» Гәзиттең номеры: 142

«Бейеү - йәшәү рәүешебеҙ»09.12.2014

«Бейеү - йәшәү рәүешебеҙ»Учалы халҡын таланттарға бай, тиҙәр. Юҡҡа түгел, республика данын күтәреүсе Абдулла Солтанов, Нажия Аллаярова, Нәзифә Ҡадирова, Алмас Әмировтар тап беҙҙең төбәктән сыҡҡан шәхестәр бит. Теҙә китһәң, исемлек үтә күләмле. Үҙ улдары һәм ҡыҙҙарынан тыш, Учалы ере сит райондарҙың һәләтлеләрен дә ылыҡтыра. Айгөл һәм Илшат Исхаҡовтарҙың ижади ғаиләһе ошоға асыҡ миҫал. Икеһе лә Баймаҡ районынан булған был йәш пар төбәгебеҙҙә бейеү сәнғәте үҫешенә үҙҙәренең өлөшөн индерә. Бына инде ике тиҫтәгә яҡын улар филармонияның «Уралтау» ансамблендә бейейҙәр. Сәнғәт менән тын алыусы ижадҡа бай, татыу ғаиләне «Яйыҡ»ҡа ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ.

- Тәү сиратта, Илшат Ринат улы, һеҙҙе күптән түгел тапшырылған «БР-ҙың атҡаҙанған артисы» исеме менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ошондай юғары баһаға өлгәшеү еңел булмағандыр?
- Рәхмәт. Әлбиттә, сәнғәт кешеһе үҙ хеҙмәтен тик һөнәр булараҡ ҡына ҡабул итһә, уның ысын ижад кешеһенә әүерелеүе самалы. Мин дә ниндәйҙер награда, баһа өсөн түгел, ә күңел ҡушыуы, бейеүҙе яратҡаным өсөн сәнғәт юлын һайланым. Атҡаҙанған исемен тапшырғандар икән, тимәк лайыҡлымындыр инде. Бындай баһа минеке генә түгел, ә дөйөм ансамблдеке, ғаиләмдеке. Сөнки, эшеңдә ижадҡа булышлыҡ иткән татыу, берҙәм коллектив, өйөңдә ныҡлы терәк, ял биреүсе, һине аңлап тороусы яҡындарың булмаһа, кеше арый, талсыға. Бындай исем иңемә өҫтәмә яуаплылыҡ та һала. Сөнки, исемеңә есемең тап килергә тейеш. Сәхнәгә сыҡҡан һайын, бирелгән баһаны аҡларға, күтәрергә тейешһең икәнеңде аңлайһың. Тамашасы ла һинән ошоно талап итә.
(№ 142)

Был донъяла ниҙәр бар?09.12.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* Президент В.В. Путин Рәсәй Федераль Йыйылышына Мөрәжәғәтнамә яһағанда, Көнбайыш илдәре сәйәсәтенә ҡарата ҡаты тәнҡит ишеттерҙе. «…Рәсәй көслө һәм үҙаллы булып күренә башлаһа, шундуҡ туҡтатырға аҙапланалар», - тип тә билдәләне. Күҙгә төртөп әйткәндер, шундуҡ АҠШ Дәүләт Департаменты ҡойроҡ болғарға тотондо, йәнәһе лә, әлеге көрсөк Украина арҡаһында ғына килеп сыҡты, күп өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә алабыҙ әле… Беҙҙең ҡарамаҡҡа, ундай «дуҫтарҙың» булғандан булмауы артыҡ. 90-сы йылдарҙа тулыһынса АҠШ өйрәткәнсә йәшәп ҡараныҡ инде, ни булғанын үҙегеҙ ҙә хәтерләйһегеҙҙер!

* Илебеҙ валютаһы һаман аҫҡа тәгәрәй, йыл башынан 50 процентҡа осһоҙланды. Рәсәй Тыш разведкаһы директоры Михаил Фрадков бының сәбәбен түбәндәгесә аңлата: «Һум һәм нефть хаҡы махсус рәүештә төшөрөлә. Башлыса АҠШ структуралары аша эш итәләр. Маҡсаты - илдә ризаһыҙлыҡ тыуҙырып, Путинды властан төшөрөргә ынтылыу». Баш разведчик ни һөйләгәнен беләлер инде. Владимир Владимировичҡа төрлө ҡараштар булыуы ихтимал, әммә бер ҙә Украинаның яҙмышын ҡабатлайһы килмәй! Хөсөткә әүрәп, һөҙөмтәлә өшөп-туңып, ҡанға батып, хәйерселеккә төшөп ҡалдылар…
(№ 142)

Алтынға тиң юбилей09.12.2014

Алтынға тиң юбилейОшо көндәрҙә «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Сара уңайынан ҡала филармонияһында бик матур театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Байрамға мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, БР-ҙың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова коллективҡа йылы һүҙҙәр әйтеп, изге теләктәрен еткерҙе.

- Һеҙҙең юбилей Учалы ерлеге, республикабыҙ тарихында ғына түгел, шулай уҡ илебеҙҙең мәҙәниәт донъяһы тарихында ла ҙур ваҡиға булып һанала. Алтын юбилейығыҙҙы юғары ҡаҙаныштар менән ҡаршылайһығыҙ, халыҡ бейеүҙәренә булған һүрелмәҫ һөйөүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Көслө Рәсәйҙең уңышы тәү сиратта уның милли традицияларын һаҡлауҙа, - тип ҡотланы яҡташтарын Лилиә Салауат ҡыҙы.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев юбилярҙарҙы ҡотлап, киләсәктә ҙур уңыштар теләне.
- Талантығыҙ һәм оҫталығығыҙ менән ысын күңелдән ғорурланам. Һәр быуын артистарының юғары кимәлдә сығыш яһауҙары һоҡландыра, - тине ул ансамбль артистарын тәбрикләп.
(№ 142)

Булмышы - сәхнәлә09.12.2014

Булмышы - сәхнәлә«Оҙонгүл» балалар бейеү ансамбле етәксеһе Айбулат Әһлиев «БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ булды. Йәне, тәне менән сәнғәткә ғашиҡ талант эйәһе бына инде ике тиҫтәгә яҡын йәш быуынды бейеү серҙәренә өйрәтә. Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика кимәлендә уҙған конкурс-фестивалдәрҙә призлы урындар яулай, араларында һөнәрен бейеү менән бәйләгәндәре лә бар. Айбулат Ғәлимырҙа улын, һис шикһеҙ, үҙ еренең мәҙәниәтен күтәреүсе, үҫтереүсе сәнғәт әһеле, тип атарға була.

Айбулат Әһлиев 1974 йылда Баттал ауылында донъяға килә. Белорет ҡалаһында 11-cе мәктәп-интернатын тамамлай. Уҡыған йылдарында уҡ гармунда уйнарға өйрәнә, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Интернатты тамамлағас, Уральск ҡасабаһында тракторсы һөнәрен үҙләштерә. Тик «Ләйсән» бейеү ансамбленә һайлап алынғас, уҡыуҙың рәте булмай.
Ғүмерен мәҙәниәткә бәйләү теләге Айбулат Ғәлимырҙа улын сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына килтерә. Бында ул «Ҡойон» ансамблендә бейей. Тәүге тапҡыр сит илгә - Төркиәгә гастролдәр менән сығыу ҙа ошо ансамблгә бәйле. Дипломлы белгес хеҙмәт юлын 1997 йылда башлай.
(№ 142)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.