» Гәзиттең номеры: 140-141

Сабыр иткән моратына еткән08.12.2014

(Хикәйә)
Фәүзиә һигеҙенсене бөткәс тә, әсәһенең ҡаршы тороуына ҡарамай, документтарын ҡалалағы һөнәрселек училищеһына алып барып тапшырҙы. Училищела эштәрен тамамлап, инде ҡайтырға ла була, тип, ишектән сыҡҡайны ғына, бер үҫмер менән маңлайға маңлай бәрелештеләр. Икеһе лә уңайһыҙланып, ауыртҡан баштарын ышҡып, туҡтап ҡалды. Шунан егет көлөп ебәрҙе:
- Ғәфү ит, ҡыҙыҡай! Хәҙер икебеҙгә лә мөгөҙ сыға инде! Уҡырға инергә килдеңме?
- Мин ҡыҙыҡай түгелмен, ҡыҙыҡайҙар, ана, урамда, ә минең исемем бар.
- Исемеңде әйт, улайһа?
- Әйтмәйем, - тип дорфа ҡыланыуын дауам итте ҡыҙ.
- Ә мин әйтәм. Минең исемем Илнур, - тип көләкәс егет ҡулын һондо. Эскерһеҙ йылмайып торған кеше алдында үҙен шулай тупаҫ тотҡаны өсөн ҡыҙ оялып, ҡыҙарынды:
- Исемем Фәүзиә. Эйе, уҡырға индем. Киләсәктә маляр булам.
- Исемең дә үҙең кеүек матур икән... Осрашҡанға тиклем һау бул, һылыуҡай!
Йәйҙең матур көндәре һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Бына беренсе сентябрь. Училищела - тантана, дәртле көйҙәр яңғырай, сағыу кейенгән ҡыҙҙар, малайҙар төркөмдәргә бүленеп, өс рәт булып теҙелгән. Училище директоры, саҡырылған ҡунаҡтар бер-бер артлы сығыш яһап, буласаҡ төҙөүселәрҙе уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы, уңыштар теләне. Шулай күңелле башланған тәүге көн ығы-зығы менән үтеп тә китте. Кисен үҙ-ара танышып алған йәштәр училище янында өйкөлөштө, уларҙың шатлыҡлы тауыштары әллә ҡайҙарға таралды. Фәүзиә лә ике иптәш ҡыҙы менән тынсыу бүлмәнән саф һауаға ашыҡты. Юҡ-бар тураһында һөйләшеп, көлөшөп эскәмйәлә ултырғандарында, эргәләренә бер нисә егет килеп туҡтаны. Уларҙың береһе:
(№ 140-141)

Был юлы - 9 бүләк08.12.2014

Был юлы - 9 бүләк«Яйыҡ» гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһында «Еңеүсегә - елле бүләк!» акцияһын дауам итәбеҙ. Приздарыбыҙ артҡандан-арта. Был юлы өс төп бүләктән тыш, алты йыртмалы һәм дини календарь отторҙоҡ. Сираттағы уйында 70-кә яҡын квитанция хужаһы үҙенең бәхетен һынаны. Купондарҙы йыйып алып, махсус ҡумтаға һалдыҡ. Уларҙың барыһын да яҡшылап бутағандан һуң хәбәрсебеҙ Гөлшат Мотаһарованың еңел ҡулы менән беренсе еңеүсе билдәле булды. Илтабан ауылында йәшәүсе Зөләйха Хажиәхмәтова бүләккә миксер отто.

Зөләйха Зәйнәғәбдин ҡыҙы «Яйыҡ»тың күптәнге дуҫы, гәзиттең һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алған тоғро уҡыусыбыҙ. Гәзитте күптән алдырһа ла, лотерея уйынында тәүге ҡатнашыуы уның.
- Гәзит-журналдарҙан өҙөлгәнебеҙ юҡ. «Яйыҡ»ҡа йыл һайын яҙылам, элек республика баҫмаларынан «Йәшлек»те алдыра торғайныҡ. Һуңғы йылдарҙа хаҡтары артыҡ ныҡ ҡиммәтләнде. Шуға ла үҙебеҙҙең ҡала-районда сыҡҡандарына ғына яҙылырға тура килә, ейән-ейәнсәрҙәремә «Аҡбуҙат»ты алдырам. Ришат улым полицияла эшләгәс, ул «Ҡалҡан һәм ҡылыс», «Кеше һәм закон» гәзиттәренә яҙыла.
(№ 140-141)

Төп бурыс менән сикләнмәй08.12.2014

Төп бурыс менән сикләнмәйАфарин, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә буласаҡмын, тигән һайлау ваҡытындағы вәғәҙәһенә БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рим Ғабдуллин тоғро ҡала килә. Әле яңы ғына урындағы журналистар өсөн пресс-конференция ойоштороп, эшмәкәрлеге тураһында отчет яһаһа, 1 декабрь көнө район хакимиәтендә халыҡты ҡабул итте. Сара барышын төбәктең йөрәге тибеше менән сағыштырырлыҡ булғандыр - кемде нимә борсой һәм хафаға һала, кемгә ашығыс ярҙам кәрәк - барыһы ла депутат янына ашыҡҡан. Артыҡ шәхсән булып тойолған мөрәжәғәттәрҙе генә ҡалдырып (кеше гәзиткә интервью бирергә килмәгән бит…), ҡалғандары тураһында ентекләп яҙыу бер ҙә артыҡ булмаҫ.

Изге ниәт
«Йөрәк хәтере. Һәләк булған Ватан һаҡлаусыларҙың балалары» төбәк йәмәғәт ойошмаһынан делегация килде. Үкенес, ойошма рәйесе Хәким Ғәлим улы Мөхөтдинов ошо арала вафат булды. Лайыҡлы кеше ине, һуғышта йәндәрен фиҙа ҡылған һалдаттарҙың , уларҙың тол ҡалған ҡатындарының һәм йөрәктәре ҡайғынан таш булып ҡатҡан әсәләренең хәтерен мәң геләштереү өсөн үҙ-үҙен йәлләмәй эш итте. Гәзитебеҙҙә бер-нисә тапҡыр яҙҙыҡ инде, башҡаһынан тыш, ҡалала «Хәсрәтле әсә» һәйкәле булдырыу тураһында хыяллана ине. Был хаҡта Рим Аксель улы менән дә һөйләшеүҙәр алып барған икән. Һәм бына, ойошма ағзалары, изге ниәттең артабанғы яҙмышы тураһында белешергә килде.
(№ 140-141)

Уңышлы сығыш08.12.2014

Уңышлы сығыш2003-2004 йыл тыуған йәш көрәшселәребеҙ Белорет районы кубогына дзю-до ярыштарында уң ышлы сығыш яһаны.

Магнитогорск, Белорет кеүек ҙур ҡала спортсылары алдында юғалып ҡалманылар. Руслан Сәлимов, Тамерлан Нариманов, Арсен Камаловтарға тиң дәр табылмай. Денис Усманов менән Диана Таһировалар икенсе урындарҙы яулап алды. Ә Рөстәм Шәймәрҙәнов, Аделина Маятникова, Таһир Яхин, Нургиз Камалетдинов, Динар Мөхәмәтовтар «бронза» миҙалдарға лайыҡ булды.
Барыһы ла тренер Александр Шумков, Ирина Харисова, Илья Моратшин, Александр Воронцов һәм Фәһим Шакировтың өйрәнсектәре.
(№ 140-141)

Ихлас ярыштыҡ08.12.2014

Ихлас ярыштыҡb]«Берҙәм Рәсәй» партияһының тыуған көнөнә бағышлап Ахун ауылындағы тәү ойошма «Спорт - яман ғәҙәттәргә альтернатива» девизы аҫтында волейбол буйынса ярыштар үткәрҙе. [/b]

26 ноябрь мәктәп спорт залында уҡытыусылар һәм уҡыусылар араһында дуҫлыҡ матчы үтте. Уҡытыусыларҙан - Регина Дауышева, Алиса Кәлимова, Лилиә Янсапова, Лилиә Хажиева, Илдар Әлибаев, Рәфис Хәсәнов, Илдус Фәтҡуллин, Фәрит Шакиров, уҡыусылар араһында - Винер Вәлишин, Рөстәм Хәсәнов, Салауат Хажипов, Рәфис Зәйнәкәев, Артур Ильясов, Илдар Фәхрисламов, Әҙилә Ғимранова, Диана Янабаева, Фәйрүзә Латиповалар әүҙемлек күрһәтте.
Ә 27 ноябрь Ахун спорт комлексында ярыш барҙы. 1-се урында - йәштәр командаһы (Рәмис Камалов, Айҙар Каратаев, Артур Мордаков, Илфак Фәхрисламов, Алина Хәйбуллина, Әлиә Ғимаева). 2-се урында - Ахун ауыл ултырағы командаһы (Әмир Харисов, Барый Әхмәтвәлиев, Амур Дауытов, Илдус Фәттәхов, Элиза Рәхмәтуллина, Гөлнара Шәмсетдинова, Лилиә Шәмсетдинова). 3-сө урында - М.Усманов исемендәге Ахун урта мәктәбе командаһы (Илдар Әлибаев, Рәфис Хәсәнов, Фәрит Шакиров, Лилиә Янсапова, Диана Зарипова, Нурия Шафиҡова). Сара йылы мөхиттә үтте, көйәрмәндәр дәрт өҫтәп торҙо.
(№ 140-141)

Халыҡ ижады ынйылары онотолмай08.12.2014

Халыҡ ижады ынйылары онотолмайМөнәжәт - ул дини характерҙағы, мотлаҡ көйләп башҡарыла торған, тереклек һәм үлем хаҡында фәлсәфәүи йөкмәткеле халыҡ ижады өлгөһө. Бер йыл элек республикабыҙҙың ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Асия Ғәйнуллина Сибай ҡалаһында I Асыҡ ҡала мөнәжәтселәр конкурсын ойошторҙо. Унда учалылар 2-се урынды яулап ҡайтҡайны. Ярыш үҙ сиктәренә Урал аръяғы зонаһын алды. Икенсе тапҡырға ойошторолған быйылғы конкурста Баймаҡ, Сибай, Әбйәлил, Белорет, Йылайыр райондарынан, бынан тыш, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан, Сосновка районынан килеүсе бөтәһе 86 кеше көс һынашты.

Ҡатнашыусыларҙың йәш кимәле сикләнмәгән - иң кесеһенә 3 йәш булһа, өлкәненә - 77.
Башҡортостан мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Розалия Иҙрисова Учалы район-ҡалаһында мөслимәләр ойошмаһын булдырыу тәҡдимен индерә. Октябрь айында 11 ағзанан торған был ойошма З. Рәсүлев мәсетендә үҙ эшен башлай, рәйес итеп хажиә Фатима Моратова һайлана. Ойошма халыҡҡа дин, иман, әҙәп-әхлаҡ сатҡыларын таратыуҙы үҙ маҡсаты итеп ҡуйған. Һәр теләгән мөслимә уның ағзаһы булып инә ала. Яңы ғына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары әүҙем эш башлаған. Күптән түгел генә 10 мөслимә Өфөнөң «Ихлас» мәсетендә биш көн да-уамында уҡып, дини белемен камиллаштырған.
(№ 140-141)

Хөрмәткә лайыҡтар08.12.2014

Яңы Байрамғол ауылы халҡы ике көн буйы Әсәләр көнөнә арналған матур тамаша ҡылды. Тәүге көндә мәктәп уҡыусылары ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап концерт күрһәтте.

Тамашасылар кескәйҙәрҙең сығыштарын бик йылы ҡабул иттеләр. Бигерәк тә уларҙы 1-се класс уҡыусыһы Ләйсән Золотареваның бейеүе хайран ҡалдырҙы. Әйткәндәй, Ләйсән быйыл балалар араһында үткән «Байыҡ» конкурсында 2-се урынды яулап, лауреат исемен алып ҡайтты. Афарин!
Икенсе көнөнә ҡатын-ҡыҙҙар мәҙәниәт йортона «Әсәләр нур сәсәләр» тип исемләнгән кисәгә саҡырылдылар. Уларҙы Ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Сажиҙә Шәрипова ҡотланы. Сарала абруйлы иң оло әсә Фәриҙә Ҡорманаева, ҡул эштәре оҫтаһы Ғәҡифә инәй Шаһизатова ла ҡатнашты. Уларға бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Кисәлә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан конкурстар, уйындар ойошторолдо. Олоһо ла, кесеһе лә уйнаны, бейене, күң ел асты. Ҡунаҡтарға бигерәк тә сәхнә күрке булған Нәсимә Абдразаҡова менән Ринат Жамаловтың сығыштары оҡшаны. Был күң елле байрамда берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Кисә мул һыйлы өҫтәл артында сәй эсеү менән тамамланды. Әсәйҙәр был сараны ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп, бик ҡәнәғәт таралыштылар.
(№ 140-141)

Хыялдарыбыҙ ҙур08.12.2014

Һәйтәк ауылында йырға моңға-маһир халыҡ йәшәй. Әсәләр көнө уңайынан ауылыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙары, ир-аттары клубта матур концерт ойошторҙо.

Сараға халыҡ күп килгәйне, зал тамашасылар менән шығырым тулды. Клуб мөдире Фәнит Шаһиевтың инициативаһы менән ойошторолған был байрам концертында ауылдаштарыбыҙ ихлас ҡатнашты. Гөлнара Тимербаева, Филүзә Сәғиҙуллина, Әлфиә Ғәбиҙуллина, Ғәлиә Сафиуллина, Эльвира Нафиҡова һәм Нәжибә Исаева, Әнисә Ғәликәева, Рима Кирәева, Әнүзә Кирәевалар, Сулпан Баҡыева, Мирас Һиҙиәтовтар артистарҙан кәм сығыш яһаманылар. Рәсил Ғәликәев өҙҙөрөп гармунда уйнаны. Концерт шәп килеп сыҡты, уйлашҡандан һуң ошо фольклор төркөмөбөҙҙө артабан да тарҡатмаҫҡа булдыҡ. Байрамдар һайын йыйылышып, халыҡты ҡыуандырырға уйлайбыҙ. Ошо арала, килеп сыҡһа, күрше ауылдарға концерт менән барырға йыйынабыҙ. Эшләп алған аҡсаға сәхнә кейемдәре тектерәсәкбеҙ. Хыялдарыбыҙ ҙур, уларҙы мотлаҡ бойомға ашырырбыҙ, тип уйлайбыҙ.
(№ 140-141)

Нур сәстеләр08.12.2014

Көсөк ауылында Әсәләр көнөн үткәреү күркәм йолаға әүерелгән.

Быйыл да олоһо ла, кесеһе лә мәҙәниәт йортона ашыҡты. Әсәләр бик етди әҙерләнеп килгәндәр, төрлө һынауҙар аша үттеләр. Бөтә яҡтан да уң ған әсәләр - Ғәзизә Ғибәҙәтова, Зөбәйлә Мәүлитшина, Гөләйшә Дәминдәрова, Люциә Мөхәмәҙиева, Ғәйшә Солтанова, Лида Халикановалар йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә, аш-һыуға оҫталыҡтарын, мода күрһәттеләр. Прическа яһау йәһәтенән дә әсәләр замана менән бергә атлауҙарын иҫбатланы. Әсәләр, ысын мәғәнәһендә, нур сәсеп торҙолар.
(№ 140-141)

Күңелле үтте08.12.2014

Иң йылы һәм изге байрам - Әсәләр көнөн Мәҫкәү ауылы халҡы ла матур итеп билдәләп үтте. Клубҡа барлыҡ әсәйҙәр йыйылды. Тәүҙә клуб мөдире Фәнзиә Бүләкова әсәйҙәрҙе тәбрикләп шиғыр юлдары бүләк итһә, уҡыусылар уларға арнап йырҙар башҡарҙы.

Кисәнең икенсе бүлеген китапханасы Таңсулпан Ғөбәйҙуллина етәкселегендәге «Самауыр янында» түңәрәге ағзалары һәм ағинәйҙәр клубы дауам итте. Улар үҙҙәре теккән башҡорт кейемдәрендә, үҙҙәре сығарған таҡмаҡтарын йырланы. Оло булһалар ҙа, матур итеп
(№ 140-141)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.