» Гәзиттең номеры: 15

Үҙҙәре урлағанмы?22.02.2018

Үҙҙәре урлағанмы?БР буйынса Эске эштәр министрлығы бик тә сәйер ваҡиға тураһында белдерә.
Ҡыҫҡаһы, полицияға Сәфәр ауылы эргәһендәге ферманан өс йылҡы малы урланыу тураһында хәбәр ителә. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре килеп, ентекләп тикшерә башлай. Һәм ... ферма йылҡысылары үҙҙәре ҡағылышлы тигән һығымтаға килә.
Уларҙың фаразы буйынса, ферма хеҙмәткәрҙәре тәүҙә ике атты йәшерен рәүештә алдан килешкән кешегә һатыуҙары ихтимал.
Ферма хужаһы абайламағас, йәнә бер эш атын ошо рәүештә «осоралар» һәм өс баш та тибендә йөрөгәндә юғалды, тип алдап маташалар. Ысынында нисек булғанлығы тиҙ арала аныҡ билдәләнде, әленән үк бурлыҡта шикләнеүселәр ғәйептәрен таныны, тип хәбәр ителә министрлыҡтан.
(№ 15)

Күңелдәргә илһам биреп22.02.2018

Күңелдәргә илһам  бирепАхун ауылы биләмәһендә ун бишләгән милләт үҙ-ара татыу, берҙәм йәшәй. Бында барлыҡ байрамдар ҙа бик матур һәм күңелле үтә.
Ошо көндәрҙә ауыл халҡы - йәше лә, ҡарты ла «Ҡышты оҙатыу» байрамы үткәре-лә торған яланға йыйылды.
Халыҡ килгәндә өс ерҙә самауырҙар тора, сәйҙәр ҡайнай ине инде. Ата-әсәләр килтергән тәм-томдар бер өҫтәлгә һыймағас, ойоштороусыларға тағы ла бер өҫтәл килтереп ҡуйырға тура килде тахырыһы.
Балалар төрлө уйындар уйнаны, ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы, арҡан тартышып, көс һынаштылар. Еңеүселәргә приздар таратылды, уйнап туйғас, күмәкләшеп, самауырҙа ҡайнап торған сәй менән һыйландылар. Яңы ғына яуып үткән ап-аҡ ҡарҙың һыуығына ҡыҙарған балаларҙың йөҙҙәре байрамға тағы ла матурлыҡ өҫтәне.
Һуңынан һаламдан эшләнгән ҡарасҡы яндырылды, халыҡ ҡышты оҙатты, етеп килгән яҙҙы ҡаршы алды ошо рәүештә.
Байрамдан олоһо ла кесеһе лә матур тәьҫораттар алып, киләһе йылда ла нәҡ ошо урында, ошо сәғәттә йыйылышырға һүҙ биреп, яҡшы кәйефтә таралыштылар. Был байрамды ойоштороуға күп көс һалған Наталья Әмироваға, Алһыу Йосоповаға, Әлфиә Шафиҡоваға, Валерий Сукиновҡа, Мансур Сөләймәновҡа, Рәсил Фәтҡуллинға, Лилиә Атамоваға, Зөлфиә һәм Әсҡәт Ғәлиуллиндарға, Светлана Сукиноваға, Рәмил Яхинға Ахун ауыл Советы исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.
(№ 15)

«Ҡайҙа ғына булмай, ниҙәр генә күрмәй...»22.02.2018

«Ҡайҙа ғына булмай, ниҙәр генә күрмәй...»Әхмәтйәнов Ғариф Ғәли улы 1960 йылдың 15 июнендә Учалы районының урман төпкөлөндә урынлашҡан Күбәк (Көҙөй) ауылында тыуа.
Ғаиләлә дүртенсе бала була. Шуҡ һәм етеҙ, ярҙамсыл һәм эшһөйәр булып үҫә.

1967 йылда Иманғол урта мәктәбенә уҡырға инә. Яҡшы уҡыуы һәм спорт менән мауығыуы арҡаһында күп тиҫтерҙәренән айырылып тора. Ағаһы Рәмил иртәндәрен күнекмә рәүешендә йүгерә башлағас, ул да татлы йоҡоһон ҡалдырып, уға эйәрә.
(Бөгөнгө көндә Рәмил Ғәли улы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре милли көрәш буйынса иң юғары категориялағы тренер). Ҡышын саңғыла елә, тауҙан сана шыуып кинәнә, хоккей һуға. Рәжәп ағай Закиров милли көрәш секцияһы асҡас, унда айырыуса мөкиббән шөғөлләнә башлай. Һәр ваҡыт мәктәп, район ярыштарында ҡатнаша, еңеүҙәргә өлгәшә. Башҡортостан чемпионаттарында ла яҡшы сығыш яһай.
Спорттағы уңыштарынан тыш, Ғарифты белгәндәр барыһы ла уның кешелеклеген, ихласлығын, намыҫсанлығын, шәфҡәтлелеген әле булһа хәтерләй.
Иманғолда урта белем алғас, Учалы ҡалаһында автомәктәпте тамамлай, 1978 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Әрмегә киткәнгә тиклем ошо йылғы район һабантуйында көрәш буйынса йәштәр араһында тәкә алып өлгөрә. Башта Ғарифты Калининград өлкәһенә йүнәлтәләр, сик һағы ғәскәрҙәренә эләгә.
Барыу менән коммунистар партияһына кандидат булып инә. Спорт менән алдан ныҡлап шөғөлләнгәс, хеҙмәт еңел бирелә уға.
(№ 15)

Бар шундай һөнәр - Ватанды һаҡлау 22.02.2018

Бар шундай һөнәр - Ватанды һаҡлау Илде һаҡлау, уның именлеген тәьмин итеү - ир-егеттең изге бурысы һанала.
Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡала-районыбыҙҙың хәрби комиссары Азамат Рыҫҡолов менән осраштыҡ. Беренсе һорау - һуңғы әрмегә саҡырыу кам-панияһының һөҙөмтәләре тураһында булды.
- Көҙгө саҡырылышта план буйынса йөҙ ҙә утыҙ ике кешене оҙаттыҡ. Егеттәрҙең дүрттән бер өлөшөнөң сәләмәтлеге бик яҡшы, йөҙ кеше ваҡ сикләүҙәр менән хеҙмәт итә ала, тип танылды.  
Барлығы көҙгө призыв комиссияһына 470 граждан килгәйне. Ике йөҙ ҡырҡ дүрт кешегә отсрочка бирергә тура килде: 211 студент - уҡыу сәбәпле, өс осраҡта эске эштәр органдарында хеҙмәт итеүгә бәйле һәм утыҙ егеттең һаулығы ирек бирмәне.
(№ 15)

Хәтер - мәңгелек22.02.2017

Хәтер - мәңгелекХәтер - мәңгелек. Ул тере саҡта кеше лә йәшәй, тиҙәр. Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары иҫтәлегенә үткәрелгән саралар ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль психологик ярҙам үҙәге «Ровесник» үҫмерҙәр клубы менән берлектә «Тере хәтер» исемле осрашыу ойошторҙо. Унда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан райондаштарыбыҙ, «ҡыҙыу нөктә»ләргә эләгеп тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмаған егеттәрҙең ата-әсәләре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
(№ 15)

Полководец Мортазин яҙмышы29.02.2016

Башҡорт халҡының легендар шәхесе, граждандар һуғышы геройы, өс тапҡыр Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, күренекле дәүләт эшмәкәре, үткер ҡәләмле публицист, яҙыусы һәм тарихсы Муса Лут улы Мортазиндың исем-шәрифе, иншаллаһ, туған иленә, халҡына оло шөһрәт менән кире ҡайтты. Арҙаҡлы шәхесебеҙ хаҡында романдар, повестар, поэмалар, драма-одалар һәм очерктар яҙылды, йырҙар ижад ителде, легендалар тыуҙы, сәхнәләрҙә трагик образы, ҡаҡшамаҫ рухы тормошсан, бар дөрөҫлөгөндә сағылдырылды.
Геройҙың исемен хужа-лыҡтар, ойошмалар, урамдар йөрөтә, тыуған ауылы Көсөктә йорт-музейы эшләй, район хакимиәте премияһы булдырылған. Уның ҡаһарман образы ваҡытлы матбуғатта яҡтыртылып килә. «Мәңге халыҡ хәтерендә» исемле документаль әҫәрҙә урын алған мәҡәләләрҙә данлы яҡташыбыҙҙың героик үткәне, хөкүмәт етәксеһе булараҡ ойоштороу һәләте, сәйәси һәм ижади маһирлығы уҡыусыға түкмәй-сәсмәй, бар тулылығында һәм асыҡ-лығында еткерелә. Бөгөн шул тарихи яҙманан уҡыусы иғтибарына ҡайһы бер өҙөктәр ҙә килтерһәм, мәҡәләм анығыраҡ булыр төҫлө.
(№ 15)

Күләмдең кәмеүе көтөлә29.02.2016

19 февралдә Учалы районы Советының сираттағы 41-се ултырышы үтте. БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Рим Ғабдуллин һәм Зәкәриә Ғибәҙуллиндар ҡатнашты.
Урындағы вәкәләтле власть эшмәкәрлеге тураһында отчет менән тәүге сығышты район Советы рәйесе Дамир Кәримов яһаны. Былтыр 11 ултырыш уҙғарыла, төбәк тормошон хоҡуҡи йәһәттән көйләгән 174 ҡарар ҡабул ителә. Даими комиссиялар тотороҡло эшләй - 24 ултырыш барышында 169 мәсьәлә ҡарала. Депутаттарға 149 һайлаусы мөрәжәғәт иткән.
Район хакимиәте башлығы Фәрит Дәүләтгәрәев бер йыл-лыҡ эшмәкәрлектең төп күрһәткестәре менән таныштырҙы.
(№ 15)

Урамдарыбыҙ таҙа булһын29.02.2016

Урамдарыбыҙ  таҙа булһынb]Быйылғы ҡыш ҡарға ныҡ бай булды, айырыуса әлеге тәбиғәт күренеше ҡалабыҙҙың торлаҡ-коммуналь хеҙмәте күрһәтеү ойошмаларының эшмәкәрлегенә ҙур һынау булды. Урам һепереүселәргә ауырға тура килә, тротуарҙарҙы, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартып өлгөрә алмайҙар. Етмәһә, кинәт кенә иретә башланы. Дымлы ҡарҙы ташлауы еңел түгел инде үҙҙәренә.
- Бындай ҡышты һуңғы йылдарҙа күргәнебеҙ юҡ ине. Һыуытып ҡар яуһа, ул тиклем мәшәҡәтләнмәйһең. Ҡырпаҡ ҡарҙы көрәүе еңел, әле бына боҙ булып уҡмашҡан ҡарҙы көрәүе ныҡ ауырайҙы, - тиҙәр ҡаланың «Төҙөкләндереү» муниципаль унитар предприятиеһының 2-се участка урам һепереүселәре. Беҙ барғанда улар Мортазин урамын таҙартыу менән мәшғүл инеләр. МТЗ тракторы ҡар гөрөп, кешеләргә иркенләп йөрөргә юл яра ине.[/b]
(№ 15)

Емешле булһын10.02.2015

Әҙәбиәт йылы тыуа ергә-
Әҙәмиәт йылы булһын ул.
Рух, иман һәм миһырбанлыҡ менән
Кеше йөрәктәре тулһын ул!
А. Ғарифуллина.

2015 йылдың Әҙәбиәт йылы тип иғлан ителеүе бигерәк тә һөйөнөслө ваҡиға булды. Иншаллаһ, Әҙәбиәт йылыбыҙ емешле булһын! Әҙиптәребеҙ сәпкә - халыҡ күңеленә, йөрәгенә үтеп керерлек, рухи аҙыҡ булырлыҡ әҫәрҙәр ижад итһен!
(№ 15)

Ҡытайҙы ла күргән ул…10.02.2015

Ҡытайҙы ла күргән ул…Студент йылдары - ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн, ең һыҙғанып уҡыуҙан тыш, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыу ҙа мөһим. БДУ-ның Сибай институты студенты Гөлсөм Исламова ла үҙенең бәхетле йылдарын файҙалы үткәрергә тырыша.

Гөлсөм сығышы менән Килмәк ауылынан. Уңған, тырыш, аҡыллы ҡыҙ мәктәп йылдарынан уҡ тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Мәктәпте тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау тыумай. Башланғыс кластарҙа уҡ инглиз теленә мөкиббән киткән ҡыҙ документтарын Сибай институтының сит ил филологияһы факультетына тапшыра. Бөгөн ул инглиз теле һәм әҙәбиәте буйынса диплом яҡларға йыйына.
- Сит телдәрҙе өйрәнеү кешенең мөмкинлектәрен арттыра. Сит илгә барырға, донъя күрергә, башҡа ҡитғаларҙан дуҫтар табырға ярҙам итә, - ти ул.
Ҡыҙҙың хыялдары яйлап бойомға аша. 2012 йылда уға университет студенттары менән бергә Польша, Чехия, Франция, Германия илдәренә сәйәхәт итеү бәхете тейә. Был илдәрҙең матурлығы, халҡының изге күңеллелеге, традицияларына һәм йолаларына тоғро ҡалыуҙары, тарихи ҡомартҡыларына һаҡсыл булыуҙары хайран ҡалдыра. Көнбайыш йәштәре үҙҙәренең тарихы менән ныҡ ҡыҙыҡһына, улар ошо илдә йәшәүҙәре менән ғорурлана. Ә бына беҙҙең ҡайһы бер егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың үҙ тамырҙары менән ҡы-ҙыҡһыныу түгел, туған телдәрендә һөйләшергә лә оялыуҙары бик үкенесле, тигән фекерҙә Гөлсөм.
(№ 15)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Февраль 2018    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 1234
567891011
12131415161718
19202122232425
262728 

Популяр яңылыҡтар


Йыһан ҡунаҡтары төш  кенә булғанЙыһан ҡунаҡтары төш кенә булған
Телевизорҙан йәнһүрәт ҡарап ултырам. Шул ваҡыт...

Йәштәр форумы дуҫтарын йыйҙыЙәштәр форумы дуҫтарын йыйҙы
Ошо көндәрҙә Учалы тау сәнәғәте колледжында...

Ҡыҙҙарыбыҙ таһыл  һәм саяҠыҙҙарыбыҙ таһыл һәм сая
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында 2004-2005...

Хеҙмәттәшлек күпере нығыйХеҙмәттәшлек күпере нығый
Аньхой университетының Рәсәйҙе өйрәнеү үҙәге...

Егеттәр маҡтауға лайыҡЕгеттәр маҡтауға лайыҡ
Күптән түгел район һәм ҡала хакимиәттәре призына...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.