» Гәзиттең номеры: 143-144

Һаҡ булығыҙ: бурҙар йоҡламай!15.12.2015

b]Бурҙар, ғәҙәттә, ҡала фатирҙарына һөжүм яһарға ярата. Фатирҙың бөтөнләй ҡараусыhыҙ ҡалғанын һағалап ҡына торалар. Форточкалары асыҡ ҡалған, ишектәре ныҡ булмаған йорттарҙы ҡарап ҡына йөрөйҙәр. Өй ишегенә асҡыс яратып йә уны ҡайырып асып инәләр, балкондар, асыҡ ҡалған тәҙрәләр аша төшәләр. Урланған әйберҙәр - антиквариат, төрлө аппаратура, ҡиммәтле биҙәүестәр, аҡса. Fәҙәттә, наркомандар, асарбаҡтар ғына тәүге осраған фатирға төшә, ә «йышылған» бурҙар «hунар» урыны итеп алдан ҡарап йөрөгән йортто hайлай. Ә бына һуңғы айҙа бурҙарҙың районыбыҙҙың ҡайһы бер ауылдарында өйҙәргә инеп аҡса, ҡаҙ түшкәһе, иткә «айыу майы» һөртөүҙәре бөтөнләй хайран итте. Быға тиклем, нигеҙҙә, мал-тыуар урлаһалар, йәиһә өй буйынса йөрөп кәрәкмәгән әйберҙәр һатып төп баштарына ултыртһалар, әле өйөңә инеп талап, туҡмап сығыуҙары ла ихтимал. Күптән түгел ошондай осраҡтар теркәлде лә инде.[/b]
(№ 143-144)

Уңышлы һәм емешле үтте16.12.2014

Уңышлы һәм емешле үттеБилдәләнгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендә районыбыҙҙа төрлө кимәлдәге меңдән ашыу сара уҙҙы. Конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, гранттар алыу, еңеүҙәр яулау, яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу - шулар иҫәбендә. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла үҙ һөнәрен йәнен-тәнен биреп, бар күңелен һалып башҡарған мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәренең ҡаҙанышы. Бына, ниһайәт, башҡарылған эштәргә һығымталар яһап, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп, Мәҙәниәт йылын ябыу тантанаһы уҙҙы.

Район хакимиәтенең ҙур залына ҡала-районыбыҙҙың музыка, сәнғәт мәктәптәре, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары, ауыл мәҙәниәт йорттары, китапханалар хеҙмәткәрҙәре, ижади һәм фольклор коллективтары етәкселәре, ғөмүмән, мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар лайыҡлы хеҙмәт итеүсе үҙ һөнәрҙәренең оҫталары саҡырылды.
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Ғиләзетдинов сығышында йыл дауамында мәҙәниәт өлкәһендә булып үткән мөһим ваҡиғаларға айырым туҡталып үтте.
(№ 143-144)

Бөртөкләп йыйыла алтын16.12.2014

Аукцион көтәбеҙ
Бөртөкләп йыйыла алтын«Башҡорт алтын табыу компанияһы» ғилми-производство фирмаһына 1995 йылда нигеҙ һалына, проект ҡеүәте - йылына 200 мең тонна мәғдән эшкәртеү. Һуңынан был күрһәткес 350 мең тоннаға еткерелә. Бөгөнгө көнгә 3 миллион тоннанан ашыу руда эшкәртелде. Тәүге продукция 1996 йыл аффинаж (металды мәғдән ҡалдыҡтарынан айырыу) заводына ебәрелә. Эшмәкәрлекте Муртыҡты алтын мәғдәне зонаһында башлай. Был зона тураһында ентеклерәк белешмә биреү артыҡ булмаҫтыр: төньяҡ-көнсығышта Һөләймән ауылынан көньяҡ-көнбайышта Илсегә тиклем 40 километр һуҙыла.

Күҙ алдына яҡшыраҡ килтереү өсөн, 1,5-3 километр алыҫлыҡта Мейәс-Учалы тимер юлына параллель рәүештә һуҙыла, тип әйтергә мөмкин. Зонаның «йөҙөк ҡашы» - фәҡәт Муртыҡты ятҡылығы үҙе. Ул Ильинка ауылынан көньяҡ-көнсығыш йүнәлештә 1 километр ситтәрәктәге тау һыртынан ғибәрәт. Был ятҡылыҡты үҙләштереү француз концессияһы (дәүләттең айырым участкаларҙы сит ил сәнәғәтселәренә ваҡытлыса файҙаланыуға биреүе) буйынса 1890 йылда башлана. 1917 йылға тиклем 48,5 килограмм алтын табыла. 1924-1950 йылдарҙа 438,5 килограмм етештерелә.
(№ 143-144)

Һөҙөмтә күренеп тора16.12.2014

Һөҙөмтә күренеп тора7-8 декабрь Бөтә донъя банкы вәкиле Нина Филиппова районыбыҙға килеп, урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын тикшерҙе.
Алдан күп яҙҙыҡ инде, был конкурста райондағы бөтә ауыл ултыраҡтары һәм Учалы ҡала ултырағы ҡатнашып, 18 проект еңеп сыҡты. Һөҙөмтәлә, дөйөм «бухгалтерия» түбәндәгенән ғибәрәт: республика бюджетынан - 18,3, урындағы ҡаҙнанан 2,5 миллион һум бүленде, спонсорҙар 2,7 миллион һум өҫтәне һәм халыҡ үҙе ике миллион һум йыйҙы.


Район хакимиәтендә, Программа сиктәрендә барлыҡҡа килгән объекттар сама менән 50 мең кешенең мәнфәғәттәрен теге йә был кимәлдә ҡәнәғәтләндереүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләп ҡуйғандар.
Рәсми визит тураһында район хакимиәте башлығының иҡтисади һорауҙар буйынса урынбаҫары Фәһим Фәтҡуллин: «8 ауыл ултырағында булдыҡ. Дөйөм алғанда, ыңғай тәьҫораттар ҡалды», - тип белдерҙе. Шул иҫәптән: Ҡунаҡбайҙа Советтар Союзы Геройы Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа ба-ғышланған мәҙәни-тарихи үҙәк барлыҡҡа килтереү өҫтөндә эшләйҙәр.
(№ 143-144)

Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсе16.12.2014

Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләүсеҠунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбе 2003 йылдан алып йәш бейеүселәргә, ҡурайсыларға, ҡумыҙсыларға, йырсыларға, гармунсыларға, баянсыларға тәүге ныҡлы ижад нигеҙҙәрен биреүсе белем усағы булып тора. Ринат Ямалиев етәкселегендәге коллектив Ҡунаҡбай, Илтабан, Аҡҡужа ауылдарының балаларын музыка серҙәренә төшөндөрә.

Сәнғәт мәктәбендә «өлгөлө» исемен йөрөткән дүрт ансамбль (ҡурайсылар, гармунсылар, бейеүселәр һәм ҡумыҙсылар) эшләп килә, тәрбиәләнеүселәре район, республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарында дипломант, лауреат исемдәрен яулай. Мәҙәниәт йылында коллектив тағы бер уңышҡа өлгәште - Ҡунаҡбай балалар сәнғәт мәктәбе район хакимиәте башлығының грантына уҙғарылған конкурста «Иң яҡшы сәнғәт мәктәбе» исеменә лайыҡ булды.
Балаларҙың уңыштары, тәү сиратта, көслө уҡытыусыларҙың лайыҡлы хеҙмәтенә ҡайтып ҡала. Ә ундайҙар Ҡунаҡбай сәнғәт мәктәбендә ишле. Үҫмерҙәрҙең һәләттәрен күреп, уны тулыһынса асырға, үҫтерергә ярҙам итеүсе ошондай остаздарҙың береһе - Шәфҡәт Йосопов. Күптән түгел генә «Иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаусы Шәфҡәт Рәфҡәт улы ике тиҫтәгә яҡын йәш быуынға белем бирә. Сығышы менән ул Баймаҡ районы Темәс ауылынан. Биш йәшендә әсәһенән күреп, гармун телдәрен тирбәлтә башлай. Тормошон ижад менән бәйләү теләгендә Учалының сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжына уҡырға инә. «Ҡойон»да бейей, аҙаҡтан үҙе лә студенттарҙы бейергә өйрәтә. Училищела эшләгән йылдарында ситтән тороп ¤фөнөң сәнғәт академияһын тамамлай. Ҡунаҡбайҙа асылған мәктәпкә саҡырғас, риза булып эшкә тотона.
(№ 143-144)

Сабыр иткән моратына еткән16.12.2014

(Хикәйә)
(Аҙағы).

Фәүзиә почтанан сыҡмаҫ борон уҡ үҙенә тәғәйенләнгән хатты асып, йөрәкһеп уҡырға тотондо: «Ҡәҙерлем, Фәүзиәм! Хатымды алып уҡый башлағаныңа шатмын. Әле генә эштән ҡайтып, сәй ҙә эсмәй, минең хатымды тулҡынланып уҡығаның күҙ алдыма килеп баҫты. Һағындым, тиһең… Ул һүҙҙе алмаштырырлыҡ һүҙ таба алғаным юҡ әле. Шулай ҙа, Фәүзиәм, һин минең һағышым, бәхетем, яҙмышым, бар булмышым. Әлдә генә Хоҙай беҙҙе осраштырған икән! Һинең менән миңә еңел. Һинең тормошомда булыуың үҙе оло бәхет! Алла бойорһа, беҙҙе оҙаҡламай Союзға сығарабыҙ, тиҙәр. Бер йыл да тула, бәлки, отпускыға ҡайтарырҙар. Әлегә хәрби операцияларҙа ҡатнашып торабыҙ. Буш ваҡытта хат яҙам. Кистәрен егеттәргә кино күрһәтәм. Самат ағайыма рәхмәт, кино күрһәтергә ул өйрәткәйне бит. Иртәгә тауҙарға... Ун-ун биш көн юлда үтә инде. Тауҙар араһында шомлоҡ, ә бында ҡомлоҡ, туҡтауһыҙ ел. Сәй эскән арала ғына стаканыңдың яртыһы ҡом менән тула. Оҙаҡламай яңы йыл байрамы. Бында беҙ йәшел шыршыны һағынып ҡына һөйләйәсәкбеҙ. Уралымдың ап-аҡ ҡарҙарын, зифа буйлы ҡайындарын һағындым. Туй күлдәге кейгән муйыл төбөндә вәғәҙә бирешкән минуттарыбыҙ йыш ҡына төштәремә инә. Осрашыу көндәре тиҙерәк етһә ине лә, һине ҡосағыма алһам ине. Һеҙҙең ауылда, хозур тәбиғәт ҡосағында, йәштәр түбәһендә гармун уйнатып туй үткәрербеҙ... Ышан, беҙ бәхетле йәшәйәсәкбеҙ! Балаларыбыҙ ҙа бәхетле буласаҡ. Бының өсөн бөтә көсөмдө һаласаҡмын...» Фәүзиә хатты уҡып бөткәс, ҡағыҙ битен ғәҙәтенсә йөрәгенә ҡыҫты, һөйгәненә һаулыҡ теләп, хыялдарға сумды. Осрашыуҙарын, үҙҙәрен туй кейемендә күҙ алдына килтерҙе, эргәләрендә генә уйнап йөрөгән сабыйҙарын күрҙе, иҫәр кеше кеүек үҙ алдына көлөп ҡуйҙы: «Эх, тиҙерәк, тиҙерәк үтһә ине был һанаулы, һынаулы көндәр... Әгәр ҙә хеҙмәт иткән частарын үҙебеҙгә сығарһалар, бер һүҙһеҙ ял алам да эргәһенә барып ҡайтам! Ниндәй бүләк алырға икән һөйөклөмә? Ҡалынайҙымы, буйға үҫтеме икән?»
(№ 143-144)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.