әбейемдең төпсөк Әсмә ҡыҙын эйәртеп алам да оло әбейҙәр менән еләккә барабыҙ. Ағинәйҙәргә эйәреп йөрөүемдең сәбәбе ҡурҡыуҙан түгел, ә уларҙың аслыҡты, яланғаслыҡты күргәндәрен һөйләүҙәре ҡыҙыҡһындыра ине. Ауылдан күсеп китһәк тә каникулдар башланыу менән Закир ағайыма эйәреп, олатай-өләсәйемдә ял итеп ҡайта торғайным.
(№ 125)

Был донъяла ниҙәр бар?29.10.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* Былтырғы сентябрь менән сағыштырғанда, быйыл Рәсәй халҡының уртаса «саф» эш хаҡы (йәғни һалымдарҙан тыш һәм инфляцияға төҙәтмә индереп) 1 процентҡа кәмегән. Бер процент күп тә түгел, ләкин әлегә тиклем һуңғы 5 йылда тик күтәрелеү яғында булған. Һуңғы тапҡыр төшкәндә донъя финанс кризисы ҡотора ине. Тағы берәй афәт яҡынлашамы икән?

* Көнбайыш илдәрендә халыҡ беҙҙең кеүек ялҡау түгел, шуға ла яҡшы йәшәйҙәр, тигәндәре торғаны бер әкиәт буғай. Әле яңыраҡ Италиялағы бер табип таныны - даими эш хаҡы алһа ла, һуңғы 9 йылда ни бары 15 көндө эш урынында үткәрә. Ҡалған ваҡытта йә белемен камиллаштыра, йә сырхау һылтауы менән өйөндә ята. Ошо арала йәнә Италия кешеһе билдәлелек алды. Карло Кани шахтер булып урынлашҡас, клаустрофобияға (тығыҙ урында булыуҙан ҡурҡыу) дусар икәнлеген белеп ҡала. Әммә эш алмаштырыуҙы хәстәрләмәй, төрлө сәбәптәр менән дауаханаға йөрөргә тотона. Ошо рәүештә шахтаға төшмәй, шахтер эш хаҡы алып, өс тиҫтәгә яҡын йыл ваҡытын өйөндә үткәрә. «Күңелһеҙ булманы, джаз музыкаһы тыңларға яратам», - ти. Беҙҙә ни, ҡайҙа ла сәләмәт хеҙмәткәрҙәр генә талап ителә, сырхап китһәң - дүрт яғың ҡибла…
(№ 125)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.