» Гәзиттең номеры: 139

Тотороҡло булһын03.12.2014

Тотороҡло булһынҠырым мәсьәләһе килеп тыуыу сәбәпле, Америка Рәсәйгә байтаҡ санкциялар иғлан итте һәм уға Европа илдәре лә ҡушылды. Тимәк, ситтән индерелгән продукцияларға илебеҙ ҡытлыҡ кисереүе мөмкин. Әле уның эҙемтәләре бик үк һиҙелмәй ҙә кеүек, шулай ҙа Рәсәй Хөкүмәте үҙ сәнәғәтебеҙҙе үҫтереп, импортты алыштырырлыҡ аҙыҡ-түлек һәм башҡаны етештереүҙе сәйәсәттең өҫтөнлөклө йүнәлеше булырға тейеш икәнен ғыҙыҡ өҫтөнә ала. Беҙҙең район ил кимәлендә бәләкәй генә төбәк, әммә ошондай төбәктәрҙең тормошонда илебеҙ йәшәйеше сағыла. Беҙҙең районда был йүнәлештә ниҙәр эшләнә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Әдип Ҡарамышев менән әңгәмәләштек.

- Ысынлап та, «импортозамещение» тигән һүҙ телмәребеҙгә килеп инде. Мин быны ауыл хужалығы тармағы өсөн бирелгән мөмкинлек тип ҡабул итәм. Сөнки биләмәһе буйынса ер шарында беренсе урында торған илебеҙ үҙ халҡын үҙе туйҙыра алмаймы ни? Сит илдән килтерелгән һыйыр һәм сусҡа иттәрен, организмға зыянлы матдәләр менән тултырылған тауыҡ боттарын, хатта Мысыр һәм Голландиянан килтерелгән картуфты ла һатып алдыҡ. Ә хәҙер, рәхим итеп, шул уҡ аҙыҡ-түлек урынына үҙ продукцияңды урынлаштыр. Бындай мөмкинлекте эшҡыуарҙарыбыҙ, етештереүселәребеҙ ваҡытында файҙаланып ҡалырға тейештер, тип уйлайым.
(№ 139)

Уяу «сик һаҡсылары»03.12.2014

Уяу «сик һаҡсылары»Ошо көндәрҙә Учалыла «Ашығыс ярҙам» хеҙмәте ойошторолоуҙың 50 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Теүәл әйткәндә, айырым фельдшер бригадаһы рәүешендә 1964 йылдың октябрь айында эшләй башлайҙар.

Ҡала барлыҡҡа килә генә башлаған саҡ, юлдар насар, ҡайҙа ла төҙөлөш ҡайнай, кешеләр имгәнә - тәүге мәлдән үк бик экстремаль шарттарҙа эш итергә тура килә.
Бөгөнгө көндә 99 хеҙмәткәр иҫәпләнә - табиптар, фельдшерҙар, диспетчер һәм водителдәр. Ҡала дауаханаһындағы бүлексәнән тыш, Туңғатар амбулаторияһы, Уральск һәм Миндәк участка дауаханалары эргәһендә филиалдар ойошторолған.
(№ 139)

«Спайс» һөжүм асты02.12.2014

«Спайс» һөжүм астыЭскеселек, тәмәке тартыу, наркотиктар ҡулланыу бөгөн замана афәтенә әйләнде. Улар арҡаһында бихисап йәш ғүмерҙәр өҙөлә, енәйәттәр ҡылына. «Спайс»тың «һөжүм асыуы» айырыуса хәүефләндерә. Был афәт ҡала-районыбыҙҙы ла урап үтмәне. Һуңғы арала ғына ошо наркотиктан тиҫтәгә яҡын йәш кеше ағыуланып, дауаханаға эләккән. Йәмғиәтебеҙҙең тамырын серетеүсе эпидемияға кәртә ҡуйып булырмы, әлеге ауырыуҙар дауаланыуға бирешәме? Ошо һорауҙарға яуап алыу маҡсатында Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының психоневрология диспансеры табип-наркологы Шәүрә Нуриман ҡыҙы Юдинаға мөрәжәғәт иттек.

- Шәүрә Нуриман ҡыҙы, һуңғы ваҡытта илебеҙҙә «спайс» тигән тәмәке ҡатнашмалары киң таралыу алды. Был зәһәр ҡатнашма төтөнөндә күп йәш ғүмерҙәр тонсоғоп үлде, күптәр ғәрип булып ҡалды. Афәт республикабыҙҙы ғына түгел, ҡала-районыбыҙҙы ла ситләп үтмәне. Ошо хаҡта нимә әйтерһегеҙ?
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төбәгебеҙ йәштәре лә уның ауына эләгә. Әлегә тиклем дауаханаға наркотиктан иҫереп, аңын юғалтыу, һаташыу хәленә еткән йәки күҙенә әллә нимәләр күренә башлаған 8 кеше мөрәжәғәт иткән, 4 кеше диспансерҙа иҫәптә тора. Үлем осраҡтары юҡ, шуныһы ҡыуаныслы. Дауаханаға килтерелгәндәрҙең барыһының да хәлдәре бик ауыр, ҡан баҫымдары түбән була. Табиптарҙың тырышлығы менән ғүмерҙәре һаҡланып ҡалынды. Иң башта шуны аңлатып үтәйек: «спайс» - ул үлән генә түгел, уға төрлө ҡурҡыныс химик матдәләр һеңдерелгән наркотик. Әлеге наркотик төрҙәре күп, сос-тавтары, атамалары гел үҙгәреп тора.
(№ 139)

Был донъяла ниҙәр бар?02.12.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы ни бары сентябрь айында ғына яһаған прогнозы буйынса быйыл доллар курсы 35,67, киләһе йыл - 37,7 һум булырға тейеш ине. Бик насар күрәҙәсе булып сыҡтылар - доллар әленән үк 50 һумға һикерҙе.

* Иркутск өлкәһенең Саянск ҡалаһы мэры итеп быйыл көҙ Олег Боровский һайланды. Эш хаҡы айына 140 мең һум икәнлеген белгәс, 110 мең һумын даими рәүештә хәйриә фондына күсерергә ҡарар итте. Яңы Рәсәй тарихында был ни бары 3-сө ошондай осраҡ. Дәүләт компанияһында эшләп тә, былтыр эш хаҡы көнөнә (айына түгел!) 4 миллион 861 мең 111 һум тура килгән «Роснефть» президенты Игорь Сечин кеүек әфәнделәр үрнәк алһа, бер ҙә насар булмаҫ ине.
(№ 139)

Бур тотолдо02.12.2014

БР буйынса Эске эштәр министрлығының пресс-хеҙмәте белдереүенсә, 47 йәшлек Мәҫкәү ауылы кешеһе полиция тарафынан ҡулға алынды.

Тәфтиш органдарының фаразы буйынса, быйыл май айында ҡарауһыҙ көтөүлектә йөрөгән йылҡы малын урлай ҙа, Силәбе өлкәһенә сығарып һата. Малдың хужабикәһе, Йәһүҙә ауылы кешеһе, аттың урланғанын белмәй, бәлки, ҡайҙалыр сығып киткән дә, ҡайтыр, тип көтә. Шуға ла эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итмәгән була, тип хәбәр ителә.
Енәйәт эше ҡуҙғатылды, был әҙәмдең башҡа мал юғалыу осраҡтарына ҡағылышы юҡмы икәнлеге ентекләп тикшерелә.
(№ 139)

Шайтан ҡотҡоһо02.12.2014

Хәмер эскән кешене шайтан йөрөтә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул.

Район-ара һәм БР прокуратуралары хәбәр итеүенсә, төбәгебеҙҙә имәнес ҡылмыш башҡарылды - иҫерек ике йәш яҡташыбыҙ төнөн ҡала мәсете стенаһына фашистарҙың свастикаһы һүрәтен яһайҙар, һүгенеү һүҙе яҙалар. Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре вәхшиҙәрҙе йәһәт тотто. Айынғас, башҡа һыймаҫлыҡ йүнһеҙлектәренә үҙҙәре лә үкенә, ти.
Иң юғары хөкөм алдына һуңынан, баҡыйлыҡта баҫтырылырҙар, ә әлегә дәүләт закондары буйынса яуапҡа тарттырылалар. РФ Енәйәт кодексының 214-се статьяһы буйынса (төркөм менән башҡарылған вандализм) енәйәт эше ҡуҙғатылды. Был статья менән ғәйепленең 3 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеүе йә шул уҡ ваҡытҡа мәжбүри эштәргә хөкөм ителеүе ихтимал. Әйткәндәй, фашист символикаһы әтмәләгән өсөн айырым яза булыуы ла мөмкин.
-Иҫерек көйөнсә ни ҡылғандарын аңламағандарҙыр, шулай ҙа иманлы кешеләрҙең тойғоларын мыҫҡыллау килеп сыҡты, мотлаҡ закон менән ҡаралған язаларын алырға тейештәр, - тип иҫәпләй Учалы районының имам-мөхтәсибе Дим хәҙрәт Закиров.
(№ 139)

Йыр бүләк иттеләр02.12.2014

Комсомольск ҡасабаһының мәҙәниәт йортонда Әсәләр көнөнә арналған «Йәшлеккә ҡайтыу» тип исемләнгән күркәм байрам уҙҙы. Сараның тәүге өлөшөн театрлаштырылған тамаша тәшкил итте.

Мәктәп уҡыусылары, клуб хеҙмәткәрҙәре үҫеп килгән быуынға инде онотола барған ҡара һағыҙ ҡайнатыу йолаһын күрһәтте. Артабан «Ирәндек» фольклор төркөмө, Айгөл Сәғитова, Илнур Атйетәров, Минзилә Яҡупова сағыу тауыштары менән тамашасылар күңелдәрен моңландырҙы. Рәғиҙә Юнысова, Әлфиә Ҡорамшина, Резеда Ҡәйүпова оҫта башҡарылған бейеүҙәрен бүләк иттеләр. Ринат Сиражитдинов йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғырҙар башҡарҙы, мәҙәктәр һөйләне. Элиза Ғафарова һәм музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре әсәйҙәргә бағышланған йыр бүләк иттеләр, ә йәш ҡурайсылар халыҡ көйҙәрен яңғыраттылар. Ҡасаба халҡынан тыш, күрше ауылдарҙан байрамға килеүселәр күп ине, зал тамашасылар менән тулы булды.
(№ 139)

Йәш ижадсылар йыйылды02.12.2014

20-21 ноябрҙә Сибайҙа Урал аръяғы райондары һәм ҡалаларында йәшәгән, башлап ижад итеүселәрҙең семинар-конференцияһы булып үтте. Семинар Башҡортостан яҙыусылары съезы ҡарарына ярашлы, атап үтелгән төбәктең йәш ижадсыларын туплау маҡсаты менән ойошторолдо.

Яҙыусылар союзының һуңғы съезында республикала ике йөҙҙән ашыу яҙыусы иҫәпләнһә, уларҙың иң йәше утыҙ етелә булып, уртаса йәше алтмыш етегә баҫыуы асыҡланғайны. Яҙыусылар ойошмаһының киләсәген хәүеф аҫтына ҡуйыусы был хәлдән сығыуҙың берҙән-бер юлы - йәштәрҙе күтәреү, ижади емештәрен барлап, әүҙемлеккә әйҙәү һәм уларҙы яҙыусылар союзына ағза итеп алыу.
Маҡсатлы сарала ҡатнашыу өсөн Учалы яҙыусылар ойошмаһынан бер төркөм йәш ижадсыны алып барып, уларҙың әҫәрҙәрен баһалатыу бурысы, ойошма етәксеһенең урынбаҫары булараҡ, миңә йөкмәтелде. Конференцияға килеүселәрҙең әҫәрҙәрен, өс секцияға бүленеп, башҡорт әҙәбиәтенең планкаһын Рәсәй кимәлендә юғары тотоусы танылған яҙыусылар, шағирҙар тикшереп, баһаланы.
(№ 139)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.