» Гәзиттең номеры: 16-17

Мәкерле сирҙән һаҡланығыҙ16.02.2015

Мәкерле сирҙән һаҡланығыҙГрипп - тын алыу юлдарының көслө йоғошло ауырыуҙарының береһе. Вирустарҙың 100-ҙән ашыу төрө араһында A , В, С вирустары ғына киҙеүҙе тыуҙыра. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул һап-һау кешене лә аяҡтан йығыуы менән ҡурҡыныс. Бөгөн, сиргә бәйле, күп кенә төбәктәрҙә, шул иҫәптән беҙҙә лә ҡайһы бер белем усаҡтарында карантин иғлан ителгән. Киҙеү бөтә донъя ғалимдары тарафынан киң өйрәнелә. Шулай ҙа ул - ҡотолғоһоҙ сир. Сир тиҙ үҙгәрә һәм үтә йоғошло. Вирустың үҙен электрон микроскоп аша ғына күрергә мөмкин. Ул бик тотороҡһоҙ, уны хатта туп-тура төшкән ҡояш нурҙары, хлор, һелте кеүек дезинфекциялаусы матдәләр бик тиҙ үлтерә, 70 градустан юғары температураға сыҙай алмай.

Инфекция ауырыу кеше йүткергәндә, сөскөргәндә бүленеп сыҡҡан ваҡ ҡына төкөрөк, һеләгәй тамсылары аша йоға. Сөскөрөү йә йүткереү аша вирус ике-өс метр алыҫлыҡҡа тиклем таралып, сәләмәт кешенең дә тын юлдарына эләгә һәм, лайлалы ҡатламында үрсеп, ауырыу тыуҙыра.
Киҙеү диагнозы эпидемия осоронда ғына ҡуйыла башлай. Уның төрө танауҙан һәм тамаҡтан алынған анализ буйынса асыҡлана. Грипп менән киҫкен вируслы респиратор инфекцияның нисек айырылыуын да белергә кәрәк. Грипп ҡапыл һәм көслө башлана. Сир йоҡҡандан алып клиник симптомдары күренгәнсе яҡынса бер көндән алып биш көнгә тиклем ваҡыт үтә. Был ваҡыт эсендә грипты ҡуҙғытыусы өлөшсәләр танауҙың лайлалы ҡатламына эләгеп бик тиҙ үр-сей. Был ваҡытта тымауҙы һәм тамаҡ ауыртыуын һиҙмәүегеҙ мөмкин. Баш сатнап ауыртһа, күҙҙәр, мускулдар, быуындар һыҙлаһа, ҡапыл температура юғары күтәрелһә - был грипп билдәләре.
(№ 16-17)

Кем һин, изге Вәли?16.02.2015

Кем һин, изге Вәли?Татарҙар «День Святого Валентина» тигәнде «Изге Вәли көнө» тип йәһәт үҙгәртһә лә, беҙҙең байрам түгел инде ул. Ислам дине генә түгел, православие ла был датаны инҡар итә. 1969 йыл, ысынбарлыҡта ниндәй шәхес булыуы тураһында ышаныслы дәлилдәр һаҡланмағас, католиктар ҙа Валентинды изгеләрҙең рәсми исемлегенән төшөрөп ҡалдырҙы.
Нигеҙе икелерәк булһа ла, Ғашиҡтар көнөн билдәләү йылдың-йылы киңерәк ҡолас йәйә. 90-сы йылдарҙа ғына тәүләп ишетһәк тә, Рәсәй йәштәренең 80 проценты теге йә был кимәлдә әһәмиәт бирә икән. Бер ҡараһаң, насар бер нимәһе юҡ, киреһенсә, бындай саралар йоғонтоһо менән кешеләр нәзәкәтлерәккә, хислерәккә әйләнә торған. Ә икенсе яҡтан - байтаҡ өҫтәмә проблемалар ҙа тыуҙыра икән шул…
Изге Валентин көнөнөң нисек барлыҡҡа килеүен барыһы ла белә инде. Әйткәндәй, бер түгел, ике версия бар. Беренсеһе буйынса боронғо Рим менән 268-270 йылдарҙа идара иткән император Клавдий II һалдаттарға ғаилә ҡорорға тыя. Хәрби табип һәм рухани Валентин тыйыуға ҡарамай йәшерен рәүештә никах йолаларын башҡарыуҙы дауам итә. Тотола, төрмәгә ултыртыла. Ошо арала төрмәсенең ҡыҙы Юлиәгә ғашиҡ булып, хат - «валентинка» яҙа. 269 йылдың 14 февралендә язалап үлтерелә.


Икенсе легенда ниңәлер һирәгерәк билдәле. Уның буйынса Валентин - патриций, йәғни аҡһөйәк була. Үҙе йәшерен христиан булараҡ, ялсыларын да әүрәтә. Бер ир менән ҡатынға христиан дине буйынса никах уҡый. Властар белеп ҡала, ҡулға алалар. Валентин аҡһөйәк булғас үҙенә әллә ни ҡурҡыныс янамай, ялсылар иһә үлем язаһына хөкөм ителә. Валентин уларҙы тынысландырып йөрәк рәүешендә киҫелгән ҡыҙыл ҡағыҙға хат яҙа - мөхәббәт барыһынан да өҫтөн тигәнде аңлатырға тырышҡан була инде ( был хатты тапшырған һуҡыр ҡыҙыҡайҙың күҙе асыла, аҙағынан үтә сибәр ҡатынға әйләнә, ти). Тик патрицийҙың үҙенә лә ҡоро һүҙ генә булып күренгәндер инде, ялсылары урынына Валентин үҙе яза ҡабул итә.
(№ 16-17)

Тормош юлы үрнәк булырлыҡ16.02.2015

Тормош юлы үрнәк булырлыҡ15 февралдә Совет хәрби көстәрен Афғанстандан алып сыҡҡанға 26 йыл тула. Илебеҙ тарихының берәүҙе лә битараф ҡалдырмаған тағы ла бер ҡанлы бите. Беҙҙең Учалы районынан ғына 1979 йылдың 25 декабренән 1988 йылдың 15 февраленә тиклем барлығы 457 (ситтән килгәндәр ҙә ҡушылған) егет һәм ҡыҙыбыҙ Афғанстанда хеҙмәт иткән йә эшләгән. Әлеге көндә Учалы ҡалаһында һәм районында шуларҙың 273-сө йәшәй. «Учалылар - Афғанстанда» тигән китабыбыҙҙа бер нисәүһе төрлө сәбәптәр менән төшөп ҡалған. Мин был мәҡәләмдә шундай егеттәрҙең береһе менән таныштырып китмәксемен.

Ул ир уҙаманының исеме Вадим Ғәлимулла улы Шә-йәхмәтов. Вадим Ғәлимулла улы 1965 йылдың 20 мартында Учалы районының Уральск ҡасабаһында күп балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килә. Вадим бала саҡтан теремек була, яҡшы уҡый спорт менән шөғөлләнә, бейеү түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.
Тыуған ҡасабаһында унынсы класты бөткәс тә, Учалы ҡалаһындағы автомәктәпкә, хәрби комиссариаттан водителлеккә уҡырға ебәрәләр. Уны уҡып бөтөү менән 1982 йылдың июль айынан «Байрамғол» совхозында автослесарь булып эшкә алына. Бында ялға сыҡҡан шоферҙарҙы алмаштыра, ватылған машиналарҙы ремонтлаша. Һигеҙ ай эсендә ул хужалыҡта файҙаланылған байтаҡ автомобилдәрҙең техник серҙәренә үҙ тәжрибәһендә өйрәнә.
(№ 16-17)

Бер-береңә ихтирам16.02.2015

Бер-береңә ихтирам
Был донъяла бер нимә лә осраҡлы түгелдер инде. Иманғол ауылынан Минһажевтарҙың никахтарының 65 йыллығы Әҙәбиәт йылына тура килде. Ә бит Фәһим Афзал улы һәм Рәхимә Ғәлимулла ҡыҙы тәү тапҡыр район китапханасылар йыйылышында осрашҡан булалар.


- Беҙҙең быуын китап ҡәҙерен яҡшы белә инде ул, - тип йылмая Фәһим ағай, - «изба-читальня» мөдире булып эшләгән саҡ. Сират көткәндән һуң аҙ ғына ваҡытҡа «Молодая гвардия» китабын бирҙеләр. Кисен йәштәр йыйылабыҙ ҙа, берәү ҡысҡырып уҡый, ҡалғандар йотлоғоп тыңлай. «Повесть о настоящем человеке» китабы менән дә шул уҡ хәл ҡабатланды.
Фәһим Афзал улы үҫмер сағында ғына колхозда хисапсы булып эш башлай, Иманғолда почта начальнигы, ауыл Советы сәркәтибе булып та ала. 1950 йыл өйләнеп бер аҙна үтеүгә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Авиация механигы булып 4 йылдан ашыу Сахалинда хеҙмәт итә. Һуңынан «Коммунар» колхозында ферма мөдире, бухгалтер бурыстарын атҡара. Ә хеҙмәт биографияһының төп өлөшөн хужалыҡтың профсоюз лидеры вазифаһы биләй - 33 йыл!
(№ 16-17)

Ата-әсәләр иҫәпкә ҡуйылды16.02.2015

20-30 ғинуар район биләмәләрендә «Үҫмер - ғаилә» профилактик операцияһы үтте.

Эске эштәр бүлегенән тыш, балаларҙың берәҙәклеген, уларға ҡарата енәйәт ҡылыныуҙарҙы иҫкәртеү буйынса бөтә хеҙмәттәрҙең, мәғариф, медицина учреждениеларының вәкилдәре ҡатнаша.
- Ата-әсәлек бурысын тейешенсә башҡармаған 21 граждан асыҡланды һәм иҫәпкә ҡуйылды, 4 баланы ваҡытлыса ғаиләләренән алырға ла тура килде, - ти балиғ булмағандарҙың эштәре буйынса бүлексә начальнигы Елена Хафизова. Иҫәптә торған үҫмерҙәр менән дә эш активлаштырыла, балалар һәм йәштәр күп тупланған обúекттар тикшерелә, балаларға ҡарата башҡарылған хоҡуҡ боҙоу өсөн яуаплылыҡ тураһында аңлатыу эше йәйелдерелә.
(№ 16-17)

Дарыу ҡиммәтләнә16.02.2015

Дарыу ҡиммәтләнәСит ил тауарҙары ҡолона әйләнгәнбеҙ икән. Илебеҙгә ҡарата индерелгән санкциялар, долларҙың кинәт үҫеүе быны тағы бер ҡат иҫбатланы. Ҡасандан бирле, «Беҙ ҡеүәтле ил, беҙҙә бөтә нәмә бар», тип күкрәк һуҡтыҡ, әммә сифатлы тауар етештереү буйынса алға китеш бөтөнләй булмаған. Ялҡынлы телмәрҙәр - трибуналарҙа, етештерә башларға кәрәк тигән һүҙҙәр ҡағыҙҙа ғына ҡалды. Был аҙыҡ-түлеккә генә түгел, башҡа көндәлек кәрәкле әйберҙәргә лә ҡағыла.
Мәҫәлән, һуңғы арала дарыуҙарға ла хаҡтың һиҙелерлек артыуы күҙәтелә. 90-сы йылдарҙа Рәсәй фармацевтикаһы түбән тәгәрәп, бөгөн килеп, башлыса импорт дарыуҙарға урын бирелде. Шуға ла долларҙың хаҡы артыу менән, ситтән килтерелгән таблеткаларҙың да хаҡы күтәрелде.


Күптән түгел республика башлығы сығышында, былтыр төбәгебеҙҙә дарыуҙарға хаҡтар 0,5 процентҡа артһа, быйыл ғинуарҙа ғына уртаса хаҡ - 2, ә ҡайһы бер препараттарға 11 процентҡа күтәрелгән, тип белдерҙе. Бәлки баш ҡалала дарыуҙарға хаҡ шул сама ғына өҫтәлгәндер, ә бына беҙҙә, ҡайһы бер коммерция дарыуханаларында, 30-40 процентҡа тиклем арттырылғандары ла бар. Дарыуҙарҙың хаҡын белешеү маҡ-сатында «Башфармация» дәүләт унитар предприятиеһының 203-сө Учалы үҙәк район дарыуханаһы мөдире Ирина Медведеваға мөрәжәғәт иттек.
- Дәүләт ҡарамағындағы аптекаларҙы дарыу препараттары менән «Башфармация» предприятиеһы тәьмин итә. Беҙ улар билдәләгән хаҡҡа 11-18 процент өҫтәйбеҙ. Әлеге баҙар иҡтисадындағы хәлдәрҙе күҙ уңында тотоп хаҡтарҙы «йүгәнләргә» тырышабыҙ. Әйтергә кәрәк, дарыу һәм препараттарға хаҡтар ныҡ күтәрелде, тип әйтеп булмай. Дәүләт дарыуханаларында улар шәхси тармаҡ менән сағыштырғанда, күпкә түбәнерәк, - ти Ирина Раяз ҡыҙы.
(№ 16-17)

Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн16.02.2015

Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөнМинең ағайым Әхмәҙулла Хәйбулла улы Ғәйнетдинов Яңы Байрамғол ауылынан.

Оҙаҡ йылдар «Байрамғол» совхозында комбайнсы булып эшләй. 1963 йылда фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ағайым (райондың тағы 12 алдынғы комбайнсыһы) Ағиҙел-Кама-Волга йылғалары буйлап «Ғабдулла Туҡай» исемендәге теплоходта сәйәхәткә путевка менән бүләкләнә. Йылғалар ярында урынлашҡан ҡалаларҙа туҡтап, данлыҡлы урындарҙа фотоға төшәләр.
Был фотоға улар Волгоград ҡалаһындағы Дзержинский исемендәге трактор заводы алдындағы майҙанда төшкәндәр.
Ағайым беренсе рәттә уртала баҫып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер ул был донъяла юҡ инде. Фотола, бәлки, кемдеңдер танышы, ағаһы, атаһы барҙыр.
(№ 16-17)

Иман ҡайта16.02.2015

Һуңғы ваҡытта халҡыбыҙҙың күпләп дингә килеүе, иман юлына баҫыуы күҙәтелә. Ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлә. Халыҡтың ошондай ынтылышы һөйөндөрә генә. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе тура юлдан алып барыу өсөн юлбашсылар, мөғәллимдәр ебәрә. Беҙ улар артынан барырға, өйрәнергә тейешбеҙ.

Намаҙҙар, доғалар уҡырға өндәй улар. «Мәңгелеккә күскәс, уҡыған намаҙҙарығыҙ үҙегеҙҙең файҙаға ғына буласаҡ», - тиҙәр. Беҙ был донъяла ҡунаҡ ҡына, шуны иҫтә тоторға кәрәк. Тормош ул бер оло, яуаплы имтихан. Аллаһтың ҡушҡанын үтәүсе, тыйғанынан тыйылыусы һәм булған белемен башҡаларға өйрәтеүсе кеше булырға тейеш.Ислам динен өйрәнеү һәр мосолман өсөн фарыз. Башлап китеүе генә бер уй булып торһа ла, унда ла бер көс ярҙам итә кеүек. Уҡырға өйрәнә башлаһаң, үтә ауыр түгел, ә киреһенсә, ҡыҙыҡ һәм күңелгә ятышлы ғына. Уҡыған һайын уҡыйһы килә, төрлө ҡағиҙәләрҙе, ә ҡайһы саҡта мөғжизәләрҙе асыҡлаған һайын, күберәк беләһе килә.
(№ 16-17)

Иҫтамғол «Аҡтамаҡтары»16.02.2015


(Аҙағы. Башы 13-14-се һан-дарҙа).

Әхмәҙиевтар
1834 йылдағы документта уларҙың нәҫел сылбыры бына ошо тәртиптә бирелә: Кейекбай-Мулдаш-Йомабай-Аҫылхужа-Әхмәҙи-Әхмәт-Хәлит, Хәдижә, Хафиза. Был нәҫелдәргә ҡағылышлы йәнә бер документ иғтибарға лайыҡ. Ул Сораман ауылының 1917-1918 йылдарҙа шәриғәт ҡанундары буйынса ғаилә ҡороусылар исемлеге. Русса «О браке» тип атала. Аңлайышлыраҡ булһын өсөн, аҡҡа ҡара менән яҙылғандарҙы һүҙмә-һүҙ бирәм: «Иҫтамғол ауылынан Әхмәҙи улы Әхмәт. 23 йәш. Сораман ауылынан Мәрхәбә Әбүбәкир ҡыҙына 17 йәш. Ҡыҙ атаһының атаһы (олатаһы) Мөхәмәтйәр Динмөхәмәт улы. Егет атаһы: Әхмәҙи Аҫылхужа улы. Шаһиттар: Әлтәфетдин Ишморат улы. Ниғәмәтйән Мамила улы».

Бына ошо факт та Иҫтамғолда йәшәгән Әхмәҙиевтарҙың Аҫылхужа улы Әхмәҙиҙән таралғандарын раҫлай. Ә Әхмәт кем булған? Шул турала тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн, уның бер туған һеңлеһе Хәдижә Әхмәҙи ҡыҙы менән осраштым (ул яҙмышын «Көҙәндәр» аймағы улы Ғамир Ваһапов менән бәйләгәне, ағаһының Мортазин отрядында йөрөгәне, 1937 йылда ҡулға алынғаны тураһында ҡабатлау кәрәкмәҫ). Хәтер һандығына байҡау яһаған ағинәй, үҙе өсөн үтә лә яҡын булған ағайы тураһында һөйләп биреүҙе үтенгәс, уғата йәнләнеп китте.
(№ 16-17)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.