» Гәзиттең номеры: 141

«Яйыҡ» - йәнгә лә, тәнгә лә сихәт08.12.2015

«Яйыҡ» - йәнгә лә, тәнгә лә сихәтБайрамғолдар сәмле була торған, тип фаразлауыбыҙ дөрөҫкә сыҡты. Наурыҙ ауылы башлап ебәргән «Бөтә ауыл менән «Яйыҡ»ҡа!» эстафетаһын Яңы Байрамғол ауылы халҡы шундуҡ дәррәү күтәреп алды. Билдәләнгән сәғәткә бүләктәребеҙҙе алып, биләмә халҡы менән яҡыныраҡ танышырға ашыҡтыҡ. Был юлы ла яҡташтарыбыҙ мөрәжәғәтебеҙҙе кире ҡаҡманылар, Яңы Байрамғол эшҡыуарҙары Земфира Хужина, Урал Дауытов, Нәғим Хәмбәлиев, Илдар Шәрипов, ошо ауылда тыуып үҫкән МФЦ филиалы директоры Фәһим Фәтҡуллин, шәхси эшҡыуар Ирек Нәбиуллиндың ярҙамы менән лотерея өсөн призлы булдыҡ.
Ҡәйепҡол, Муса, Һөйәрғол, Яңы Байрамғол ауылдарында бик ихлас кешеләр йәшәй икән, беҙҙе асыҡ йөҙ, күтәренке күңел менән ҡаршы алдылар. Ринат Жамаловтың тартҡан талғын баян телдәре был йылы мөхиткә айырым бер йәм өҫтәне. «Яйыҡ»тар менән осрашыуға йәше лә, ҡарты ла килгән - залда буш урындар булманы.
(№ 141)

Стратегия аныҡланды08.12.2015

Стратегия аныҡланды3 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мµрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Унда киләсәккә ил үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнә. Был - Рәсәйҙең яңы тарихында 22-се һәм Владимир Владимировичтың үҙе өсөн 12-се Мөрәжәғәтнамәһе.
Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы парламентарийҙарынан тыш, унда хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары судтарҙың рәйестәре, Генераль прокурор, Үҙәк һайлау комиссияһы, Иҫәп палатаһы, Йәмәғәт палатаһы башлыҡтары, төбәк етәкселәре, төп конфессия башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.
(№ 141)

Эш сәфәре менән Поляковкала08.12.2015

Эш сәфәре менән ПоляковкалаУҙған аҙнала район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев эш сәфәре менән Поляковка ауылында булды. Социаль учреждениеларҙы ҡараны, урындағы халыҡ менән осрашты, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирҙе.
Поляковка мәк-тәбендә бөгөнгө көндә 89 бала белем ала. Быйылғы йылдан 11-се класс уҡыусылары Комсомольск урта мәктәбенә йөрөп уҡыйҙар. Уҡыусыларҙың тырышлығын билдәләп китергә кәрәк, мәҫәлән, былтыр уларҙың берҙәм дәүләт имтихандарын юғары балдарға тапшырыуҙары маҡтауға лайыҡ. Поляковка ҡала-район буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән мәктәптәр исемлегендә. 11-се класты тамамлаған ҡыҙ-егеттәрҙең күбеһе республиканың һәм Силәбе өлкәһенең юғары уҡыу йорттарының бюджет бүлегенә уҡырға ингән. Табип, уҡытыусы, инженер, полицей һөнәрҙәрен һайлағандар. Белем усағында Комсомольск музыка мәктәбенең филиалы уңышлы эшләй, балалар баян һәм фортепиано кластарында әүҙем шөғөлләнә.
Фәрит Фәтих улы бинаның йылытылыуы менән ҡыҙыҡһынды, мәктәп ҡаҙанлығын ҡараны. Икенсе йыл рәттән шәхси эшҡыуар Илшат Фәизов уны арендалап, хеҙмәтләндереүҙе үҙенең ҡарамағына алған. Сәбәптәрен асыҡлап, өҙлөкһөҙ йылы менән тәьмин итәләр. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында ике ҡаҙанлыҡтың береһен яңыһына алмаштырғандар. Хужа киләсәктә ҡеүәтле йылытыу насосы һатып алырға ла уйлай.
(№ 141)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.