» Гәзиттең номеры: 137-138

Байтаҡ эш башҡарыла01.12.2014

Байтаҡ эш башҡарылаӘсәлек һәм ғаилә йәмғиәттең тотороҡло һәм ышаныслы нигеҙе булараҡ, ҙур әһәмиәткә эйә. Нәҡ әсә кеше яңы башланғыстарға ҡанат ҡуя, фатихаһын бирә. Шуға күрә лә ҡала-районыбыҙҙа әсәлекте һәм балалыҡты хәстәрләп уҙғарылған комплекслы саралар теҙмәһе төп йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә.

Төрлө сығанаҡтарҙан балалы ғаиләләргә пособиелар түләү күләме йыл башынан 90 млн һум тәшкил итте. Төп өлөшө - 44 миллион һум йәки 52 процент - эшләмәйенсә бала тәрбиәләүселәргә ай һайын бирелгән пособие. 1 ноябргә ул 1100 әсәгә түләнгән.
Балаға ай һайын түләнгән пособие - социаль ярҙам күрһәтеүҙең бер төрө. 1 ноябргә бындай ярҙам 4468 (85 процент) кешегә түләнде, республика бюджетынан 17 млн һум аҡса бүленде. Бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие 4 млн 400 мең һум тәшкил итте.
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ауырлы ҡатындарына һәм балаһы булған осраҡта ай һайын түләнгән пособие күләме быйыл 1 млн 400 мең һум булды.
(№ 137-138)

«Һәйкәл ҡуйыр инем һиңә, әсәй!»01.12.2014

Ер йөҙөндәге иң ҡәҙерле кеше - әсәй. Әсәйҙәрҙең күҙҙәре иң матуры, әсәйҙәрҙең һүҙе - иң наҙлыһы, әсәйҙәрҙең ҡулы иң йомшағы, әсәйҙәрҙең кәңәше иң дөрөҫө... Ошо ҡулдар, күҙҙәр, һүҙҙәр тураһында күпме шиғырҙар яҙылған, йырҙар һалынған, китаптар ижад ителгән. «Әсәлек хисе, әсәлек ғорурлығы - йәшәйештең асылы, моғайын, ул кешелек таңында уҡ тыуған иң изге, иң бейек, иң мәңгелек хистәрҙең береһелер», - тип яҙған Сабир Шәрипов та.
Бөгөн гәзит уҡыусыларыбыҙға тәҡдим итәсәк шиғырҙар әсәйҙәребеҙ тураһында. Шағирҙарыбыҙ уларға булған ихтирамын, һөйөүен, саф хистәрен, уй-фекерҙәрен шиғыр юлдарына һалған.
(№ 137-138)

Гүзәл булайым тиһәң01.12.2014

Гүзәл булайым тиһәңБөтә дәүерҙәрҙә лә ҡатын-ҡыҙ битенә ҙур иғтибар бүлгән. Миҫал итеп ҡаштарҙы алайыҡ. Улар борондан уҡ гүзәллектең мөһим бер өлөшө һаналып, үҙ иленә генә хас нәзәкәтлелек ҡанундарына ҡәтғи буйһоноп йәшәгән. Мәҫәлән, Мысыр һылыуҙары тәбиғи ҡаштарын тулыһынса йолҡоп, уның урынына боронғо Аллалары - Тауҙы һынландырып, сикәгә тиклем ҡара һыҙыҡ һыҙғандар.
Көн һайын беҙ матур, һөйкөмлө күренер өсөн байтаҡ ваҡыт сарыф итәбеҙ. Иртән торғас, йыуынабыҙ, макияж һалабыҙ, сәсте тәртипкә килтерәбеҙ.
Тик барыһын да дөрөҫ башҡарабыҙмы икән?


Хаталар өҫтөндә эш
Йоҡо алдынан мотлаҡ махсус сара менән макияжды йыуып алыу төп ҡағиҙә һанала. Мамыҡ тампоны саҡ ҡына дымлы булһын, шулай итһәң, йыуыныу сараһы бит тиреһенә яҡшыраҡ тәьҫир итә.
Иртәнсәк һыу менән генә йыуыныу етмәй. Сөнки төн сыҡҡансы тире майланып өлгөрә. Шуға күрә таҙартыусы һөттө ҡулланып йыуырға иренмә.
(№ 137-138)

Балалар - тормоштоң йәме01.12.2014

Балалар - тормоштоң йәмеҒәзиз балаһын күкрәгенә ҡыҫып һөйөүҙән олораҡ бәхет юҡтыр ул әсә кеше өсөн. «Әсә мөхәббәте ҡояштан ҡайнар, йондоҙҙарҙан бейек, диңгеҙҙәрҙән тәрән бит ул»,- тип сағыштырған Риф Мифтахов. Ҡатын-ҡыҙҙың бар булмышы, тәбиғәттән һалынған асылы ошоға ҡоролған. Был йәһәттән, Ғәлиәхмәр ауылында йәшәүсе Алһыу Ғәлинә бәхетле ҡатын-ҡыҙ. Ул алты сабыйға ғүмер бүләк иткән.

Тышҡы ҡиәфәте менән егәрле хужалар йәшәүен аңғартып торған йорт ҡаршыһына килеп туҡтаныҡ. аилә үҙ «ояһын» күптән түгел генә һалып сыҡҡан.
- Әле ремонт эштәре лә тамамланып бөтмәгән, - тине хужабикәләргә хас оялсанлыҡ менән Алһыу ханым. Йорт матурлығы сағыу обойҙарҙа, иҙәндәге балаҫтарҙа ғынамы ни, ғаилә эсендәге татыулыҡ, һау-сәләмәт балаларға нигеҙләнә бит ул. Хәйер, хужалар быны үҙҙәре лә яҡшы аңлай.
Алһыу Зәйнулла ҡыҙы 1975 йылда Ҡаҙаҡҡол ауылында, һигеҙ балалы ғаиләлә, етенсе сабый булып донъяға килә. Килмәктә 11 класты тамамлағас, эшселәр кооперативында өйрәнсек булып эш башлай. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Ғәлиәхмәр ауылына һатыусы итеп ебәрәләр һәм ошонда ул үҙенең ғүмерлек йәрен осрата. Йәштәр 1995 йылда өйләнешә. Бер йылдан тәүге шатлыҡтары - Илмир улдары донъяға ауаз һала.
(№ 137-138)

Лайыҡлы еңеү01.12.2014

Лайыҡлы еңеүБыйыл республика кимәлендә тәүге тапҡыр «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» тигән конкурс үткәрелде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте тарафынан ойошторолған сара күптәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Конкурстың беренсе этабында 150 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашһа, һайлап алынғандан һуң финалға 70-е генә үтә. Ошо арала уның еңеүселәре лә билдәле булды. Улар араһында яҡташыбыҙ, Уральск ҡасабаһынан Ғәзимә Мөхәмәтйәрова ла бар. Ғәзимә Кәтип ҡыҙы иң мөһиме һаналған - «Ҡатын-ҡыҙ - әсә» номинацияһында еңеү яуланы.

Мөхәмәтйәровтар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы бер тапҡыр таныштырғайныҡ инде, күркәм ғаиләгә быйыл йәй татыу пар, иленә тоғро хеҙмәт иткәндәре һәм лайыҡлы балалар үҫтергәндәре өсөн «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалы тапшырылғайны. Ғәзимә Кәтип ҡыҙы сираттағы еңеүе менән миҙалдың юҡҡа бирелмәгәнен тағы бер ҡабат дәлилләне. Ғаиләһенә, эшенә, халҡына, районына тоғро хеҙмәт итеүе менән дә лайыҡ ул быға. Әсәләр көнө уңайынан ханымды редакцияға үҙен саҡырҙыҡ, еңеү тәьҫораттары менән уртаҡлаштыҡ.
(№ 137-138)

Илебеҙ тыныс булһын!01.12.2014

Ураҙ ауылы китапханаһында әрме сафына китеүсе егеттәргә арналған бик матур кисә үтте. Уны китапхана мөдире Нәркизә Шәйәхмәтова һәм Ураҙ мәҙәниәт йортоноң етәксеһе Гөлдәр Наганова күңелле итеп алып барҙылар. Кисә концерт номерҙары менән аралаша килде.

Башта музыка мәктәбенең «Шишмәкәй» ансамбле сығыш яһаны. Ураҙ лицей-интернатының хәрби эштәр еткәсеһе Мәүлитбай иниәтуллин фәһемле итеп сығыш яһап ҡына ҡалманы, буласаҡ һалдаттарға иҫтәлекнамә таратты. Һуңынан әрмелә булып ҡайтҡан егеттәр ҡайҙа, нисек хеҙмәт иткәндәрен һөйләне. Зөфәр Йомағужин гер күтәреп күрһәткәс, буласаҡ һалдаттарҙан да имтихан алдылар. Ә инде уҡыусылар тарафынан сәхнәләштерелгән «Военкоматта» әҫәре барыһына ла бик оҡшаны. Ураҙ амбулаторияһының табибы Гүзәл Илһамова егеттәрҙең һаулығы тураһында һөйләне. Бөтәһенә лә спорт менән дуҫ булырға кәрәк, тигән һығымта яһалды. Һуңынан буласаҡ һалдаттарҙан беренсе ярҙам күрһәтеүҙәрен, картуф әрсеүҙәрен, төймә тағып күрһәтеүҙәрен һоранылар. Кескәй һалдаттарға ла эш табылды - шарҙар өрөп шартлаттылар.
(№ 137-138)

Әсә - тормош ҡото01.12.2014

Әсә - тормош ҡотоӘсә... ғаилә... бала... Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һүҙҙәр, әммә ошо өс һүҙ донъя бөтөнлөгөн һәм бәхетте аңлата. Ошо көндәрҙә Учалы ҡалаһында йәшәгән күркәм ғаилә менән танышырға яҙҙы. Илзирә һәм Марат Сәлиховтарҙың ғаиләһе ул.

Беҙ барғанда уларҙың өлкәндәре - Артур ҙа, Арыҫлан да өйҙә ине. Ике айлыҡ Марсель ауыҙын сәпелдәтеп бишектә иҙерәп йоҡлай. Ғаилә башлығы тау-байыҡтырыу комбинатында шахтер булып эшләй. Декрет ялына тиклем хужабикә лә комбинатта эшләгән булған. Илзирә бишек эргәһендә өйөрөлә, бөгөн бәләкәсе ниңәлер көйһөҙләнә. Әсәһе бер аҙым ситкә китһә, тауышлана башлай.
- Һауа торошо насар тәьҫир итә, күрәһең. Төнөн ул да, мин дә керпек тә ҡаҡманыҡ, - тип борсола Илзирә.
(№ 137-138)

Көрәштә сыныҡҡан ғаилә01.12.2014

Диңгеҙ тамсыларҙан торған шикелле, дөйөм халыҡ бәхете лә айырым-айырым бәхеттәрҙән барлыҡҡа килә. Ул бары байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барына ҡәнәғәтлек тә түгел, уларҙан юғарыраҡ булған рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул.

Фәнжиә апай менән Мәрүән Заһировтарҙың да тормошо шул рухи биҙәктәрҙән, йәшәү йәменән тора. Ауылыбыҙҙа өлгө алырлыҡ ғаилә улар. Эшсән, тырыш, бөтә нәмәне лә үҙ көстәре менән булдырған, үҙҙәренең ҡара тире менән тапҡан.
Мәрүән Заһиҙулла улы 1929 йылда Ураҙ ауылында донъяға килгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылда Воронеж өлкәһендә, бер туған ағаһы 1945 йылда япондар менән алышта вафат булғандар.
- Вәкил ағайым бик ижади кеше ине. Хаттарын да шиғыр юлдары менән яҙҙы. Һүрәт төшөрөргә әүәҫ булды. Уның Ленинға, маршал Ворошиловҡа арналған портреттары байтаҡ ваҡыт ауыл мәҙәниәт йортон биҙәп торҙо, иҫән ҡайтһа, рәссам булыр ине, моғайын, - ти Мәрүән ағай ғорурланып.
(№ 137-138)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.