» Гәзиттең номеры: 130

Был донъяла ниҙәр бар?09.11.2015

Был донъяла  ниҙәр бар?Баһымсаҡ тип уйлаһалар, елкәгә менеп ултырырға теләүселәр күп табыла. Үткән аҙнала заманында Советтар Союзына ингән Балтика буйы республикалары меморандум төҙөнөләр. 1940-1991 йылдарҙағы «совет оккупацияһы» өсөн Рәсәй Федерацияһын ғәфү үтендерергә һәм ҙур суммала матди компенсация түләтергә хыялланалар. Тауыҡ көлдөрөүҙәренең сәбәбе аңлашыла инде - социализм дәүерендә иҡтисади, социаль, мәҙәни яҡтан иң үҫешкән, ҡаҙна аҡсаһын иң күп һоғонған республикалар ине. Хәҙер ни, хәлдәре хөрт, урындағы халыҡ 2-3 тиҫтә йыл элек патриотизм тураһында тамаҡ ярһа, хәҙер Европаға ҡасып бөтөп киләләр. Көнбайыш һатлыҡйәнлек өсөн түләгән аҡса тамам бөтәлер инде. Аҡылға бер көйҙөң һәр хәбәренә яуап ҡайтармайҙар бит инде, был осраҡта ла РФ властарының рәсми реакциялары тураһында ишетелмәне. РФ Вице-премьеры Дмитрий Рогозин ғына интернеттағы шәхси битендә: «Компенсация түгел, үле ишәктең ҡолағы һеҙгә!» - тип мәрәкәләне.Был донъяла  ниҙәр бар?
(№ 130)

Тәртип һағында09.11.2015

Тәртип һағында Һөнәри байрамдары алдынан РФ Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлек начальнигы вазифаҺын башҡарыусы подполковник Илдар Абдраҡипов менән осраштыҡ.
-2015 йылдың 10 айында район биләмә-ләрендә 1 меңдән ашыу енәйәт теркәлде, былтырғы осорҙан 220 фактҡа күберәк. Яҡшы түгел, әлбиттә, әммә саманан тыш борсолоп китмәгеҙ - был кире үҫеш башлыса телефон аша Һәм банк карталары менән мутлашыуҙарға тура килә. Асыҡлауы үтә ҡатмарлы - енәйәтселәр, ғәҙәттә, илдең икенсе осонан эш итә торған бит. Һаҡланыуы ла хәйләле түгел - Һәр кемебеҙгә саҡ ҡына уяуыраҡ булырға кәрәк. «Яҡын кешегеҙ бәләгә тарыны, ашығыс аҡса кәрәк!» - тип билдәҺеҙ кеше шылтырата икән, аҡса күсерер алдынан эштең айышына төшөнөү ҙә етә.
(№ 130)

Хеҙмәтсәндәр хаҡына12.11.2014

70 йыл элек, 1948 йылдың 12 ноябрендә беренсе Башҡортостан өлкә союз-ара профсоюздар конференцияһы саҡырыла. Уның ҡарары менән Башҡортостан өлкә профсоюздар советы барлыҡҡа килде. Шул дәүерҙән был орган (бөгөнгө көндәге атамаһы - БР профсоюздар федерацияһы советы) республика биләмәләрендә профсоюз эшен координациялау менән шөғөлләнә. Хеҙмәт ойоштороу мәсьәләләре, социалистик ярыштар үткәреү кеүек эштәрҙән тыш, хеҙмәтсәндәрҙең сәләмәтлеген хәстәрләп, ял йорттары, санаторий-профилакторийҙар системаһы үҫешенә төплө иғтибар бирелгән була.

Әлеге яңы шарттарҙа профсоюздар тәү сиратта хеҙмәтсәндәрҙең, уҡы-ған йәштәрҙең һәм хеҙмәт ветерандарының социаль-иҡтисади, хеҙмәт хоҡуҡтарын, законлы мәнфәғәттәрен яҡлау менән мәшғүл. Профсоюз сафтарында - үҙ эшенә эскерһеҙ бирелгән мең-мең йәмәғәтсе. Активистарҙың эшмә-кәрлеген юғары баһалап, БР профсоюздар советы президиумы 2008 йыл БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай алдында Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләүҙе юлланы. 2009 йылдың 21 октябрендә Ҡоролтай «12 ноябрҙе йыл һайын Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө итеп билдәләү тураһында » закон ҡабул итте. Быйыл һөнәри байрамды 5-се тапҡыр билдәләйбеҙ, ә агросәнәғәт комплексы профсоюздары өсөн икеләтә тантана тиерлек - быйыл Рәсәйҙә ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре ойошмаһының барлыҡҡа килеүенең 95 йыллығы. Агросәнәғәт комплексы профсоюздары - Рәсәйҙә иң оло ойошмаларҙың береһе. Тарихы 1919 йылда башлана. Ул саҡ Петроградта 1-се Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюздарының съезы үткәрелә. Граждандар һуғышы ҡыҙған ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, шул уҡ йылдың ноябрь айында Башҡортостандың да Ер һәм урман хеҙмәткәрҙәре профсоюздары ойошторола.
(№ 130)

Сүплеккә ырғытмағыҙ!11.11.2014

Сүплеккә ырғытмағыҙ!Беҙҙә шулай бит инде, башта вата-емерә ниҙер ҡылына ла, аҙағынан, дөрөҫ булдымы икән, тип уйлана башлайҙар… Билдәле булыуынса, «Энергия һаҡлау һәм энергетик эффектлылыҡты күтәреү һәм Рәсәй Федерацияһының айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында» тигән федераль закон элеге ваҡыттан теүәл биш йыл элек ҡабул ителде.

Уның нигеҙендә ҡәҙимге баҙлап яҡтыртҡан электр лампаларын ҡулланыу тыйылды. Урынына тәҡдим ителгән «энергия һаҡлаусы» лампалар йыш ҡына сафтан сығып баралар. Сүплеккә сығарып бырғытыу үтә хәүефле, был приборҙарҙа кеше өсөн ныҡ зарарлы терегөмөш парҙары ҡулланыла, ти. Ә бына ошо «химик бомбаларҙы» үтилләштереү өсөн ҡабул итеү пункттары асыу эше үтә һүлпән бара ине.
Төбәгебеҙҙә беренселәрҙән булып предприятие-ойошмаларҙан сафтан сыҡҡан терегөмөшлө приборҙарҙы ҡабул итеү буйынса пунктты «Фортуна» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы асты. «Айына уртаса алғанда 100-150 лампа килә. Башта Өфөгә ебәрәбеҙ, унан үтилләштереү өсөн Түбәнге Новгородҡа алып китәләр. Ниндәйҙер һорауҙар бар икән, 5-12-99 номеры буйынса шылтыратып, белешмәләр алырға мөмкин. Адресыбыҙ - Учалы ауылы, Совет урамы, 4-се йорт», - ти кооператив етәксеһе Фаил Фәйзуллин. «Фортуна» юридик берәмектәр менән генә эш итһә, «Заказсы хеҙмәте» йәмғиәте үткән йәй үҙ ихатаһында махсус контейнер урынлаштырҙы - ҡала халҡына сафтан сыҡҡан «энергия һаҡлаусы» лампаларҙы тапшырырға мөмкинлек барлыҡҡа килде. Адресы - Учалы ҡалаһы, Карл Маркс урамы, 8-се йорт. Әлеге мәл бындай төр яҡтылыҡ приборҙары һатҡан урындарҙа сафтан сыҡҡандарын ҡабул итеү пункттары ойоштороу һорауы ла ҡарала.
(№ 130)

Чемпион менән зарядка11.11.2014

Чемпион менән зарядкаБөтә Рәсәй буйынса уҙған «Чемпион менән зарядка» акцияһына учалылар ҙа әүҙем ҡушылды.

Иң тәүҙә, «Таусы» стадионының гимнастика залында 41 кеше Рәсәйҙең спорт мастеры, 5 тапҡыр спорт гимнастикаһы буйынса Волга буйы федераль округының призеры һәм чемпионы, «Аэробика планетаһы» Бөтә Рәсәй ярыштарының призеры һәм еңеүсеһе, 2 тапҡыр Рәсәй юниорҙарының Орел ҡалаһы юниорҙары араһында чемпионы Роберт Гәлимзәнов етәкселегендә физик күнекмәләр яһаны.
Эстафетаны 5-се мәктәп уҡыусылары күтәреп алды. Рәсәй Кубогы призеры, кикбоксинг буйынса БР Чемпионаты еңеүсеһе һәм Италияла уҙған Донъя Беренселегенең бронза призеры Валерий Саимов артынан 157 кеше зарядка рәтенә баҫты. Күңелле һәм дәртле акция йәштәрҙе сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға, спорт менән дуҫ булыуға өндәне.
(№ 130)

Был донъяла ниҙәр бар?11.11.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* 7 ноябрь, Октябрь революцияһы көнө, сит ил валюталары рекорд ҡуйҙы. Дөрөҫөрәге, Рәсәй һумы һуңғы дәүерҙә булмағанса түбән ҡоланы. 1 евро - 60 һум сиген үтте, 1 доллар - 48 һум. Сағыштырыу өсөн - СССР дәүерендә 1 доллар 60 тингә баһалана ине. Горбачев ҡына 1990 йыл коммерция курсы индерә башланы. Ил тик үҙе етештергәнде ҡулланған осорҙа, курстарҙың үҙгәрешенә төкөрөп тә бирмәнек. Хәҙер ни, көнкүреш тауарҙарының төп өлөшө ситтән ташыла, һум осһоҙая икән, ҡиммәтерәк түләргә тура киләсәк. Магазиндарҙағы үҙгәрештәрҙе үҙегеҙ ҙә күрәһегеҙ инде. Былай, РФ Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев, Рәсәй валютаһы йәнә нығынасаҡ, тип тынысландырған була.

* «Газпром» башлығы Алексей Миллер, Ҡытайға Рәсәйҙең газ һатыу күләме Европаға экспорттан ашыуы көтөлә, тип белдереү яһаны. Бик хуп, Европа яйлап һөрһөй бара, ә Көнсығыш илдәре йылдам үҫешә. Улар ыңғайына, бәлки, беҙгә лә алға хәрәкәт итергә форсат сығыр.
(№ 130)

«Бишле» ҡуйылды11.11.2014

«Бишле» ҡуйылды6 ноябрь көнө БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев район хакимиәте бинаһының ҙур залында урындағы территориаль һәм участка комиссиялары ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе. Ауыл ултыраҡтары башлыҡтары ла саҡырылды. Сентябрь айында үткән Берҙәм тауыш биреү көнөнөң һөҙөмтәләре барланды.

Кәңәшмәне асып, район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев, үткән кампанияла 65 һайлау комиссияларының барыһының да юғары профессиональ кимәлдә, ойошҡан рәүештә һәм закондарҙы теүәл күҙәтеп эш итеүҙәрен ҡәнәғәтлек менән билдәләне. Шулай уҡ Фәрит Фәтих улы оператив рәүештә методик һәм ғәмәли ярҙам күрһәткән өсөн Үҙәк һайлау комиссияһына, яуаплы дәүерҙә тәртип тәьмин иткән өсөн эске эштәр бүлегенә рәхмәт әйтте. Урындағы гәзиттәр ҙә онотолманы, хакимиәт башлығының фекеренсә, киң мәғлүмәт сараларының әүҙемлеге, аңлатыу эшен киң йәйелдереүҙәре халыҡтың һайлауға күп килеүенә булышлыҡ итә.
(№ 130)

Тәүбәгә килерме икән?11.11.2014

Тәүбәгә килерме икән?Нигеҙҙә бәғзе ир-аттың атайлыҡ бурысын үтәмәй, алимент түләүҙән ҡасып йөрөүҙәрен тәнҡитләргә күнеккәнбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларына битараф ҡараған, уларға алимент түләмәй үҙен генә уйлаған әсәйҙәр ҙә бар икән төбәгебеҙҙә. Учалы район-ара прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ошо арала Учалы ҡалаһы мировой судьяһы тарафынан үҙ балаларын аҫрауға алимент түләүҙән баш тартҡан 45 йәшлек ҡатынға ҡарата хөкөм сығарылды.

Ул Енәйәттәр кодексының 157-се статьяһы 1-се бүлегендә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә. Хөкөм ителеүсе үҙенең балиғ булмаған улына аҡсалата түләүҙәр ебәрергә тейеш була. Ләкин, үҙ бурысын белә тороп, 2004 йылдан алып ул бер тин дә аҡса түләмәгән, матди ярҙам күрһәтмәгән, шуның менән бәйле алимент буйынса 840 мең һум бурысы йыйылған.
Хөкөм ителеүсе енәйәт ҡылыуҙа үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Енәйәт эше тикшереү өсөн мировой судҡа ебәрелгән. Киләсәктә ҡатындың балаһына өлөшләтә булһа ла алимент түләй башлауына ышаныс бар. «Кәкүк әсәй»ҙәр берәй ҡасан тәүбәгә килерме икән?
(№ 130)

Байрамғол Мараттары11.11.2014

Бала саҡтан ошо ергә бәйле төрлө ҡыҙыҡлы лаҡаптар хаҡында ишетеп үҫкәнгәлер инде, Мараттарҙың һәр ҡайһыһына, уларҙың холоҡ-фиғеленә, ғаилә һәм эшкә мөнәсәбәтенә, эске һәм тышҡы тормошона ҡарата ипле генә йәбештерелгән ҡушаматтары үҙҙәре бер донъяуи, фәлсәфәүи тормошло кеүек.

1970-1975 йылдарҙа, «Байрамғол» совхозы хужалыҡ итеүҙә заманса эш алымдары ҡулланыуы, яңы ҡарашлы көслө кадрҙар туплауы, мәҙәниәт, матбуғат үҫеше, хужалыҡ һәм социаль объекттарҙы йылдам төҙөүе, халыҡтың йәшәүгә ынтылышы, яҡшы өмөт-хыялдары менән районда ғына түгел, республикала, уның сиктәрендә лә киң билдәле ине. Был турала уҡыусы күренекле яҙыусы, публицист, Тайфур Сәғитовтың «Һабантуй» романы буйынса таныштыр, тип уйлайым.
«Байрамғол» хужа-лығына ҡараған ауылдарҙа Марат исемле ир-уҙамандар ике тиҫтәгә яҡын икәнен моғайын һәр кем беләлер. Шуларҙың тиҫтәгә яҡыны үҙенә генә хас мәрәкәле ҡушамат йөрөтә. Әйткәндәй, бер милләт кешеһе лә бынһыҙ йөрөмәйҙер ул. Хатта хаким-етәкселәрҙең дә борон-борондан фиғеленә ҡарап ҡушаматтары эйәреп йөрөй. Мин Мараттарҙың шәхси тормошона хилафлыҡ килтереүҙе маҡсат итеп ҡуйыуҙан алыҫмын. Был шәхестәрҙең заманында үҙ көстәрен йәлләмәй ил, район, тыуған ауылы, ғаиләһе, хужалығы өсөн янып йәшәүҙәрен, уларҙың матур әхлаҡи йөҙөн изге күңелдән алғы планға сығарыу ине. Йәш быуын бындай хеҙмәт кешеләрен белергә, ихтирам итергә, улар өлгөһөндә эшләргә, йәшәргә бурыслы.
(№ 130)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.