» Гәзиттең номеры: 144

Был донъяла ниҙәр бар?15.12.2015

Ельцин дәүерендә Рәсәйҙе саҡ юҡҡа сығармаған олигархтарҙың береһе Михаил Ходорковскийҙың Нефтеюганск ҡалаһы башлығы Владимир Петуховты үлтереүгә ҡағылышлығы ентекләп тикшерелә башланы. Федераль розыск иғлан ителде. Ул ни, хәрәм байлығына сит илдәрҙә рәхәт йәшәй. Шулай ҙа үпкәләне, буғай, «…Рәсәйгә тыныс революция, яңы президент кәрәк», - тип ләстит һатырға кереште. Хәбәрен ел алһын, «революция» ни менән тамамланыуҙы күрше Украина ми¾алында бик яҡшы күрәбеҙ: байҙар тағы ла нығыраҡ байый, ябай халыҡ ҡан ҡоя һәм тағы ла нығыраҡ хәйерселәнә.
(№ 144)

Донъя чемпионы!15.12.2015

Донъя чемпионы!«Учалы егете Дим Хәйруллин - көрәш буйынса донъя чемпионы!» - тигән хәбәр тиҙ таралды. Киң яурынлы, етди ҡарашлы чемпионды фотоһүрәтенән ҡарап, әңгәмәгә үҙ баһаһын яҡшы белгән, бер аҙ тәкәбберерәк спортсы килер тип көткән инем, аралашыуға еңел, үтә ябай, йылмайып торған егет менән таныштым.
Донъя чемпионы Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән. 12-се лицейҙа белем алған егет яҡшы өлгәшә, бигерәк тә аныҡ фәндәрҙе үҙ итә. Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның физика-техник институтына уҡырға инә. Физкультура уҡытыусыһы булып хеҙмәт иткән атаһының йоғонтоһонан тыш булмағандыр, Дим бала саҡтан спорт менән дуҫлаша. Каратэ, бокс, дзюдо, хоккей кеүек спорт төрҙәренән тыш, ағас семәрләү ҙә күңеленә хуш килә уның. Көрәш менән иһә дүртенсе класта уҡығанында шөғөлләнә башлай. Көрәшсе ике туған ағаларының көс-ҡеүәтен күреп, үҙе лә улар кеүек булырға ынтыла. Бихисап уңышлы спортсыларҙы тәрбиәләп үҫтергән РФ-тың атҡаҙанған тренеры Жәлил Йосопов, Ғәҙел Бикмөхәмәтов - тәүге остаздары була уның. Биш йыл Рәмил Әхмәтйәнов ҡулы аҫтында шөғөлләнеү ҙә йәш көрәшсегә тәжрибә тупларға ярҙам итә. Өфөгә уҡырға ингәс, Жәлил Динмөхәмәт улынан яңынан дәрестәр ала башлай ул.
(№ 144)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.