» Гәзиттең номеры: 18

Берҙән - берем, күҙ нурым,07.03.2017

Берҙән - берем, күҙ нурым, тип,
Һәр саҡ арҡаңдан һөйә.
Сирләгәндә төн йоҡламай,
Зарыңды белә, көйә.
Кем һуң ул һинең өсөн?
Ул - һөйөклө әсәйем.
Беҙҙең ғаиләлә үҙ ҡояшыбыҙ бар. Ул - әсәйем! Әсәйемдең исеме Айһылыу. Айлы төндә тыуғаны өсөн уға шундай матур исем ҡушҡан өләсәйем.
Әсәкәйемдең ҡулдары алтын. Ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулынан килә. Бешергән аштары телеңде йоторлоҡ.Әсә-йемдең буш ваҡыты бик әҙ, шуға ҡарамаҫтан һәр саҡ беҙҙең өсөн ваҡыт таба. Өй эштәре менән булышҡан арала үҙенең йылы ҡараштары менән күңелде йылыта. Беҙҙең дәрестәребеҙҙе лә ҡарап, тикшереп тора, аң-ламағанды аңлатып ебәрә. Аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә.
Беҙҙең ғаиләбеҙҙә өс бала - Илназ ағайым, Регина апайым һәм мин.
Әсәйем балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, ул балаларҙы ныҡ ярата, шуға ла шул һөнәрҙе һайлаған. Балалар ҙа уны һағынып, ҡыуанып көтөп алалар.
Минең әсәйем машина йө-рөтә белә, беҙҙе ултыртып ауылға алып бара, йәй көнө еләккә, һыу инергә йөрөтә, беҙҙең өсөн борсолоп ҡына тора. Матур итеп кейендерә, тәмле итеп ашата.
Мин әсәйемде бик ныҡ яратам. Уға оҙон ғүмер теләйем.
Бөтә ер йөҙөңдәге балаларҙың да әсәләре булыуын теләйем.
Азамат БИРҒӘЛИН,
Учалы ауылы Башҡорт гимнаияһы уҡыусыһы.
(№ 18)

Сәскәләр бүләк итәм07.03.2017

Ҡәҙерле әсәйем Гөлнур Сафинаға арнайым.
Гәлсәр нурҙарын һибеп, ҡояш-лы март айы ла етте. Әсәйемә ниндәй бүләк бирергә икән, тип баш ватам. Өнөмдә лә, төшөмдә лә шул турала ғына уйлайым. Ниндәй генә бүләк табырға? Шул уй менән йоҡоға талдым…
Төш күрәм. Йәнәһе, мин ауылыбыҙҙың иң бейек тауына - Ослотауға менеп баҫҡанмын икән тим. Тирә-яҡ менән һоҡ-ланам. Баш осомда ғына ҡоштар һайрап мине сәләмләй. Ел би-темде иркәләп һыйпап үтә. Ә мин һаман бойоҡмон. Әсәйемә ниндәй бүләк табырға? Шул ваҡытта тауҙың тап түбәһе ҡар-ҙан әрселде һәм шул урында күҙҙең яуын алырҙай сәскәләр үҫеп сыҡты. Мин йүгереп йөрөп сәскәләрҙән гөлләмә яһаным да әсәйемә табан йүгерҙем.
- Әсәй! Әсәй, бына һиңә минең бүләгем! - тип ҡысҡырып уянып киттем. Минең тауышҡа әсәйем уянып килеп сыҡҡан. «Минең улым хатта төшөндә лә бүләк бирә», - тип йылмая үҙе.
Ә мин барыбер берҙән-беремә бүләк табасаҡмын.
Ғайса САФИН,
Илсе мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.
(№ 18)

Бер ҡосаҡ гөлләмә07.03.2017

Ҡәҙерле әсәйем Моратова Рәзифә Рәүил ҡыҙына арнайым.
Гөлнур яҙҙың иң матур мәлендә ауылдарынан йыраҡ түгел генә булған урманға китте. Аяҡ аҫтында әле ҡар. Ҡояш сағыу нурҙарын һибә. Ҡоштар яҙ килеүенә ҡыуана-ҡыуана сутылдаша. Шул матурлыҡҡа һоҡланып, йырлай-йырлай китеп бара ине, бер соҡорға төшөп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ә соҡорҙа... ҡуян, төлкө балалары сыға алмай яфалана икән. Гөлнур быларҙан:
- Күптән бында яфалана-һығыҙмы?- тип һорағас, ике көн буйы ас ятыуҙары тура-һында һөйләп бирҙе яңы та-ныштары. Ҡыҙыҡай мең яфа менән тырышып-тырмашып хайуанҡайҙарҙы сығарҙы.
Уларҙың әсәләре кешенән ҡурҡып, ситтән генә күҙәтеп ятҡандар икән. Ғәзиздәрен со-ҡорҙан сығарыу менән килеп тә еттеләр.
- Был изгелегең өсөн нимә бирәйек һиңә? - тип һораны йәнлектәр.
- Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Тик бына 8 Март байрамы етә, әсәйемә сәскәләр таба алмайым, тере сәскәләр кәрәк ине, - тине Гөлнур.
- Һин бер ҡайҙа ла китмә, беҙ хәҙер, - тинеләр ҙә йәнлектәр юҡ булдылар. Бер аҙҙан һәр береһе берәр гөлләмә менән килеп тә етте.
- Изгелеккә - изгелек, әсәйеңде үҙеңдең һәм беҙҙең исемдән ҡотла! - тинеләр.
Ҡарлы урмандан бер ҡосаҡ сәскә тотоп ҡайтҡан Гөлнурҙы барыһы ла аптырап күҙәтте.
Раушания МОРАТОВА,
Илсе мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы.
(№ 18)

Яҙ байрамы менән, ҡатын-ҡыҙҙар!07.03.2017

Яҙ байрамы менән, ҡатын-ҡыҙҙар!Серле йомаҡ, серле йомғаҡ -
Ҡатын-ҡыҙҙың күңеле.
Мөлдөрәмә тулы наҙы
Китер кеүек түгелеп.

Көҙгө ҡояштай һағышлы,
Яҙғы ҡояштай шаян.
Йәйге ҡояштай яғымлы -
Был тиклем дә йәм ҡайҙан?

Был тиклем наҙ гөлләмәһен
Хоҙай бүләк итәме?
Ғаләмдән тылсым алырға
Бер теләге етәме?

Теләй икән - ҡояш нурын
Тетеп, иләй ала ул.
Нурҙан бәйләнгән түшәккә
Сабый биләп һала ул.

Шундай ҙур тылсымға эйә
Һөйкөмлө гүзәл затты.
Тәңрем бәләнән ҡурсыһын,
Ғүмеркәйен оҙайтһын!
Тәнзилә Дәүләтбирҙина.
(№ 18)

Хеҙмәтләндереү төрҙәре киң02.03.2017

Хеҙмәтләндереү төрҙәре киңХәтеремдә, бәләкәй кластарҙа уҡығанда мәктәптәрҙә гөрләп пио-нер ойошмалары эшләй торғайны. Айырыуса тимурсылар командаһының эшмәкәрлеге хәтерҙә ныҡ уйылып ҡалған. Уҡыусылар ауылда йәшәгән яңғыҙ әбей-бабайҙарға барып йорт эштәрендә булыша торғайнылар - утын яралар, иҙән йыуалар һ.б. Хәҙер тимур командалары күптән юҡ инде. Уның ҡарауы, ярҙамға мохтаж өлкәндәрҙе ҡарауҙы хөкүмәтебеҙ үҙ өҫтөнә алды. «Социаль хеҙмәткәр» тигән яңы төр һөнәр барлыҡҡа килде.
Ҡала-районыбыҙҙа «Ихтирам» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге автономиялы коммерция булмаған ойошма ла ошо йүнәлештә эш алып бара.
(№ 18)

Пеликан ҡанаты аҫтында02.03.2017

Пеликан ҡанаты аҫтында26 йыл элек районда тәү тапҡыр «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы ойошторола башлай. Традицияға әйләнгән ярыш йыл һайын тиҫтәләгән остаздарҙың һөнәри оҫталығын һынай, артабанғы намыҫлы һәм талымһыҙ хеҙмәткә ҡанаттар ҡуя, тағы ла бейегерәк үрҙәргә этәрә. Быйыл да 34 педагог бер ай дауамында «Йыл уҡытыусыһы» исеме өсөн ярышты. Ниһайәт, ҡала филармонияһында конкурсҡа тантаналы рәүештә нөктә ҡуйылды.
Ярышта ҡатнашыусылар араһында яңы эш башлап тороусы йәш белгес-тәр ҙә, бар ғүмерен балаларға аң һәм тәрбиә биреүгә арнаған тәжрибәле уҡытыусылар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән ир-егет остаздар ҙа булды. Педагогтарҙың уртаса йәше - 34 (иң йәшенә - 25, иң тәжрибәлеһенә 56 йәш). Улар жюри ағзаларына «видеодәрес»тәр, «методик семинар»ҙар тәҡдим иттеләр, «Мин - уҡытыусы» темаһына инша яҙҙылар, мастер-кластар күрһәттеләр, «педсовет»та ҡатнаштылар.
(№ 18)

Килеп уҡыттылар17.02.2015

Килеп уҡыттылар9-13 февраль район ветеринария белгестәре өсөн «Ауыл хужалығы һәм йорт хайуандарының ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү» программаһы буйынса белемде камиллаштырыу курстары ойошторолдо. Аҙағынан материалды үҙләштереүҙе тикшереп үткәрелгән имтиханды барыһы ла уңышлы тапшырҙы һәм шунда уҡ ҡулдарына танытмалар алды.

Ҡала һәм район ветеринар станцияһы начальнигы Салауат Исламов белдереүенсә, программаға фәҡәт беҙҙең төбәк өсөн иң актуаль һорауҙар һайлана - «Ит, ит продукцияһының сифаты һәм хәүефһеҙлегенә заман талаптары», «Аш эшкәртеү системаһы ауырыуҙары», «Эхинококкоз», «Бер нисә төр хайуандар өсөн уртаҡ ауырыуҙарҙы диагностикалау, дауалау һәм профилактикалау» һәм башҡа күп. Ветеринария фәндәре докторҙары Рәфҡәт Фазлаев, Василий Кирилов, фән кандидаттары Юлия Кирилова, Рифҡәт Файрушин, Георгий Базекин һәм башҡа күренекле ғалимдар йәлеп ителә.
… әйткәндәй, беҙ, кешеләр, әлеге мәл киҙеү, һыуыҡ тейеү һалыуынан интегәбеҙ. Әлбиттә, ветеринарҙарҙың үҙ бурыстарына яуаплы ҡарауҙары, туҡтауһыҙ белем камиллаштырыуҙары йоғонто яһамай ҡалмайҙыр, Салауат Тәлғәт улы: «Бөгөнгө көнгә район биләмәләрендә ауыл хужалығы, йорт, ҡырағай хайуандарҙа инфекцион һәм инвазион сирҙәр таралыу тәңгәлендә хәлдәр именле», - тип тә белдерҙе. Шулай ғына булһын!
(№ 18)

Сағыу тамаша17.02.2015

Сағыу тамаша72 йыл элек, 1943 йылдың февраль айында яҡташыбыҙ Шакирйән Мөхәмәтйәнов күкрәге менән дошман амбразураһын ҡапланы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-нән ашыу яугир Матросов-Мөхәмәтйәновтың ҡаһарманлығын ҡабатлай, улар араһында йәнә 4 яҡташыбыҙ була.

Йәмәғәт ойошмалары тырышлығы һәм район хакимиәте ярҙамы менән Ҡунаҡбай ауылында Александр Матросов-Шакирйән Мөхәмәтйәновтың ҡаһарманлығына арналған тәүге хәрби-тарихи реконструкция үтәсәк. Унда «Бөркөт» эҙәрмән отряды, «Тәүге башҡорт атлы «Любизар» хәрби-тарихи полкы, Свердловск өлкәһенең Новоуральск ҡалаһынан «Эҙәрмән» һәм Өфөнән «Форвард» клубтары ҡатнашасаҡ. Сара Учалы районында хәрби-тарихи клуб ойоштороуға тәүге аҙым итеп күҙаллана.
Тарихи реконструкция - ысынбарлыҡтағы берәй ваҡиғаны теүәл ҡабатлаған ифрат күләмле спектакль. Был сараны ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусылар 1943 йылдағы совет һәм немец хәрби кейемдәре кейәсәк, пуляһыҙ патрон яһалған Дегтярев пулеметы, ТТ пистолеты, ППШ автоматы, Мосин системаһындағы винтовка һымаҡ ысын тарихи ҡорал файҙаланыласаҡ.
«Алыш» тамамланғандан һуң теләгәндәр реконструкцияла ҡатнашыусылар менән бергә фото төшә аласаҡ, Матросов-Мөхәмәтйәновтың музейына инеү ҙә бушлай буласаҡ.
Сара 21 февраль 12.30 сәғәттә Ҡунаҡбай мәктәбе артындағы яланда үткәрелә.
(№ 18)

Моң байрамы17.02.2015

Моң байрамыЙыл һайын һәләтле һәм дәртле балалар өсөн бөтә Рәсәй йәш музыканттар конкурсы уҙғарыла. Күмертау, Октябрьск, Өфө ҡалаларында үтәсәк быйылғы ярыш Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейына арналған.

Ошо көндәрҙә Сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында конкурстың икенсе һайлап алыу этабы уҙҙы. Унда барыһы 17 мәктәптән 171 ҡатнашыусы йыйылды. Учалы ҡалаһы һәм районының балалар музыка һәм сәнғәт мәктәптәренән тыш, Белорет, Бөрйән райондарының һәләтлеләре лә көс һынашты. Конкурс 10 номинацияла уҙҙы (пианино, халыҡ инструменттары, соло йыр һ.б.). Абруйлы жюри ағзаларының тыңлаған 513 музыка әҫәрҙәрен барыһын бергә теҙһәң 24 сәғәттән ашыу ваҡыт талап итер ине! Һөҙөмтәлә, сығыш яһаусыларҙың иң-иңдәре генә икенсе һайлап алыу турын уңышлы үтте. 104 уҡыусы лауреат исеменә лайыҡ булды - тап улар район данын республика кимәлендә яҡлаясаҡ. Барыһын да район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко, колледж директоры Айгөл Ғимазитдинова ҡотланы һәм йылы теләктәрен еткерҙе. Йәш музыканттарға республикала ла уңышлы сығыш яһауҙарын, алдынғы урындар яулауҙарын теләп ҡалайыҡ.
(№ 18)

Балам уҡырға яратмай17.02.2015

Хәҙерге балалар уҡырға яратмай… Был һүҙҙәрҙе бөгөн уҡытыусыларҙан, ата-әсәләрҙән йыш ишетергә мөмкин. Күптәрҙе борсоған мәсьәлә булғанға күрә, үҙемдең уй-фекерҙәрем менән бүлешергә теләп, был хәлдең бер-нисә сәбәптәренә туҡталып китмәксемен.

Тәжрибә күрһәтеүенсә, психологик яҡтан белем алыуға ғаиләлә яҡшы әҙерлек алған балалар, ғәҙәттә, уҡыуға дәртләнеп тотоналар һәм һәйбәт уҡыйҙар. Ундайҙар мәктәпте изге, яҡтылыҡҡа өйрәтә торған урын тип күҙ алдына килтерә. Ләкин ғаиләләрҙең дә төрлөһө бар. Әйтәйек, бала шаяра йә тыңламай башланымы, мәктәп, уҡытыусы менән ҡурҡыталар икән. Был ҡурҡытыу сараһы зыянһыҙ кеүек тойолһа ла, психикаға көслө йоғонто яһай. Балала, теләгенән тыш, «мәктәп насар, ҡурҡыныс урын» тигән фекер тыуа. Ә был уйҙы кире ҡайтарыу бик ауыр, йылдар буйы дауам итеүе мөмкин.
Тағы иркә балалар ту-раһында әйтер инем. Ғаиләлә төпсөк, йә көтөп алынған берҙән-бер бала. Улар үҙ һүҙен генә һүҙ итеп, әҙергә өйрәнгән, еңмеш балалар. Уҡырға йөрөү, өйгә эш эшләү ундайҙарға бик ауыр.
(№ 18)


Материал ебәрергә

Рубрикалар


Яңылыҡтар архивы




Номерҙар архивы

Яңылыҡтар календары

«    Ноябрь 2017    »
ДшШшШршКйЙмШбЙкш
 12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
27282930 

Популяр яңылыҡтар


Агроном -  ул ер  табибыАгроном - ул ер табибы
«Кем дә кем, бер башаҡ үҫкән ерҙә тағы берҙе...

Нисек йәшәйһең, өкө?Нисек йәшәйһең, өкө?
Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә төнгө һунарсы Өкө әфәндегә, йә,...

Намыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәрНамыҫ менән эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр
Байрамғолдар ашлыҡ һуғыу, һөт һауыу буйынса элек...

Бер нөктә - УчалылаБер нөктә - Учалыла
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан ...

ФотофактФотофакт
Сираттағы «Аҙна һайын приз» лотерея уйынында...


Бөтә хоҡуҡтар ҙа яҡланған. Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда һәм уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Яйык» («Яик»)
гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет сайттарында тура актив гиперһылтанма ҡуйырға.