» Гәзиттең номеры: 13-14

Шырпы уйынсыҡ түгел09.02.2015

Шырпы  уйынсыҡ түгел«Ут күрше» төшөнсәһенең мәғәнәһе хәҙер онотола ла башланы инде. Был хаҡта берҙе яҙһаҡ та, ҡабатлау артыҡ булмаҫ. Ҡыҫҡаһы, элекке заманаларҙа ут тоҡандырыу ҡатмарлы булғас, ата-бабаларыбыҙ баҙлаған күмерҙе көлгә күмеп мейесте киләһе яҡҡанға тиклем һаҡлар булғандар. Тиҙәк йә сыбыҡ-сабыҡ яндыраң икән, йүнле күмере булмай, кистән иртәнгегә тиклем һаҡларлыҡ түгел. Ошо осраҡта иң яҡын урынлашҡан йортҡа тимер биҙрә тотоп йүгергәндәр ҙә инде баҙлаған күмер һорарға. «Ут күрше» - өйө терәлеп торған һәм кәрәк саҡта ярҙам һорарлыҡ кеше инде. «Ултыр, ултыр, утҡа кергән кешенең дә утыҙ ауыҙ һүҙе була», - тип йомош менән ингән һәм артыҡ ҡабаланған кешене мәрәкәләү әйтеме ҡалған. ... Ә был темаға ҡағылышлы иң мөһим хәҡиҡәт шулдыр: шырпы балаларға ғына түгел, ололарға ла уйынсыҡ түгел - бик күп янғындар фәҡәт һаҡһыҙлыҡ, моңһоҙлоҡ арҡаһында сыға!

Хәҙер шырпы күп һәм осһоҙ булғас ҡына ҡәҙере юҡ. Хатта, һаран кешене, шырпыла ла аҡса экономиялай, тип мәрәкәләгән булабыҙ. Ә ололарҙың хәтерләүенсә, һуғыш йылдарында халыҡ шырпыһыҙ ныҡ ҡаңғыра. Саҡматаш ҡулланырға тура килә. Ул ташты йылға буйынан эҙләп ала торған булғандар. Аҡһыу төҫтә, ныҡ ҡаты. Техникаға ҡағылышлы кешеләр игәү һыныҡтары йөрөтә. Әммә шаҡылдата торғас, осҡон сығарыу ғына етмәй бит әле, ут тоҡандырыу өсөн мылтыҡ гильзаһына мамыҡ йә мүк һалып йөрөтәләр. Баҡһаң, беренсе көндәрҙә үк фашист авиацияһы илебеҙҙең 70 процент шырпы фабрикаларын юҡҡа сығарған икән, шуға ла өҙөклөктәр ныҡ һиҙелә. Яңыларын Себерҙә төҙөгәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Әйткәндәй, Мәскәүҙәге эксперименталь завод тиҙ арала хәрби продукция етештереүҙе үҙләштерә. Шул иҫәптән, яраны өтөү, сыйғанда фото төшөрөрлөк яҡты йә радиостанция сымдарын иретеп йәбештерерлек ялҡын биргән шырпылар. Экономия маҡсатында беҙҙең төбәккә лә ғәҙәти булмаған шырпы килтерелә. Мәҫәлән, ҡап түгел, 100 дана шырпы һалынған ҡағыҙ төргәктәр сауҙаға сығарыла. Һыҙма ҡатырға эсенә һалына. Бер мәл, хатта, таяҡсаның ике осо ла көкөрткә мансылған шырпы һатыла - ике тапҡыр сыйырға мөмкин була.
Революцияға тиклем дә артыҡ иркен булмағандыр. Һәр хәлдә лә бер бай тураһында лаҡап ҡалған бит. Ҡатындарына шырпыны берәрләп кенә түгел, икегә ярып бирер булған, ти. Ныҡ осһоҙ торһа, моғайын да былай этләнмәҫ ине. Был тәжрибәне һуғыш йылдарында яҡташтарыбыҙ йәнә һынап ҡараған. Хәйер, ул заманаларҙа шырпы әлегенән байтаҡҡа ҡалыныраҡ булған.
(№ 13-14)

Иҫтамғол «Аҡтамаҡтары»09.02.2015

Исхужиндар
Марс Нәғимйән улы Исхужин Өфө Үҙәк дәүләт архивы хеҙмәткәрҙәре ярҙамына таянып, үҙенең нәҫел-нәсептәре тураһында белешмәләрҙе махсус рәүештә заказ менән эшләтеп алды. 1834 йылдағы ревизия сығанаҡтарының береһендә, Кейекбирҙе тигән ир уҙаманынан тыуған 5 улының исеме күрһәтелгән: Оморҙаҡ (1782), Мулдаш, Сәйетйәғәфәр (1782), Сәйетбаттал (1787), Ғәли (1794-1852).


Мулдаш Кейекбирҙе улының Йомабай (1807) исемле улынан донъяға килгән 5 ир баланың исем-шәрифтәре бирелә: Йомағужа (1827-1903), Алтынғужа (1839), Аҫылхужа (1845), Һөйәрхужа (1852), Исхужа (уның тыуған, вафат булған йылы ла билдәһеҙ).
Шулай итеп, Исхужиндар шәжәрәһе түбәндәгесә күҙаллана: Кейекбирҙе-Мулдаш-Йомабай-Исхужа (Исхужа Йомабайҙың икенсе ҡатынынан, тип әйтелә)-Сабирйән. Ғәбиҙә, Нәғимйән, Сәйетйән, Хашим, Мәсғүт, Хатип, Фатима, Флүрә - барыһы ла Сабирйән менән Хөснә Исхужиндарҙың балалары (бында ағай-эне бәйләнештәрен аңлатыу йәһәтенән, ҡыҙ балаларҙың да исемен атау маҡсатҡа ярашлы).
Үкенескә ҡаршы, уларҙың ата-бабалары тураһында хәтернамәләр тарих төпкө-лөндә юғалып ҡалған. Шулай ҙа, ғаиләләге кинйә ҡыҙ Флүрә апай ата-әсәһе тураһында күңел түрендә йылы хәтирәләр һаҡлай.
(№ 13-14)

Татыулыҡта үткән ғүмер09.02.2015

Сәфәр ауылында йәшәүсе Рәмилә Сәбиғиәр ҡыҙы һәм Халит Жәләлетдин улы Ғариповтар туғандары, балалары, ауылдаштары өсөн өлгө булып торған ғаилә. Яҙмыштың бөтә ел-дауылдарын лайыҡлы кисергән пар мөхәббәттән, хөрмәттән, татыулыҡтан яралған. Күптән түгел Ғариповтар ғүмерҙәренең иң матур байрамдарының береһен - 60 йыллыҡ гәүһәр туйҙарын билдәләне.

Рәмилә апайым Мәсетле районынан. Мәсәғүт педагогия институтын тамамлағандан һуң, уны Сәфәргә уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Уның хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу бар: Сәфәр мәктәбенә рус теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлашҡан һәм ошо мәктәптән хаҡлы ялға сыҡҡан. Еҙнәм Халит Жәләлетдин улы 1929 йылда Сәфәр ауылында, ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Атаһы бик уҡымышлы кеше булған, ғилемгә ынтылыш улына ла күсә. Еҙнәм 6 йәшендә үҙ ауылында уҡырға бара. 7-се класты бөткәнсе татарса белем ала, тик «5»-кә генә өлгәшә. Бигерәк тә, математика фәнен һыу кеүек эсә, бик шәп иҫәпләй. 8-се класты Учалы ауылында дауам итергә теләй, тик атаһы сирләү сәбәпле артабан уҡырға тура килмәй. Шул мәлдән алып уның хеҙмәт юлы башлана. «Райпотребсоюз»да атаһының бер туған ағаһы Жәмәлетдин баш бухгалтер булып эшләгән була. Шунда иҫәпсе итеп эшкә саҡыралар. Үҙен башҡа эштәрҙә лә һынап ҡарай ул. Рудникта «Башкиргеология» йәмғиәтендә, район советында инспектор, ауыл советында секретарь - ҡайҙа ғына булмаһын үҙен бик тырыш, бөтә күңелен биреп эшләүсе хеҙмәткәр итеп таныта. 62 йәшенә тик-лем Муртыҡты Урал алтын геологоразведкаһында тәьминәтсе булып эшләй. 1954 йылда Мансурҙа мәсет асылғандан алып, 85 йәшенә тиклем имам-хатиб булды.
(№ 13-14)

Аңлашып йәшәү кәрәк09.02.2015

Аңлашып йәшәү кәрәкБөйөклөктөң асылы ябайлыҡта, тиҙәр. Был фекер менән килешмәй булмай. Исемдәре бар илгә таралған бөйөк һәләт эйәләре, ғалимдар, спортсылар һәм башҡа өлкәләрҙең данлыҡлы вәкилдәре, күпселек, ябай ауылдан сыҡҡан, ҡәҙимге ғаиләлә тәрбиәләнгән кешеләр. Ил, халыҡ именлеге өсөн көрәшкән ветерандарҙан алып, ғүмерҙәре ғәҙел хеҙмәттә үткән, лайыҡлы ул-ҡыҙҙар тәрбиәләгәндәр ҙә шулар иҫәбендә.

Ныҡлы ғаиләләр - дәүләт нигеҙе. Бөгөн айырылышыу, бигерәк тә йәш парҙарҙың ғаиләләре йыш тарҡалыу мәсьәләһе киҫкен тора. Тимәк, дәүләт тотороҡлоғона ла хәүеф янай. Ошо шарттарҙа ауыр һынауҙар үткән, әммә бирешмәгән, оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер кисергән, алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләгән ғаиләләр - йәштәргә фәһем, өлгө булып тора. Бөгөнгө «Йылы усаҡ» ошондай парҙар - 60 йыл ғүмерҙәрен татыулыҡта бергә үткән Юлдаш ауылынан Закира һәм Дилмөхәмәт Зәйнетдиновтар менән Сәфәр ауылынан Рәмилә һәм Халит Ғариповтарға бағышлана. Был ғаиләләр - бөйөклөктөң ябай миҫалы.
Йортта яңы бешкән икмәк еҫе таралған. Беҙҙе хужабикә үҙе ҡар-шы алды. Бәләкәй генә буйлы, етеҙ хәрәкәтле Закира Сәйфулла ҡыҙын күреп, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле һаман өй икмәге һала икән, тигән аптырау ҡатыш һоҡланыу хистәре күңелде биләне. Юлдаш ауылында көн итеүсе Зәйнетдиновтар ғаиләһе менән танышыу ошолай башланды.
(№ 13-14)

Яҡшы дан09.02.2015

Яҡшы данБөрө ҡалаһында 21-се тапҡыр «Керәшен һыуыҡтары» («Крещенские морозы») фестиваль-конкурсы үтте.

Республиканың 300-ҙән ашыу артистары ҡатнаша, Мәскәү һәм Һамар өлкәләренән дә киләләр. 23 йәшлек Учалы филармонияһы вокалисы Евгений Евдокимов мәртәбәле сараның «Эстрада йыры» номинацияһында II дәрәжә лауреаты тип таныла. Әйткәндәй, концерттарға йөрөгән һәр Учалы кешеһенә генә билдәле түгел, байтаҡ республика, Рәсәй конкурстары лауреаты, шул иҫәптән А.Пугачева ойошторған «Фактор А» телеконкурсында ҡатнашып, тотош ил тамашасыларында бик тә ыңғай тәьҫорат ҡалдырған кеше.
… алдағы гәзит һандарының береһендә «фелтинг» - нәфис кейеҙ баҫыу, йөндән һүрәттәр һәм һындар әүәләү тураһында яҙғайныҡ. Шөкөр, халҡыбыҙҙың боронғо шөғөлөн дауам итеүселәр, донъя кимәлендә танытыусылар бар. Ғинуар башында Австрияла VII Халыҡ-ара «Южноуральск-Зальцбург» фестиваль-конкурсы үтә. Ошо сарала Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы студенткаһы Лира Аллаярова ҡатнашып, фелтинг буйынса ижады өсөн I дәрәжә дипломына лайыҡ булды (төрлө конкурстарҙа беренсе еңеүе түгел!) Һыҙыҡ өҫтөнә алыу урынлы булыр - сара ҡасандыр бөйөк композитор Моцарт сығыш яһаған данлыҡлы Мирабель һарайында үтә. Лираға дипломды танылған скрипкасы Луц Лесковиц тапшыра.
Төбәгебеҙҙең яҡшы данын киң таратыусы талантлы йәштәрҙе ҡотлауҙан тыш, рәхмәт әйтәһе лә килә. Афарин!
(№ 13-14)

Рәсми старт бирелде09.02.2015

Рәсми старт бирелде3 февраль Балалар ижады йортонда Әҙәбиәт йылын асыу тантанаһы үтте. Китапханасылар, яҙыусылар, журналистар, педагогтар саҡырыла. Сара бал бейеүен күрһәтеүҙән башланды. Осраҡлы түгел, рус әҙәбиәтендә бындай нәзәкәтле тамашалар бик йыш һүрәтләнә бит, Лев Толстойҙың «Һуғыш һәм солох» романын иҫкә алыу ҙа етер. Ғөмүмән, әҙәбиәт һәм мәҙәниәттең башҡа кәүҙәләнештәре бер-береһенә үтә тығыҙ бәйле. Сағыу әҙәби-музыкаль композиция «Сыңла, сыңла, әҙәбиәт донъяһы» тип аталды.

Инеш һүҙ менән телмәр тотҡан район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев йәш быуынды китапҡа ылыҡтырыу, иң яҡшы әҙәбиәт өлгөләре менән таныштырыу һәм телдәрҙе һаҡлап ҡалыу мөһимдән-мөһим бурыс икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҡымаған кешенең рухи яҡтан ҡайтыш булыуы хаҡында иҫкә төшөрөлдө. Әйе, «Уҡыуҙан туҡтаған кеше фекерләүҙән дә туҡтай» тигән хәҡиҡәтте ишетмәгәндәр һирәктер. Ә матди база яҡшы, тип билдәләне Фәрит Фәтих улы. Районыбыҙ китапханалар һаны буйынса алғы сафтарҙа иҫәпләнә - 47 учреждение, китап фонды 680 мең экземпляр, бынан тыш 35 мәктәп китапханаһы (350 мең экземпляр) бар бит әле. Яңы ғына ҡайтартылған библиобус (микроавтобуста урынлашҡан мобиль мәғлүмәт-китапхана үҙәге) тураһында гәзитебеҙҙә яҙҙыҡ инде - төпкөл ултыраҡтар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаҫ.
(№ 13-14)

Шәп бүләк буласаҡ!09.02.2015

Шәп бүләк буласаҡ!Ватанды һаҡлаусылар көнө яҡынлаша. Ошо айҡанлы «Атайым - минең ғорурлығым» тип аталған конкурс иғлан итәбеҙ.

Атайығыҙ ауылда танылған балта оҫтаһымы, бәлки ул даны тирә-яҡҡа таралған механизатор, фән эшмәкәре, табиптыр, нисек кенә булмаһын, ул һеҙҙең атайығыҙ һәм һеҙ уның менән ғорурланаһығыҙ икән - рәхим итеп мәҡәләләрегеҙҙе яҙып ебәрегеҙ. Материалдарҙы 18 февралгә тиклем «Яйыҡ»тың электрон адресына jaik_1@mail.ru йә иһә редакцияға килтерә алаһығыҙ. Тик бер генә үтенес - хаттарығыҙҙы почта аша ебәрмәгеҙ, оҙаҡ килеп, һуңға ҡалып ҡуймаһын. Мәҡәләләрегеҙ үтә күләмле булмаһын, уларҙы ыҡсым итеп биреүегеҙ шарт. Фотоға килгәндә, сифатлыһын ғына ебәрегеҙ. Күмәкләп төшкән, унан ҡырҡып алырҙар әле, тигән һүрәттәр ҡабул ителмәйәсәк. Иң яҡшы тип табылған мәҡәләләр гәзитебеҙҙең байрам һанында донъя күрәсәк. Атайҙарығыҙға иң шәп бүләкте эшләргә ашығығыҙ, дуҫтар!
(№ 13-14)

Ауырлыҡтар ваҡытлыса09.02.2015

Ауырлыҡтар ваҡытлысаЭшһеҙлектең ни тиклем ауыр һәм ҡатмарлы мәсьәлә икәнлеген һәр кем яҡшы белә. Әлеге ваҡытта илдәге иҡтисади көрсөк арҡаһында был проблема күптәргә ҡағылды. Ойошма-предприятиеларҙа оптимизациялар, ҡыҫҡартыуҙар бара. Эшһеҙ ҡалған кеше тәү сиратта мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү, хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошто көйләү буйынса ҡала-райондың мәшғүллек үҙәге һөҙөмтәле эш алып бара. Мәшғүллек үҙәге нигеҙҙә ике йүнәлештә эшләй: беренсеһе - кешеләргә эш табыуҙа, икенсеһе - эш биреүселәргә кәрәкле хеҙмәткәрҙәр эҙләүҙә ярҙам итеү. Бөгөнгө хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙе белешеү өсөн үҙәктең етәксеһе Әлфиә Рәшит ҡыҙы Әйүповаға мөрәжәғәт иттек.

- Беҙҙең бурыс эшһеҙлектән яҡлау - пособие биреү генә түгел, ә халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә ярҙам итеү. Әлбиттә, мәғлүмәт банкы булмай тороп эшкә урынлаштырыу мөмкин түгел. Үҙәктә граждандар өсөн ҡала-райондағы вакантлы эш урындары тураһында мәғлүмәт базаһы туплана, шулай уҡ республикалағы, сит өлкәләрҙәге эш урындары тураһындағы мәғлүмәт менән дә бүлешәбеҙ. Эш биреүселәр менән берлектә консультациялар үткәреү, вакансиялар йәрминкәһе һ.б ойошторола. Әйтергә кәрәк, эш биреүселәргә ай һайын мәшғүллек үҙәгенә вакансиялар булыуы (булмауы) тураһында мәғлүмәт бирергә кәрәклеген иҫтәренә төшөрөп китәһе килә.
(№ 13-14)

Һаҡ булығыҙ - киҙеү!09.02.2015

Һаҡ булығыҙ - киҙеү!Һуңғы аҙнала Рәсәйҙең 17 төбәгендә ОРВИ һәм киҙеү менән сирләү осраҡтары күбәйгән. Ошо арала Санкт-Петербург, Алтай, Тыва, Пермь, Силәбе өлкәләрендә ҡапыл ауырып китеүселәр байтаҡ теркәлгән. Эпидемияның ҡотороуы, тәү сиратта, һауа шарттарына бәйле. Көндәр йылы тора, ҡыш миҙгеленә оҡшамаған. Үҙҙәренә уңайлы мөхит тыуғанын күргән зарарлы вирустар ҙа терелеп, кешеләргә «ташланды». Уҡыусылар араһында киҫкен респиратор вируслы инфекция ныҡлап таралыу сәбәпле, ҡаланың белем усаҡтарында карантин иғлан ителде.

- Карантинға ябылған мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың 30 проценттан күберәге сирләй, шуға ла дүшәмбегә тиклем уҡыуҙар кисектерелеп торҙо. Әгәр ҙә дүшәмбе көнө лә хәл үҙгәрмәһә, карантин оҙайтыласаҡ. Район мәктәптәрендә ауырыусылар һирәк, шуға ла улар уҡыуҙарын дауам итә. Комсомольск белем усағында бер-нисә класты ваҡытлыса карантинға ябырға тура килде, әле балалар һауығып дәрескә йөрөй башланы, - тине мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Нурзидә Абдрахманова.
- Сирлеләрҙең һаны кинәт артты. 22 һәм 28 ғинуар арауығында 358 кеше (286-һы балалар) респиратор инфекцияһы менән мөрәжәғәт итһә, икенсе аҙнала уларҙың һаны 1015-кә етте. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең күбеһе - балалар. Былтыр эпидемия март айында башланғайны, әммә ауырыуҙар ул тиклем күп түгел ине. Сирҙән иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы - вакцинация.
(№ 13-14)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.