Һүнмәҫ усаҡ булып яғылған20.11.2015
Ришат Иҙрисов - шағир, репрессия ҡорбаны Ғабдулла Иҙрисовтың туған тейеш кешеһе. 1941 йылдың ғинуар айында Ураҙ ауылында донъяға килгән. Атаһы Ғаяз шулай уҡ репрессияға эләккән. Һуңынан аҡланған. Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән. Тарих һәм хәрби әҙерлек дәрестәрен алып барған.Әсәһе Закира апай район гәзите типографияһы хеҙмәткәре булған, мәҡәләләр ҙә яҙған. Һуңынан колхозда тµрлµ эштәрҙә йµрµгән.
Ришат Иҙрисов Ураҙ ете йыллыҡ, Учалы ауылындағы урта мәктәптәрҙе тамамлап, Силәбе ҡалаһында юғары белем алыуға ирешкән, инженер һµнәрен үҙләштергән. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып, алтын йыуған ерҙә хеҙмәт иткән. Бала саҡтан шиғыр яҙырға, тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһарға әүәҫ булған. Республика матбуғатында ла даими баҫылып торған. Үҙенең ҡулъяҙмаларында ауылыбыҙҙың топонимикаһы хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған.
Ришат Иҙрисов Ураҙ ете йыллыҡ, Учалы ауылындағы урта мәктәптәрҙе тамамлап, Силәбе ҡалаһында юғары белем алыуға ирешкән, инженер һµнәрен үҙләштергән. Һуңынан тыуған ауылына ҡайтып, алтын йыуған ерҙә хеҙмәт иткән. Бала саҡтан шиғыр яҙырға, тәнҡит мәҡәләләре менән сығыш яһарға әүәҫ булған. Республика матбуғатында ла даими баҫылып торған. Үҙенең ҡулъяҙмаларында ауылыбыҙҙың топонимикаһы хаҡында ентекләп яҙып ҡалдырған.
(№ 133)
Бәхет йылмайҙы20.11.2015

Отошто 63 квитанция араһынан башланыҡ һәм, тәү сиратта, төп призға эйә булыусы билдәләнде. Ул - ҡаланан Фәнжиә Әхмәткирәева. Ҡулыбыҙға манты бешергес тотоп еңеүсене тәбрикләргә ашыҡтыҡ.
(№ 133)
Иң мөһим ике ҡарар16.11.2015

Бик тә етди мәсьәлә ҡаралды - йәштәргә һөнәр һайларға ярҙамлашҡанда власть органдарының, уҡыу йорттарының һәм эш биреүселәрҙең хеҙмәттәшлеге. Иҡтисадсы йә юрист дипломлы йәштәрҙең саманан тыш ишәйеүе сер түгел бит инде, аҙағынан эш таба алмай интегәләр. Ә бына табиптар һәм инженерҙар етешмәй. Йәнә бер проблема - күп йәштәр уҡырға ҙур ҡалаларға атлыға, ундайҙарҙың район түгел, республикабыҙға кире әйләнеп ҡайтыу-ҙары бик тә икеле. Дипломына ҡарамаҫтан, телефон һатыусы ғына булып эшләһә эшләй, ғүмер буйы фатир яллап йәшәһә йәшәй, телен дә, милләтен дә онотһа онота, әммә Мәскәүҙәмен бит (Петербургта, Екатеринбургта һәм башҡа), тип нимәгәлер ғорурланыусылар аҙ түгел хәҙер…
Фәрит Фәтих улы ошо күңелһеҙ һандарҙы бәйән итте: былтыр Учалы йәштәренең 21,3 проценты ¤фө университеттарына уҡырға инһә, 47,9 проценты - сит тараф студенттары; быйыл был нисбәт - 18,5 һәм 55,4 процент…
(№ 133)
Татыулыҡ булһын19.11.2014

Виктор Александрович үҙенең сығышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһенә иғтибар йүнәлтте. Бында тәү сиратта хеҙмәт, хеҙмәт кешеһе, яҡшы эш шарттары булдырыу, республика халҡының йәшәү сифатын күтәреү тураһында әйтелә. Виктор Пчелинцев Башҡортостандың бөгөнгөһө хаҡында бәйән итте, уның ыңғай үҫешен билдәләне. Артабан һүҙ «Башҡортостан рустары Соборы» төбәк йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлеге хаҡында барҙы. Әйтергә кәрәк, йәмәғәт ойошмаһы оҙаҡ йылдар инде рус мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә, халыҡ йолаларын, традицияларын, башҡорт ерендә тыуған, йәшәгән билдәле рус шәхестәрен, ғалимдарын өйрәнеүгә уларҙың исемдәрен пропагандалауға ҙур иғтибар бирә. Был эште әүҙемләштереү маҡсатында ҡала-райондарҙа башҡарма комитеттар булдырыла, элек барлыҡҡа килгәндәре яңыртыла.
(№ 133)
«Татлы яһаҡ» яҡшыға түгел19.11.2014

Хәҙер ни, ике тиҫтә баланың дүрт-бише генә иртәнге ашты яҡшы ашай, ҡалғандары йөҙ йыйыра. Юҡ, элек бутҡаны татлы бешергәндәр ҙә, хәҙергеләрен ашарлыҡ түгел, тип уйлай ҡуймағыҙ! Ашнаҡсыларыбыҙ бик тә тәмле һәм файҙалы итеп әҙерләйҙәр. Сәбәп икенсе, ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр үҙҙәре үҙгәреүҙә. Байтаҡ балаларҙың иртүк килгәндәрендә үк кеҫәләре кәнфит-шоколад, төрлө печенье-чипсылар менән тулы булыуы ихтимал. Бәғзе ололар тәм-томдо әүрәткес сифатында файҙаланыуға күсте, мәҫәлән, мине тыңлаһаң, тәмлекәс алып бирәм.
(№ 133)
Йәш көрәшселәр һынатмай18.11.2014

Ҡотой ауылының дзюдо һәм самбо клубы 1999 йылдан алып эш башлай. Ойоштороусыһы - Фәһим Шакиров. Клубҡа Ҡолош һәм Ҡотой ауылдарынан бөтәһе 25 бала йөрөй. Аҙнаның алты көнөндә тренировкалар үтә. Спортсыларҙың физик мөмкинлектәрен үҫтереү өсөн тренажер бүлмәһе бар. Теннис уйнау өсөн дә шарттар тыуҙырылған.
15 йыл арауығында клуб йөҙгә яҡын спортсы тәрбиләп сығарған. Улар араһында тормошон профессиональ спорт менән бәйләгәндәре, юғары уңыштарға өлгәшкәндәре күп. Мәҫәлән, Рәсәйҙең милли көрәш буйынса спорт мастеры Ғайсар Ғәлин (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә мәрхүм), спорт мастерына кандидат Рифат Сөләймәнов, физкультура уҡытыусыһы Илдар Исхаҡов, ҡыҙҙарға ғына түгел, егеттәргә ал бирмәгән Азалина Сафина һәм башҡалар. Ғөмүмән, көрәш менән шөғөлләнеү балаларға тик ыңғай яҡтан ғына ярҙам итә. Мәҫәлән, Фәһим Шакиров тәрбиәләнеүселәре әрме хеҙмәтендә элиталы ғәскәрҙәргә эләгә, хәрби һөнәрен һайлай. Ҡотой ауылының дзюдо һәм самбо клубы - район кимәлендә - 7, зональ кимәлдә 4 тапҡыр чемпион исемен алыусы берҙән-бер мәктәп.
(№ 133)
Был донъяла ниҙәр бар?18.11.2014

(№ 133)
Ҡәләме осло18.11.2014

(№ 133)
Уйын ҡыҙыу барҙы18.11.2014

Унда бөтәһе 15 команда ҡатнашты. Ауыл командалары Уральск ҡасабаһында, ә ҡаланың предприятие-ойошмалары «Таусы» стадионының кесе футбол яланында көс һынашты. Көндөң һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, ҡатнашыусыларҙың кәйефе күтәренке булды, уйын ҡыҙыу барҙы. Ярыш түбәндәге һөҙөмтәләр менән тамамланды. I төркөмдә - «Техноплекс заводы» йәмғиәте, II төркөмдә - 24-се янғын һүндереү часы, V төркөмдә - Уральск ауыл Советы беренсе урындарҙы яуланы. Киләсәктә лә район-ҡала халҡы әүҙем, спорт менән дуҫ булып ҡалһа ине!
(№ 133)
Республикабыҙ өсөнсө18.11.2014

Алынған мәғлүмәттәрҙән төҙөлгән рейтингта Башҡортостан республикаһы өсөнсө урынды биләй. Тәүгеләрендә - Дағстан һәм Һарытау өлкәһе. Беҙҙән һуң иһә, Краснодар крайы, Ырымбур, Нижегородск, Мурманск, Пенза, Әстрәхан өлкәләре, Татарстан республикаһы килә.
Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, һуңғы йыл эсендә илдә йәшәүселәрҙең 62-85 проценты таныш булмаған кешеләргә ярҙам күрһәткән. Урамда хәйер биреү, ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә әйбер, аҙыҡ-түлек һатып алыу кеүек ярҙам итеүҙәр тәүге урында тора.
(№ 133)
Рубрикалар
Яңылыҡтар архивы
№ газеты
Табырға
Яңылыҡтар календары
Популяр яңылыҡтар

Быға тиклем рустарҙың матрешкаларын ғына күргәнем...

Районыбыҙҙа 43 халыҡ һәм өлгөлө үҙешмәкәр...

РФ Президенты Владимир Путин Мөрә-жәғәтнамә менән...

Ҡала-район мәктәптәрендә йыл да ойошторола килгән...

Районыбыҙҙың төньяҡ зонаһына юл төшкәс, бер...
Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.