» Гәзиттең номеры: 136

Миһырбанлы булайыҡ26.11.2014

Миһырбанлы булайыҡУҙған аҙнала район хакимиәтендә төбәгебеҙҙә йәшәгән инвалидтарҙың проблемаларын хәл итеү буйынса кәңәшмә уҙҙы. Сараға физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр менән эшләүсе ойошма, бүлек, үҙәк һәм комитет вәкилдәре саҡырылғайны.

Инвалидтар
күбәйә

Инвалидлыҡ проблемаһы бөгөн беҙҙә генә түгел, бөтә Рәсәй буйынса борсолоу тыуҙыра. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта барыуы хәүефләндерә. Илдәге һәр унынсы кеше инвалидлыҡ буйынса пенсия ала. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 12 миллион инвалид иҫәпләнә, Башҡортостанда өлкәндәр араһында физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр - 9,4%, Учалыла 9,9% тәшкил итә. Күрһәткес бөтә илдәрҙә лә төрлөсә. Европала зәғифтәрҙең иң күбе Финляндияға тура килә - 32,2%, унан ҡала Бөйөк Британияла - 27,7%. Был һандар, беҙгә ҡарағанда сит илдәрҙә инвалидтар күберәк, тигәнде аңлатмай. Уларҙа ни бары ауырыған кешеләргә дәүләттән пособие түләнә һәм йәшәү кимәле лә юғары. Халыҡ аҡсаға мохтажлыҡ кисермәй.
(№ 136)

Уңыш серен беләләр26.11.2014

Туңғатар табип амбулаторияһында «Тиҙ ярҙам» пункты 1995 йыл Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының филиалы булып эшләй башланы. Филиал Устиново ауылынан алып Шартым станцияһына тиклем 28 ауылдың халҡына ярҙам күрһәтә.
Туңғатар табип амбулаторияһының «Тиҙ ярҙам» күрһәтеү пунктында тырыш, ныҡышмалы, кеше һаулығын һаҡлап ҡалыуға ҙур көс һалған фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары эшләй.


Эйе, был коллектив ҙур эш башҡара, халыҡ араһында абруй ҡаҙанғандар. Бер ваҡытта ла төҫтәрен боҙоп, ҡаты бәрелеп, кәйефте боҙмайҙар. Йәшәгән ғаиләләрендә лә матур тормош ҡоралар.
Туңғатар табип амбулаторияһын оҙаҡ йылдар етәкләүсе Ынйы Вәли ҡыҙы Дәүләтшина айырым маҡтауға лайыҡ.
Һөнәрҙәренә тоғро оло йөрәкле эшһөйәрҙәргә тормошта яҡты ниәттәр бағлап ҡалып, үҙҙәрен артабан да аямай, кешеләргә ярҙам итергә тырышыуҙарын теләп, уларға ысын күңелдән уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалаһы килә.
(№ 136)

Өс һуғыш ветераны26.11.2014

Өс һуғыш ветераны1978 йылда Ҡотой ауылында киномеханик булып эш башланым. Клубҡа көн дә олпат кәүҙәле бер бабай кино ҡарарға килә ине. Үҙе ябай, хәбәрҙе күп һөйләй, кәйефе һәр саҡ күтәренке, йәштәр менән дә ихлас һөйләшә, миңә лә һәр саҡ мәрәкә һүҙҙәр ҡуша. Киноны гел бер урынға ултырып ҡарай. Әгәр ҙә берәйһе алдан килеп уның урынына ултырһа, шаяртып: «Төш, был минең урын», - тип ебәрә. Моталлап бабай килмәгән көндө киноның ҡыҙығы ла юҡ һымаҡ тойола торғайны. Тик күп йылдар үткәс кенә, уның өс һуғыш ветераны икәнлеген, Ҡолош ауылында тыуып, Ҡотой ауылында ғүмер итеүен белдем.

Моталлап Дәүләтшинды 1914 йылда башланған I Донъя һуғышына ла Ҡолош ауылынан алып китәләр. Шул һуғышта ул әсирлеккә эләгә - өс башҡорт егетен Австрияла шәкәр заводы тотҡан бер бай һатып ала. Эшкә шәп, көслө Моталлапты үҙҙәрендә ҡалдырыр өсөн немец ҡыҙына өйләндерәләр. Унда уның ике улы тыуа. Тора-бара егеттәр тыуып үҫкән илдәрен һағына башлайҙар. Һағышҡа сыҙай алмай, әсирлектән ҡасалар, әммә уларҙы тоталар. Тағы ҡасалар, тағы тоталар, тик өсөнсө тапҡыр ғына ҡасып ҡотолалар. Өс егеттән икәү генә ҡала: береһе юл ғазабын күтәрә алмайынса, ятып ҡала. Байтаҡ яфалар күреп, әсирҙәр тыуған яҡтарына саҡҡа ҡайтып йығылалар. Моталлап Дәүләтша улы граждандар һуғышында ла ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда китә һәм Бөйөк Еңеүҙе тағы ла шул уҡ Австрия ерендә ҡаршылай. «Был һуғышта мин үҙемдең улдарыма ҡаршы һуғышып йөрөнөмме икән?» тигән һорау уға ғүмере буйы тынғы бирмәй. Тыуған еренә 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Әсмә ҡыҙы:
- Һөйөндөк яғынан шинель кейеп ҡайтып килгән һалдатты күреп, атайым ҡайтып килә, атайым ҡайтып килә, тип беҙ ҡаршы йүгерҙек, - тип хәтерләй.
Моталлап бабайҙың үҙ илендә өс ҡыҙы үҫә Әсмә (1927й), Әнисә (1935й) һәм Рәйсә (1939й).
Өс һуғыш ветераны Моталлап Дәүләтшин 99 йәшендә вафат була.
Танылған рәссам Рим Юнысов Моталлап Дәүләтша улының портретын эшләй. Был һүрәттә оҫта Моталлап бабайҙың бар булмышын һүрәтләгән: өс һуғышта ҡатнашып, ауыр, ҡатмарлы тормош уны бөкмәгән, ғорурлығы һынмаған.
(№ 136)

Донъя хәлдәре25.11.2014

Донъя хәлдәре* РФ Дәүләт Думаһы депутаттары яң ы инициатива менән сыҡты - паспорт тапшырҡанда һәр кемдән Граждандар анты әйттереү. Бик хуп, тик бына депутаттарҙың үҙҙәренә лә ҡамасауламаҫ ине: мандат тотторор алдынан урлашмаҫҡа, олигархтарҡа һәм хакимдарҡа һатылмаҫҡа, халыҡ тураһында онотмаҫҡа…

* Литва президенты Даля Грибаускайте: «Украина бөтә Европалаҡы тыныслыҡ өсөн көрәшә. Күршеһендәге террорсы дәүләт (йәҡни Рәсәй) туҡтатылмаһа, агрессия бар донъяҡа тараласаҡ», - тип телмәр тотто. РФ Сит ил эштәре министрлыҡы, бындай мөһөр баҫыуҙар килешмәгән эш, тип белдереү яһаны. Һәм Грибаускайте ханымҡа «…комсомол дәрт-сәмен теҙгендә тоторҡа» кәң әш итте. Сәбәбе аң лашыла: Даля заманында ялҡынлы комсомолка, һуң ынан коммунист була, совет халыҡтары дуҫлыҡы тураһында тел болҡап карьера яһай, шул иҫәптән Вильнюс юҡары партия мәктәбендә политэкономия уҡыта. Хәҙер генә атаҡлы антикоммунист һәм Америка ҡуштанына әйләнде лә ҡуйҙы шул.
(№ 136)

Йылҡы төбәгебеҙҙә ҡала25.11.2014

Йылҡы төбәгебеҙҙә ҡала«Байрамғол» тирәләй имеш-мимештәр күп сыҡҡан мәлдә, эштең айышына төшөнөү өсөн агрофирма директоры Илдус Басир улы Сабанбаевҡа мөрәжәҡәт иттек. Афарин, бер генә һорауыбыҙҙы ла урап үтергә, йомшартырға тырышманы, тура яуап бирҙе.

- Бөгөнгө көндә агрофирманың хәле нисек?
- «Байрамғол» агрофирмаһы менән идара иткән «УГМК-Агро» холдингының махсус программаһы тормошҡа ашырыла, маҡсаты - хужалыҡтың зыянһыҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү. Башҡа саралар менән бер рәттән, симменталь тоҡомло һыйыр аҫрауҙан баш тартыу күҙ уң ында тотола. Башта йылҡысылыҡты ла бөтөрөү тураһында һүҙ сыҡһа, хәҙер холдинг етәкселеге был ниәттән кире ҡайтты. Хужалыҡта әле 628 баш йылҡы иҫәпләнә. 230 баш һауын бейәһе, ошо ҡына һан даими инде. Халыҡҡа, предприятиеларға аттар һатылып тора - көтөү кәмей һәм ҡайтанан ишәйә. Уникаль, Учалы тибындағы башҡорт тоҡомло йылҡы менән артабан да шөғөлләнеүебеҙ ҡәнәғәтлек уята. Һөҙөмтәләр насар түгел бит - ҡымыҙ былтырғынан 30 процентҡа күберәк һатылды - 30-ҙан ашыу тонна. 185 ҡолон алынды. Бар көтөүҙе 11 йылҡысы ҡарай.
(№ 136)

Спорт түгел, сихәт!25.11.2014

Спорт түгел, сихәт!Йыш аралашып та, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Рәмил Ҡусариндың бер кеше тураһында ла насар әйткәнен ишетергә тура килгәне юҡ әле.

Һәр әҙәм балаһында ыңғай яҡтарҙы күрә белә. Спортсыларҙың өҫтөнлөгө була торғандыр инде был - күң елдәге бөтә кире хис-тойғолар хәрәкәт, физик көсөргәнеш аша эҙһеҙ юғалалыр. Шулай ҙа, Наталья Риф ҡыҙы тураһында һорашҡас, маҡтау һүҙҙәренә айырыуса йомартланды: «Бик тә ихлас һәм тырыш кеше. Бар булмышы менән теннисҡа бирелгән һәм был һөйөүен балаларға бирә белә. Яҡшы спортсы һәм педагог тип баһалар инем мин уны. Үҙенең улын да өмөтлө спортсы итеп тәрбиәләне. Теннис буйынса турнирҙар үткәргәндә ярҙам итергә генә тора. Ярыш секретары вазифаһын башҡарыу өсөн ҡатындарға ҡына хас йыйнаҡлыҡ һәм теүәллек талап ителә бит».
Пудовкина Наталья Риф ҡыҙы 1978 йыл Ҡаҙағстандың Арҡалыҡ ҡалаһында тыуған. Мәктәптә уҡығанында уҡ теннис менән ныҡлап шөғөлләнә, 13 кенә йәшендә спорт мастерына кандидат дәрәжәһенә ирешә, Бөтә Союз чемпионаттарында призер була. Мәктәпте тамамлағас, атаһының тыуған ҡасабаһы Миндәккә күсеп киләләр. Советтар Союзы тарҡалған дәүерҙә Башҡортостан, Рәсәйҙән ситтә ҡалырға теләмәйҙәр.
(№ 136)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.