» Гәзиттең номеры: 134-135

Заман елдәренең ҡағылышы24.11.2014

(Аҙағы. Башы 131-132-се һандарҙа).
Күп тә үтмәне, келәт ишеге шартлап асылды һәм ҡара кейемле кеше барыһына ла сығып теҙелергә ҡушты. Барыбыҙ ҙа һағайып ҡына тышҡа сыҡтыҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында бәләкәс балалар, аяҡҡа баҫҡандары әсәләренең итәгенә, өлкәнерәктәре апай-ағайҙарына һыйынған. Ҡара кейемле өҫтәл артында ултырған кеше ҡағыҙ алып һәр кемдең исем-фамилияһын, тыуған йылын ҡысҡыра башланы. Исемлекте барлап бөткәс, беҙҙе тағы ҡыуып алып киттеләр. Ниндәйҙер станцияға алып килделәр ҙә, сыр-сыу килтереп, тауар ташыған вагондарға тейәлергә ҡуштылар. Китте ығы-зығы, һәр кем балалары менән бер вагонға инергә тырыша. Нисек етте шулай инеп тулдыҡ.

Тынсыу, бысраҡ вагонда күпме барғанбыҙҙыр, бер станцияла туҡтаныҡ. Вагондың тәҙрә уйымынан ҡарайбыҙ. Кемдер, «беҙҙең ирҙәребеҙҙе килтергәндәр», тигән тауыш сығарҙы. Өмөтләнеп, һәр кем вагон ишегенә ташланды. Мин гел таҙа, бөхтә кейемдә күреп өйрәнгән атайым йонсоған, бер ай самаһы ваҡыт эсендә таушалған, бәләкәсәйеп киткән кеүек күренде. Ул ваҡытта инде атайым мине түгел, мин атайымды ошо ваҡиғаларҙан ҡотҡарырға тейешмен кеүек тойолдо.
Аслыҡтан, һыуыҡтан юлда үлгәндәрҙе станция һайын вагондан алып сығып китә торҙолар. Үлгәндәр менән артабан ни булған - билдәһеҙ. Шулар араһында 1929 йылғы һеңлем Гәүһәр ҙә ҡалды. Октябрҙең урталарында бер станцияла, килеп еттегеҙ, барығыҙ ҙа сығығыҙ, тип оран һалдылар. Кемдер юлда үлгән яҡындарын бергә алып сығырға уйлағайны: «Ҡалдырырға!» - тип екерҙеләр. Вагондан төшкәс, аптырап ҡалдыҡ. Өйҙәр юҡ, алыҫта - ҡарурман. Беҙ килеп төшкән ерҙә - октябрь ҡырпағы баҫҡан ҡола ялан. Теҙеп ҡуйҙылар, һәр кем үҙенә йәшәргә урын - «землянка» ҡаҙырға тейеш тинеләр. Шулай башланды ла инде минең һөргөндәге тормош, аслыҡ, яланғаслыҡ.
(№ 134-135)

Уйын асылында аҡыл ята24.11.2014

Уйын асылында аҡыл ятаҺәр халыҡтың үҙ холоҡ-фиғеле, ғөрөф-ғәҙәте. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, милләттәрҙе берләштереүсе һыҙаттар ҙа бар. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә уңышлы ҡулланылған халыҡ педагогикаһы ошолар иҫәбендә. Ата-бабалар борон-борондан балаларҙың ялын күңелле генә түгел, ә файҙалы ла ойоштороуҙы күҙ уңынан ысҡындырмаған. Уйындар үҫеп килгән быуынды физик яҡтан нығытыуҙа, иғтибарын, аҡыл ҡеүәһен үҫтереүҙә, ижади һәләттәрен асыуҙа, дуҫлыҡ, берҙәмлек хистәрен тәрбиәләүҙә булышлыҡ итергә тейеш булған. Башҡорт халҡына хас балалар уйындарына бағышланған «Шәмбе бите»н тәҡдим иткән инек инде. Бөгөн иһә, башҡа милләт вәкилдәренең йәш быуынды тәрбиәләүҙә уйындарҙың ниндәйҙәрен ҡулланғанын ҡарап үтәйек.

Сәләмәт тәндә -
сәләмәт рух

Күп уйындар балаларҙы физик яҡтан нығытыуға ҡоролған. Мәҫәлән, рус халыҡ уйыны - «Бал ҡорттары һәм ҡарлуғас». Ҡатнашыусыларҙың һаны күберәк булған һайын, уйын да ҡыҙығыраҡ буласаҡ. Бер кеше ҡарлуғас итеп һайлана, ҡалғандары - бал ҡорттары. Ҡалҡыуыраҡ урында ҡош урынлаша, ә башҡалар ялан буйлап йөрөйҙәр. Үҙҙәре: «Бал ҡорттары оса, бал йыя. Зум, зум, зум! Зум, зум, зум!» - тип көйләйҙәр. Ҡарлуғас иһә: «Оямдан сығам, ҡорттарҙы тотам,» - ти ҙә башҡаларҙы баҫтыра башлай. Тотолған кеше ҡош роленә күсә.
(№ 134-135)

Бер юлы өс бүләк24.11.2014

Бер юлы өс бүләк«Яйыҡ» гәзитенә 2015 йылға яҙылыу дауам итә. «Еңеүсегә - елле бүләк» акцияһын уҙғарыу мөхәрририәтебеҙҙең изге йолаһына әүерелде. Тәжрибә күрһәтеүенсә, уҡыусыларыбыҙға акция ныҡ оҡшай, ихлас күңелдән отошта ҡатнашалар. Ошо ҡыҙыҡһыныуҙы иҫәпкә алып, был юлы акция шарттарын бер аҙ үҙгәртергә булдыҡ. Маҡсаты - бүләк отоусылар иҫәбен арттырыу, күберәк ҡатнашыусыларҙы призлы итеү.

Хәҙер бер уйында өс квитанция тартып алынасаҡ. Отошто ике аҙнаға бер ойошторорға ниәтләйбеҙ. Акцияла гәзиткә, кәм тигәндә, ярты йылға яҙылыусылар ҡатнаша ала. Тәүге лотереяла отмаған квитанция хужалары өмөттәрен өҙмәһен - киләһе уйында улар яңынан үҙ бәхетен һынап ҡараясаҡ.
Уйынды 50-гә яҡын квитанциялар араһынан башланыҡ. Тәүгеләрҙән булып уңыш Миндәк ҡасабаһында йәшәүсе Мәрүәт Дауытоваға йылмайҙы. Бүләк отоуын һөйөнсөләгәс тә, һикһән йәшкә аяҡ баҫыусы Мәрүәт Ҡунаҡбай ҡыҙы редакциябыҙға үҙе үк килеп етте. Тапшырылған блендерға гәзит уҡыусыбыҙ ныҡ шатланды.
(№ 134-135)

«Антитеррор антологияһы»24.11.2014

«Антитеррор антологияһы»17-28 ноябрь Мәскәү ваҡыты буйынса 23.30 сәғәттә «Россия 24» телеканалы «Антитеррор антологияһы» исемле документаль фильмдар циклы күрһәтә.

Террорсылар кемдәр улар һәм ниндәй маҡсаттар ҡуялар? Кеше ҡорбандары ни өсөн кәрәк? Кешеләр нисек йәбер-золом идеологияһы тоҙағына эләгә? Ислам нимәгә өйрәтә? Кем беҙҙе террорсыларҙан һаҡлар? Ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса билдәле сәйәсмәндәр, психологтар, дин белгестәре, эксперттар, антитеррор подразделениелары ветерандарының фекерҙәре бәйән ителә.
(№ 134-135)

Ике призер24.11.2014

Ике призерБР Хөкүмәте ҡарары менән «Башҡортостан Республикаһында халыҡ йәшәйеше именлеген тәьмин итеү өлкәһендә муниципаль берекмәләрҙең иң яҡшы урындағы үҙидара органы» тигән смотр-конкурс үткәрелде.

Муниципаль райондар араһында беренсе урынды Учалы районы алды (беҙҙән ҡала Белорет һәм Ҡариҙел райондары), ҡала ултыраҡтары араһында Учалы ҡалаһы икенсе урында (1-се урында Ишембай, 3-сөлә - Бөрө).
Конкурстың 2-се, Волга буйы федераль округы кимәлендәге этабында үҙ номинацияларында Өфө һәм Салауат ҡалалары еңеүгә өлгәштеләр, Ишембай ҡала ултырағы - өсөнсө.
(№ 134-135)

Ярҙам кәрәк булһа...24.11.2014

Ярҙам кәрәк булһа...«БР дәүләт юридик бюроһы» ҡаҙна учреждениеһы айырым категория граждандарға түләүһеҙ хоҡуҡи ярҙам күрһәтә.

Бушлай ярҙамға дәғүә итә алыусылар иҫәбендә - аҙ тәьмин ителгәндәр, 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Рәсәй Федерацияһы, Советтар Союзы, Хеҙмәт Геройҙары, инвалид һәм етем балалар, уларҙыœ законлы вәкилдәре, суд тарафынан эшкә һәләтһеҙ тип танылған граждандар һәм уларҙың законлы вәкилдәре. Уларға түбәндәге төр ярҙам күрһәтелә: консультациялар биреү, ғаризалар, ялыуҙар, башҡа төр документтар төҙөүҙә булышлыҡ итеү, судтарҙа, дәүләт һәм муниципаль органдарында мәнфәғәттәрҙе вәкәләтләү.
Бюроға мөрәжәғәт иткәндә шәхесте һәм үрҙә әйтелгән категорияға инеүҙе раҫлаған документтарҙы алырға кәрәк. Ҡабул итеү графигы: дүшәмбе - йома 09.30-17.00 сәғәттәрҙә, 13.00-14.00 сәғәттәрҙә тәнәфес. Адресы - Өфө ҡалаһы, Коммунистар урамы, 45В. Белешмәләр өсөн телефон - 7(347) 272-29-23.
(№ 134-135)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.