» Гәзиттең номеры: 145

«Мин бәхетле тыуған еремдә»16.12.2014

Башҡортостан - сәсән телле, яугир рухлы атай-олатайҙарыбыҙҙың борон-борондан ғүмер иткән бәрәкәтле, бай тарихлы төйәге. Ҡараһаҡал, Батырша, Салауат Юлаев, Муса Мортазин кеүек арҙаҡлы шәхестәр - беҙҙең ватандаштарыбыҙ. Тәбиғәте йәмле, күркәм тыуған еребеҙҙең. Йырлап аҡҡан шишмәләр, йылғалар, мәғрүр тауҙар, ҡаялар, зәңгәрһыу күлдәр, ҡош-ҡортҡа бай урмандар, һабантурғайҙар гөрләр киң аҡландар, ҡымыҙ еҫе һеңгән далалар, эреле-ваҡлы ауылдар, ҡасабалар һәм ҡалалар - һәммәһе лә тыуған яғыбыҙҙың ҡабатланмаҫ биҙәге.
Бөгөнгө «Оҙон тәнәфес»тә Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол мәктәбе уҡыусылары тап ошо хаҡта бәйән итәләр. Балаларҙың тыуған ауылы, туған теле тураһында яҙған ҡыҙыҡлы ла, уйландырырлыҡ та иншаларын уҡып, йәнә бер кинәнәйек.
Уларҙан үрнәк алып, башҡа мәктәп уҡыусылары ла ижад емештәрен ебәрһә ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
(№ 145)

Был донъяла ниҙәр бар?16.12.2014

Был донъяла  ниҙәр бар?* АҠШ ныҡ енләнһә лә, В.В.Путиндың Һиндостанға визиты көтөлгәндән дә һөҙөмтәлерәк килеп сыҡты. Төҙөлгән контракттарға ярашлы, 10 йыл дауамында 10 млн тонна нефть һатыласаҡ, Рәсәй белгестәре атом станциялары төҙөйәсәк, Һиндостан үҙ заводтарында беҙҙең Ми-17, Ка-226Т вертолеттары, башҡа ҡорал етештерә башлаясаҡ. Ике илдең Арктикала нефть-газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүе лә күҙаллана. Иң мөһиме - премьер-министр Нарендра Моди әфәнде, Һиндостан артабан да Рәсәйҙең тоғро дуҫы һәм партнеры булып ҡаласаҡ, тип белдерҙе.

* Рәсәй Иҫәп-хисап палатаһы башлығы Татьяна Голикова белдереүенсә, йыл башынан федераль ҡаҙна аҡсаһын тотонғанда ҡағиҙә боҙоу йә маҡсатҡа ярашһыҙ тотоноу күләме 344 миллиард һумды ашып киткән. Йыл аҙағынаса был күрһәткес 400 млрд һумға етәсәк тип фаразлай. Төп өлөштә урлашыу икәнлеген аңлауы ҡыйын түгел. «Оптимизация» тип ябай халыҡты ҡаңғыртҡан булалар, ә бит бына ул, «Әндрәй ҡаҙнаһына» тиң резерв! Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 120 материал йүнәлтелгән.
(№ 145)

«Алтын сәғәт» тәтерме?16.12.2014

«Алтын сәғәт» тәтерме?РФ Президенты Владимир Путин үҙенең сираттағы Мөрәжәғәтнамәһендә 2015 йыл - йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре менән көрәш йылы тип иғлан итте. Фәҡәт был төр ауырыуҙар илебеҙҙә уртаса кеше ғүмере сағыштырмаса ҡыҫҡа булыуына төп сәбәпсе. 2015 йыл килеп тә етмәгән әле, ә беҙҙә был һәм медицинаға ҡағылышлы башҡа һорауҙар буйынса етди һөйләшеүҙәр башланды ла инде.

Рәсәй Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың «Ләйсән» ансамбленең юбилей тантанаһында ҡат-нашыуы тураһында гәзитебеҙҙә яҙғайныҡ инде. Лилиә Салауат ҡыҙы эш сәфәре барышында Уральск участка дауаханаһында ла булды.
Бинала ошо ара-ла капиталь ремонт тамамланды. 2 миллион һум самаһы аҡса тотонола. Ошо ҡасабала тыуып үҫкән, әлеге мәл «Буринтех» ғилми-производство предприятиеһын етәк-ләгән Ғ.Ғ. Ишбаев тос ярҙам күрһәтә. Спонсорҙар ярҙамы менән 1 миллион 200 мең һумға дауаханала ишек-тәҙрәләр алыштырыла. Гәзит уҡыусыһына белешмә биреп китергә кәрәктер. ¤фөлә урынлашҡан «Буринтех» - Рәсәйҙә генә түгел, донъя баҙарына продукцияһын сығарған һәм яҡшы дан яулаған фирма. Нефть һәм газ скважиналары быраулау өсөн инструмент уйлап сығарыу һәм етештереү менән мәшғүлдәр. Предприятие менән яҡташыбыҙ, техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе иниәтулла әрифулла улы Ишбаев етәкселек итә. Һәм, күреүебеҙсә, бәләкәй Ватанын онотмай.
(№ 145)

Яңы йыл байрамдары имен үтһен16.12.2014

Яңы йыл байрамдары имен үтһенСираттағы аҙналыҡ кәңәшмәлә Яңы йылды ҡаршылау, ҡышҡы ялдарҙы имен уҙғарыу тураһында һүҙ барҙы. Төп доклад менән хакимиәт башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко сығыш яһаны. Ул Яңы йылға арналған саралар планы тураһында бәйән итте.

Планға ярашлы, 16 декабрҙән Учалы крайҙы өйрәнеү музейында ағас эше оҫтаһы Рәмил Фәтҡуллиндың «Йылҡы йылын оҙатып» тип исемләнгән ижади күргәҙмәһе эш башлаясаҡ.
22-23 декабрҙә ҡала-район мәктәптәренең иң лайыҡлы уҡыусылары Өфөгә Президент шыршыһына юлланасаҡ, ә 25 декабрҙә уҡыусылар өсөн хакимиәт башлығы шыршыһы байрамы ойоштороласаҡ. Ошо аҙнанан башлап графикка ярашлы ҡала-райондың белем биреү учреждениеларында Яңы йыл иртәлектәре, кисәләр уҙғарыласаҡ.
19 декабрҙә «Ровесник» клубында - Балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, 24 декабрҙә филармонияла мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Яңы йыл әкиәтенә сәйәхәт» исемле иртәлектәр ойоштороласаҡ.
(№ 145)

Ыңғай хәл ителде16.12.2014

Ыңғай хәл ителдеУрындағы халыҡ инициативаларына булышлыҡ итеү программаһында ҡатнашыу - ауыл ултыраҡтарының күп кенә көнүҙәк проблемаларын ҡатып ҡалған нөктәһенән ҡуҙғатырға ярҙам итте. Учалы ауылы халҡы ошо программа аша тейеш булмаған урында түгелгән сүп-сар, сүплек мәсьәләләрен хәл итергә ниәтләгән ине.

Әммә кәрәкле балл һаны етмәү сәбәпле, учалылар программанан төшөп ҡалды. Шулай ҙа, ауыл халҡы үҙ ниәтенән кире ҡайтырға теләмәй. Яҡшы, ә иң мөһиме, кәрәкле проект урындағы хакимиәттең иғтибарын да йәлеп итә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн район бюджетынан аҡса бүленә, уның бер өлөшөн ауыл халҡы үҙе йыя. Урындағы предприятиелар ҙа ситтә ҡалмай, ярҙам ҡулын һуҙа. Һөҙөмтәлә, берҙәм көс менән 1,7 млн һумға сүп-сар өсөн тәғәйенләнгән 5 кубометрлыҡ 16 контейнер һатып алына. Уларҙың барыһы ла әлеге көндә ауыл урамдарында урынлаштырылған.
(№ 145)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.