» Гәзиттең номеры: 131-132

Ғилемгә ынтылығыҙ!16.11.2015

Ғилемгә ынтылығыҙ!Башҡорт дәүләт университетының Учалы вәкиллегендә дистанцион алым менән тарих фәндәре докторы, сәйәсәт фәндәре кандидаты Әхтәр Боҫҡонов уҡыта. Ул БДУ-ның Сибай филиалы доценты. Хажи, өфө ислам университетында уҡый ћәм уҡыта.
- Учалы вәкиллегендә теология дәресе алып бараћығыҙ. Үҙ фәнегеҙ аша студенттарға ниндәй белем серҙәрен еткерәћегеҙ?
-Мин БДУ уҡытыусыћы булараҡ, классик университет талаптарын ћәм ундағы булған уҡыу методикаћын тулыћынса файҙаланырға тырышам. Студенттар алған дәрестәр араћында дини фәндәр менән бер рәттән дөйөм гуманитар фәндәр ҙә өйрәнелә. Мин ићә ошо ике йүнәлеште берләштерергә тырышам. Төп маҡсатыбыҙ - ислам дине өлкәћендә белгестәр әҙерләү. Беҙ Ҡөрьән Кәримдең ћәм пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйћис-сәләмдең сөннәтен аңлатырға, исламдың иман шарттарын еткерергә, шулай уҡ исламдың ғибәҙәттәрен өйрәтергә тейешбеҙ. Шәкерттәребеҙ белемле, башҡаларға өлгө булырға тейеш.
(№ 131-132)

Яңы таланттар асылды17.11.2014

Яңы таланттар асылдыТимерғәли Килмөхәмәтовтың: «Эш - ул һөнәр генә түгел, эш - кешенең ғүмерлек үҙен асыу сығанағы», - тигән һүҙҙәре бар. Әҙиптең фекеренә ҡушылып, һөнәр - хеҙмәт кешеһенең күңелендә ятҡан ижади сағылыштарҙы, йәшерен һәләттәрҙе лә асырға ярҙам итә, тип өҫтәр инек. Ҡалабыҙҙың бюджет учреждениелары, ойошмалары һәм сәнәғәт предприятиелары араһында уҙған үҙешмәкәр сәнғәт конкурсы ошоға дәлил.

Ике аҙнаға яҡын ваҡыт арауығында 14 коллектив үҙ сығыштарын жюри ағзаларына тәҡдим итте. Шуларҙың иң-иңдәре генә финалға үтте. Конкурс Мәҙәниәт йылы сиктәрендә уҙҙы.
Үткән йыл менән сағыштырғанда ҡатнашыусы коллективтар һаны кәмей төшһә лә (2013 йылда 18 булған) был йырлы-бейеүле сараның дәртен һис кенә лә һүрелтмәне. Үткән йылдағы кеүек үк сығыштарҙың йөҙөк ҡашын предприятие-ойошма хеҙмәткәрҙәренең хор коллективтары тәшкил иткәндер. Концерт программаһын тыуған республикабыҙға һөйөү хистәрен белдереп «Йылылыҡ селтәрҙәре» хоры асты. Аҡ күлдәктә, ҡыҙыл галстуктар таҡҡан был коллектив йырҙы техник йәһәттән таҙа, шул уҡ ваҡытта хисле итеп башҡара алды.
(№ 131-132)

Ип - яй булһа, сыр - май була17.11.2014

Ип - яй булһа, сыр - май булаБөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа ебәреү өсөн Учалы районында һарыҡ һөтөнән күпләп сыр етештерелә. Әллә үҙҙәре ас булғанға шулай тойолған, әллә сифаты юғары булған, әммә татып ҡараусылар, һәләк тә тәмле була торғайны, тип хәтерләйҙәр.

Һуңғараҡ был кәсеп сәнәғәт нигеҙҙәренә күсерелде - һәр хужалыҡ үҙе шөғөлләнмәне, Учалы май-сыр заводы ҙур күләмдә сыр етештерҙе. Ул йылдарҙа ла күрше Белоретты өҫтөнөрәк ҡуйыу булдымы икән, беҙҙең сырҙар «өлгөрөү» өсөн күрше ҡаланың һөт комбинатына оҙатыла барҙы. Йәнәһе лә, үҙебеҙҙә талап ителгән температура режимлы баҙ (һаҡлағыс) юҡ. Бындай сәйәсәт 90-сы йылдарҙа колхоз-совхоздарыбыҙ етештергән һәм тапшырған продукциялары өсөн аҡса ала алмай ҡаңғырған осорҙа бәкәлгә ныҡ һуҡты инде.
Ә бөгөнгө көндә сит тарафтарҙа етештерелгәнгә генә ауыҙ асып ултырабыҙ инде. Айырым уңған хужабикәләр генә сыр ҡайнатыуҙы дауам итә.
(№ 131-132)

Ҡурай тартты егеттәр17.11.2014

Ҡурай тартты егеттәрУчалыла Мәҙәниәт йылына арналған ҡала-район ҡурайсылары конкурсы уҙҙы. Ул XIX быуатта йәшәгән мәшһүр халыҡ музыканттары Ислам Моратов менән Лоҡман Кәлимуллин призына үткәрелде.

Конкурстың маҡсаты - башҡорт халҡының музыка ҡоралы - ҡурайҙы пропагандалау, башҡарыу оҫталығын камиллаштырыу һәм йәш быуынды ата-бабаларҙың мәҙәни традицияларында тәрбиәләү ине. Конкурста барлығы 32 ҡурайсы ҡатнашты. Шуларҙың 20-һе балалар музыка мәктәптәрендә белем алыусы 16 йәшкә тиклемге егеттәр булды. Тимәк, боронғо уйын ҡоралына иғтибар артҡандан-арта, тип әйтергә була.
(№ 131-132)

Борсолорға урын юҡ17.11.2014

Борсолорға урын юҡБР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры Зәкәриә Рәфғәт улы Ғибәҙуллин урындағы журналистар өсөн пресс-конференция ойошторҙо.

Осрашыу башында депутат вазифаһында башҡарған эштәренә отчет яһаны. Ҡоролтайҙың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктур үҫеш комитетына ағза булып ингән. 9 пленар ултырыш үткәрелеп, былтыр - 49, быйыл 88 һорау ҡарағандар. Байтаҡ закон проекттары тикшерелгән. Комитет быйыл Ишембай районында, Бөрө һәм Сибай ҡалаларында күсмә ултырыштар үткәрә. Депутат үҙе 134 һайлаусыны ҡабул итә, яҙма рәүештә - 77, телдән 57 кеше мөрәжәғәт иткән була. 42 мөрәжәғәт ыңғай хәл ителә. «Хәлдән килгәнсә барыһына ла ярҙам итергә тырышам, әммә аҡса йә торлаҡ һорап килеүселәр ҙә байтаҡ, быныһы депутат компетенцияһына инмәй», - тип билдәләне Зәкәриә Рәфғәт улы.
Журналистарҙы иһә, төбәгебеҙҙең төп предприятиеһының хәле, районға ярҙам итеүе нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы, ошо тәңгәлдә һорау яуҙырҙылар. Яуаптарҙы бер аҙ ҡыҫҡартылған рәүештә бирәбеҙ.
(№ 131-132)

Миҙгел асылды17.11.2014

Миҙгел асылдыЙәш көрәшселәр яңы уҡыу йылының ярыш миҙгелен асып, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының профсоюз комитеты призына дзю-до буйынса турнир үткәрҙе.

Ярыш, шулай уҡ, төбәгебеҙҙең төп предприятиеһының 65 йыллығына бағышлана. 100-ҙән ашыу спортсы көс һынаша.
Шәхси беренселектә түбәндәге үҫмер-егеттәр үҙҙәренең иң таһыл көрәшсе икәнлектәрен раҫланы: Артур Сәлихов, Динар Мөхәмәтов, Илдар Ильясов (тренерҙары - Александр Воронцов), Марсель Шәрипов, Марат Зыяетдинов (ªнүр ªхмәҙиев), Рөстәм Шаймарданов (Александр Шумков), Артем Васильев (Ирина Харисова), Амур Дәүләтшин, Айбулат һәм Илдар Сафиндар, Нургиз һәм Нур Камалетдиновтар (Фәһим Шакиров).
(№ 131-132)

Зыян барлана17.11.2014

Зыян барлана18-19 октябрь боҙло ямғыр яуғайны. Бер тәүлек эсендә 28 миллиметр яуым-төшөм теркәлә, был иһә айлыҡ нормаға бәрәбәр. Бар бәлә электр сымдары өҙөлөү менән генә сикләнмәне, иң ҙур зыянды ағастар күрҙе - олон-ботаҡтарҙы һырып алған боҙ ҡатламы ауырлығына сыҙай алмай күбеһе һынды йә бөтөнләй аунаны.

Зарарланған ағасты урманда ҡалдырыу килешмәй - ҡоротҡос бөжәктәр, ауырыуҙар таралыу ихтималлығы ҡырҡа арта, янғын сығыу яғынан да хәүефле.
БР Урман хужалығының пресс-хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Рослесозащита» - «Башҡортостан Республикаһы урман һаҡлау үҙәге» ҡаҙна учреждениеһы белгестәре беҙҙең районға килеп, Учалы лесничествоһы биләмәләрендә 200 участкала 2636,8 гектар майҙанды тикшерҙе. Зыянланған һәм һәләк булған участкаларҙа санитар-сәләмәтләндереү ҡырҡыуҙары башҡарыу рекомендациялана. Тикшереү эштәре һаман дауам итәсәк әле.
…ирекһеҙҙән, үгеҙ үлһә - ит, арба ватылһа - утын, тигән әйтем башҡа килә. Бәлки, санитар киҫеүҙәр ҙур күләмдә үткәрелеп, халыҡҡа ағас алыу проблемаһы ла еңелләшер?
(№ 131-132)

Өс таған тарҡалмаҫ17.11.2014

Өс таған тарҡалмаҫ Район хакимиәтендә Учалы районында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы (власть органдары, эш биреүселәр һәм профсоюздар) территориаль комиссияның ултырышы үтте.

Мәшғүллекте тәьмин итеү һәм хеҙмәт баҙары үҫеше, хеҙмәт ресурстары менән идара итеү системаһы булдырыу, хеҙмәтсәндәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлау кеүек һорауҙар ҡаралды.
Ултырышта бәйән ителгән ҡайһы бер һан-мәғлүмәттәр гәзит уҡыусыларға ҡыҙыҡ булырҙыр:
- район буйынса уртаса эш хаҡы 23 808 һум тәшкил итә, былтыр ошо осорҙа 21 109 һум булған, үҫеш 107,7%;
- йыл башынан эшһеҙлек кимәле 1,44 проценттан 0,91 процентҡа төшкән;
- 600 вакансия (буш эш урыны) иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта 341 кеше рәсми рәүештә эшһеҙ итеп теркәлгән. Эш хаҡы түбән тәҡдим ителгәс, урынлашырға теләүселәр аҙ.
(№ 131-132)

Мышы атҡан17.11.2014

Район-ара прокуратура хәбәр итеүенсә, Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районында йәшәгән 55 йәшлек ир РФ Енәйәт кодексының 258-се статьяһы буйынса ғәйепләнеп (ҙур зыян килтереп законһыҙ һунар итеү), материалдар судҡа йүнәлтелә.

Тикшереү органдары асыҡлауынса, талап ителгән рөхсәт һәм лицензияһы булмаған килеш, сентябрь айында Кирәбе ауылынан төньяҡ йүнәлештә 12 километр алыҫлыҡтағы урман участкаһында мышы атып алған. Был ҡылмыш менән яһалған зыян 120 мең һумға баһаланды. Браконьер үҙ ғәйебенән баш тартмай. Алдараҡ уйларға ине, ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!
(№ 131-132)

Хаҡтар ниңә арта?17.11.2014

Хаҡтар ниңә арта? Европанан санкциялар индерелгәндән һуң халыҡ, иң мөһиме аҙыҡҡа хаҡ артмаһын, тип борсолғайны. Ил етәкселеге быға юл ҡуйылмаясаҡ, тип барыбыҙҙы ла тынысландырҙы.

Әммә ике аҙна элек магазин кәштәләрендә аҙыҡ-түлектең ҡайһы бер төрҙәре кинәт ҡиммәтләнеүен күреп, аптырап ҡалдыҡ.
Тәү сиратта ҡарабойҙайға хаҡ күтәрелде. Илебеҙҙең бер нисә төбәгендә уны күпләп һатып ала башлағайнылар, ҡалғандар ҙа тиҙерәк запасланып ҡалырға ашыҡты. Күп тә үтмәй, сауҙа нөктәләрендә уның хаҡы 2-3 тапҡырға артты. Быға тиклем ул 23-25 һум торһа, хәҙер 50-80 һумға барып баҫты. Ысынында ҡарабойҙайға нимә булған?
(№ 131-132)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.