» Гәзиттең номеры: 128-129

Тормош үҙе «бишле» ҡуйҙы09.11.2015

Тормош үҙе «бишле» ҡуйҙыКоллегабыҙ, «Яйыҡ» гәзитенең алыштырғыһыҙ хәбәрсеһе, «аҡһаҡалы» Илфат Янбаев ошо көндәрҙә матур юбилейын билдәләй - уға 50 йәш тула.
Илфат Янбаевты ҡала-районда белмәгән кеше һирәктер, моғайын. Үҙенең тос фекерле мәҡәләләре менән уҡыусыларыбыҙҙың күңелен күптән яулап өлгөргән. Аҙна һайын шишәмбе битендә донъя күргән «Был донъяла ниҙәр бар?» рубрикаһын кесеһе лә олоһо ла даими уҡып бара, ниндәйҙер сәбәп менән сыҡмай ҡалһа, шылтыратып һораша башлайҙар хатта. Мәҡәләләре һәр ваҡыт бай йөкмәткеле, иң мөһиме - эстәлегендә кинәйәле фекер ярылып ята. Шуға ла гәзит уҡыусыларыбыҙ уның яҙғандарын энәһенән ебенә тиклем уҡып бара, шылтыратып та, редакциябыҙға килеп тә рәхмәт һүҙҙәрен әйтәләр. Күптән түгел сираттағы мәҡәләһен уҡыған бер ағай: «Илфат, һин һүҙ батшаһы!» - тип ҙурлап китте һәм бының менән тулыһынса килешәм. Хеҙмәтеңә иң ҙур баһаны кешеләр ҡуя бит.
(№ 128-129)

Ҡаҙлы йортта ҡаза юҡ09.11.2015

Ҡаҙлы йортта ҡаза юҡАрабыҙҙа егәрле, уңған кешеләр күп. Ауырлыҡтарға ҡарамай, тырышып донъя көтәләр, килем алыу юлдарын эҙләйҙәр, табалар. Учалы ауылында йәшәүсе Вәлихановтар ғаиләһе лә инде етенсе йыл ҡаҙ үҫтереп һатыу менән шөғөлләнә.
Гәүһәр Ғәйнулла ҡыҙы менән Рәмил Ғәзиз улы Себерҙә йәшәгәндәрендә күпләп ҡош-ҡорт аҫрау тураһында хыяллана. Ғаилә башлығының һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, ситтә оҙаҡҡа ҡалмайҙар, тыуған яҡтарына ҡайтып төпләнәләр һәм ҡош-ҡорт үрсетеүгә тотоналар. Өлкән улдары Руслан да ата-әсәһенең был шөғөлөнә ҡушыла. Йәш уҙаман эшҡыуарлыҡ йөгөн үҙ иңенә ала. Хаҡлы ялға сыҡҡан Гәүһәр апай менән Рәмил ағай улдарына эштәрен ҡуш ҡуллап ышанып тапшыра. Хәлдәренән килгәнсә үҙҙәре лә ярҙамлашып торалар, белгәндәрен өйрәтәләр. Руслан «Урал таштары» предприятиеһында эшләй, буш ваҡыты ҡалмай тиерлек. Ҡаҙҙарҙы тәрбиәләү менән Гәүһәр Ғәйнулла ҡыҙы булыша. Уртансы улдары Рәмзис тә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, килендәргә, ейәндәргә лә эш табылып тора. Хәҙер шөғөлдәре ғаилә бизнесына әйләнгән. Йыл һайын яҙ етеү менән ҡаҙ бәпкәләре алып, уларҙы үҫтереп һаталар. Уҙған йылда 800 баш алһалар, быйыл инде уларҙың һанын меңгә еткергәндәр. Билдәле, юғалтыуҙар былтыр ҙа, быйыл да булған. 1000 ҡаҙҙың 920-һе иҫән ҡалған. Ҡаҙҙарҙы йорттарынан йыраҡ түгел биләмәлә аҫрайҙар, уны кәртәләп, ҡоштарға ҙур һарай төҙөгәндәр.
Ҡоштарҙы күреү теләге менән ҡапҡанан эскә үтәбеҙ. Ихаталағы ҡаҙҙарҙың күплеген күреп ғәжәпләндек.
(№ 128-129)

«Беҙ сәләмәт тормош яҡлы»11.11.2014

«Беҙ сәләмәт тормош яҡлы»«Яйыҡ» гәзите призына бына инде етенсе йыл рәттән ойошторолған «Атай, әсәй һәм мин - спорт ғаиләһе» ярышы быйыл да гөрләп үтте. Тәүге йылдарҙа сарала 4-5 команда ғына ҡатнашһа, йылдан-йыл улар һаны арта бара. Быйыл үҙ көсөн һынап ҡарарға ҡала-район буйынса 16 ғаилә йыйылған.

Конкурсанттарҙың һаны күберәк булған һайын ярыш ҡомары ла арта бара бит! Йылы һәм иркен балалар ижады йортоноң спорт залында олоһона-кесеһенә йүгерергә, һикерергә, сәпкә атырға, баскетбол ҡуласаһына туп ташларға, ғөмүмән, күңелле һәм файҙалы ял итеп ҡайтырға урын етерлек ине.
Ярыш башланғансы ҡатнашыусылар тәндәрен яҙып, әҙерлек эшен алып барҙылар. Берәүҙәр туп ырғыта, икенселәр сәпкә эләктереүҙең уңайлы алымдарын һынай. Өсөнсөләр күптәнге таныштарын осратып, күрешеү шатлығы менән уртаҡлаша. Зилиә һәм Әлим Хөснуллиндар ярышта тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай, улдары Вилдан менән үткән йылда ла килгәндәр. Быйыл ғаилә, мотлаҡ, призлы урын яулап ҡайтырға ниәтләй.
(№ 128-129)

Яҙмыштарҙы ямап булмай шул10.11.2014

Яҙмыштарҙы ямап булмай шулҠараңғы төн. Тирә - яҡ тып-тын. Ҡошсоҡтай ғына ике ҡыҙ бала, Нәфисә менән Әнисә, өшөп-туңып урмандан утын һөйрәтеп алып ҡайтып киләләр. Өлкәненә ун бер йәш булһа, кесеһенә ни бары ете генәлер. Йоҡа, алама ғына кейемдәрҙең ни йылыһы, һыуыҡ тәнде өтә генә. Ҡарында тәғәм ризыҡтың булмауы ла хәлде ала. Аяҡ-ҡулдар тыңламай башланы. Ҡыҙҙарҙың бар уйҙары - утынды, кеше күҙенә салынмай ғына, имен-аман алып ҡайтып еткереү.

«Туҡта, анауында ниндәйҙер ҡара шәүлә ҡыбырлай түгелме?» - тип уйлап та өлгөрмәнеләр, күпер төбөнән урман ҡарауылсыһы килеп сығып, ҡыҙҙарҙы ҡаты итеп һүгеп, утындарын бушаттырҙы. Балаҡайҙар, мәхрүм булып, баштарын түбән эйеп, буш саналарын һөйрәп ҡайтып киттеләр. Өйгә буш ҡул ҡайтып кергәс, үгәй әсәй менән атайҙан да ныҡ ҡына эләкте уларға.
Был яҙғандарым ауылыбыҙҙың иң матур, иң абруйлы инәйҙәренең береһе, тыл ветераны Шакирова Әнисә апайҙың ауыр бала саҡ хәтирәләренең бер эпизоды ғына.
(№ 128-129)

Телдең һөйәге юҡ10.11.2014

Телдең һөйәге юҡКеше организмында һәр ағза айырым бер функцияны башҡара, һәр ҡайһыһы берҙәй мөһим. «Тел» тигәндә, күпселек, теге йәки был милләт вәкилдәре һөйләшкән, аралашҡан, аңлашҡан лингвистик системаны күҙ алдына килтерә. Мәҫәлән, инглиз, француз, үзбәк теле. Икенселәр, йыш ҡына үсекләшеү өсөн ҡулланылған хәрәкәтте хәтерләй. Өсөнсөләр ҡаршыһына немец ғалимы Альберт Эйнштейндың киң билдәле фотоһүрәте килеп баҫа. Аралашыу өсөн булһынмы ул, әллә физиологик йәһәттәнме - тел, тере йәндәр тормошонда, үтә мөһим роль уйнай. Сираттағы шәмбе битен ошо хәҡиҡәтте дәлилләүгә бағышланыҡ.

Тел буйынса организм торошо
Бәләкәй саҡта, табип ҡаршыһына баҫҡас, уның тәү сиратта телде күрһәтеүҙе һорауы һәр кемдең хәтерендә һаҡланалыр. Тибет медицинаһы кеше һаулығын диагнозлауҙа телде тикшереү ысулын киң файҙалана. Сәләмәт кешенең, имсәләр күп булғанлыҡтан, теле бәрхәт һымаҡ йомшаҡ, шыма, алһыу төҫтә һәм саҡ ҡына аҡһыл ҡатламлы була.
Тикшереү яһағанда телдең төҫөнә, үңәҙ (налет) булыу-булмауына, формаһына, унда барлыҡҡа килгән папиллома, ҡыуыҡ, ваҡ сей яра-йәрәхәттәргә, телдең хәрәкәтсәнлегенә иғтибар итергә кәрәк.
Формаһы буйынса. Телдең уң яҡ яртыһында урынлашҡан имсәләрҙең ҙурайыуы һәм ҡыҙарыуы бауыр ҡаҡшағанда күҙәтелһә, һул яғындағы үҙгәрештәр - талаҡ патологияһына бәйле. Тел осондағы имсәләрҙең ҡыҙарыуы янбаш ағзаларының ауырыуы хаҡында һөйләһә, өҫтәрәк һәм тел урталарындағылары үпкә эшмәкәрлеге ҡаҡшауын иҫкәртә.
Ҡалҡан биҙе эше һүлпәнәйгәндә, психик ауырыуҙар булғанда телдең ҡалынайыуы, ҙурайыуы күҙәтелә. Осоноң ҙурайыуы (йыш ҡына ҡыҙарыуы) йөрәк менән бәйле. Ситтәренеке - ашҡаҙан, эсәк сирҙәре хаҡында һөйләй.
(№ 128-129)

Ижады халыҡ күңелендә10.11.2014

Ижады халыҡ күңелендәМиндәк мәктәбендә бихисап повестар, хикәйәләр, мәҡәләләр һәм шиғырҙар авторы Вил Ғүмәровтың хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Унан беҙгә әҙиптең сая ла, һөйкөмлө лә йөҙө ҡарай. Мөһим сараға халыҡ күп килгәйне: Учалы, Белорет, Әбйәлил, Магнитогорскийҙан яҙыусылар ҡатнашты, уҡытыусылар, уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы.

Барыһы ла әҙип менән ихлас ғорурланды, уның тураһында яҡты хәтирәләре менән бүлеште. Яҙыусының хәтер кисәһенә баш ҡаланан ҡунаҡтар - Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан Хисмәтулла Юлдашев, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Әмир Әминев саҡырылғайны.
Күренекле яҙыусы, шағир, драматург, публицист Вил Бәшир улы Ғүмәров 1949 йылдың 2 апрелендә Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуа. Ҡобағош, Миндәк мәктәбендә уҡый. Магнитогорск тау-металлургия институтын тамамлағас, Пермь, Мурманск өлкәләрендә инженер булып эшләй. Һуңынан Мәскәүҙә М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡый. Уның дуҫы Әмир Әминев Вил Ғүмәровтың әҙәбиәт институтында уҡыған йылдарын хәтеренә төшөрҙө.
- Вил институтта уҡығанында ла китаптарынан айырылманы. Иң күп китап уның бүлмәһендә булды. Башҡаларҙан ул үҙенең күпте белеүе менән айырылды. Күп яҙҙы, унда киләсәкте алдан күҙаллау һәләте бар ине. Йылдар үтеү менән уның фаразлауҙары дөрөҫкә сыға, илебеҙҙең, республикабыҙҙың киләсәген дә алдан күрҙе, - тип хәтерләй Әмир Мөхәмәт улы.
(№ 128-129)

Онотолмаҫ хәтирәләр10.11.2014

1970 йылдың йәйендә Марат Минһажетдинов етәкселегендәге фольклор экспедицияһында йөрөү бәхете тейҙе миңә. Беҙгә, филология факультетының 1-се курсын тамамлаусы студенттарға, Йылайыр районына башҡорт халыҡ ынйыларын йыйырға барасағыбыҙҙы һәм экспедиция етәксеһе итеп Марат Хәләф улы тәғәйенләнеүе хаҡында хәбәр иткәс, шатлыҡ-ҡыуаныстарыбыҙҙың иге-сиге булманы, башыбыҙ күккә тейгәндәй булды.

Ошо мөһабәт кәүҙәле, киң яурынлы, сөм-ҡара сәсле, ҡалын ҡара ҡашлы, аҡыллы ҡарашлы ағай фольклор экспедицияһына беҙҙе үҙе алып барасаҡ бит!
Студенттар араһында уның абруйы шул тиклем ҙур - беҙ уға оло ихтирам һәм һоҡланыу менән ҡарай торғайныҡ. Ошондай талантлы, кешелекле, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа булған ғалим-педагог менән райондаш булып, бер үк мәктәп - Миндәк мәктәбен тамамлауым менән бик ғорурлана инем! Уның эргәһенән һаулыҡ һорашып үтеү - үҙе бер мәртәбә ине. Ул ихлас йылмайып иҫәнләшә, хәлдәреңде һорай, уҡыу барышы менән ҡыҙыҡһына. Марат Хәләф улы менән бына шулай аҙ ғына һөйләшеп тороу ҙа күңелдәрҙе нурландырып, яҡтыртып ебәрә торғайны.
(№ 128-129)

Хәбәр итегеҙ!10.11.2014

Хәбәр итегеҙ!17-28 ноябрҙә Башҡортостанда «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның икенсе этабы уҙа.

Уның маҡсаты - республикабыҙҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен сикләү, ошо юҫыҡта үткәрелгән сараларға йәмғиәтте йәлеп итеү. Тәжрибәнән күренеүенсә, хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәтселек менән тығыҙ бәйләнеш булдырыуы ыңғай һөҙөмтәләргә килтерә. Шулай, 2014 йылдың март айында 12 көнлөк Бөтә Рәсәй акцияһы барышында 316 хәбәр алынған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тарафынан наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 417 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлә, 264 енәйәт эше ҡуҙғатыла, 153 административ протокол төҙөлә, психотроп һәм наркоматдәләр менән сауҙа итеүсе 13 притон юҡ ителә.
Республикала тәүлек әйләнәһенә наркоконтролдең бушлай «ышаныс телефоны» эшләй - 8-800-347-20-30. Шундай уҡ телефон БР буйынса Эске эштәр министрлығында ла бар -128. Ошо һандарҙы йыйып, граждандар наркотиктарҙы һаҡлау, ҡулланыу, эшләү һәм һатыу урындарын хәбәр итә ала. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
(№ 128-129)

Ышаныслы контроль10.11.2014

Ышаныслы контрольХәрбиҙәрҙең һирәге ысын хәрби тәжрибәгә эйә. Ә бына эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең байтағы дары еҫен яҡшы белә… Иптәш подполковник та былтыр Чечняла оҙайлы командировкала булып килде, Урус-Мартан эске эштәр бүлегендә штаб начальнигы вазифаһын башҡара.

Тик бына ундағы хәлдәр тураһында тәфсирләп һөйләйһе килмәне, «Ышанысһыҙ татыулыҡ көслө ыҙғыштан өҫтөнөрәк, тип мәрәкәләп әйтәләрме әле? Нәҡ шулай! Үҙебеҙҙәге тыныс тормоштоң ҡәҙерен беләйек», - тип ярым-шаярып яуап ҡайтарыу менән сикләнде.
Науменко Дмитрий Викторович 1974 йылда Учалы ҡалаһында тыуған. Эске эштәр бүлегендә 1998 йылдан хеҙмәт итә. Әлеге вазифаға үрләтелгәнсе күп төр тәртип һаҡлау һөнәрҙәрен барлап сығырға тура килә: юл-пост хеҙмәте инспекторы, участка һәм енәйәттәрҙе асыҡлау бүлектәре уполномоченныйы, 7 йыл тынғыһыҙҙан-тынғыһыҙ «ҡайнар цех» - дежур часты етәкләй. 2011 йылдан алып - эске эштәр бүлегенең штаб начальнигы.
(№ 128-129)

Тальян байрамы үтте10.11.2014

Ишкен ауылы мәҙәниәт йортонда «Уйна гармун, уйна!» тип аталған һәүәҫкәр гармунсылар ярышы үтте. Сараға тирә-яҡ ауылдарҙан һәм Свердловск, Төмән өлкәләренән ялға ҡайтҡан гармунсылар йыйылды.

Мәҙәниәт йорто директоры Илүзә Ғимадова гармунсыларға, тамашасыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерһә, Ҡәйепҡол ауылы клубы директоры Гөлнур Вәлиуллина гармунға арналған йыр бүләк итте. Ә Ҡобағош мәҙәниәт йорто директоры Мәрйәм Бакирова, йыраҡ араларҙы яҡынайтып, ярышҡа гармунсы алып килде. Конкурсанттар сығышы ла, башҡа саралар ҙа шул тиклем дәртле һәм тамашасылар менән берлектә барҙы, ситтән ҡарағанда залдағы кешеләр ҙә, сәхнәләгеләр ҙә берҙәй ярыша кеүек ине.
(№ 128-129)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.